Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
29 Октябрь 2020, 13:25

Әмир Ишемғолов арабыҙҙан китте

Илдә беренсе булып халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән апитерапия үҙәге асылыуҙа һәм уның эшен ғилми нигеҙҙә ойоштороп алып барыуҙа ла Әмир Ишемғловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Миңләхмәт улы арабыҙҙан китте.
Әмир Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ы Йомағужа районы (әлеге ваҡытта Күгәрсен районына ҡараған) Әлимғол ауылында уҡытыусылар Миңләхмәт Сафый улы һәм Шәһүрә Сөнәғәт ҡыҙы ғаиләһендә тыуған.
1977 йылда Теләүембәт урта мәктәбен тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында ябай колхозсы булып башлай.
1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә, уны 1984 йылда «зоотехния» һөнәре буйынса «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса «Өфө» тәжрибә хужалығында өлкән зоотехник—селекционер булып эш башлай.
Биология фәндәре докторы, профессор Әмир Ишемғолов умартасылыҡ буйынса Рәсәйҙә танылған белгес булараҡ, һуңғы тиҫтә ярым йылда ул бал ҡортоноң башҡорт популяцияһын бал йыйған ҡорттарҙың үҙаллы тоҡомо булараҡ раҫлау мәсьәләре буйынса бигерәк тә әүҙем шөғөлләнде. Һөҙөмтәлә башҡорт бал ҡортоноң ҙур тоҡомсолоҡ заводы ойошторолдо, унда фәнни нигеҙҙә ҡорттар үрсетеү яйға һалынды, бал ҡорттарын ҡарап-тәрбиәләү ысулдары камилләштерелә. Илдә беренсе булып халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән апитерапия үҙәге асылыуҙа һәм уның эшен ғилми нигеҙҙә ойоштороп алып барыуҙа ла Әмир Ишемғловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселеге һәм туранан-тура ҡатнашлығы менән ҡортсолоҡ продуктары нигеҙендә 100-гә яҡын төр дауалау-профилактика, аҙыҡ-түлек һәм косметик продуктар әҙерләү яйға һалынды. Учреждениеның ғилми-тикшеренеү һәм етештереү эшмәкәрлеге Рәсәйҙән тыш халыҡ-ара кимәлдә лә киң танылыу тапты.
Профессор Әмир Ишемғолов 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, китап, монография, уйлап табыу һәм патент авторы. Ул малдарҙы ҡарау һәм үрсетеү, ауыл хужалығы иҡтисады һәм уның менән идара итеү, шулай уҡ аллергология һәм иммунология өлкәләре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур эш алып бара, уның ғилми етәкселеге аҫтында тиҫтә ярымдан артыҡ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: