Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы 1915 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыныңИглин районы) Яңы Ҡобау ауылында тыуған. Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡый.
Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһын башҡара. Тәүге башҡорт операһы булған «Һаҡмар»ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин «Кенәз Игорь», Арлекин — Р. Леонкавалло, «Паяцы», Бомелий — Н. А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше», Юламан — Н. Чемберджи, «Ҡарлуғас», «Салауат Юлаев» — Заһир Исмәғилев, «Салауат», Ғәйнулла — З. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операларында ҡатнаша.
Режиссер булараҡ, Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын, «Шәүрә» операһын, үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» комик операһын, П. Чайковскийҙың «Пиковая дама»һын, Ж. Бизеның «Кармен»ын, А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Х. Әхмәтовтың «Замандаштар» операларын ҡуя.
Мәғәфүр Хисмәтуллинға 1949 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», дүрт йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы», тағы ике йылдан — Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1965 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр, ә 1969 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. Йырсы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.
Һоҡланғыс шәхес 2004 йылдың 5 октябрендә вафат була.
Википедиянан.