Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
10 Декабрь 2020, 01:00

Бәхил бул, Әбйәлилдең уңған ҡыҙы!

Абруйлы ижади коллективтың артисы булараҡ, Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә сығыш яһай.

Әбйәлилдең уңған ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Шакирйән ҡыҙы Хәсәнова оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды. Мәрйәм Хәсәнова 1954 йылда Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Салауат музыка училищеһында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Артабанғы тормошон республикабыҙ сәнғәтенә арнай. Ул 1982-2015 йылдарҙа (хаҡлы ялға сыҡҡансы) Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы артисы хеҙмәтен үтәй. Абруйлы ижади коллективтың артисы булараҡ, Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә сығыш яһай. Йәш быуында юғары сәнғәт әҫәрҙәренә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенә байтаҡ эштәр башҡарҙы. Башҡортостан мәҙәниәтенә тос өлөш индергән шәхесте иртәгә, йәғни 10 декабрҙә, Өфөнөң Көнъяҡ зыяратында (Дан аллеяһында) 12.00 сәғәттә ерләйәсәктәр. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы, Өфөләге "Әбйәлил" яҡташтар ойошмаһы Мәрйәм Хәсәнованың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: