Өмөтбаевтар ул саҡта Чимкенттан ун биш саҡрым алыҫтағы Тогус станцияһында йәшәй. Улын шунда алып бара ла, ике аҙнаға вахтаға китә. Шулай икешәр аҙна алыҫ сүллектә нефть сығаралар. Йәш инженер эштең гелән уртаһында була. Самолет менән ҡом далалары киңлектәренә оса. Һуңынан ғаилә тағы ла алыҫҡараҡҡа — Джамбул ҡалаһынан 200 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Уч Арал тигән ергә китә. Унда бар уңайлыҡтары булған фатир бирәләр, Вил Айса улын экспедицияның баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр.
Эй, тормош, ни генә яҙмай йәш ғаилә яҙмыш дәфтәренә. Донъя төрлө хәлдәрҙән, хатта парадокстарҙан тора. Ул заманда әйбергә ҡытлыҡ була торғайны. Был бигерәк тә СССР-ҙың үҙәге һаналған, ун биш союздаш республиканы берләштергән Рәсәй Федерацияһында ныҡ сағылды. Мәскәү менән ул саҡтағы Ленинград ҡына Рәсәй түгел бит әле, төбәктәре менән ил ныҡлы. Ана шул төбәктәрҙә бигерәк тә әйбер, аҙыҡ дефициты һиҙелде. Ул заман кешеләре (заман, уйлаһаң, уйылып китерлек — беҙҙең осорҙа йәшәүселәр ике системала — социализм + коммунизм өлөшө менән ҡырағай капитализм, дөрөҫөрәге, ҡырағай баҙар шарттарын кисерҙе) иҫләй: туй, ҙурыраҡ мәжлес үткәрер өсөн хатта самолет менән Мәскәүгә аҙыҡ-түлек, колбаса-маҙарға барғандар. Ана шул осорҙа беҙҙең урманлы яҡта бензин бысҡыһы (“Дружба”, “Урал”) юҡ ине, ә ҡомло Ҡаҙағстанда тулып ятты. Мотоцикл, машина менән дә шул уҡ хәл булды. Хәтеремдә, машинаны сиратҡа яҙылып, ауылдарҙа тик колхоз аша ғына алырға мөмкин ине — ике-өс йыл көтөргә, тәртипле булырға, эштән ҡалмаҫҡа тейешһең. “Урал” һымаҡ коляскалы мотоцикл менән дә шул уҡ хәл булды. Һүҙ ситкәрәк китте буғай, ыңғайына ҡайтайыҡ.
Өмөтбаевтарға атаһының бер туған ҡустыһы Рамаҙан ағай, ҡатыны Ғәфиә апай ике ҡыҙы менән ҡунаҡҡа килеп төшә. Һүҙҙән һүҙ китеп, мотоциклға барып төртөлә. Баҡһаң, Рамаҙан ағай һиртмәле мотоцикл таба алмай икән — Башҡортостанда юҡ. Һәр хәлдә, алырлыҡ түгел. Китә былар ҡышлаҡтар буйлап.
— Беренсе ауылда юҡ ине. Икенсе ауылға инһәк, ҙур булмаған магазин бар. Магазин алдында вертикаль рәүештә рам-йәшник эсендә “люлька” тора. Һатыусынан һорайым: “Әллә мотоцикл бармы?” — тим. Бар, ти. “Һатыламы?” “Аҡсағыҙ булһа, пажалыста”. Шунда мотоциклды алып, Джамбулға алып барып, “упаковать” итеп, Магнитогорскиға ебәрҙек...
Ул саҡта Вил Өмөтбаев ошо мотоцикл артынан үҙҙәре лә Башҡортостанға ҡайтып китерен белмәй әле. Ҡайтҡас, һөйләшкән арала был турала Рамаҙан ағаһы әйтә. Былай ҙа тыуған яҡтарға тартып торған йәш күңелгә күп кәрәкме ни, тәүәккәлләй йәш атай — эштән китергә ғариза яҙа. Етмәһә, Наиләгә лә уҡырға кәрәк. Күптән медицина хеҙмәткәре, табип булырға хыяллана. Мөхәббәтен осратҡас, Ленинградтағы юғары уҡыу йортона ла китмәй. Хәҙер нәҡ уҡырға ваҡыт. Шулай итеп, булған, йыйнаған әйберҙәрен алып, юлға сығалар. Әлбиттә, Вилде тиҙ генә ебәрмәйҙәр: йәш белгес, фәлән-төгән... Өмөтбаев һүҙендә ныҡ тора: ғаилә хәлдәре, ҡайтырға кәрәк!
Тәүҙә Әбйәлил районының Хәлил ауылында эшләгән Рамаҙан ағайҙарға килеп төшәләр. Бер аҙ торғас, Өфөгә юлланалар — эш, фатир эҙләргә кәрәк. Эш тигәндән, ул саҡта уныһы тиҙ хәл ителә: Вил үҙенең һөнәре буйынса ғилми институтта, ә Наилә республика клиник дауаханаһына урынлаша. Фатирҙы ғына ике-өс көн эҙләйҙәр. Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тиҙәр бит. Шуның һымаҡ, Өфө ситендә ғүмер иткән Шамов фамилиялы урыҫ ҡарты таҡтанан яһалған төкәтмәлә йәшәргә рөхсәт итә. Күпмелер унда тороп, ян-яғына ҡаранғас, проспектта фатир табалар. Ләкин оҙаҡ йәшәй алмайҙар — хужабикә тормошҡа сығып, йәшәргә тағы торлаҡ эҙләргә ҡуша.
— Эҙләп-эҙләп, саҡ таптыҡ. Яр буйында, “Архиерейка” тип аталған ерҙә бер өй. Уның нигеҙе икегә бүленгән, өй емерек. Мейес менән яғыла. Шунда дүрт йыл йәшәнек, — тип хәтер төйөнөн сисә Вил ағай.
Үҙҙәре генә түгел, Мәғариф министрлығына эшкә һеңлекәше Лена килә, әсәләрен эргәләренә алалар — күмәкләп ошо өйҙә йәшәй башлайҙар. Нигеҙе ярылған булһа ла, ғаиләнеке ныҡлы була. Уны тағы ла нығытып, 69-сы йылда Марат улдары тыуа. Әле сабыйҙары донъяға килгәнсе үк Наилә фатир мәсьәләһе буйынса йөрөй башлай. Ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Голованов фамилиялы кеше була. Уның кабинеты ишеген ҡатын аҙна һайын аса. Аптырағас, теге: “Өмөтбаева, һеҙ минең кабинетта бала табырға йыйынаһығыҙмы?!” — ти. Шулай итеп, Машина эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайы аръяғынан фатир бирәләр. Алыҫ булһа ла үҙ мөйөшөң, үҙ өйөң. Етмәһә, ғүмерҙә күрмәгәнсә — ике бүлмәле. Эшкә йөрөргә йыраҡлығы, ул саҡта транспорт яғынан тора-бара тығынлыҡ үҙенекен итә. Шул саҡта Вил Айса улы тәүге тапҡыр туған тейешле ағаһына – “Аҡ йорт”та эшләгән Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевҡа бара. Ул: “Ҡабаланма, бәлки, был яҡтан яйы сығыр”, — ти. Аҙна ла үтмәй, Вилде саҡыра. Шулай итеп, уға яҡыныраҡ ерҙән, “хрущевка” тип аталған йорттан фатир асҡысы бирәләр. Был хәл 69-сы йылдың ноябрендә була. Ул ваҡытта Наиләнең бала табыу йортонда бәпесен донъяға килтергән генә сағы. Шулай итеп, йәш ғаилә тағы бер малайлы ла, фатирлы ла була. Ир иһә икенсе улын өр-яңы өс бүлмәле фатирға алып ҡайта.
— Такси ялланым инде. Таксист: “Малаймы, ҡыҙмы?” — тип һорай. Малай, тим. “Улай булғас, биш һум. Ҡыҙ булһа, өс һум”, — тип көлә. Шулай итеп, “Новостройка”ға алып ҡайтып, шунда егерме өс йыл йәшәнек, — тип хәтерләй Вил ағай ул саҡтарҙы.
Вил ағай өсөн дә, Наилә апай өсөн дә, иң мөһиме, ғаилә. Юҡҡа ғына халыҡ “Ғаиләм — ҡәлғәм” тимәгән бит. Ысын мәғәнәһендә ҡәлғә була ғаиләһе Вил Айса улы өсөн: ҡатыны өлтөрәп тора, әсәһе иҫән-һау, ике улы үҫеп килә. Алжирға киткән саҡта өлкән улдары туғыҙынсы класта уҡый, ул өләсәһе менән ҡала. Бәләкәсе үҙҙәре менән китә. 80-се йылда Вадимға институтҡа инергә кәрәк була, шуға Наилә Марат менән кире ҡайта. Ә Вил Айса улы килешеү буйынса ҡаралған ваҡытҡа алыҫ сит илдә ҡала. Хатта ошо айырылып тороу ҙа ғаиләнең ныҡлығын һыуытмай, киреһенсә, ир менән ҡатынды бер-береһенә эҫендерә, һағындырта.
Аллаға шөкөр, тип әйтәйек, өлкән улдары нефть институтының тау-нефть факультетына уҡырға инеп китә. Алдан сабып булһа ла шуны бәйән итәйек, ул газ йүнәлеше буйынса уҡып бөтөп, Ырымбурға эшкә китә. Өс йыл тәжрибә туплағас, Өфөгә — “Башнефть”кә ҡайта. Хәҙер 1988 йылдан алып ошонда эшләй. Марат иһә ата-әсәһе ҡырында булып, 8-се класты тамамлағас, профессиональ белем ала — эшсе һөнәрен һайлай.
Вадим 4-се курста уҡыған сағында уҡ Юлиә исемле ҡыҙға өйләнә. Өмөтбаевтарҙың ҡоҙалары ла нефтсе. Тимәк, нефтселәр династияһын дауам иттерәләр. Юлиәнең атаһы Риғат Минһаж улы Баттаров — иҡтисад фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәгендә директор вазифаһын үтәй, әсәһе Валентина Александровна ла “Башнефть”тә эшләй. Йәштәр 84-се йылда өйләнешеп, бер йылдан Динә исемле ҡыҙҙары тыуа. Бөгөн Вил ағайҙың ейәнсәре Динәнең үҙенең өс балаһы бар. Вил Айса улы, үҙе әйтмешләй, дүрт тапҡыр ҡарт олатай (прадед). Ошонан да, тамырыңдың тәрәнгә китеүен күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән кеше өсөн?!
Вадим — 2002 йылдан техник фәндәре кандидаты. Атаһына оҡшатып, эштән бушамағандарҙы, йәғни баштан-аяҡ эшкә сумғандарҙы руссалап “трудоголик” тиҙәр. Был һис насар түгел. Бигерәк тә ирҙәр өсөн. Күңел кәрәҙеңде эш менән тултыраһың, ваҡытыңды хеҙмәткә арнайһың икән, тимәк, ғаиләңдә лә тыныс, яҡшы тигән һүҙ бит ул. Шулай булғанда ғына күңел эшкә тартыла, уңыштарға өлгәшәһең. Вадим менән Юлиә ике ҡыҙ үҫтереп, ике ейәнсәр, ике ейәнгә олатай-өләсәй. Балалары һәр береһе үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Өлкән ҡыҙы Динә — табип. Бәләкәй ҡыҙы Лия нефть институтының геология факультетын тамамлай. Вил ағай – башлаған династияны дауам итеүсе. Динәнең тормош иптәше Виктор тәүҙә медицина институтын, һуңынан нефть институтын тамамлаған. Лияның һөйгәне Максим нефть институтының иҡтисад факультетында уҡый.
— Балаларым, туғандарым иҫән-һау, шуныһы мөһим, — ти Вил ағай. — Бөтәһе лә иғтибарлы, килеп торалар, хәлде беләләр. Олоғая бара, хәтирәләр менән йәшәйһең дә балалар шатлығына ҡыуанаһың инде...
Вил ағай һүҙен әйтеп тә бөттө, ихлас көлөп алды. Ғүмерендә шатлығын да, ҡайғыһын да аҙ күрмәгән ул. Зарланып, аһ-зарын ил-күскә сәсеп йәшәй торған кеше түгел. Ундайҙар тураһында, күҙ йәше аша ла көлә белә, тиҙәр. Вил ағай йәшәү мәғәнәһен ғаиләһендә, туғандарына ярҙам итеүҙә күрә. Һәр ваҡыт яңы көнгә яңы өмөттәр менән баға...
Күҙ алдынан
ғүмер миҙгелдәре үтә
Тормош юлдарын саҡрымлаған һайын әҙәм балаһы артына баға: дөрөҫ йәшәгәнме, берәйһен рәнйетмәгәнме, һөйгәнеңә йәш саҡта бәхеттәр юрап, күктәге йондоҙҙарҙы сүпләп бирерҙәй саҡтарыңда вәғәҙә иткәндәрҙең барыһына ла өлгәшә алғанмы, ныҡлы таяныс булғанмы? Һәр кемдең шатландырған да, үкендергән дә саҡтары барҙыр. Шунһыҙ тормоштоң асылы ла, мәғәнәһе лә юғала. Әгәр юлыңда ҡара һыҙаттар осрамаһа, аҡтың ҡәҙерен белмәҫ ине кеше. Төндөң ҡәҙере көндөҙ, көндөҙҙөкө төндә беленә бит. Әлеге һыҙаттар аҡ булһа ла, ҡара булһа ла, оло юлда улар һөйгәнең менән бергә үтелгән. Ә бына яңғыҙың ҡалғас, ай-һай, ауыр...
Бындай ваҡыттарҙа Вил Айса улы ҡулына ҡәләм ала ла аҡ ҡағыҙға күңелен бушата:
“Ваҡыт бик тиҙ үтә, уны туҡтатып булмай. Йәш саҡта ғына кешегә ваҡыт бер урында торған кеүек, сөнки маҡсаттар, хыялдар алға әйҙәй. Беҙ ҙә тормош иптәшем Наилә менән шулай йәшәнек: ваҡытты тиҙләтергә тырышып, бала булыуын көтөп, фатир тураһында хыялландыҡ, белемде арттырырға тырыштыҡ һәм тормош баҫҡыстарынан йәһәтерәк үрмәләргә ашҡындыҡ. Олатай, өләсәй, ҡарт олатай, ҡарт өләсәй булып киттек. Тормоштоң, майланған тәгәрмәс кеүек, үтә лә шәп әйләнә башлауын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Наиләнең етмеш йәшлек юбилей тантанаһын, алтын туйыбыҙҙы үткәреп, хәҙер инде ял итергә лә ваҡыт, тип йөрөгән көндәрҙең береһендә уның йөрәге туҡтаны... Бала саҡтан күп ауырлыҡтарҙы кисергән, ғүмер юлдарының һикәлтәле үрҙәренән артыла-артыла арыған йөрәге биреште. Был ҡара көндәрҙән һуң ярайһы ваҡыт үтте. Минең йөрәк ҡайғыға нисектер түҙә әле, хәләл ефетемдең хәстәрлеге һөҙөмтәһелер инде. Шулай ҙа бер уй тынғы бирмәй. Элек-электән ир заты иртәрәк донъя ҡуйған. Тормош күҙлегенән сығып уйлаһаң, был ғәҙелдер ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең.
Ваҡыт үтеү менән ҡайғының ҡая таштары шымара төшә, кеше ысынбарлыҡ менән килешергә мәжбүр була, тәҡдиргә күнә, тиҙәр. Ләкин бының менән һис килешә алмайым. Киреһенсә, көндәр үтеү менән үкенеү, күңелһеҙлек тойғоһо көсәйә бара, йыш ҡына күҙ йәштәре маҙаһыҙлай. Хәтер-хәтирәләр аяҡтан йығылмаҫҡа ярҙам итә. Илле йыл бергә кисергән ғүмер миҙгелдәре күҙ алдынан үтә, ҡанатланып матур йәшәгән көндәр, йылдар, томанды ярып сыҡҡан ҡояш нурҙары кеүек, күңелде йылыта. Һаман да бергә икәнбеҙ, таяныр йөрәктәребеҙ айырылмаған һымаҡ. Наилә рухынан көс алабыҙ. Атҡарған эшебеҙҙе, ҡылған ҡылығыбыҙҙы уның күҙлегенән баһаларға тырышабыҙ, яҡшыһына ҡыуаныр тип өмөт итәбеҙ, оҡшамағаны өсөн ғәфү итеүен һорайбыҙ.
Бер-береңә бирелгәнлек, йөрәк яҡынлығы, бер бөтөндөң ике яртыһы булыу беҙҙең өлөшкә төшкән көмөштөр. Икебеҙ ҙә һуғыш балалары. Шуның өсөн дә беҙ тормошто сағыштыра, аҡты ҡаранан айыра белдек, ил мәнфәғәтенән сығып эш иттек. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Наилә лә, мин дә, заманалар үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, совет кешеһе булып ҡалдыҡ, илебеҙҙе яраттыҡ һәм уға тоғро хеҙмәт иттек. Беҙҙең атайҙар Ватан өсөн ҡан ҡойҙо. Береһе һуғыш яланында уның азатлығы хаҡына башын һалды. Наилә бер ваҡытта ла илебеҙ тарихын кәмһеткән, уға хыянат иткән әҙәмдәрҙе яратманы.
Ул ғүмер буйы таянысыбыҙ, яҡлаусыбыҙ, ярҙамсыбыҙ, ышаныслы тылыбыҙ, яҡты йәшәү усағы булды...”
Тағы ниҙәр яҙырға? Йөрәк ярһыуын ҡайһылай баҫырға? Һорауҙарына яуап эҙләп, Өмөтбаев тағы хәтер йомғағын тағатты: “Илебеҙҙе яраттыҡ һәм уға тоғро хеҙмәт иттек...”
Ҡайҙа ғына булмаһындар, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, Өмөтбаевтар ошо тоғролоҡ тигән бөйөк төшөнсәгә тап төшөрмәй эшләй, хеҙмәт итә. Юҡ, былар ҡағыҙ өсөн яҙылған яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел — уларҙың тормош мәғәнәһе, асылы ошо. Ғөмүмән, илгә бирелгәнлек, һалдаттарса тоғролоҡ һуғыш заманы, унан һуң тыуған балалар өсөн изге ғәмәл. Улар шулай булырға тейеш тип йәшәргә күнеккән. Оло йәштәге кешеләрҙән: “Йәшлегегеҙгә ҡайта алһағыҙ, нисегерәк йәшәр инегеҙ?” — тип һорағаным бар. “Ғүмер юлы нисек үтелгән, шулай уҡ”, — ти күбеһе. Иң мөһиме — ниндәй заманда ла һөйгәнең менән йәнәшә, иңгә-иң терәп ғүмер кисереү.
Яҙмыш ҡайҙа ғына һынамаған Өмөтбаевтарҙы. Ҡаҙағстан, Алжир...
— Яҙмыш һеҙҙе сит илдәргә лә ташлаған. Тәжрибә, ғилем туплау йәһәтенән тормошоғоҙҙа ул ниндәйерәк урынды биләй? — тип һораным Вил ағайҙан бер рәсми интервьюла.
— 1979 йыл ине. Ул саҡта министрлыҡтан “разнарядка” килә торғайны: фәлән-фәлән белгес кәрәк тип. Китеү теләгең булһа ла, өлкә комитетына тиклем тикшерәләр. Алжирҙа нефть сығарыу мәсьәләләре буйынса өс йыл ярым эшләнек. Әйтергә кәрәк, анһат булманы. Бөтөн документтар француз телендә. Дәүләт теле — алжир теле менән француздыҡы. Өйрәнер өсөн айырым түңәрәккә йөрөнөк, ете-һигеҙ отчет яҙып яҡланым. Аҙ-маҙ һупаларға өйрәндем. Кинйә улыбыҙ Марат ун йәшлек ине. Ул алжир балалары менән бергә аралашып, шунда уҡ французсаны үҙләштереп алды, тел белер өсөн кеше менән гелән ҡатнашып йәшәү кәрәк бит. Беҙ торған урын Урта диңгеҙ ярында булды. Балалар көнө буйы шунда һыу инә, уйнай...
Ситтә булһаҡ та, тыуған ер тойғоһонан айырылманыҡ – “Совет Башҡортостаны” гәзитен, “Ағиҙел” журналын илселек аша алдырҙыҡ.
— Ул заманда Африка илдәрен иң артта ҡалған тип иҫәпләп өйрәнгәнбеҙ. Йәшәү рәүештәре, эш итеү алымдары ҡайһылай ине?
— Алжирға китергә булғас, шундайыраҡ уй тыуҙы: колониаль ил, ауыр тормош, артта ҡалған... Барғас, аптыраным. Әлбиттә, байҙар менән ярлылар араһында айырма бик ҙур. Хәҙер беҙҙә лә байҙар коттедждар төҙөй, ул ваҡыт юҡ ине бит. Унда берәүҙәр бейек-бейек йортта торһа, ярлылар ағастан, фанерҙан эшләнгәндәрҙә йәшәй торғайны.
Ә икенсе яҡтан, нефть сығарыуға килгәндә, уларҙың технологияһы юғары булды, сөнки бөтөнөһө иҡтисади яҡтан алға киткән илдәрҙән килтерелгәйне. Шуға унда саҡта һәр белгестә “ошо технологияны үҙебеҙҙә файҙаланырға кәрәк” тигән уй булды...
Тағы бер нәмә: беҙ йәшәгән ер менән эш урыны араһы — 25 саҡрым. Төшкө ашҡа сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Ашханала ҡатын-ҡыҙ юҡ. Гел ирҙәр эшләй. Ашарға бик күп кеше килһә лә, артыҡ сират күрмәҫһең, сөнки биш-алты ерҙә касса тора. Тағы шуныһы: иң ҙур хужа ла беҙҙең менән бергә туҡлана. Йәнә беҙҙең өсөн яңылыҡ — Ураҙа ваҡыты. Ашарға, эсергә рөхсәт юҡ. Беҙ ҙә күрһәтмәй генә һыу эсергә, тамаҡ ялғарға тейеш. Бер шулай коридорҙағы һыу эсә торған автоматҡа стаканымды ҡуйыуым булды, теге остан: “Өмөтбаев, ни эшләйһең?” — тип өндәште хужа. Ер тишегенә кереп китерҙәй булдым оялыштан. Бына шундай тәрбиә. Ә йәштәр барыбер йәштәр булып ҡала. Алжирҙар төшкө аш ваҡытында ишек туҡылдата ла, инеп, бутерброд булһа, ҡабып сығып китә торғайны. Бәҙрәфтә бикләнеп тәмәке лә тартып алалар. Улар шундағы ҡалыпҡа һыйып бармай ине...
Шулай иҫтә ҡалған өҙөк-өҙөк булып Алжир ере. Һөйгәнең менән үткән ғүмерҙең бер миҙгеле. Э-эх!..
Иҫтәлектәр, юҡһыныу, һағыныу. Һәр кемгә хас күренеш һымаҡ. Ләкин һөйгәнең менән ярты быуат йәшәп, унан айырылыу, һуңынан да тоғролоҡто һаҡлап ҡалыу, ай-һай, күптәргә бирелмәй. Вил ағай һарыға һабышып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Башкөллө эшкә, ижадҡа сума. Бына әле лә һөйгәне тураһында уйҙарын ҡағыҙға төшөрҙө, Наилә апайҙың һүҙҙәре менән иҫтәлектәренең сираттағы битен япты:
“Халыҡта шундай әйтем бар: ваҡыт үткән һайын ҡайғылар яйлап уңала бара һәм ысынбарлыҡ менән килешәһең, яҙмышыңа буйһонаһың. Беҙҙең ғаиләлә, киреһенсә, мин — һөйгәнемде, балалар — әсәһен, ейәнсәрҙәр — өләсәһен, бүлә-бүләсәрҙәр ҡартәсәһен юҡһына. Иҫтәлектәремде Наиләнең һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡаларға яҡтылыҡ өләшеү өсөн үҙем янам, тиҙәр, ләкин мин ундайҙарҙың янмайынса, башҡаларға оҙон-оҙаҡ юл яҡтыртыуын теләр инем...”