Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
11 Декабрь 2020, 23:40

Күптән түгел генә улы үлгәйне...

Ул 300-ҙән ашыу театр, концерт тамашалары, юбилей программалары, байрам саралары, хөкүмәт концерттары, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә уҙғарылған фестивалдәрҙең сценарий авторы һәм режиссеры

Өс ай элек кенә 50 йәшендә Сибай башҡорт драма театры актеры Марс Итбаев коронавирустан вафат булғайны. Бөгөн уның атаһы, Башҡорт филармонияһы һәм телевидениеһы ветераны Салауат Итбаев арабыҙҙан китте.
18 июлдә ул үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.

Салауат Итбаев — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, танылған режиссер, сценарист, һөйләү жанры артисы.

БАССР-ҙың Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған. 1973 йылда — Өфө сәнғәт институтын (Ғабдулла Ғиләжев курсы), 1992 йылда Мәскәүҙә Эстрада тамашалары режиссерҙарының квалификацияһын күтәреү институты ҡарамағындағы Юғары режиссерҙар оҫтаханаһын тамамлаған.

1973 йылдан — ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайының эшсе-йәштәр театры етәксеһе, 1977-1992 йылдарҙа – эстрада артисы, конферансье, 1999 йылда – Башҡорт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе, 1992-1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры.

300-ҙән ашыу театр, концерт тамашалары, юбилей программалары, байрам саралары, хөкүмәт концерттары, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә уҙғарылған фестивалдәрҙең сценарий авторы һәм режиссеры. Заһир Исмәғилев, Назар Нәжми тураһында видеофильмдар, «Шәжәрә» тарихи телеочерктар циклы, «Ултырайыҡ әле бөгөн кис» телешоуы һәм башҡаларҙың режиссеры.

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Читайте нас: