Бөгөн билдәле шағир, журналыбыҙҙың яҡын дуҫы Рәмил Сурағол ғүмер байрамын – тыуған көнөн билдәләй. Рәмил Мотаһар улының һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тәү башҡарыуҙан уҡ халыҡ күңелендә урын алып, байтаҡ йылдар инде сәхнәләрҙән, радио, телевидениенан яңғырай. Шағирҙы тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ижади үрҙәр теләйбеҙ!