Фәнәүи Зиҡаф улы Сәлихов 1957 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Исхаҡ ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, ул һигеҙ бала араһында дүртенсе була. Әсәһе Нәфиға Хәйерлевара ҡыҙы. Атаһы Зиҡаф Сәлихов, бейеүсе.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡаҙағстанда, ағаһында йәшәй, заводта эшләй. Армия хеҙмәтенән һуң Нефтекама автозаводының үҙ бушатҡыс машиналар етештереү цехына эшкә инә.
1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса (педагогы профессор Ғәлимуллина Рәйсә Ғәле ҡыҙы) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийы солисы булып эшләй башлай. Артабан бер аҙ Екатеринбург опера һәм балет театрында хеҙмәт һала. 1988 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йырлай.
Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002).
Фәнәүи Зиҡаф улы 1993 йылдан алып Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йыр бүлегендә уҡыта. 2000 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль белем биреү кафедраһы доценты, 2008 йылдан — профессоры.
Башҡорт Википедияһынан.