Шоңҡар
0 °С
Облачно
Затлы заттар
24 Марта 2022, 03:45

Әминә Шафиҡова тыуған көнөн билдәләй

Әминә Ивний ҡыҙын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, яуаплы вазифаһында уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Әминә  Шафиҡова тыуған көнөн билдәләйӘминә  Шафиҡова тыуған көнөн билдәләй
Әминә Шафиҡова тыуған көнөн билдәләй

Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында тыуған. Урта махсус музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор Н. Г. Хәмиҙуллина класы) тамамлай.

1997—1999 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында ассистентура-стажировка үтә[2].

2004 йылдың сентябренән 2008 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш консультанты.

2008—2010 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры.

2010 — 2012 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы ректоры.

2012 йылдың 5 октябренән — Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Эшендәге ҡаҙаныштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» — Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәте[3]
  • Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2005)
  • «Пианелло валь тидон» халыҡ-ара конкурсы дипломанты (Италия, 2004)
  • «Өмөт. Таланттар. Оҫталар» халыҡ-ара конкурсының 2-се премияһы лауреаты (Добрич, Болгария, 2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • «Музыкаль де франс» халыҡ-ара конкурсының 2-се премияһы лауреаты (Париж, 1996)
  • Нариман Сабитовисемендәге I конкурстың 2-се премияһы лауреаты (Өфө, 1995)

 

"Башҡорт Википедияһы"нан.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас