Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
13 Октябрь 2021, 15:15

Нурия Ирсаева: "Атайыма оҙаҡ өйрәнә алмауым иҫтә”

Бөгөн Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Нурия Ирсаева тыуған көнөн билдәләй. Ошо күркәм байрамын менән яратҡан артисыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхеттәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Нурия Ирсаева: "Атайыма оҙаҡ өйрәнә алмауым иҫтә”
Нурия Ирсаева: "Атайыма оҙаҡ өйрәнә алмауым иҫтә”

Халыҡ һөйөүен яулаған актриса 1942 йылдың 13 октябрендә Миәкә районының Ҡанбәк ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән.

Яңы ғына тыуған сағынан әсәһенең генә түгел, тотош ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының һөйөү-наҙын татып үҫергә насип була уға, сөнки 1942 йылдың башында, ирен һуғышҡа оҙатҡанда, әсәһе Кәримә йөклө булыуын белмәгән дә була. Һуғыштың барлыҡ аяуһыҙлығына үс итеп тигәндәй тыуған Нурияға әсәһе бәләкәй саҡтан “даланлы булыр был бала” тип юрай.

Ауылда йәш балалар юҡ, ҡатын-ҡыҙҙар кистәрен бәпес һөйөргә тип Кәримә апайҙарға йыйыла. Атлап киткәс тә күрше-күлән яратып туймай үҙен, хатта әсәһенән һорап, йоҡларға һорап алып ҡайтыусылар ҙа була. Шулай итеп буласаҡ актриса бәләкәйҙән һөйөү-наҙға төрөнөп үҫә. Әсәһе лә бәпләп-наҙлап ҡына үҫтерә Хоҙайҙың бүләге булып тыуған ҡыҙын. “Шуға күрәме икән, әсәйемә бала саҡтан шул тиклем ныҡ эҫе булып, итәгенә йәбешеп тигәндәй үҫтем, ғәзизиемә булған был мөхәббәт ғүмер буйы мине оҙата барҙы. Ә бына миңә дүрт йәш тигәндә фашист лагерҙары ыҙаһын татып ҡайтҡан атайыма оҙаҡ өйрәнә алмауым иҫтә”, - тип хәтергә ала яҡындарын Нурия Исхаҡ ҡыҙы.

Әсәһенең юрауы юш килә: ысынлап та, даланлы булып сыға ҡыҙы – ҙур сәхнәләрҙә уйнай, юғары исемдәр яулай, фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡтың оло һөйөүен һәм ихтирамын ҡаҙана.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: