Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
14 Ғинуар 2021, 21:20

"Беҙ ысынлап та урман башҡорттары!"

Ырыу шәжәрәһен дауам итеүсе Ғәли Соҡорой беҙгә бик ҙур мираҫ ҡалдырған.

Ошо көндәрҙә Тәтешле районында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Табын башҡорттарынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү байрамында Республика хөкүмәте вәкилдәре, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар, Кейековтар нәҫеленең вариҫтары ҡатнашты.Үрге Тәтешле ауылындағы яңы урамдарҙың береһенә Ғәли Соҡорой исеме бирелде. Ошо уҡ урамда башҡорт мәғрифәтсеһенә таҡтаташ урынлаштырылды.
Төбәктә Соҡоройҙың вариҫтары йәшәй. Шуларҙың береһе - Линур Ғаянов. Был хаҡта ул "Бәйләнештә" селтәрендә: "Электән мин үҙемде Ғәли Сокоройҙың тоҡомо икәнемде белһәм дә, үҙемдең тамырҙарым, халҡымдың үткәне менән ҡыҙыҡһынмай инем, - тип яҙа. - Әммә күренекле ғалимдарҙың фекерен белгәс, мин аңланым - ырыуыбыҙҙың тарихы бик бай һәм мин уның шәжәрәһен дауам итергә тейеш. Беҙ ысынлап та урман башҡорттары! Беҙҙә бик тырыш, эшсән халыҡ. Ырыу шәжәрәһен дауам итеүсе Ғәли Соҡорой беҙгә бик ҙур мираҫ ҡалдырған. Көслө һәм күп тармаҡлы нәҫелебеҙгә тоғро булып ҡалайыҡ".
Читайте нас: