Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
23 Ноябрь 2020, 22:50

Харис Йосоповҡа һәйкәл асылды

Губернатор таныштырайым тип кенә ынтылғас, Путин уны бүлдереп: – Йосоповты белмәйем тип уйлайһығыҙмы? – ти ҙә иҫәнләшергә ҡулын һуҙа.

Бөгөн Силәбелә СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Силәбе ҡалаһының почетлы гражданины Харис Йосоповҡа һәйкәл асылды. Данлыҡлы спортсының һыны өлкәнең А.Е.Меллер исемендәге дзюдо буйынса олимпия әҙерләү үҙәге алдына ҡуйылды.

Харис Йосоповтан ҡалған васыят: “Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ! Үҙегеҙгә ышанығыҙ!”
Был хәл 2000 йылда була. Силәбе ҡалаһына Рәсәй Президенты кубогына дзюдо буйынса ярышты ҡарар өсөн ил башлығы Владимир Путин килә. Билдәле булыуынса, ул да дзюдо менән шөғөлләнгән, шуға ярышты айырыуса ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Чемпионат тамамланғас, Путин урындағы шәхестәр менән яҡындан аралашырға теләк белдерә. Силәбе өлкәһенең ул саҡтағы губернаторы Петр Сумин уны барыһы менән дә таныштырып йөрөй. Шул саҡ Президент бәһлеүән кәүҙәле, олпат уҙамандың ҡаршыһына килеп баҫа. Губернатор таныштырайым тип кенә ынтылғас, Путин уны бүлдереп:
– Йосоповты белмәйем тип уйлайһығыҙмы? – ти ҙә иҫәнләшергә ҡулын һуҙа.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, танылған көрәшсе, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосоповтың исеме ана шулай илебеҙҙә яҡшы билдәле. Әгәр уның барлыҡ маҡтаулы исемдәрен, еңеүҙәрен һанай башлаһаң, әллә күпме ваҡыт сарыф ителер ине.
Салауат районда тыуып үҫеп, тәбиғи һәләте менән оло ҡаҙаныштар яулаған милләттәшебеҙҙең тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ә бит уның ғүмер юлы еңелдән булмаған... “Теперь я — просто ПАПА Ю” тигән автобиографик китабында замандашыбыҙ был турала яҙып ҡалдырған. Бик мауыҡтырғыс, фәһемле китап. Шуны уҡып сыҡҡас, Харис Монасип улын үҙем өсөн яңынан астым. Ил улының яҙмышындағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы һеҙгә лә еткермәксемен.
Ә ниңә “Папа Ю” тип йөрөткәндәр уны? Русса уның фамилияһы Юсупов бит инде. Силәбелә тренер булып эшләгәнендә, уҡыусылары уны яратып шулай атаған. Хатта өлкә губернаторы данлыҡлы тренер менән күрешкәндә “Папа Ю” тип өндәшер булған.
“Беҙҙең нәҫел көсһөҙҙәрҙән булманы, — тип яҙа Харис Йосопов. — Атайым да, ағайҙарым да көрәштә бил бирмәҫ ине. Әгәр улар һабантуйға барһа, миңә йөрөп тороу ҙа кәрәкмәй. Барыбер тәкәне алып ҡайталар. Ә шулай ҙа ғаиләбеҙҙә иң көслө кеше – әсәйем”.
Эйе, батырҙың былай тип әйтергә хаҡы бар. Шулай күнеккәнебеҙ өсөн түгел. Гөлбәзиғә Йосопова эт күрмәгән михнәттәрҙе күреп, балаларын аяҡҡа баҫтыра. Коллективлаштырыу осоронда Йосоповтар ғаиләһенә оло бәлә килә. Ғаилә башлығы Монасипты ун йылға төрмәгә ябалар. Нахаҡ бәлә яғып. Ә хәл былайыраҡ була.
Монасип Йосопов Арҡауыл ауылында моңло йырсы булараҡ дан ала. Шуға ла уны төрлө мәжлестәргә, табындарға йыш саҡыралар. Йырлатыр өсөн. Бер саҡ Монасипты туғандары туйға саҡыра. “Бара алмам, — ти ул. – Бөгөн эшләйем. Колхоз келәтен һаҡларға кәрәк. Уны ҡараусыһыҙ ҡалдырып булмай бит”. Туғандары ай-вайына ҡуймай, бер сәғәткә генә тип, үҙҙәре менән алып китә. Монасип барып йәштәрҙе ҡотлай, йырын да башҡара, шунан эш урынына кире килә. Тик келәттең йоҙағы аҡтарылған була. Кемдер сәсеүгә тип ҡалдырылған алтмыш тоҡ бойҙайҙы сәлдергән! Ә заманалар ҡаты: бындай яуапһыҙлыҡ өсөн һорап та тормайҙар. Ғаилә башлығын Себергә ебәрәләр.
Яңғыҙы балалар менән тороп ҡалған Гөлбәзиғә ханым бирешкәндәрҙән түгел икән. Ауылдаштарҙан белешә торғас, кемдәр урлағанын асыҡлай – кулактар булып сыға. Тик ғәҙеллекте ҡайһылайтып юллайһың? Инде ире — төрмәлә. Гөлбәзиғә ханым ҡаушап ҡалмай: яулығына ике кило бойҙай һала ла ирен эҙләп сығып китә. Ә балаларын туғандарына ҡалдырып тора. Тәүҙә Өфөгә бара. Монасипты Иркутскиға ебәргәндәр, тип әйтәләр. Ҡатын күп уйлап тормай, Себергә сығып китә! Бер тин аҡсаһыҙ, етмәһә, русса йүнләп һөйләшә белмәй! Барыбер теге төрмәне таба, начальнигына инә. Үҙе менән алған бойҙайҙы өҫтәлгә һибә лә барыһын да илай-илай һөйләп бирә. Шунда уҡ ҡатын һөйләгән хәлде асыҡлау өсөн районға хоҡуҡ һаҡсыларын ебәрәләр. Һөҙөмтәлә Монасипты төрмәнән сығаралар, ә уғрыларҙы ябып ҡуялар. Гөлбәзиғәнең был “сәйәхәте” дүрт айға һуҙыла! Себер һынлы Себергә барырға ҡыйыулыҡ тапҡан ҡатынды нисек көслө тип әйтмәйһең!
Харис Йосопов һуғыш осоронда аслыҡтан саҡ үлмәй ҡала. Атаһы менән ағаһы — яуҙа, ә әсәһе бөтөн ауырлыҡты үҙ иңендә күтәрә. Бер саҡ Гөлбәзиғә күрше ауылға таныштарына юллана. Сәбәбе ябай: берәй ризыҡ һорап килтерергә. Балалары бер аҙна ашамаған, аслыҡтан шешенеп бөткән.
“Беҙ Харрас ағайым менән өйҙә ятабыҙ, — тип яҙа Харис Монасип улы. — Көс юҡ, ҡыбырлап та булмай. Шешенгәнбеҙ. Үлер инек шунда”.
Бәхеттәренә, уның бер туған ағаһы Варис һуғыштан ҡайтып инә. Ҡымшанмай ятҡан ҡустыларын торғоҙорға маташа, ләкин улар хәлһеҙ. Тиҙ генә күршеләренән ризыҡ һорап тора ла, быларҙы ашатып, хәл керетә. Әгәр шунда Варис һуғыштан ҡайтып инмәһә...
Данлыҡлы көрәшсе Харис Монасип улы тәүҙә артислыҡҡа уҡырға хыяллана. Ә ниңә булмаҫҡа ти, атаһына оҡшап бынамын тигән моңло тауышы бар. Кәүҙәһе лә арыҫландай. Шул ниәт менән Өфөгә уҡырға килә. Барлыҡ имтихандарҙы тапшырып, Өфө театр училищеһына инә. Тик ауылдан килгән малайҙың ҡалалағы тормошо бигүк шәптән булмай. Тәүҙә үк документын урлайҙар, ятаҡтан урын бирелмәй, стипендия ла түләмәйҙәр. Йәшәргә мөйөшө булмағанлыҡтан, Харис бер өйҙөң сарҙағында йоҡлап йөрөргә мәжбүр була. Шулай декабргә тиклем “Карлсон” кеүек көн күрә. Тик һыуыҡтар етеү менән унда йәшәү ҙә ҡатмарлаша, өшөтә бит! Ахырҙа, училищела уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була. Башҡа сара ҡалмағас, туп-тура военкоматҡа юллана.
Харис Йосоповтың көрәш менән ныҡлап мауығыуы иһә әрмелә хеҙмәт иткәндә башлана. Егеттең билбирмәҫ икәнен белгәнгә күрә, уны часть исеменән төрлө ярыштарға йөрөтәләр. Бер саҡ Харис Йосопов командирын балаҫлы итә.
“Көндәрҙән бер көндө командир килде лә былай ти: “Бөгөн өлкә буйынса көрәш була. Әйҙә, шунда һине алып барам. Еңеүсегә балаҫ та әҙерләгәндәр. Еңһәң, миңә шул балаҫты бирерһең. Ә һиңә — ике көн ял”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша батыр. Ул осорҙа әйбергә ҡытлыҡ булған бит инде.
Харис көрәш майҙанына бара. Ҡараһа, уртала һимеҙ ир ултыра икән. Ҡаҙаҡ кешеһе. Көрәш башланыуын иғлан итәләр, тик берәү ҙә был бәһлеүән менән алышырға ҡыймай. Судья кешеләрҙе ҡат-ҡат саҡырып ҡарай. Ләм-мим. Ахырҙа, ҡаҙаҡты еңеүсе тип билдәләргә йыйыналар. Шул саҡ майҙанда Харис пәйҙә була. Сос егет күп уйлап тормай, үҙенән дә ауырыраҡ көрәшсене “һә” тигәнсә арҡаһына һала. Халыҡ геү итеп ҡала! Шулай итеп, башҡорт егете бүләк балаҫты командирының машина­һына һала ла ғорур рәүештә ҡайтып китә.
Тәбиғәттән кешегә көс бирелһә-бирелә икән. Харистың бәһлеүәнлеге хаҡында әле булһа ауылдаштары һоҡланып телгә ала. Егет мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ҡолондо күтәргән. Тәнәфестә тышҡа сығып, шулай итеп күнекмә яһар булған.
Харис Йосопов әрменән һуң Силәбеләге институтҡа уҡырға инә. Бында ла шул кәүҙәһе арҡаһында бихисап ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарый. Физкультура дәресендә турникта күтәрелһә, турнигы емерелә, бурсаларға тотонһа, улары һына. Шуға ла Харисҡа спорт еңел бирелә. Зачетта турникка тотонайым тиһә, уҡытыусы шунда уҡ туҡтата: “Йосопов, мин һиңә зачетты былай ҙа ҡуйҙым. Тик турникка тейә генә күрмә”.
Студент сағында уҡ Харис Монасип улының даны тирә-яҡҡа тарала. Шундай шәп көрәшсене күптәр үҙенә эләктерергә тырыша. Бер тапҡыр уны Өфөгә лә саҡыртып алалар: чемпионатта Башҡортостан исеменән сығыш яһарға. Батырға тейешле хөрмәт тә күрһәтелә. Өлкә комитетының хәстәрлеге менән Харис өсөн “Ан-2” самолетын Силәбегә ебәрәләр. Бер үҙең өсөн “кукурузник” осорһондар әле!
Силәбелә институтты тамамлағас, Харис Йосопов тыуған яғына эшкә ҡайта. Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Тик фатирһыҙлыҡ ҡына бәкәленә һуға. Кеше бүлмәһендә көн итеү ялҡыта уны. Шунан Харис студент йылдарын хәтерләткән Силәбегә сығып китә.
Бында ул тормош юлдашы Фәрзәнә Шәйхислам ҡыҙын осрата. Матур ғаилә ҡора. “Динамо” клубында тренер булып эш башлай.
Харис Монасип улы бихисап бәйгеләрҙә еңеү яулай. Ә шулай ҙа уның иң ҙур ҡаҙанышы – Көньяҡ Уралда дзю­до мәктәбен булдырыуы. Оҙайлы йылдар тренер вазифаһын башҡарып, ул бихисап спортсыны, шул иҫәптән Олимпия уйындары еңеүсеһен, ике донъя һәм 14 Европа чемпионын, 250 спорт мастерын тәрбиәләй. Өлкә етәкселеге лә уның тырыш хеҙмәтен лайыҡлы баһалай. Харис Йосопов бик һирәктәр генә рәтендә Силәбенең почетлы гражданы тип таныла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арҙаҡлы замандашыбыҙ 80 йә­шенә саҡ ҡына етмәй, фани донъянан китеп барҙы. Ә шулай ҙа уның исеме телдән төшмәй. Силәбе ҡалаһын­дағы урам, хатта мәсет уның исемен йөрөтә. Йәшәгән йортонда иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған. Харис Йосопов иҫтәлегенә көрәш буйынса бәйгеләр Силәбе өлкәһендә лә, Башҡортостанда ла уҙғарыла.
Әлбиттә, был йәһәттән уның улдары Морис менән Марсель байтаҡ эш башҡара. Морис атаһының юлын дауам итә. Бөгөн ул – билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй Федерацияһы президенты. Ә Марсель Харис улы, Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, милли көрәште пропагандалауҙа, ярыштар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Салауат Юлаев һәм Почет ордендары кавалеры Харис Йосопов ауылына ҡайтҡанда ошондай һорауҙы уға йыш бирер булғандар:
— Харис ағай, һеҙ — беҙҙең кеүек үк ауылдан сыҡҡан малай. Ә шундай ҙур ҡаҙаныштар яулағанһығыҙ. Быға нисек өлгәштегеҙ? Әллә бөтә нәмә осраҡлы килеп сыҡтымы?
– Юҡ, – тип яуаплаған батыр. – Осраҡлылыҡтар тормошта күп булмай. Барыһы ла үҙеңдән тора. Ауыр­лыҡ­тарҙан ҡурҡмағыҙ! Үҙегеҙгә ышанығыҙ! Әгәр ҡара ты­рыш­һың, ныҡышмал икәнһең, Олимп тауына юл яра­саҡһың. Был спортта ғына түгел, башҡа өлкәлә лә шулай.
Ысынлап та, Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән Харис Монасип улының тормошо – үҙе бер мәктәп! Әйткәндәй, Салауат Юлаев та йәмле Йүрүҙән буйында тыуған! Ә ин­де Харис Йосопов – беҙҙең заманда милли баты­ры­быҙҙың юлын дауам иткән шәхес. Халҡыбыҙҙың данын арттырған шундай ул-ҡыҙҙар киләсәктә лә күберәк булһын ине.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.

Читайте нас: