Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
8 Июль 2020, 22:25

Алтын балдаҡлы йырсы

Был йырҙарҙа Роза Аккучукованың күңел донъяһы, тамашасыға еткерергә теләгән уй-хистәре сағылған.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, билдәле йырсы Роза Аккучукованың исеме һәр кемгә таныш. Моңло, халыҡсан йырҙары менән күптәрҙе һоҡландырыусы Роза Аккучукова - сәхнәлә балҡыған сағыу йондоҙҙарҙың береһе.
Йырсы үҙенсәлекле тауышы менән тамашасы күңелен яулай һәм һәм бөгөнгәсә популярлығын юғалтмай. Уның репертуары үҙенсәлекле һәм башҡаларҙан лирик йырҙарға бай булыуы менән айырылып тора. “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” кеүектәрен халыҡ бигерәктә яратып тыңлай. Был йырҙарҙа Роза Аккучукованың күңел донъяһы, тамашасыға еткерергә теләгән уй-хистәре сағылған. Йырсы ижадында З. Исмәғилов, Р.Хәсәнов, Н.Сабитов, Р.Сәлмәнов, Н.Абдуллина йырҙары ла лайыҡлы урын алған. Роза Сабиръян ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. “Бындай билдәле мәҙәниәт усағында эшләүем менән үҙемеде бәхетле һанайым. Филармония бит ул -йыр-моң сығанағы. Ул минең ижади үҫешемдә мөһим роль уйнаны һәм уйнай” - ти ул.
Читайте нас: