Рашҡорттоң бөйөк телсе ғалимы
Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тел ғилеме хаҡында лекция уҡыуы үҙе бер илаһи донъя ине. Аудитория ишеген шар асып, уң ҡулына һорғолт ҙур портфель тотҡан, аҡһаңҡырап атлаған уртаса ҡалын кәүҙәле, күҙлекле ағай килеп инә. Төрлө осрашыуҙарҙа күреп, юморлы ғына һүҙҙәренә унда-бында ҡолаҡ һалып йөрөгәс, был уҡытыусыны тәүге курстан уҡ белә инем инде.
Ул ваҡытта уҡ әле һәр тарафтарҙа билдәле, улай ғына түгел, күренекле тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы трибунаға менеп баҫа йә өҫтәл артына ултыра. Уның лекциялары тик башҡорт теле менән генә сикләнмәйенсә, тармаҡ-тармаҡ системалы төрки, фарсы, алтай, немец (әйткәндәй, немец телендә шыма һөйләшә ине), инглиз, грузин, ҡарағалпаҡ һәм башҡа халыҡ телдәре тарихын, төрлө үҙенсәлекле һәм хикмәтле хәлдәрен иҫ китмәле итеп һөйләүгә күсә. Әҙерәк тын алған арала беҙгә өндәшә:
— Мыртыйҙар, кәрәкле урындарын яҙғылап-һыҙғылап ултырығыҙ. Имтихан биргәндә, йә семинар дәрестәрендә билет һорауына яуапты мин һеҙҙән һорап та ултырмам, тик конспекттарығыҙҙы ғына күҙ алдына һалһағыҙ, шул еткән. Яҙып ҡуйылған — ташҡа баҫылған, тиҙәр аҡыллы кешеләр, шуны онотмағыҙ, — тип йылмайып та ҡуйыр.
“Лекцияла йоҡлап йә ауыҙ йырып, запискалар яҙышып ултырыу тыйыла” тигәнде аңлата ине был. Аңлаған кешегә ошо ла еткән бит инде, ойоп барған студентҡа тиргәшмәй генә әйткән һүҙҙәр шулай еткерелә уҡытыусыбыҙ тарафынан.
Яҙыусы һәм тел ғалимы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1926 йылда Сәйетбаба ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә белем ала. 1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта “Аллаһыҙ” журналында яуаплы секретарь эшен алып бара. 1932 – 1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлай. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләп алғас, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтында сит телдәр уҡытыусыһы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире вазифаһын йөкмәй.
1942 – 1945 йылдарҙа Ж.Ғ. Кейекбаев Сәйетбаба урта мәктәбе директоры, йылға яҡын “Китап” нәшриәтендә баш мөхәррир булғандан һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый.
1946 – 1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. Ул 1948 йылда филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
1949 йылдан алып тәүҙә Башҡорт педагогия институтында, һуңынан дәүләт университетында доцент, профессор, башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит телдәр факультеты деканы ул. 1957 йылдан 1961 йылға ҡәҙәр университеттың проректоры ла була. Ғилем үрҙәренә ынтылған Жәлил Ғиниәт улы 1960 йылда филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре араһынан беренсе булып фән докторы була.
Ж.Ғ. Кейекбаев уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында шиғырҙары менән гәзит биттәрендә йыш күренә башлай. Уның бихисап шиғри шәлкемдәрен Ж. Табын имзаһы менән матбуғатта күрергә була. Мәскәүҙә уҡығанда немец теленән башҡортсаға тәржемә эшендә лә әүҙемлек күрһәтеп өлгөрә. Ул ике телдең дә нескәлектәрен белә, тел мәҙәниәте талаптарын һиҙгер тоя. Шуның өсөн дә тәржемә иткәндә әҫәрҙең төп нөсхәләге яңғырашына өлгәшә. Бөйөк Гейне ише шағирҙарҙың әҫәрҙәре, Э. Вайнерит, В. Бредель кеүек авторҙарҙың шиғыр һәм хикәйәләре, Ф. Вольфтың “Доктор Мамлюк” драмаһы, бер туған Гриммдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәре стиле, дөйөм эске донъя үҙенсәлектәре һаҡланыуы менән бермә-бер әһәмиәткә эйә. Был осорҙа дөйөм тәржемә эше йүнле юлға һалынмаған да ине, ә Ж. Кейекбаевтың маһир эшмәкәрлеге айырыуса халыҡ мәҙәниәтенең үргә ынтылыш яһауына төплө йүнәлеш бирҙе.
Ж.Ғ. Кейекбаевтың киң эрудицияһы әҙәбиәт үҫешенә лә ныҡ ҡына йоғонто яһай. Ул һуғыш йылдарында төрлө темаларға ҡобайырҙар, очерк һәм хикәйәләр ижад итә. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) хаҡында шиғырҙар яҙып, уларҙы урыҫ телендә лә баҫтыра. Төп уҡытыусылыҡ, ғилми эше менән бергә балалар әҙәбиәтенә иғтибарын көсәйтә. Уның халыҡ әкиәттәре нигеҙендә (ерлегендә) ижад ителгән әҫәрҙәре айырым тупланып нәшерләнә. Ә инде һуңғараҡ яҙыусы-ғалимдың “Туғандар һәм таныштар” романы уҡыусыларҙың яратып уҡыған китабына әйләнә.
Әҙәби тәнҡиттә лә ыңғай фекерҙәр, күп кенә йылы һүҙҙәр әйтелә. Ж.Ғ. Кейекбаев — Башҡортостанда Н.К. Дмитриев башлап ебәргән башҡорт тел ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм өр-яңы үрҙәргә илтеүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек кимәлдә ойоштороусы ла.
“Башҡорт теленең фонетикаһы” исемле ҙур монографияһы ғалимдың докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға старт була. Унан һуң профессор Ж.Ғ. Кейекбаев янында башҡорт теле фәнен өйрәнеү йәһәтенән бик тә ныҡышмалы, һәләтле йәш ғалимдар (В.Ш. Псәнчин, Ә.М. Аҙнабаев, М.В. Зәйнуллин, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Н.Х. Ишбулатов һәм башҡалар) туплана. Артабан улар етәкселегендә тел белгестәре әҙерләүҙә күп эштәр башҡарыла. Оҙаҡ та үтмәй Ж. Кейекбаев “Урал-Алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы” тигән ҙур хеҙмәтен яҙа. Ғалим-педагогтың йәмғеһе 50-нән ашыу ғилми хеҙмәте туплана. Шуларҙың унлағаны айырым йыйынтыҡ булып донъя күрә һәм өҫтәл китабына әйләнә. Ул — башҡорт теленән урта мәктәптәр, педагогия училищелары һәм юғары уҡыу йорттары ҡарамағына яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.
Ж.Ғ. Кейекбаев тиҫтәнән ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләй, республикалағы фән учреждениеларының ғилми эштәрендә туранан-тура ярҙам итә, Рәсәй киңлегендәге төрлө юғары уҡыу йорттары һорауы буйынса лекциялар уҡый, фәһемле фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, форумдарҙа доклад менән сығыш яһай.
Тынғыһыҙ ғалим-педагог-яҙыусы йәмәғәт эштәренән ситтә ҡала белмәне. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлегенең совет комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты булып һайланды. Жәлил Ғиниәт улы үҙенең фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды, “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән исемгә лайыҡ булды. Ул – 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Һүҙемдең дауамында уҡытыусыбыҙҙың ижад баҫҡыстарына күтәргән хеҙмәттәренә күҙ һалайыҡ. “Зөбәй Үтәғолов” (Өфө, 1944, 1985), “Сталин тураһында ҡобайыр” (Өфө, 1944), “Урман әкиәттәре” (Өфө, 1954), “Әкиәттәр” (Өфө, 1960), “Две сказки” (Өфө, 1956), “Лесные сказки” (Өфө, 1966), “Башҡорт теленең фонетикаһы” (Өфө, 1958), “Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (Өфө, 1986), “Две сказки” (Өфө, 1971), “Введение в уральско-алтайское языкознание” (Өфө, 1972), “Туғандар һәм таныштар” романы (Өфө, 1975), “Родные и знакомые” романы (Өфө, 1961), бынан тыш йөҙләгән шиғыр, мәҡәлә, очерк, һүрәтләмә, сығыш, интервью уның киң ҡоласлы ғилемендә һәм әҙәби ижадында урын ала. Күренекле тел ғалимының хеҙмәттәренә төплө фекерҙәр әйтелә, анализ бирелә.
Шуларҙың береһенә генә иғтибар итке килә. Талантлы тел ғалимы Вәли Шәғәли улы Псәнчин бөйөк тел белгесе һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев хаҡында үҙенең “Исемдәре ҡалды илендә” мәҡәләһендә: “...Жәлил Кейекбаев һәр эштә тәүәккәл, киң һәм яңыса ҡарашлы, күп белемле, һәр саҡ яғымлы, алсаҡ, олоға ла, кесегә лә берҙәй мөләйем кеше, төрлө йүнәлештә эшләүсе арҙаҡлы ғалим ине. Ул минең хәтерҙә ана шулай кешеләрҙә һирәк була торған бөтә гүзәл сифаттарҙы үҙендә берләштереүсе, бер үк ваҡытта бөйөк тә, ябай ҙа шәхес булып ҡалды. Уның ябайлығына ла бөйөклөк хас ине шул”, — тип нарыҡлай үҙенең уҡытыусыһын. Йөрәк түренән әйтелгән был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ һәм оло ихтирам ярылып ята. Башҡа авторҙарҙың да Жәлил Кейекбаевтың ижады һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһындағы хеҙмәттәре бихисап.
Тынғыһыҙ ижади ғүмер менән солғанып, ҡайнап йәшәне бөйөк ғалим, педагог, күренекле яҙыусы. Туған тел бөйөклөгөн мәңгелеккә илтеүҙәге сикһеҙ ҙур роле уҡытыусыбыҙҙың үҙен дә халыҡ ихтирамының иң юғары, яҡты һәм изге рух бейеклегенә илтә.
Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты