Билдәле архитектор, «Торатау» конгресс-холы проекты авторы Ришат Муллагилдин вафат. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына хәбәр итә.
Ришат Усман улы Муллагилдин 1969 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуған. Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. Токиола Шибаура технологик институтында стажировка үткән, Кейо университетында уҡыған. 1994 йылдан — «Моспроект-2» йәмәғәт биналарын һәм ҡоролмаларын проектлау буйынса идаралыҡ архитекторы, 1998-1999 йылдарҙа — «Nihon Sekkei» проект фирмаһы архитекторы, бер үк ваҡытта 1999-2001 йылдарҙа Японияла Шибаура технологик институты архитектор-инструкторы, 2005 йылдан — «RAUM Architects» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты (Өфө).
Өфөлә Ришат Муллагилдиндың проекттары буйынса Конгресс-холл төҙөлдө, «Аҡбуҙат» ипподромы реконструкцияланды (икеһе лә 2007 йылда Япония архитекторы Киокадзу Араи менән бергә). Архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм дизайндың көнүҙәк проблемаларына арналған 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт, күргәҙмә каталогтары, «Рәсәй архитектураһы буйынса белешмә» йыйынтығы (Токио, 2002 йылда япон телендә) авторы. «ARX Awards» милли премияһы (2006, 2007; икеһе лә — Мәскәү), шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008). Башҡортостан Президентының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе булды, япон телен камил белә ине. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәне.
Фото: "Башинформ"