Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
28 Ғинуар 2021, 01:45

Ҡурайсының бәхет юлы

Бер ҡышҡы көндә әсәйемдең бер туған ағаһы – олатайым менән утынға китеп барабыҙ. Трактор санаһында уның малайы ла ултыра. Һин дә мин һөйләшеп барғанда, олатайым улының арҡаһынан ҡағып: “Ми­нең улым инженер буласаҡ. Ә һин йөрөрһөң әле, ауыл көтөүен көтөп”, – тимәһенме.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡоловҡа бөгөн 65 йәш тулды. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында юбилей концерты үтте. Тантанала мәшһүр ҡурайсыға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Азат Айытҡоловты күркәм юбилейы, оло наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Эй, ҡурайым, илаһи моң булып,
Урап сыҡ һин донъя ғәләмдәрен.
Еткер, әйҙә, бөтә кешелеккә
Башҡортомдоң дуҫлыҡ сәләмдәрен.


Эйе, Башҡортостан еренән һут, күктәрҙән нур алып, яҙғы, йәйге наҙлы елдәрҙә тирбәлеп үҫкән үләндең, музыка ҡоралы булараҡ, даны бөтә донъяға таралды. Сөнки күңелдәрендә ер-ил ғәмен, халҡыбыҙҙың тарихи үткәндәренең рухи көсөн, ғорурлығын, азатлыҡҡа ынтылыу хис-кисерештәрен, ҡайғы-һағыштарын, хеҙмәт, батырлыҡ сәме менән һуғарылған бөгөнгө көнкүрешен, киләсәккә булған өмөт-ышаныстарын ошо ябай, ләкин тылсымлы ҡурай моңдары аша еткереү маһирлығына эйә ҡурайсы ир-уҙамандарыбыҙ булды һәм, Аллаға шөкөр, әле лә бар улар.
Исемдәре башҡорт сәнғәтенең алтын фондына инеп ҡалған Буранбай, Ғәбит, Ишмөхәмәт сәсәндәр, Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәтулла Ушанов, Ғата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Ишмулла Дилмө­хәмәтов, Абдулла Хәлфетдиновтарҙың данлы юлын дауам иттереүселәр башҡорт ҡурайының илаһи моңон, ил, донъя сәхнә­ләрендә яңғыратҡан күренекле заман­даштарыбыҙҙан Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев, Рәмил Ғәйзуллин, Риф Ғәбитов, Ишморат Илбәков, Юлай Ғәйнетдинов, Ришат Рәхимовтың исемдәре хәҙерге башҡорт музыка сәнғәтендә йондоҙ булып балҡый. Уларҙың береһенә – халҡыбыҙҙың яратҡан, уның сәхнәләргә сығыуын көтөп алған мәшһүр ҡурайсыбыҙ Азат Миңлеғәли улы Айытҡоловҡа – ошо көндәрҙә 60 йәш тулды. Кемгә нисектер, миңә, уны бала сағынан күреп белгән кешегә, был ысынбарлыҡ сәйерерәк кеүек тә әле ул.
Өфөлә башҡорт мәктәп-интернатында бергә уҡып, ялдарҙа ҡустым менән тыуған ауылым Һарышҡа ҡайтҡылап йөрөгән ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, бәләкәйҙән етди холоҡло, 11-12 йәшлек теремек малай ҙа ошолай ил ағаһы йәшенә еткән икән дә. Ә инде уның бай ижадлы тормош юлына, бихисап изгелекле эштәренә байҡау яһаһаң, ышанмайынса ла сара юҡ.
Ниндәй серле һуҡмаҡтар алып килеп төшөрөп ебәргән һуң Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып, ата-әсәһе иҫән-һау килеш етемлек кисереп үҫергә мәжбүр булған малайҙы тап ул үтергә тейешле оло юлға – яҙмыш юлына?!
– Әсәйем менән атайым мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышып, икеһе лә яңы ғаилә ҡороп, ситтә көн күрҙе. Иҫ белгәнемдә өләсәй-олатай ғаиләһендә йәшәй инем. Өләсәйемде – “әсәй”, ә һирәк-мирәк кенә ҡайтҡылап йөрөгән әсәйемде “апай” тип үҫтем, – тип хәтерләй Азат ҡусты, үҙенең бала сағын иҫкә алғанда. – Өләсәйем Хөсниямал затлы нәҫелдән, заманына күрә уҡымышлы, әҙәпле, уңған ҡатын ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эштәренә башлап ул өйрәтте. Халыҡ мәҡәлдәрен һәм йырҙарын һәйбәт белә ине. Йәйҙәрен еләк-емешкә, тирә-яҡтағы тәбиғәтте күрһәтергә алып сыға торғайны. Ул миңә ошо төбәккә бәйле тарихи ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Йырлап та ебәрә. Ағастар шаулауы, ҡоштар һайрауы ла бергә ҡушылып, күңелемде тәрән кисерештәргә солғай.
Ир-аттарҙан олатайымдан башҡа бәләкәй сағымда ҡурсалап, үҙенсә тәрбиә биреп йөрөгән ағайым (әсәйемдең ҡустыһы) Риф Сәхиулла улы Айытҡоловҡа рәхмәтле­мен. Өләсәйемдең туғаны Бараков Сәғәҙәт олатайымдың да ҡунаҡтарҙа өҙҙөрөп ҡурай уйнауы хәтеремдә уйылып ҡалған.
Шул саҡта уҡ ҡурайсы булһаң ине тигән уй тыуҙы, тип әйтә алмайым. Әммә был илаһи моң мине яҡты, дәртле аһәң менән сорнап, ҡайҙалыр алыҫҡа, яҡтылыҡҡа саҡырған кеүек була ине.
Ул саҡта һәр ауылда бала-саға күп ине. Юлдыбайҙа тиҫтерҙәрем байтаҡ булды. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау, картуф, йәшел­сә баҡсаларын утау, утын ярып индереү, өй, ихата, аҙбар таҙартыу кеүек эштәр башҡарыу – бөтәбеҙ өсөн дә тәбиғи күренеш, әлбиттә. Уҡыуҙа ла һынатмайым. Тик мин, уларҙың күбеһенән айырмалы рәүештә, киләсәктә ата-әсә ҡурсалауына өмөт итә алмауымды бик яҡшы аңлай инем. Юҡҡа ғына, атайлы бала – арҡалы, тип әйтмәйҙәр бит. Етемлегемде иҫкә төшөрөп кәмһетеүселәр ҙә булғыланы. Былай ҙа китек сабый күңеле тел яраһын үтә лә ауыр кисереүсән бит ул.
Бер ҡышҡы көндә әсәйемдең бер туған ағаһы – олатайым менән утынға китеп барабыҙ. Трактор санаһында уның малайы ла ултыра. Һин дә мин һөйләшеп барғанда, олатайым улының арҡаһынан ҡағып: “Ми­нең улым инженер буласаҡ. Ә һин йөрөрһөң әле, ауыл көтөүен көтөп”, – тимәһенме.
“Уҡыясаҡмын, кеше буласаҡмын барыбер!” тигән сәмле уйҙан ярһып типте йө­рә­гем. Аҙаҡ рәхмәт әйттем әле был һабағы өсөн олатайыма. Билдәле ҡурайсы инем инде ул саҡта. Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы икәнлегемде лә, республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһап йөрөүемде лә гәзит-журналдарҙан уҡып белә ине ауылдаштарым.
Үҙ машинамда елдереп ҡайтып төштөм бер саҡ ауылға. Ул осорҙа машинаны һәр кем ала алмай ине әле. “Нәҫелебеҙгә дан килтерҙең, уңыштарың менән ҡотлайым, улым!” – ти олатайым, ҡул биреп күреш­кәндә. “Бөтәһе өсөн дә һиңә рәхмәтем ҙур, олатай, – тим, – хәтерләйһеңме теге ваҡыт ҡыш утынға барған саҡты?”
Олатайым ҡаушап киткәндәй булды: “Ғәфү ит инде, улым, ә бына минең малай өмөттө аҡлай алманы”, – ти күҙ йәшен һөртөп.
– Ә мин һиңә ысынлап рәхмәтлемен, олатай. Шул саҡтағы сәмләнеүем әле булһа мине артымдан этәреп, алға әйҙәгәндәй.
…Уҡып кеше булыуға өмөт рухи көс бирә хисле малайға. Ауылда уның кеүек атай-әсәйһеҙ үҫкән балалар ҙа байтаҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәрен Аҡъяр балалар йортона ебәрәләр. Көнләшеп тороп ҡала Азат. Унда барыр өсөн дә кемдер юлларға тейеш шул.
Әсәһенең ағаһы менән еңгәһенең үҙҙәренең балалары күп. Ата-әсәһенә кәрәкмәгән малай уларға ла ғәзиз түгел инде. Башланғыс мәктәпте тамамлап, 5-се класҡа күскәс, хәҙер инде ҡайҙа ла үҙен яҡларлыҡмын, аҡты ҡаранан айырыр­лыҡмын тип хис итә Азат. Тиҙерәк, тиҙерәк осоп китергә ине был оянан. Бейегерәк осҡан һайын офоҡтар киңәйәсәк, ҡанаттар нығынасаҡ бит.
Суворов училищеһына китермен тип тә хыял итә малай. Физик эш башҡарып, спорт менән шөғөлләнеп, өмөтөн тормошҡа ашырырға әҙерләнә.
Юлдыбай – ҙур ауыл, элек район үҙәге лә булған ул. Мәҙәниәт йорто ла бар. Кино көн дә, район үҙәгенән, хатта Өфөнөң үҙенән концерт ҡуйырға киләләр, Азат береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Улар малайҙы әкиәт донъяһына илтә. Тамашанан һуң да оҙаҡ ҡына сыңлап тора әле йыр-моң уның күңелендә.
Тирә-яҡта данлыҡлы ҡу­райсы Ишғәле олатаһы килге­ләп йө­рөй Азаттарға. Уның өҙҙөрөп уйнауын хайран ҡалып тың­лай малай. “Их, шулай итеп ҡурай уйнаһаң ине” – был уй буй етмәҫлек хыял ғына шул. Оҫта ҡурайсы баш­ҡарыуында шундай ила­һи көйҙәрҙе тыңлау ҙа оло бәхет әлегә. Аҙаҡ ҡына Азат Айытҡолов был ҡурайсының Ишмулла Дилмөхәмәтовтың атаһы икәнен белә.
Баланың ихлас өмөт­тәрен күктәр ҙә ишет­кәндер, бәлки. Яҙмы­шының тылсымлы ҡап­ҡалары көтмәгәндә асылып, уҡытыусы­ларының абруйы, ихлас тырышлығы ярҙамында, уға бөтә республикаға танылған данлыҡлы 1-се мәктәп-интернатҡа урынлашыу бәхете тейә.
1967/68 уҡыу йылы башланғас, имтихан да бирмәй генә инеп китә. “Уҡып кеше” булырға ашҡынып килгән малайға дәрестәргә белем алыуҙан тыш та рухи һәм физик яҡтан үҫешеү өсөн ишектәр шар асылып, ҡаршылап торған һымаҡ була.
Азат Айытҡолов ғүмеренең ошо мәлен бына нисек хәтерләй:
– Уҡыу йорто тәүге көндән үк бик оҡшаны. Яғымлы уҡытыусылар, тәрбиәселәр беҙҙең өсөн атай-әсәйҙе алмаштырҙы. Бер кем дә таңдан уятып, эшкә ҡыумай, бөтә нәмә уҡыу, белем алыу өсөн ныҡлы тәртипкә буйһондоролған. Һәр кемгә – тигеҙ ҡараш, тигеҙ хоҡуҡ һәм бурыстар. Кейемдәр шәп, ашау һәйбәт. Иң оҡшағаны: ниндәй генә түңәрәктәр юҡ икән бында?! Техникаға өйрәтә торғандары ла, спорт, сәнғәт йүнәлешлеләре лә етерлек. Ныҡлап милли көрәш спорты менән шөғөлләнә башланым. Ҡурай түңәрәге барлығын ишетеп ҡалып, унда ла яҙылдым. Етәксеһе Әҙһәм Динислам улы Исҡужин мөләйем дә, талапсан да, түңәрәкселәр менән бик тиҙ уртаҡ тел таба белә.
Тәүге көндә үк бер көйҙө өйрәнеп уйнай башланым. Уҡыусылар ғына түгел, Әҙһәм ағай ҙа ғәжәпләнде. Дәртләнеп икенсе көйгә лә тотонғайным, Әҙһәм ағай, улай ҡабаланма, ҡустым, быныһын һәйбәтерәк итеп өйрәнергә кәрәк әле башта, тип ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
Интернатта уҡығанда Әҙһәм ағай иң яҡын, иң ышаныслы кешемә әүерелде. Әле лә уның менән үткән һәр ижади сәғәт, һәр әңгәмә, фәһемле кәңәштәре хәтеремдә. Мине ул ҡурай уйнарға өйрәтеп кенә ҡалманы, профессиональ ҡурайсы булып китеүемдә лә роле ҙур булды.
Беҙҙең мәктәп-интернаттан бер нисә етем баланы Белорет балалар йортона ебәрергә булғандар. Араларында минең кандидатура ла бар икән. Уҡытыусылар йыйылышында Әҙһәм Динислам улы минең өсөн аяҡ терәп көрәшкән: “Ул оҫта ҡурайсы була торған бала, уны Өфөнән ебәрһәк, ҙур хата эшләйәсәкбеҙ бит”, – тип ҡурсалаған.
Мин был хәлде ишетеп, тағы ла нығыраҡ тырыштым: буш ваҡытымда ҡурай уйнауҙы камиллаштырҙым, башҡа фәндәрҙән дә һәйбәт өлгәшеү булды маҡсатым.
Республиканың юғары власть әһелдәре, В.И. Лениндың 100 йыллығына арналған тантанала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә 100 ҡурайсы ҡурай уйнарға тейеш, тигән ҡарар сығарған. Был тиклем кешене бөтә Башҡортостанда табып булмай ул осорҙа. Әҙһәм ағайҙың ҡурайсылар ансамбле иң көслө булыуын һәм тиҙ арала башҡа ҡурайсыларҙы ла өйрәтә алыу мөмкинлеген белеп, был эште атҡарып сығыу уға йөкмәтелгән. Ағайыбыҙ беҙгә хәлде аңлатҡас, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Беҙгә сәнғәт училищеһында уҡытып йөрөгән мәшһүр ҡурайсы, ҡурайға өйрәтеү дәреслектәренең авторы Ғата Сөләймәнов ағай ҙа ярҙам итте. Тиҙ арала 100 ҡурай ҙа яһап өлгөртөргә кәрәк ине. Педагог­тарыбыҙҙың күҙәтеүе һәм өйрәтеүе арҡаһында был эште лә атҡарып сыҡтыҡ. Фәһемле булды беҙҙең өсөн был сара: йөкмәтелгән бурыстарҙы ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырға, кәрәк саҡта тиҙ генә ойошоп, бар көс-дәртте туплай белергә өйрәтте ул.
Иҫтә ҡалған йәнә бер күренеш: милли кейемдәге 100 ҡурайсы Башҡортостандың иң ҙур сәхнәһендә илһамланып һәм ҙур ғорурлыҡ менән ҡурай уйнаны. Тамашасылар, күп милләтле республика халҡы вәкилдәре һоҡланып, гөрләтеп ҡул сапты. Был тантана телевидение аша ла күрһәтелгәс, уны күптәр ҡарай алды.
Ошо ваҡиғанан һуң, моғайын да, ҡурайҙа уйнарға теләүселәр һаны артҡандыр. Ә мин үҙемдең буласаҡ һөнәремде тапҡанымды аңланым. Мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов ағайҙың бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсина апай менән сит ил тамашасыларын хайран ҡалдырып, гастролдә сығыш яһап йөрөгән осор ине бит ул. Был да мине сәмләндереп, күңелемде дәртләндереп, юлдарымды яҡтыртып ебәргәндер. Бер ҡыҙыҡ хәлде хәтерләп әле лә көлөп ҡуям: 7-се класта уҡығандамы икән, Әҙһәм ағай бер мәл ҡурай кабинетына килеп инде. “Ниңә кәйефең юҡ?” – ти. Мин бер ҡатлы бала күңелем менән уйлағанымды әйтәм: “Ишмулла ағайҙар һымаҡ Франция сәхнә­ләрендә сығыш яһай алмаҫмын инде”, – тим. Әҙһәм ағай кисерештәремде яҡшы аңлап, ышаныслы һәм етди итеп: “Һин, ҡустым, Францияға ғына түгел, Америка Ҡушма Штаттарына ла барып етерһең, профессор ҙа буласаҡһың әле!” – тине. Үҙем дә аптырайым Әҙһәм ағайҙың әйткән һүҙҙәре раҫҡа сыға ла ҡуя ул.
…Эйе, ғүмере буйы остазының күңел йылыһын тойоп, уның алдан күрә белеү­сәнлегенә ғәжәпләнеп, оло хөрмәт тойғо­лары менән иҫкә алып йәшәй бөгөн үҙе лә данлыҡлы ҡурайсы-башҡарыусы, Әҙһәм ағаһы һымаҡ остаз-ҡурайсы Азат Миңлеғәли улы Айытҡолов.
Тик ул көндәргә тиклем күпме кәртәләр үтәһе, тырышлыҡтар һалаһы, ҡатмарлы тормош баҫҡыстарынан буйлап үрләйһе лә үрләйһе бар әле. 8-сене бөтөргәс, беҙҙең училищеға килһен Азат, тигән Ғата Сөләймәнов.
– Юҡ, ашыҡмаһын, урта мәктәпте бөтөрһөн әле. Ҡурай менән шөғөлләнеүҙе әлегә бында дауам итербеҙ, – тигән Әҙһәм ағаһы. Ә Азат Айытҡолов үҙе профессиональ белем алыу өсөн училищела ла уҡырға кәрәклеген белмәгән дә икән. “Мин ҡурайҙа уйнай беләм инде, филармонияға мәктәп тамамлағас барһам да эшләй алырмын”, – тип уйлаған.
Остазының 8-сене бөтөргәс тә училищеға ебәрмәүенә лә бик рәхмәтле Азат Миңлеғәли улы. Берҙән, матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙыусы булмағас, стипендияға ғына уҡып сыға алыуы икеле. Икенсенән, малай ғына көйө, рухи яҡтан нығынмайынса, сәнғәт донъяһына барып инеп, сынығып йәшәп китеүҙәре ауырға төшөр ине үҫмерлек осоронан сығып етмәгән хисле, сәмле, эҙләнеүсән йәш студентҡа.
Ваҡыты еткәс, барыбер инә ул училищеға. Был ваҡытта инде ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрҙә сығыш яһап өлгөргән, үҙ принциптарын яҡлай алған, донъяның төрлө саҡтарында нимә эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәклеген яҡшы аңлаған, республиканың иң өлгөлө уҡыу йортонда өлгөргәнлек аттестаты алып, артабан белемен арттырыу маҡсатында үҙе теләп уҡырға килгән егет була инде ул училище ишеген асҡанда. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ имтихандарын “бишле”гә генә тапшырып инеп тә китә.
Студент тормошо күңеленә хуш килә Азаттың. Ҡурай буйынса артабанғы дәрестәрҙе мәшһүр ҡурайсы һәм педагог Ғата Сөләймәновтан алыуы йәш музыкант өсөн, әлбиттә, оло бәхет була һәм уның профессиональ үҫеше өсөн ҙур роль уйнай. Уҡыуға мөкиббән был етди тәбиғәтле үҫмерҙе училищела инде һәйбәт беләләр. Ошо уҡыу йорто ҡала күләмендә уҙғарған мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға саҡыралар. Һабаҡташы Рәжәп Нәҙерғоловтың да училищеға инеп, үҙе менән бергә уҡыуы бигерәк тә тәүге мәлдә, икенсе ҙур коллективта өйрәнгән осорҙа, рухи таяныс була.
Ғүмерлек мөхәббәтен дә Өфөлә таба Азат. Автобуста тәүге осрашҡанда уҡ Фәниә исемле һөйкөмлө ҡыҙҙың күңеленә үтә лә яҡын икәнен тоя. Тормошонда терәк булырлыҡ ғаилә ҡорорға, тигән хыял менән йәшәгән егет ун туғыҙ йәшендә генә өйләнеп ҡуя.
Үтә йәш булһа ла, ғаиләне ғаилә башлы­ғы ҡарарға тейешлеген һәйбәт белә егет. Училищела уҡыу менән бер рәттән, алда әйткәнемсә, ошонда уҡ үҙе лә уҡыта, пединститутта түңәрәк алып бара, йәйҙәрен студент отрядтары менән райондарҙа элеватор, мал аҙбарҙары һалыуҙа һәм башҡа төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша. Училищены тамамлағас, тағы ла бер йыл ошо уҡыу йортонда дәрестәр бирә.
Талантлы, тырыш белгесте юғары ойошмаларҙа ла күҙ уңында тотҡандар. Бер көндө КПСС Өлкә Комитетының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе йәш ҡурайсыны саҡыртып ала ла филармонияға эшкә барырға тәҡдим итә. Әгәр риза булһаң, фатир мәсьәләһен дә тиҙерәк хәл итер инек, тип ҡыҙыҡтыра. Филармония – артист өсөн ижад урыны инде ул, тик ул айҙар буйы гастролдә йөрөгәндә бер-береһенән бәләкәйерәк өс бала менән Фәниәһе нимә эшләр?! Фатир ҙа ныҡ кәрәк, тиктормаҫ өс малайҙы ятаҡта тәрбиәләү еңел түгел.
Ҡатыны бер һүҙһеҙ фатихаһын бирә. Әҙһәм Исҡужин ағаһы ла оло сәнғәт, сәхнә юлына сығыр алдынан: “Филармония – хыялдарыңды тормошҡа ашыра торған тәбиғи эш урының, ҡанаттарыңды нығы­тыусы ижад күгең. Хәйерле юл! Тик һәр саҡ ал­дыңды-артыңды ҡарап йөрө. Эсеү, тартыу кеүек һәм исемеңә тап төшөрөрҙәй, ижади эшеңә ҡамасау булырлыҡ яман шөғөлдәрҙән, һәр төрлө ығы-зығынан ары тор, ваҡланма!” – тип фәһемле кәңәштәрен әйтә.
– Был һүҙҙәр күңелемдә һәр саҡ сыңлап, юлдарымды яҡтыртып торҙо, остазымдың аҡылын алдан ҡуйҙым, – ти филармонияла 38 йыл намыҫлы хеҙмәт итеп, халыҡ һөйөүен дә, юғары исемдәр ҙә яулауға өлгәшкән Азат Миңлеғәли улы.
Үҙе һайлап алған яратҡан һөнәре күңелен ҡанатландыра, донъя көтөрлөк матди килем бирә, тик артистар тормошо һоҡланып ҡул сабыуҙарҙан ғына тормай. Тулҡынланыу, борсолоуҙар, тетрәнеүҙәр, ғәҙелһеҙлектәр, юл хәүефтәре – береһе лә урап үтмәй Азат Айытҡоловты.
Үҫеп килгән балаларын, һөйөклө ҡатынын ҡалдырып, оҙайлы командиров­каларға юлланыу күпме өҙгөләгәндер хисле йөрәкле йәш ғаилә башлығын. Төпкөл ауылдарҙа телефон-маҙар ҙа юҡ. Хәл белешерлек тә әмәл булмаған саҡтарҙы ла тыныс кисерергә өйрәнергә кәрәк бит әле. Әгәр өйрәнеп булһа?! “Балалар ауырый” тигән хәбәр алғанда ла сәхнәгә һәр саҡ йылмайып сығырға, бөтә булмышыңды һалып, профессиональ оҫталыҡ менән көйҙәреңде башҡарырға кәрәк. Иртәгәһенә бөтәһен дә ташлап, осоп ҡына ҡайта һалырлыҡ түгел: ижади эш, коллективты ауыр хәлгә ҡуймау, сығыш яһау пландары…
Түҙемлеге, артист хәлен аңлауы, ниндәй шарттарҙа йәшәгәндә лә оптимист булып ҡала белеүе, балаларҙы һәйбәт тәрбиәләүе өсөн рәхмәте сикһеҙ Азаттың ҡатыны Фәниәгә.
Юл бит, аварияға эләгеп, мөғжизә менән генә иҫән ҡалған осраҡтар ҙа байтаҡ булды инде. Уларҙан оҙон-оҙаҡ ҡурҡып, һәр саҡ хәтергә төшөрөп йәшәү мөмкин түгел. Ҡайтып бер аҙ хәл алғас та, тағы ла юлға әҙерләнергә кәрәк. Өйҙә саҡта малайҙарға иғтибар бүлергә тырыша ғаилә башлығы: кино-театрҙарға алып бара, концерттарына саҡыра, ниндәй уйҙар менән йәшәүҙәрен белеп, фәһемле кәңәштәрен бирергә тырыша. Бергәләп тәбиғәткә сығыуҙар, ҡунаҡҡа ла бергәләп барыуҙар, ә иң мөһиме, атайҙарының үҙҙәрен ни тиклем ныҡ яратыуын, ниндәй генә осраҡта ла аңлап ярҙам итергә әҙер тороуын, эшенең үҙенсәлеген белеп үҫеүҙәре атай менән балалар араһын һыуытмай, рухи бөтөнлөктән айырмай.
– Филармонияла миңә ижади үҫешем өсөн осраҡлыҡтар ҙа ҙур роль уйнаны, – тип хәтерләй Азат Миңлеғәли улы. – Мәҫәлән, эшкә барғас та мәшһүр йырсы Рамазан Йәнбәков төркөмөнә эләгеүем оло мәктәп булды. Ул – ҙур тормош тәжрибәһе туплаған юғары кимәлдәге популяр йырсы. Ә минең быға тиклем уның кимәлендәге йырсыларға уйнағаным юҡ. Йыр ваҡытында күберәк йырсыны асырға тырышаһың, уның өсөн йырҙың тарихын, мәғәнәһен тәрән аңларға, башҡарыусы менән бер бөтөнгә әйләнергә кәрәк. Рамазан ағай уйлағанын тура бәреп әйтә торған, ял ваҡыттарында шаярып һөйләшергә яратһа ла, эштә үтә лә етди, талапсан йырсы һәм етәксе булды. Филармониялағы хеҙмәт юлым Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан республикаларына гастролдәрҙән башланып китте. Ике айға яҡын йөрөп ҡайттыҡ. Арып-талып, ғаиләмде һағынып, уҡытыу эшенә генә күсермен, ҡабат гастролгә сыҡмам инде тип ҡайт­ҡайным, бер аҙ ваҡыттан һуң яңы юлдар, яңы гастролдәр үҙенә тартты. Шауҡымлы шул ул сәнғәт, магнитлы шул сәхнә.
“Йәдкәр” төркөмөндә эшләүем ижад юлымда яңы баҫҡысҡа күтәрелеү булды, тип уйлайым. Күренекле йырсылар Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Миңнеғәли Хановтар менән яҡындан аралашып, Башҡортостан һәм күрше өлкәләр, республикалар буйлап халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын, йыр-моңдарын таратып, урындағы халыҡтан яңы йырҙар өйрәнеп, уларҙың йәшәү рәүеше, көнитмеш хәлдәре менән танышып йөрөгән фәһемле лә, күңелле лә, мәшәҡәтле лә осорҙо әле лә һағынып хәтерләйем.
Ул ваҡытта, Совет осоронда, Башҡорт­останда икенсе республикалар менән мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеп йәшәү ҙур әһәмиәткә эйә булды. Мәҫәлән, мин ул саҡта йәш башҡарыусы ғына булһам да, Яҡутстанда Башҡортостан әҙәбиәте, сәнғәте көндәрендә ҡатнаштым. Унан һуң Таулы Алтай, Ҡарағалпаҡ, Татарстан, Сыуаш республикаларында, Мәскәүҙә үтте бындай ҙур саралар. Мин уларҙа йырсылар менән дә, яңғыҙым да сығыш яһаным. Бик кәрәкле, иҫтә ҡалырлыҡ әҙәби-мәҙәни байрамдар ине улар. Бер илдә туғандарса йәшәгән кешеләрҙең сәнғәте, сәнғәт әһелдәренең ижады, халыҡтарҙың көнкүреше менән танышыу ижад кешеһенең күңелен байыта, ижади офоҡтарын киңәйтә бит ул.
“Йәдкәр”ҙән һуң бер нисә йыл күренекле йырсы Нәзифә Ҡадирова төркөмөндә эшләп, СССР-ҙың бөтә төбәктәрендә тиерлек концерттар ҡуйҙыҡ. Ижади ғүмеремдә Башҡортостанды иңенән буйына дүрт-биш тапҡыр урап сығылғандыр. Бәләкәй ауылдарҙың утын яғып йылытыла торған иҫке клубтарын да урап үтмәй торғайныҡ. Унда ла йыр-моңға һыуһаған кешеләр йәшәй. Уларҙың һәр башҡарыусыға хайран ҡалып, ихлас йылмайып, беҙгә көс-дарман биреп ҡул сабып ултырыуҙары бөтә арығанлыҡты, һыуыҡ сәхнәлә баҫып тороуҙы ла оноттора. Йәл, хәҙер ошо тамашасыларыбыҙ концерттарҙы һәм яратҡан артистарын бары тик телевизор аша ғына ҡарай ала.
Ҡанаттар осҡанда нығый тигән кеүек, Азат Айытҡоловты ла кисерештәр һәм хеҙмәт тулы ижад йылдары тәжрибәһен арттыра, яңы бейеклектәргә күтәрә. 1980 йылда уҡ ул ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсында Гран-при яулай, 1986 йылда – халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында дипломант, 1991 йылда – Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр, 2000 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына лайыҡ була. 1991 йылда – “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, 1998 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” тигән юғары исемдәр бирелә уға. Иң мөһиме – халыҡ һөйөүе, арҙаҡлы ҡурайсыны хөрмәт итеүе.
90-сы йылдар башындағы илдәге ауыр­лыҡтар мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡағылмай ҡалмай: филармониянан да бик күп артист эштән китергә мәжбүр була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, формаль рәүештә штат ҡыҫҡартыу исемлегенә Азат Айытҡолов та эләгә. Бер ниндәй иҫкәрмәһеҙ, Баш­ҡортостанда ғына түгел, элекке Советтар Союзы төбәктәрендә билдәле, улай ғына ла түгел, донъя сәхнәләрендә дан яулаған, һоҡланырлыҡ әҙәпле, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, хеҙмәт тәртибен бөтәһенән өҫтөн ҡуйып, гөрләтеп эшләп йөрөгән кешене бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ, иҫкәрмәһеҙ эштән ебәрһендәр әле?!
Ижад кешеләре ғәҙелһеҙлекте тәрән кисерә, кемдер был саҡта, бәлки, юғалып та ҡалыр, шаңҡып, хәлен хәмер менән баҫырға тырышыр ине. Аҙмы ни ундайҙар?! Тик был ауырлыҡтарҙа сынығып үҫкән, бала саҡтың яҡты хыялдарына ғүмер буйы тоғро ҡалған Азат Айытҡоловҡа ҡағылмай. Әлбиттә, ул да бындай көтөлмәгән тондороуҙан шаңҡып ҡалғандыр. Шатлыҡлы күренеш түгел бит. Кем белә, бәлки, юғарынан шундай күрһәтмә килгәндер йә йәш етәксенең үҙенең баш-баштаҡлығы булғандыр. Уларын тикшереп тормай, үҙ көсөнә, үҙ хаҡлығына ышанған ҡурайсы, ижади төркөмдәрҙә ҡалмаһа ла, филармониянан китмәҫкә ҡарар итә, әҙәби-музыкаль лекторийҙа эш башлай. Кем белә, бәлки, яҙмыш тарафынан был үҙгәреш тә кәрәк булғандыр. Уның ижади миссияһына киң офоҡтар асыла. Бер ваҡыт Азат Айытҡоловтың ҡатынының яҡташтары йәш егеттәрҙе ҡурай уйнарға өйрәтеп, ансамбль төҙөшөү өсөн Ҡырмыҫҡалыға саҡыра. Кейәү кеше был эшкә сәмләнеп, дәртләнеп тотона. Хеҙмәт юлын ҡурайсы-педагог булып башлаған сәнғәт эшмәкәре бит әле ул. Үҙе лә иң шәп педагогтарҙа белем алған кеше аҙна-ун көндән Ҡырмыҫ­ҡалының ҡурайсылар ансамбле Бишауыл-Уңғар ауылында, аҙаҡ етмеш­кә яҡын ке­ше ра­йон мәҙә­ниәт һара­йында сы­ғыш яһай.
Һәйбәт башлан­ғысты Башҡортос­тан­дың башҡа төбәктәрендә лә ишетәләр һәм китә саҡырыуҙар: Әлшәй, Ауырғазы, Миәкә, Шишмә, Йылайыр, Архангел, Ғафури, Салауат, Илеш, Ишембай, Яңауыл, Йәрмәкәй, Борай, Бишбүләк, Баймаҡ һәм башҡа райондар, Силәбе, Пермь, Ҡурған өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы… Һәр эшләгән төбәктә бер нисә тиҫтәнән торған ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килә, тимәк, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүселәр, Азат Айытҡоловтың уҡыусылары, йөҙәрләп иҫәпләнә бит инде. Күпмелер ваҡыттан уларҙың да үҙ уҡыусылары барлыҡҡа килә. Ҡурайсы атайҙарҙың уландары ла уның һөнәренә ылыға.
– Ансамбль ойошҡас, өйрәнгәндәрен артабан камиллаштырыу өсөн нығыраҡ танылған кешене етәксе итеп ҡалдыра инем, – ти Азат Миңлеғәли улы. – Уҡыусыларымды ҡурай конкурстарында, концерт­тарҙа осратып торам. Был, һис шикһеҙ, шатлыҡлы күренеш. Араларында сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлаусылар ҙа булды.
Азат Айытҡолов Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүҙәге баһалап бөткөһөҙ фиҙакәр был хеҙмәте хаҡында һөйләп тә йөрөмәне, гәзит-журналдарға яҙҙыртып рекламалап та маташманы, ниндәйҙер баһалар ҙа өмөт итмәне. Ә үҙенә генә хас сәм һәм тыйнаҡлыҡ менән бар тәжрибәһен, рухи көсөн, профессиональ мөмкинлеген һалып, ҡулынан килгән изгелекле эшен башҡарҙы. Бәлки, бары тик ул ғына, йәне-тәне менән илдә ҡурайсылар артыуын, ҡурай моңоноң киңерәк таралыуын теләгән мәшһүр ҡурайсы, оҫта педагог-остаз, илһөйәр рухлы, ихлас йөрәкле ир-уҙаман Азат Айытҡолов ҡына, башҡара алғандар ҙа әле ул был эште.
1990 – 1995 йылдарҙа талантлы ҡурайсы, йырсы, бейеүсе һәм музыканттарҙан торған ижади төркөм төҙөп, үҙебеҙҙең ил төбәктәренә генә түгел, ә Бельгия, Голландия, Төркиә, Австрия, Германия, Швейцария, Италия кеүек илдәргә лә гастролдәр ойоштора. Башҡортостан һәм Мәскәүҙәге мәҙәниәт етәксе­лектәре, барасаҡ илдәрҙең был эштәргә яуап­лы ойошмалары, айырым кешеләре менән оҫта эш итә белергә, визалар мәсьәләһен хәл итеү йүндәрен күрергә лә кәрәк бит әле. Бына кемдә ул сәм һәм ижади талантҡа ҡушылған тырышлыҡ, тормош тәжрибәһе туплаған һайын асыла барған өр-яңы һәләттәр!
– Ысын ҡурайсы булып өлгөрөп етеү өсөн физик яҡтан көслө булыу, үпкәләрҙең сәләмәтлеге, тауыш сығарыу ағзаларының ныҡлығы, бармаҡтарҙың етеҙлеге кәрәк, унан һуң эскелек, тартыу кеүек алама ғәҙәттәр менән мауыҡмау бик мөһим, – ти Азат Миңлеғәли улы, – унан һуң ҡурайсы үҙе уйнаған көйҙәрен тәрәндән аңлап, фәлсәфәһен төшөнөп, йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерергә тейеш. Милли көйҙәребеҙҙә бит халҡыбыҙҙың яҙмышы, тарихы сағыла.
Ысын ҡурайсы киң мәғлүмәтле булырға тейеш. Ошоно иҫтә тотоп, Азат Айытҡолов 1994 йылда ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын, аҙағыраҡ БДУ-ның Сибай институтында музыка бүлеген тамамлай, әле ул – Өфө сәнғәт институты аспиранты.
Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе виртуоз һәм иң моңло ҡурайсы тигән дан алған Азат Айытҡоловтың репертуарында “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Тәф­тиләү”, “Таштуғай”, “Уйыл”, “Урал”, “Шәүрә”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Сәлимәкәй”, “Хисам”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, “Зәлифәкәй”, “Томан” кеүек оҙон көйҙәр ҙә, “Сыңрау торна”, “Зарифа”, “Мөғлифә”, “Суҡ муйыл”, “Перовский”, “Порт-Артур” кеүек йыр-бейеү көйҙәре лә бар.
Уларҙың күбеһе тап Азат Айытҡоловтың юғары халыҡсан кимәлдә башҡарыуында йыр-моң һөйөүселәр хәтерендә һаҡлана. Халыҡ йырҙарынан тыш күңеленә ятҡан моңло эстрада йырҙарын да уйнарға ярата Ҡурайсы.
– Ҡурай – өйҙә, клубтарҙа, тар даирәлә ҡулланылыусы уйын ҡоралы, – ти Азат Айытҡолов. – Уның төп сифаты – моң. Яҡында ишетелгәндә ул кешегә бик көслө тәьҫир итә. Ҙур залдарҙа ҡысҡыртып уйнарға тура килгәнлектән, моң үҙгәрә. Радио, телевидение аша яңғырағанда ла шулай. Элекке ҡурайсыларҙан айырмалы беҙ, хәҙергеләр, баянға, органға, думбыраға, ҡумыҙға, синтезаторға, хатта инструменталь ансамблгә ҡушылып уйнайбыҙ. Был милли уйын ҡоралының яңы яңғырашҡа, мөмкинлеккә эйә булғанын күрһәтә. Тик улар менән артыҡ мауығырға ла ярамай, – тип уйлайым.
Ҡурайсы-солист һәм ҡурайсы-аккомпаниатор сифатында ул донъяның 30-ҙан ашыу илендә гастролдә булып, башҡорт моңон уларҙа йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарына бүләк итә. Ижади осрашыуҙар үҙенең дә күңел офоҡтарын киңәйтә, оҫталығын арттыра. Остазы Әҙһәм Исҡужиндың юрағаны юш килә. Ысынлап та, АҠШ-та ла сығыш яһай Азат Миңлеғәли улы. Уларҙан тыш Дания, Финляндия, Монголия, Канада, Испания, Португалия, Австралия, Яңы Зеландия, Сингапур, Нидерланд, һуғыш барған осорҙа Афғанстан, Венгрия, Ҡытай, Бельгия, Австрия, Германия, Швейцария, Төркиә сәхнәләренән башҡорттоң моңло ла, дәртле лә илаһи көйҙәрен уйнап, уларҙың мәҙәниәтле, юғары зауыҡлы тамашасыларын да хайран итә ул. Халыҡ рухын сағылдырған көй-моңдо аңлатыр өсөн тәржемәсе кәрәкмәй шул.
Ҡурайҙың үҙ тыуған еребеҙҙә, үҙ мөхитебеҙҙә ролен күтәреү, ҡурайсыларҙы берләштереп, алда торған проблемаларҙы бергәләп хәл итер өсөн республикабыҙҙа Ҡурайсылар союзы төҙөлгәс, уның рәйесе (2007–2010 йылдар) Азат Айытҡолов етәкселегендә маҡсатҡа ярашлы байтаҡ эш башҡарыла. Шуларҙың береһе – рәйестең ил музыканттары араһындағы абруйлы, һүҙенең үтемлелеге арҡаһында Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәт чиновниктарына ҡурайҙы тынлы оркестр инструменты иҫәбенә индереү зарурлығын иҫбат итеп, ҡурайсыларға 25 йыллыҡ профессиональ хеҙмәт стажы булғандарға пенсия тәғәйенләүгә өлгәшә. Был льгота өсөн йөҙәрләгән ҡурайсы рәхмәт әйтер әле уға киләсәктә.
Бәхет ул – маҡсаттарыңдың, теләктәреңдең тормошҡа ашыуы. 60 йәшлек етди ғүмер бейеклегенә баҫҡанда, Азат Миңлеғәли улы Айытҡоловтың ихлас йөрәктән: “Эйе, мин – бәхетле кеше! Үҫмер саҡтарымда хыял иткән иң изге теләктәрем ысынбарлыҡ булып алдыма килде”, – тип әйтергә хаҡы бар. Бала сағынан ҡурай моңона ғашиҡ булып, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар кеүек, Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәргә лә ҡурай моңон еткерә алыу­сы данлыҡлы ҡурайсы булырға ине теләге. Үҙ ғаиләһен ҡороп, хәстәрлекле ғаилә башлығы, балалары арҡа терәрлек, ғорурланырлыҡ атай булырға хыял йөрөттө. Шөкөр, ул инде имәндәй ерҙә ныҡ баҫып торған, белем алып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, гөрләтеп донъя көткән Илгиз, Әнүәр, Айҙар исемле өс улан атаһы, ете ейән-ейәнсәр олатаһы. 11 генә йәшендә бәхет юллап баш ҡалаға уҡырға тип килгән яңғыҙ малайҙың фамилияһын ғорурланып үҙенән башҡа тағы ла 10 кеше йөрөтә, йөҙәрләгән шәкерте уның илһамлы һөнәрен үҙ итте.
Күптән түгел мәшһүр ҡурайсы һәм танылған тәжрибәле педагог Азат Айытҡолов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультеты деканы булып эшләй башланы, тимәк, үрләйһе үрҙәре, башҡараһы эштәре алда әле.
Әйткәндәй, 10 мартта “Башҡортостан” концерт залында Азат Айытҡоловтың 60 йәшлек юбилейына арналған ҙур кисә үтәсәк. Киске 7-лә башланасаҡ сәнғәт байрамында күмәкләп ҡатнашайыҡ, илебеҙҙең мәшһүр ҡурайсыһын ихласлап хөрмәтләйек, ҡәҙерле милләттәштәр!

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағирәһе.
Читайте нас: