Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
14 Август 2020, 23:45

Азамат Әхтәмов арабыҙҙан китте

Азамат Мөхтәр улы 1962 йылда Өфөлә теле белгесе Мөхәтәр Әхтәмов ғаиләһендә тыуған.

Билдәле ғалим, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, физика-математика фәндәре докторы, профессор Азамат Әхтәмов 59 –сы йәшендә арабыҙҙан китте.
Азамат Мөхтәр улы 1962 йылда Өфөлә теле белгесе Мөхәтәр Әхтәмов ғаиләһендә тыуған. 1984 йылда БДУ-ның математика факультетын тамамлай. Фән һәм техника өлкәһендәге хеҙмәте өсөн Башҡортостандың Дәүләт премияһына лайыҡ була, Рәсәй юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре. Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәрхүм менән хушлашыу 15 августа сәғәт 12-лә түбәндәге адрес буйынса:
Өфө ҡалаһы, З. Исмәғилев урамы, 16-сы йорт, 33-сө фатир
Читайте нас: