Ҡырҡ сыраҡтың береһелер
Сабырлығы ҡатын-ҡыҙҙың.
Яңғыҙ ҡалһа, ҡалыр мәңге,
Усаҡ яғыр табып ҡуҙын.
Өҙөлөргә торған ҡылы
Күңеленең сыңлап китер.
Тишектәрҙе ямағанда
Юҡтан барҙы тулы итер.
Ҡаты-ҡыҙҙың сырағы күп,
Һндырмаҫтар һынағанда.
“Ыһ” та тимәҫ бөгөлгәндә,
Керпек ҡаҡмаҫ тын алғанда.
Ҡырҡ сырҡтың береһелер
Ғорурғы ҡатын-ҡыҙҙың.
Сыраҡтарым яна әле,
Һүндермәйем ғүмер ҡуҙын.
ххх
Гөлмирә Бикбулатова
Тоя инем серле ҡарашыңдың
Йылы тулҡын булып бөркөлгәнен.
Хистәр ҡайнауынан йөрәгемдең
Белһәң ине, нисек өҙөлгәнен.
Ваҡытлыса ғына беҙҙең хистәр,
Яҙмыштарҙы бәйләмәҫ ул һис тә.
Серебеҙҙең сере булып ҡалыр,
Мәле булып ҡалыр ҡайнар кистәр.
Ххх
Юл сатында торам, аҙашҡандай,
Ҡайҙа тартыр ашар ризығым?
Уңда уңып, һулда туңырға ла
Һинең менән бергә ризамын.
Булмышымдан мин – ут, дөрләп янам,
Бөрөштөрә ялмап ялҡыным.
Һин – һүндерер дарья, күңелемә
Тейә күрмәһен тик һалҡының.
Ут менән Һыу бар Ғаләмдә
Йәнәш йөрөр йәндәр шикелле.
Хәләл генә йәрем никахлашҡан –
Һин – минеке,мин бит – Һинеке.
Ххх
Мин – һандуғас һайрар талда,
Ә һин наҙы яҙҙарҙың.
Төшөм өнгә әйләнде лә,
Һин йоҡонан яҙҙырҙың.
Уйҙарымдан уйылдыра
Һиңә булған һөйөүем.
Күңел боҙон иретерме
Утһыҙ янып-көйөүем?!
Ххх
Ете юлдың берен һайлап,
Етәкләшеп, юл башланыҡ.
Бер яҙмышҡа хужа булып,
Киләсәккә күҙ ташланыҡ.
Томанында аҙаштырҙы,
Күшектерҙе ел-дауылы.
Өлөштө беҙ бер иткәс,
Артта ҡалды иң ауыры.
Тайғанымда таянырға,
Терәлергә хәләлем бар.
Һинең менән ғүмер көҙөн
Бергә-бергә үтәһем бар.
Ххх
Телефоным өнһөҙ.Бармаҡтарым
Эҙләй һинең һандарыңды.
Хаттар яҙған араларҙа
Күҙаллайым һындарыңды.
Бәхетме был, йылдар аша
Осраның һин юлдарымда.
Һинең менән донъя көтәм
Хыялымда, уйҙарымда.
Бәхәсләшәм,көйәм,янам,
Яратҡас ни, ғәфү итәм.
Йәшәмәһә хыял донъям,
Өндәремдә һине көтәм.
Ххх