Моңло һандуғасыбыҙ Роза ханым миңә бер нисә тапҡыр: «Сәнғәткә аяҡ баҫыуым менән үк матбуғатта мине йылы һүҙҙәрең менән дәртләндергән, өмөт бағлап яҙған кеше һин булдың. «Ҡыҙыл таң» гәзитенең ул һанын әле лә һаҡлайым, бына бында исем-фамилиям ташҡа баҫылған, тип, уны ата-әсәйемә лә алып ҡайтып маҡтандым», – тип әйткәне бар. Ул һүҙҙәргә әллә ни иғтибар итмәйерәк килдем, йырсы тураһында айырым яҙғаным юҡ, бәлки, мине берәй журналист менән бутайҙыр, яңылышаҙыр, тип уйлап ҡуйҙым.
Ләкин Роза Сабирйән ҡыҙы яңылышмай икән. Йырсы тураһында тәпсирләберәк һөйләргә тип әле ҡулыма ҡәләм алғас, хәтер мине йыраҡ үткәндәргә алып китте. Бер уйлаһаң, йырҙар – тарихи йылъяҙма бит. 1969 йылда, мәҫәлән, беҙҙә ниндәй йырҙар иң популяры ине? Иҫкә төшөрәйек: «Юлдар, юлдар», «Йәш нараттар», «Йәш ғүмер», «Ҡайтығыҙ, торналар», «Зәңгәр күлдәк», «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Кейек ҡаҙҙар». Армияға мине шул йырҙар оҙатып ҡалды. Ике йыллыҡ хеҙмәттә, хатта Киев ҡалаһы янында, мин туған моңдарыбыҙҙан бөтөнләй үк мәхрүм булманым. Транзисторлы радиоалғыс аша тыңлау тураһында һүҙ бармай. Мәскәү радиоһынан бөтә СССР-ға аҙнаһына нисә тапҡырҙыр татар һәм башҡорт йырҙары яңғырай ине, ә һәр урында – радионөктәләр. Союздаш республикаларҙың милләттәренеке тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Был «урыҫ булмаған телдәрҙе ҡыҫҡан, үҫешенә аяҡ салған» (йәш дуҫтарым, «кәзә хәтерле» ҡайһы бер өлкәндәр ҙә хәҙер шулай тип күҙ йәше түгә бит) партократия хакимлек иткән заманда.
Армиянан ҡайтҡанда тыуған ерем мине яңы йырҙар менән ҡаршы алды. Шулай уҡ яңы тауыштар менән дә. Илфаҡ Смаков, Филүс Гәрәевтәр йәнәшәһенә, йыр майҙанына Роза Аккучукова, Венер Килмөхәммәтовтар сығып бара икән.
Бер заман беҙҙең Ауырғазы районы үҙәге Толбазыға филармонияның ҙур концерт бригадаһы килеп төштө. Билдәле артистарҙан – Илфаҡ Смаков, Хизбулла Ғөбәйҙуллин, тағын кемдәрҙер. Ә быға тиклем таныш булмағандарҙан – Роза менән Венер. Концертты халыҡ иҫ киткес йылы ҡабул итте. Мин иртәгәһенә үк һәр артистың сығышын үҙемсә тасуирлап, «Ҡыҙыл таң»ға мәҡәлә яҙып ебәрҙем. Ә быға ҡәҙәр был ике йәш йырсының тауышын радио аша ишеткәнем бар ине. Ул саҡта бөтә республикала, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә лә «Роза Аккучукова – Фәриҙә Ҡудашеваның ҡыҙы ул» тигән сенсациялы хәбәр таралған ине. Йыр һөйөүселәрҙең бындай «ышаныуы» байтаҡ ваҡытҡа ныҡлы урынлашып алды. Тәүге мәлдәрҙә райондарға сыҡҡанда уның үҙенә лә: «Училищеға кереп уҡыу һиңә ауыр булмағандыр, әсәйеңдең абруйы ярҙам иткәндер», – тип төрттөрөүселәр ҙә, «Ни намыҫың етеп һин әсәйеңдән баш тартаһың?» – тип ғәйепләүселәр ҙә күп булған. Былар хаҡында әле көлөп иҫкә алһа ла, теге саҡта халыҡтың уға «икенсе әсәй табып биреүе күңелһеҙлектәр ҙә тыуҙырған.
Сәнғәткә аяҡ баҫҡан мәлендә тауышы Фәриҙә Ҡудашеваныҡына оҡшаған Роза Аккучукова 1950 йылдың 12 февралендә иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында йәйрәп ятҡан Абҙаҡ ауылында, ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Беҙҙең көндәрҙә тау саңғыһы комплексы менән дә бөтә илгә, хатта унан да ситтәрҙә телдәргә кергән был ауыл элек Әбйәлил районы составында булып, хәҙер Белоретҡа ҡарай. Шунлыҡтан был райондарҙың икеһе лә Розаны «үҙебеҙҙеке» ти, йырсы үҙе лә икеһен дә тигеҙ күреп ярата.
Бер ағаһы, дүрт энеһе, йәғни биш малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫә Роза. Аккучуковтарҙың ғаиләһендә патефон уйнап тора. Сабирйән ағай ҡайҙа ғына бармаһын, яңы пластинкалар һатып алырға тырыша: өй түрендә данлыҡлы артистар йырлай. Ул заманда Магнитогорск ҡалаһының Абҙаҡҡа яҡын дүрт-биш пионер лагеры була. Бишенсе-алтынсы кластарҙа уҡығанда Роза үҙенең тиңдәштәре менән концерт төркөмө ойоштороп, йырлап-бейеп, башҡортса таҡмаҡтар әйтеп, мандолина сиртеп, пионерҙарҙың күңелен аса. Уларҙың гөрләтеп ҡул сабыуы, «тағы, тағы» тип һорауҙары уҡыусы артистарҙы яңы сығыштарға дәртләндерә. Сәнғәт үҫмерҙәрҙең ҡанына бына шулай һеңә бара.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Роза уҡыуын артабан дауам итмәй, үҙҙәренә яҡын ғына Байым ауылы (Әбйәлил районы) клубына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр уны. Тынғыһыҙ йөрәкле, ихлас һәм эшһөйәр ҡыҙ үҙен яҡшы ойоштороусы итеп таныта, ауыл кешеләре лә уны яратып өлгөрә. Бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт (культура-ағартыу) училищеһына уҡырға керә ул.
1969 йылдың йәйге көндәренең береһендә Байымға бер төркөм артист концерт ҡуйырға килә. Йырсы Хөсәйен Мәжитов менән композитор Шамил Ҡолбарисов осраҡлы рәүештә генә клуб мөдиренең һәләте тураһында ишетеп ҡалалар ҙа, уны йырлатып ҡарайҙар. Роза үҙенең иң яратҡан йырҙарының береһе булған «Сығырһыңмы ҡаршы алырға?» (Вәсил Әхмәтшин менән Дамир Ғарифуллин яҙған был йырҙың «Сәрмән вальсы» тигән икенсе исеме лә бар) менән Өфө ҡунаҡтарын таң ҡалдыра. «Һин былай ауылда күмелеп ҡаласаҡһың, һиңә Өфөгә уҡырға барырға кәрәк, август аҙағында беҙҙе табырһың», – тип китәләр.
Уларҙың кәңәше һәм ярҙамы менән Роза Өфө музыка-педагогия училищеһының вокал бүлегендә Лилиә Әхмәт ҡыҙы Кәримова етәкселегендә уҡый башлай. Уҡытыусыһы уны әленән-әле: «Үәт һиндәге тауыш, бик матур тембр, әйтерһең дә Фәриҙә Ҡудашева, тыңлап туйып булмай. Һин инде уҡытыусы булып эшләмәҫһең, радионан ишетелһәң, дәрәжәле концерттарға саҡырасаҡтар», – тип маҡтап ебәрә. Фәриҙә апайҙың моңона ғашиҡ ҡыҙ уға тағын да нығыраҡ оҡшарға тырыша. Әммә тиҙҙән бик мөһим хәҡиҡәтте аңлай: ижад, сәнғәт донъяһындағы оло таланттар – ҡабатланмаҫ күренеш. Уларға оҡшарға, эйәрергә ынтылыу, артист булараҡ үҙ йөҙөңдө табыуға булған юлды тотҡарлай һәм оҙонайта. Артабан инде Роза бер нисә быуын йырсыларҙың кумирына эйәреүҙән бигерәк, моңдо яратыуҙа, башҡарыу оҫталығында уға тиңләшергә, унан өйрәнергә тырыша. Лилиә Әхмәт ҡыҙы ла өмөтлө студенткаһын маҡтап ҡына ҡалмай, уны «кеше араһына сығарыу» хәстәрен дә күрә. «Һеҙҙең алда – буласаҡ талантлы йырсы, иғтибар итегеҙ әле», – тип яҙылған ҡағыҙ киҫәге тоттороп, Розаны радиокомитет мөхәррирҙәре Мәрйәм Ғабдрахманова менән Шәүҡәт Мәсәғүтовҡа ебәрә. Шулай итеп, эфирҙа уның беренсе йыры – Ян Шведов һүҙҙәренә Рафиҡ Сәлмәнов ижад иткән «Аҡҡошҡайым» яңғырай. Унан һуң – башҡорт халыҡ йырҙары «Сыбай ҡашҡа», «Ерән ҡашҡа», «Элмәлек», «Һылыу ҡыҙҙар», Фәсил Әхмәтов һәм Шәүҡәт Ғәлиев яҙған «Тамсылар тамыр саҡтар». Авторҙары Нариман Сабитов менән Мәҡсүт Сөндөклө булған «Ҡыр ҡаҙҙары» йырын башҡарыуы Роза Аккучукованың сәхнә эшмәкәрлегендә мөһим баҫҡыс булып тора. (Йәйә эсендә генә иҫкәртеп үтәйем: һеҙ был йырҙы юғарыла телгә алынған «Кейек ҡаҙҙар» (Хәсән Туфан һүҙҙәренә Марс Макаров көйө) менән дә, башҡорт халыҡ йыры «Ҡыр ҡаҙҙары» менән дә, Нур Дауытов һәм Дилә Булғакова ижад иткән, Фидан Ғафаров репертуарында булған «Ҡыр ҡаҙҙары» менән дә бутамағыҙ). Розанан ишеткән был йырҙы халыҡ күтәреп ала. Радио тулҡындары уны әллә ҡайҙарға тарата. Йәш йырсы райондашы, сәнғәт институты ректоры Заһир Исмәғилев янына йомош менән барғанда, композитор Нариман Сабитов та шунда була. Ул Розаны беренсе тапҡыр күреп: «Бына кем икән ул минең «Ҡыр ҡаҙҙары»н ифрат матур йырлаусы ҡыҙ. Һине радионан бик яратып тыңлайым, йырҙы башҡарыуҙың ҡыҙыҡлы ғына сиселешен тапҡанһың, шулай дауам ит», – тип, уңыштар теләй.
Филармонияла «Ҡаҙ өмәһе» программаһын әҙерләп йөрөгән режиссер Фәтих Иҡсанов та радионан уның тауышын ишетеп: «Миңә шул ҡыҙҙы табып килтерегеҙ», – тип, эҙләтә башлай. Уҡыуын тамамлағанды ла көтмәйенсә, Розаны филармонияға эшкә алалар.
Профессионал сәхнәләге беренсе концерты уның һаман хәтерендә әле. Модаһына тура килтереп, уның үҙенә атап яҡшы күлдәк һатып ала филармония етәкселеге. «Ҡаҙ өмәһе» программаһында Роза йырсы ғына түгел, актриса булараҡ та ҡатнаша. Был иһә уға киң танылыу килтерә. Филармонияла сығыштар өс аҙна буйы рәттән аншлаг менән үтә. Башҡортостандан ситтә ҡайҙа ғына булмай улар – Татарстан, Силәбе, Ҡурған, Төмән...
Филармонияның ул саҡтағы етәкселәре Хөсәйен Әхмәтов, Сәлих Хөснийәров, режиссер Фәтих Иҡсанов, өлкән сәхнәләштәре Әхәт Уразметов, Ишмулла Дилмөхәммәтов, Рамазан Йәнбәков, Рим Баҡиров, Илфаҡ Смаков, тиңдәштәре Гөлсөм Хәбибуллина, Хәнә Минһажева, Нәзифә Ҡадирова (ул саҡта әле Әмирова), Ғәлим Латипов, Венер Килмөхәммәтов һәм башҡаларға рәхмәт тойғолары һаҡлай ул.
Сәхнә эшмәкәрлегенең беренсе аҙымдарынан уҡ тамашасы иғтибарын һиҙә йәш йырсы. Юлында һәр саҡ һәйбәт кешеләр генә осрағанына ул үҙе лә һөйөнөп бөтә алмай. Халыҡтың яңы исемгә һыуһаған ваҡыты буламы, уны күреүгә, тауышын ишетеүгә «аһ» итәләр. Берәүҙәр тыйнаҡ, яғымлы булыуына һоҡланһа, икенселәр Фәриҙә Ҡудашеваға, уның моңона оҡшатып үҙ итә. Уны туҡтатып һүҙ ҡушырға, яҡындан күрергә теләүселәр шул ҡәҙәр күп була, аптырағас, йәш йырсыны башҡа артистарҙан айырып, сәхнә артындағы ишектән керетеп йөрөй башлайҙар.
«Роза Аккучукованың тағын бер һәйбәт сифаты ихтирамға лайыҡ: ул бер ҡасан да тамашасыға арзан ярамһаҡланыу менән мауыҡмай, – тип яҙа шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина 2001 йылда нәшер ителгән «Тамырҙарым – ерҙә, йәнем – күктә» тигән китабында. – Юғиһә, ҡайһы бер артистар халыҡта бөгөнгө көндә киң таралған йырҙарҙы башҡарып, оҡшарға тырыша. Популяр йыр – үтемле тауар кеүек бит ул. Ә был тауар һинекеме-юҡмы, тауышыңа, тәбиғәтеңә тура киләме-юҡмы – ошо хаҡта уйлап та бирмәйҙәр. Нәтижәлә, һәр артистың да тейәрлек репертуарында бер үк йырҙар яңғырай.
«Яңы йыр халыҡ күңеленә барыбер үҙенең тәүге башҡарыусыһы менән һеңеп ҡала һәм йәшәй. Әгәр мин шул йырҙы беренсе тапҡыр башҡарған артистан яҡшыраҡ итеп йырлай, үҙемсә яңы моңдар өҫтәй алмайым икән – уға тотонмайым», – ти Роза. Ә уның иҫке тип иҫәпләнгән ҡайһы бер йырҙарға яңы һулыш өргән саҡтары ла аҙ түгел. Мәҫәлән, композитор Рафиҡ Сәлмәновтың шағир Ғилемдәр Рамазанов һүҙҙәренә яҙған «Һине эҙләйем» йыры заманында бик яратып йырланһа ла, һуңғы ваҡытта бер аҙ онотолоп ҡалған ине. Йыр бик матур бит. Сәбәп ниҙә һуң? Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, әллә халыҡ хәҙер ҡыҙыуыраҡ ритмдағы йырҙарҙы ярата микән? Ә «Һине эҙләйем» – йәштәр йыры. Уларға дәртлерәк көйҙәр оҡшай. Шулай уйлап, Роза был йырҙың ритмикаһын үҙгәртеп йырлап ҡарарға була, яңы нюанстар өҫтәй һәм йыр тағы ла популярлыраҡ булып китә. Хәҙер уны башҡарыуҙы һорап, концерт барышында тамашасылар йыш ҡына мөрәжәғәт итә».
Роза Аккучукова тамашасыны үҙенә нимә менән йәлеп итә һуң? Йырлағанда ул тамаҡ көсө менән түгел, күкрәк хисе, йөрәктән һығылып сыҡҡан яғымлы моң менән алдыра. Тауышы баҫалҡы, үҙ-үҙен тотошонда яһалмалылыҡ юҡ. Уның моң һандығындағы төп байлығы – халыҡ йырҙары. Шуларҙы йөрәгенән үткәреп, үҙенә генә хас стилдә башҡарыуы менән тыңлаусылар һөйөүен яулай. Мәҫәлән, «Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа» тигән беренсе юлдан уҡ башҡорт халҡының фажиғәле, әммә ғорур яҙмышы күңелдән барлана. Йырсының кисерештәре тамашасыға күскәндәй тойола. Халыҡ мираҫы ынйыларынан тағын «Ялан Йәркәй», «Юлғотло», «Түрәкәй», «Зөлхизә», «Сәлимәкәй», «Хисам», «Маһисәрүәр»ҙе иҫкә төшөрәйек. Уларҙың байтағын ул репертуарына Рамазан Йәнбәков бригадаһында эшләгәндә ала. Шул йылдарҙа Рамазан ағайҙың ижади алымын өйрәнә, боронғо йырҙарҙы үҙенә генә хас биҙәктәр менән байытырға тырыша. Сөнки халыҡ йырҙарының музыкаллеге, фәлсәфи эстәлеге, аһәңлеге, образдарҙың сағыулығы бөтә тулылығында тыңлаусыға еткерелһен өсөн йырсының бай рухлы, тәрән кисерешле, музыкаль башҡарыу эрудицияһы ғына түгел, ә донъяға ҡарашы, тормошто, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһалай белеү һәләте, дөйөм мәғлүмәтлелеккә эйә булыуы ла талап ителә.
Ижадына бик талапсан Роза бер ҡасан да үҙенә оҡшамаған йырҙы һайламай. Үтә бер ҡатлы, үткенсе йырҙар менән тыңлаусы иғтибарын йәлеп итергә уйлағаны ла юҡ. Үҙ халҡының йырҙарын самимилек менән, халҡы өсөн рухланып йырлап, үҙе лә башҡорт һәм татарҙарҙың һөйкөмлө һөйәкле ҡыҙына әйләнде.
Роза шулай уҡ Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рөстәм Яхин, Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың йыр һәм романстарын тәьҫирләнеп башҡара. Яҡты донъяны бик иртә ҡалдырып киткән моңло композитор һәм ҡурайсы Абдулла Хәлфетдиновтың «Алтын балдаҡ» (халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һүҙҙәре) һәм «Һин ултыртҡан муйыл» ( Силәбе шағиры Рамазан Шәғәлиев һүҙҙәре) уның репертуарында һиммәтле урын биләй. Абдулла ағай йырҙарын Розаның яратып башҡарыуында ниндәйҙер бәйләнеш тә бар бит әле. Теүәлерәк әйткәндә, композитор тыуған Шығай менән йырсыны донъяға биргән Абҙаҡ ауылдары бер-береһенә яҡын ғына. Тимәк, борондан килгән моң күпере бөгөн дә ныҡ тора, сәнғәткә хеҙмәт итә.
– Һеҙҙең репертуарҙың ниндәйҙер яҡты һағыш менән һуғарылыуы нимә менән аңлатыла, Роза ханым?
– Шулай тура килде инде – миңә нигеҙҙә моңло, һағышлы йырҙар тәҡдим итәләр. Үҙем оптимист булһам да.
– Сәнғәттә уңышҡа ирешеүҙең, халыҡ мөхәббәтен яулауҙың сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Башта уҡ шуны әйтке килә: һәләтең булмаһа, сәхнәгә менеп маташырға ла кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт биргән көслө һәләтең була тороп та уны үҫтерә, халыҡҡа еткерә алмаҫҡа ла мөмкинһең. Барлыҡ нимәгә мин тырышлығым, арыу-талыуһыҙ хеҙмәт менән ирештем. Һәр көндә үҙ өҫтөңдә эшләмәһәң, тормошта ебеп торһаң, уңыш үҙенән-үҙе генә килмәй.
Йырсының популярлығы үҙенән генә тормай. Янында уның тауыш тембрын аңлаған, башҡарыу стиленә төшөнгән, хәрәкәт һәм мимикаһын иҫкә алған, моңоноң нескәлектәрен тойған музыкант булырға тейеш. Был йәһәттән ул күренекле баянсы Редик Фәсхетдиновҡа рәхмәтле. Радиоға һәм телевидениеға яҙҙырылған барлыҡ йырҙарын да тейәрлек улар бергә башҡарған. Ә бит Редик Әхмәт улы йырсыны ла, уның йырҙарын да оҡшатҡан кешеләргә генә уйнай. Сәнғәттә ифрат талапсан оҫта. Талантлы музыкант Рөстәм Ҡудашевтың «Илһам» төркөмө менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт йырлап ҡалһа ла, Роза был ижади хеҙмәттәшлекте һағынып иҫкә ала.
Роза Сабирйән ҡыҙының сәхнә эшмәкәрлегендә бейеклектәргә осоу ҙа, ауыр, ҡатмарлы хәлдәргә ҡалыуҙар ҙа булды. Һикһәненсе йылдарҙың урталарында сәләмәтлеге һәм шуға бәйле тауышы менән проблема килеп сыға. Медиктар оҫталығы һәм үҙенең ихтыяр көсө менән һауығып, аяҡҡа баҫа ул. Ләкин уға йырламаҫҡа ҡушалар. Үҙен йырҙан башҡа күҙ алдына килтерә алмаған Роза белгестәрҙән торған комиссия алдында йырлатып ҡарауҙарын һорай. Уны тыңлап ҡарау сараһында, журналист булараҡ, мин дә ҡатнаштым. Хәтерем яңылышмаһа, уны филармонияға ҡабат эшкә алыу-алмау, атҡаҙанған тигән исемде биреү-бирмәү кеүек сетерекле мәсьәләләр ҙә ҡалҡып сыҡҡан ине. Роза шәхсән үҙенә ҡағылған был ҡәҙәр нескәлектәрҙе ул ваҡытта белеп тә бөтөрмәгән. Шулай итеп ул залдағы сәнғәт белгестәре, мәҙәниәт чиновниктары, журналистар алдында ҡаушамайынса, халыҡты әсир иткән йырҙарының яҙмышы тик үҙ ҡулында икәнен аңлап, көрәш сәме менән сығыш яһаны. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп, йыр донъяһына ҡабат ҡайтып, рух ныҡлығы, эш һөйөүсәнлеге нәтижәһендә ул һаман да халҡыбыҙға хеҙмәт итә.
Әхәт Уразмәтов (Кәтүк) бригадаһында эшләгәндә Роза сәхнәләше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстрадала Бағанай булараҡ билдәле Фәрит Шәйхетдинов менән ғаилә ҡора. 1981 йылда улдары Руслан тыуа. Эске эштәр министрлығының юридик институтын тамамлаған Руслан Шәйхетдинов – үҙ һөнәре буйынса вазифалы эштә. Батырхан һәм Баязит исемле улдары үҫә. Кесеһе ҡойоп ҡуйған олатаһы инде, тиҙәр туған-тумасалары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө рухлы, талантлы сәхнә оҫтаһы Фәрит Шәйхетдинов ни бары 49 йәшендә вафат булды...
1996 йылда Роза Сабирйән ҡыҙына филармонияның баш администраторы вазифаһын тәҡдим итәләр. Халыҡ аҡсаһыҙлыҡтан, билгеһеҙлектән интеккән, күпселек кешеләрҙә тамаларға йөрөү ҡайғыһы булмаған заман ине.
– «Һиндә ойоштороу һәләте бар, яңы һөнәр үҙләштер әле», – тинеләр. Продюсерлыҡ эшендә үҙемде һынап ҡарарға электән дә теләгем бар ине, – ти Роза ханым. – Бер уйлағанда, администраторлыҡ йырсы шөғөлө түгел кеүек. Әммә филармонияла оҙаҡ йылдар эшләгән, барлыҡ артистарҙың ижад һәм ғүмер юлы таныш булған, сәхнәнең бөтә нескәлектәрен дә аңлаған кешенең ошо вазифала булыуы бик тәбиғи, минеңсә. Коллектив миңә үҙ ғаиләм кеүек яҡын. Һәр артистың талант дәрәжәһе, сәхнәләге урыны, хатта шәхси тормошо мәғлүм. Барлыҡ тырышлығымды концерттар ойоштороуға, уларҙың юғары дәрәжәлә үтеүен йүнәлтеүгә һалам. Һуңғы йылдарҙа залдарҙа буш урындар булмай тиерлек. Йәш таланттарға ярҙамым тейгәнде күреп, ҙур шатлыҡ тойғоһо кисерәм. Төп шөғөлөм – йырҙарыма ла иғтибарҙы кәметмәйем. Ғөмүмән, сәнғәт юлын дөрөҫ һайлағанмын, шуға күрә үкенерлек йәшәмәнем, тип ҡыуанам.
Йыр сәнғәтендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Роза Сабирйән ҡыҙы Аккучуковаға 1985 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», тағын 24 йылдан һуң, 2009 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.