Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
22 Февраль 2021, 19:40

«…Баҡыр инем. Көмөш яһаның…»

Мин бит астым яңы бер планета, Яңы океан астым — хайранға!Йәғни һине мин үҙемдә таптымБыл донъянан уҙып барғанда...

23 февраль Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәләл ефете Рауза Суфьян ҡыҙының тыуыуына 100 йыл. Бөйөк әҙибебеҙ Мостай Кәримдең ижады киң һәм фәлсәфәүи, әммә шағирҙың үҙенең бөйөк мөхәббәте – ҡатыны, илһамиәһе, кәңәшсеһе һәм төп тәңҡитсеһе Раузаға бағышланған лирик шиғырҙары, уға бағышланған хикәйәләре һәм иҫтәлектәре – ул үҙе үк мөхәббәт ҡиссаһы, башҡорт әҙәбиәтендә айырым бер сағыу күренеш.
Хәҙерге заман уҡыусыһына Мостафа Сафа улының һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары аҙ билдәле. Ул уларҙы баҫтырырға ашыҡмаған, руссаға тәржемәләре лә юҡ. Әммә өлкән йәштә лә шул тиклем дә үҙенән алдан киткән ҡатының яратыуы, өҙөлөп һағыныуы – үҙе үк күңел юғарылығының бер өлгөһө, ә беҙгә – бер һабаҡ.
Һәм Рауза Суфьян ҡыҙына бағышланған шиғырҙарҙы уҡып, мөхәббәт һәм һағыш донъяһына тағы сумайыҡ һәм хис-тойғоларыбыҙҙы сафландырайыҡ…
Мостай Кәрим исемендәге Фонд хеҙмәткәре, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева.
ТАШ ӨҪТӨНДӘГЕ ГӨЛДӘР

Һин яҙаһың: «Йылдар, юлдар буйлап
Алыҫлашҡан һайын аралар,
Һинең хаттар һүҙгә һәм наҙлауға
Һаман һараная баралар.

Мин уйҙарҙың әле лә йә дауыллы,
Йә тын дингеҙендә йөҙәмен;
Айырылышыу, ахры, һыуыталыр,
Таш итәлер ирҙәр йөрәген...»

Һин әйләнеп ҡара Уралдағы
Артта ҡалған яҙғы көндәргә,
Иҫеңдәме, хайран ҡала инең
Таш өҫтөндә үҫкән гөлдәргә?

Эҫе нурҙар гөлдөң һабаҡтарын
Шундай сәнскеле иттеләр,
Ә сәскәләр, ҡояштан күҙ алмай,
Йәйҙәр буйы хуш еҫ һиптеләр.

Әгәр уттар үткән минең йөрәк
Мөмкин икән ташҡа әйләнеү,
Һиңә булған мөхәббәтем минең –
Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме.
1945
***
Раузаға
Күпме йылдар инде йөрөтәмен
Һине йөрәгемдә,
Йөрәгемде ҡаты сәнсеү алды,
Ҡапыл үткән төндә.
Әллә ауыр ҡайғы бармы һинең?
Әллә бармы шигең?
Ә мин ҡурҡтым, юғалтам тип һине
Йөрәк ҡуйһа шиңеп.
1956
* * *
Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе
Төнгә ҡаршы бүләк итәләр.
Шуға күрә шиңгән сәскә менән
Ҡаршыланы байтаҡ иртәләр.
Бер ҡатлыраҡ шаян саҡтарымда
Ул хистәрҙе мин дә татыным,
Сөнки төнгә ҡаршы
Төнгө һуҡыр
Сәскәләрҙе мин дә ташыным.
Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам,
Ысыҡ кипмәҫ борон гөлдәрҙә;
Ҡояш сыҡҡан саҡта сәскә ҡуям
Ул баш һалған йомшаҡ мендәргә.
1964
***
Был ҡаланан китәйек беҙ, йәнем,
Йорт нигеҙе шөйлә мүкләнде,
Өмөт-хыял төшмәҫ түр башына
Бик йыш мендерәбеҙ үткәнде.
Шәүлә һымаҡ, гел эйәреп йөрөй
Уҙған ғүмер, ҡалған хәтерҙәр.
Һәм өшөтә беҙҙе зыяраттарҙан
Йөрәктәргә күскән ҡәберҙәр.
Күләгәләр, көн кисеккән һайын,
Көн сигенгән һайын, һуҙыла,
Төнгә ҡаршы, ана, тулҡындарҙа
Ярға нисек һүлпән һуғыла.
Сит ҡалаға китәйек таңда,
Яңы йондоҙ ҡалҡыр түбәлә.
Мин әйтермен: «Ана һинең яҙмыш
Йондоҙ булып күктә тирбәлә».
Сит ҡалала булмаҫ хәтерләүҙәр,
Йорт-йыһазға һеңгән ваҡлыҡтар.
Бында тороп ҡалыр мин тулаған,
Һин үпкәләп йөрөгән ваҡыттар.
Инде аҙашыр беҙҙең бала-саҡтар
Урман һуҡмағында, тегендә,
Тороп ҡалыр йәшлегебеҙ
Һине
Тәү осратҡан ҡапҡа төбөндә...
Туҡта, туҡта! Нисек инде улай? –
Йәшлек ҡалыр, ә беҙ китербеҙ.
Йәшлекһеҙ һуң унда, сит ҡалала,
Нисек кенә ғүмер итербеҙ?
Яҙҙым да үҙем ошо юлдарымды,
Үҙем ҡапыл ҡуйҙым моңайып.
...Йорттан ҡуҙғалмабыҙ, моғайын.
1969
***
Имеш, һине Хоҙай яратҡан, ти,
Салыш ҡабырғанан.
(Әйтерһең дә, уға шунан ҡулай
Нәмә табылмаған...)

Дөрөҫ түгел! Һине мин яраттым
Уттан, һыуҙан, нурҙан,
Бөтмәҫ хыял, һүнмәҫ өмөттәрҙән
Һәм бер моңло йырҙан.

Ғазап ҡуштым, йәнә шик өҫтәнем –
Әскелтем тәм һалдым,
Шатлыҡтарҙың ҡәҙерен белеү өсөн
Аҙ ғына ғәм һалдым.

Айҙар.... Йылдар... Ғүмер буйы шулай
Һине бар ҡыламын.
Һының, рухың камиллашҡан һайын,
Һинән тартынамын.

Күҙҙәреңдең тылсымынан ҡаушап,
Хатта зар буламын.
Ә шулай ҙа, һине ижад итеп,
Үҙем бар буламын.
1977
* * *
Эй, мөхәббәт! Тилерткес бер яҙҙа,
Һандуғаслы яҙҙа
Сағылда
Исеменде аҡ ҡайынға сыйҙым
Әле малай ғына сағымда.
Зәһәр ҡышта, ҡулыма ҡуҙ алып,
Боҙға яҙҙым — түгел заяға.
Елдәр менән яҙҙым диңгеҙҙәргә,
Йәшен менән яҙҙым һауаға.
Ғүмер буйы аҡ ҡағыҙға яҙам
Йә әрнеүле, йә шат мәлдәрҙә.
Яҙырҙарға миңә яҙмаһын тик
Исеменде ҡара мәрмәргә...
1977
ЯЛБАРЫУ ЙЫРЫ
Мөхәббәтем! Мине ташлама.
Көн бит әле яңы башлана.
Таң ҡуйынынан сыҡҡан алсаҡ иртә
Ысыҡ менән әле бит йыуа.
Күл өҫтөндә уйһыҙ тулҡындарҙы
Бишегенән төшкән ел ҡыуа.
Тәү өндәште кәкүк. Ергә яуған
Сәскә микән, әллә ҡар микән?
Ҡарт таш ҡына тыныс. Эскәйендә
Дәрттәр микән, әллә зар микән?
Ошо хозур сәғәттәрҙә уның
Хәлдәренә кергән бар микән?
Ташлап китмә мине. Ташлама.
Ғүмер әле яңы башлана.
Өмөттөң тик тәү саҡрымын үттек.
Күрәһе лә әле күрәһе —
Михнәт ҡара урманы әле алда,
Әле алыҫ бәхет түбәһе.
Мин бит астым яңы бер планета,
Яңы океан астым — хайранға!
Йәғни һине мин үҙемдә таптым
Был донъянан уҙып барғанда...
Үкенескә булыр, ташлама,
Һин ташлаһаң, ҡартлыҡ эләктерер,
Эләктерһә, бирмәҫ башҡаға.
Мөхәббәтем! Мине ташлама.
Донъя әле яңы башлана.
1978
РӘХМӘТ ЙЫРЫ
Был айлы төн аҡыл ярһытырлыҡ,
Сихырының юҡ сиге, иҫәбе.
Нур төштө лә ысын алмас итте
Юлда ятҡан быяла киҫәген.
Юлда инем. Гүйә, елдәр алды
Бөтә шомдо, бөтә яфаны —
Нурың төштө, йәрем, яҙмышыма.
Баҡыр инем. Көмөш яһаның.
1978
* * *
Төнгә кергәс, төштәремдә күргән
Яуҙар кисеп ҡайтҡан ат булды.
Көнгә сыҡҡас, алдарыма килгән
Һинең ҡулың яҙған хат булды.
Төш юрауым шулай хаҡ булды.
1987
* * *
Уйҙарымдың йомғағы һин,
Көндәремдең йомаһы һин,
Сауабым һин, гонаһым һин,
Яҙмышымдың йомағы һин.
1988
* * *
Йөрәгем минең тоташҡан
Йөрәгең сымдарына.
Ялҡын менән яуап бирәм
Осҡондай ымдарыңа.
Бары булды. Туңдырҙың да,
Дөрләттең дә, көйрәттең.
Ялған ауаз ғына бирмә,
Шартлатырһың йөрәкте.
1995
РАУЗА ИҪТӘЛЕГЕНӘ
Кескәй генә бер күбәләк ине,
Донъялыҡта донъя йәмләтте.
Тегендә лә һоро шәүлә булмаҫ,
Йәне уның биҙәр йәннәтте.
2003
***
Был йәй ҡоро. Күккә ҡарайым да:
«Яуыр әле, – тимен, – яуыр әле».
Рухым һүнгән саҡта сабыр итәм:
«Яныр әле, – тимен, яныр әле».
«Ҡара төндөң ҡарынында аҡ таң
Атыр әле, – тимен, атыр әле.
Мәңгелеккә киткән кешем бер саҡ
Ҡайтыр әле, – тимен, – ҡайтыр әле...»
2004
***
Һинән башҡа ерем күкһеҙ, рухым үкһеҙ.
Һин өн түгел, һин төш хәҙер, уйым ғына.
Бөгөн төндө ай нурҙары, бөгәрләнеп,
Йомарланып һыйындылар ҡуйыныма.
Йоҡом ҡасҡан ошо һалҡын аяҙ төндә
Мин йылыһын тойҙом тулған ай нурының,
Үткәндәргә ҡайтып – килеп мең ураным,
Ҡуйынымда һинең йәнең, тип юраным.
2004
Читайте нас: