Урамда балалары менән саф һауала йөрөргә сыҡҡан күренекле артист, йырсы Алһыу Бәхтиеваны күреп, уның хаҡында гәзиткә яҙыуымды үтенеүҙәрен әйткәс, аптырап китте.
— Яңыраҡ ҡына “Башҡортостан ҡыҙы” журналында мәҡәлә баҫылды бит, — тине.
— Һәр баҫманың үҙ уҡыусылары. “Башҡортостан”ды алдырыусылар ҙа яратҡан шәхестәренең тормошо менән ҡыҙыҡһына, — тип осрашып һөйләшергә килештек.
— Улай булғас, иртәгә мунсаға барып киләм дә иртәнән һуң аш һалам, Зәйнәпкә ҡорбан салдырғайным, шуның итен ауыҙ иттерермен, — тине.
Башҡорттоң ихласлығына, ҡунаҡсыллығына хайран ҡалырлыҡ. Килгән кешеләрҙе лә ул таҙарынып, һый-хөрмәт менән ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән.
Әммә килешкән ваҡытта осрашып булманы. Бер нисә көндән һуң килһәм, Алһыу эш буйынса сығып киткән, ә өйҙә шау-гөр килеп өс бәләкәй бала ҡаршыланы.
— Ҡайынбикә хәҙер ҡайта, әйҙә, үтегеҙ, — тине ҡулына сабый бала күтәргән йәш кенә ҡатын. Алһыуҙың килене икән. Залда уйнап ултырған улы Тимерхан һәм ире менән Силәбе яҡтарынан килгәндәр. Йүгереп килеп күрешкән ҡара бөҙрә сәсле алсаҡ ҡыҙыҡай Алһыуҙың ҡыҙы Фатима булып сыҡты. Ә ҡулындағы бәпәй Зәйнәп икән. Танышып бөтөүгә, хужабикә лә ҡайтып инде. Тиҙ генә һөйләшергә тип аш бүлмәһенә үттек.
— Һеҙ, апай, беҙҙең тормошҡа, шау-шыуға иғтибар итмәгеҙ инде, мин үҙ эшем менән булыша торайым, һеҙ һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ, эш араһында һөйләрмен, — тип Алһыу аш-һыу әҙерләргә тотондо. Ул арала ҡыҙы килеп нимәлер һораны, бәләкәсен ашатып алырға ваҡыт еткән икән, тамағына хәстәрләне. Ишектә ҡыңғырау ишетелде, ҡустыһы ҡайтып инеп, ҡатыны, улы менән Баймаҡҡа оло юлға йыйына башланылар. Алһыу тиҙ генә уларҙы ашатып, сәй эсереп, күстәнәстәрен биреп оҙатып ҡалды. Йәнә кемдер килде: уныһы ағаһының ҡыҙы булып сыҡты. Өфөлә уҡып, юғары белем алған, Алһыуға килеп йөрөй. Әле лә үҙ өйөндәге кеүек, аш бүлмәһенә инеп, эшкә лә тотондо.
Тағы ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Массаж яһаусы ҡатын хәл белергә килгән. Бер юлы әллә күпме һөт ризыҡтарын күстәнәс тип ҡалдырып китте. Алһыу уны ла сәй менән ихлас һыйланы. Табынындағы үҙе ҡойған ҡоймағы, тәмле бәлеше менән ҡарағат, йүкә япраҡтары һалып бешергән хуш еҫле сәйҙе эсеп, әңгәмәбеҙҙе саҡ башлап ебәрҙек.
Тағы әллә күпме тапҡыр бүленергә тура килде. Кемдер телефондан шылтырата. Мин Фатима менән уйнап алырға ла өлгөрәм. Ул табип булып, йөрәгемде тыңлай, ауыҙымды астырып, тештәремде ҡарай, невропатолог булып, таяҡ менән тубыҡтарыма, ҡулдарыма һуҡҡылап сыға... Вәт, замана балаһы, өс йәшендә нимә генә белмәй. Ҡыҫҡаһы, мәж килдек. Тиҙ генә тигән әңгәмәбеҙ 3-4 сәғәткә һуҙылды.
Ана шундай бәхетле мәшәҡәтле тормош менән йәшәп ята бөгөн тамашасылар яратҡан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло йырсы Алһыу Бәхтиева. Түбәндә һеҙгә уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
— Уҡыусылар, тамашасылар һине юғалтты. Алһыу Бәхтиева ҡайҙа булды, ниңә күренмәй, тиҙәр...
— Аллаға шөкөр, бер-бер артлы ике ҡыҙ табып, өйҙә ятам. Азамат улым бер үҙе үҫкәс: “Мин кем менән уйнайым?” — ти торғайны. Хәҙер ҡыҙҙарым Фатима менән Зәйнәп бер-береһенә әүрәп уйнай. Икенсеһе әлегә бәләкәй, әлбиттә, бер аҙ үҫә төшкәс, үҙ-ара дуҫ, татыу булып, бер-береһенә терәк-таяныс тойоп йәшәрҙәр, тип ышанам.
— Ҡыҙҙарҙы үҫтереү, тәрбиәләү бөтөнләй икенселер ул...
— Тормошомдоң шатлыҡлы мәлендәме, ҡыйын саҡтамы — гел атайым менән әсәйем төшөмә инә. Улар мине бәлә-ҡазаларҙан иҫкәртә, хәүефтәрҙән һаҡлай, яҡшыға йүнәлтә. Фатима ҡыҙымды тапҡас та әсәйем төшөмә инде: “Икенсеһен дә тап, ҡыҙ булыр, бер-береһенә әхирәт булып үҫерҙәр”, — тине. Әсәйем үҙе лә ҡустым менән икебеҙҙе 40 йәште үткәс тапҡан. Шуға, әсәйемдең кәңәшен тотоп, уның йәшендә икенсе ҡыҙымды, Зәйнәбемде, табырға батырсылыҡ иттем. Унан, Азаматым ҙурайҙы, бергә һөйләшеп ултырып сәй эсәйек тиһәм дә, тегендә барырға кәрәк, бында өлгөрөргә тейешмен, ти ҙә сыға ла йүгерә. Бәй, бер үҙем ултырып ҡалам бит, тип иптәшкә ҡыҙҙар булыуын теләнем.
Шөкөр, бәләкәсенә 10 ай. Тәүге алты айҙа ҡыйыныраҡ булды инде. Әсәйемдән, өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыларымды — түшелдерек, сәсмәү, боронғо һауыттар, ҡул эштәре, мандолина, атайым үҙе эшләгән һандыҡ, көйәнтә, өләсәйҙән ҡалған патефон — барыһын да аманат итеп ҡалдырырлыҡ балаларым бар, тип һөйөнәм. Әсәйем мине гел үҙе менән бергә эйәртеп йөрөнө. Ҡайҙа ғына бармай инек беҙ уның менән, урмандарҙағы, туғайҙарҙағы еләклек, ҡарағатлыҡ урындарын да белә инем. Уның һөйләгәндәренең бөтәһен дә, һурғыс кеүек, үҙемә һеңдереп йөрөгәнмен. Мин уның бәләкәс кенә һаҡлаусыһы ла, яҡлаусыһы ла, серҙәше лә булғанмын.
Әле үҙем дә ҡыҙҙарыма шундай әсәй булырға тырышам. Фатима: “Әсәй, зинһар, шуны эшләйек әле, йәки шуны бир әле, шунда барайыҡ әле”, — тиһә, бер ваҡытта ла “юҡ!” тип әйтмәйем. Йомошон үтәп киткәндән һуң һәр саҡ “Бәхетле бул!” тип теләп ҡалам. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатлайым. Балаларға бөтә изге теләктәр, яҡшы ғәҙәттәр әсәйҙәрҙән генә.
Үҙ балаларыма ғына түгел, бөтә туғандарыма йылы мөнәсәбәттә булырға тырышам. Барыһы ла Өфөлә Алһыу апайҙары барын белеп, ышанып, күҙ төбәп киләләр. Күреп тораһығыҙ, һеҙ барҙа ғына ла әллә нисә туғаным килеп китте. Мин — улар өсөн запас аэродром. Ағайҙарымдың, апайымдың балаларына әсәйҙәрсә кәңәштәремде биреп, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Ҡыҙ туғандарымды һалма, туҡмас ҡырҡырға ла, бәлеш бешерергә лә — бөтә ҡатын-ҡыҙ эшенә өйрәтәм. Буласаҡ әсәйҙәр бит улар. Минең ҡыҙҙарымды ҡарашып та әсәй булырға өйрәнә торалар.
— Ҙурайып бөткән малай үҫтергәндән һуң яңынан әсәлек бәхетен кисереү ниндәй тойғолар уятты?
— Азамат улымды йәшлек менән нисек үҫтергәнемде лә белмәнем. Ул 12 апрелдә тыуҙы, 20-һе эшкә сыҡтым. Илдә үҙгәртеп ҡороу барған замандар. Эш хаҡы түләмәйҙәр. Гастролгә сыҡһаң, көнөнә 100 һумдан командировка аҡсаһы бирәләр. Бер аҙна йөрөп килһәк, Фәрүәз менән икебеҙгә 1400 һум була торғайны. Заманы өсөн ҙур ғына аҡса ине ул. Туйға өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Әсәй үҙҙәренең диванын, атай үҙе яһаған өҫтәлен алып килде.
Аҡса ла юҡ, аҡсаһы булһа, әйбере юҡ. Әҙ булһа ла донъяны ҡотайтырға тип тә сығып киткәнбеҙҙер инде һигеҙ көнлөк бала менән. Ауылға барып инәбеҙ ҙә иң беренсе: “Һеҙҙә сәңгелдәк бармы?” — тип һорайбыҙ. Кешегә төшкәс тә, йүргәк йыуырға тотонам. Балаға исем дә ҡушмағанбыҙ. Хәйбулла районының Әбеш ауылында Хәсән тигән мулланан улыбыҙға исем ҡуштырҙыҡ. Шулай булһа ла бер концертта 12-шәр йыр башҡара инем.
Аҙаҡ Өфөгә күсеп килгәс тә, Азаматҡа 4-5 йәш тирәһе булғандыр, музыка мәктәбенә йөрөтә башланым. Аҙнаһына дүртәр көн төрлө дәрестәрҙә шөғөлләнә. Унан телевидениеға “Тамыр”ға йөрөнө, вокаль студияла шөғөлләнде, йырҙар өйрәнде, уларҙы яҙҙырып, альбомын сығарҙыҡ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла балалар ролен башҡарҙы. Бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышып, кис хәлдән тайып ҡайтып инә торғайны. Шулай йүгереп йөрөп нисек үҫкәнен дә белмәй ҡалғанмын. Хәҙер ҡыҙҙарым менән бөтөнләй икенсе төрлө әсәлек тойғолары кисерәм. Бер ҙә һигеҙ көндән эшкә сыҡҡы килмәй. Бала, ғаилә беренсе урында, тип ҡарай башлайһың. Һәр көнөмә ҡыуанам. Иртән уянып китһәм, бер яғымда — бер ҡыҙым, икенсе карауатта икенсеһе мышнап йоҡлап ята. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни ул әсә өсөн! Баланың тәмен белеп, һәр һүҙенә, атлап китеүенә ҡыуанып, уларҙы күҙәтеп туя алмайым.
— Театр тормошонда ҡатнашмаһаң да, белеүебеҙсә, яңы йырҙар яҙҙырып тораһың. Ике бәләкәй бала менән нисек өлгөрәһең?
— Беҙҙең халыҡта: “Өлгөр кеше бер ҡул менән дә күпте башҡара, ялҡауға ике ҡул да етмәй”, — тигән әйтем бар. Баланы бәүелткәндә ҡолағыма ҡуйып яңы йыр тыңлайым. Берәй туғаным килергә булһа, урамға сығып, башҡара торған эштәремде планлаштырып ҡуям да улар инеүгә йүгереп бара һалып әйләнәм. Туғандар бит өҫтәл артында ашап-эсеп ултырғанда ғына түгел, ауыр саҡта терәк-таяныс булырға ла кәрәк. Унан һуң туғандар шулай бәләкәйҙән аралашып үҫһә, бер-береһен таный, ҙурайғас та ташлашмай.
Телефон аша бәйләнешкә инеп тә ижад итергә тырышам. Өйҙә балалар менән ятһам да, сәнғәт донъяһынан айырылдым, тип әйтә алмайым. Яңыраҡ “Башҡорт йыры”нда сығыш яһаным. Күренекле актрисабыҙ Рәғиҙә Янбулатованың юбилейына арналған хәтер кисәһендә “Йәнбикә” спектакленән өҙөк күрһәттек, шунда ҡатнаштым, туйҙарҙы, юбилей кисәләрен дә алып барам. Мин бит 12 йыл ЗАГС-та ла эшләнем. Киров районы никахтарҙы теркәү тантаналарын беҙҙең театрҙа үткәрә ине. Шунда башҡортсаһын мин алып бара торғайным. Онотмай, иҫкә алып әле лә саҡырып торалар.
— Ҡыҙҙарыңа ниндәй бишек йырҙары көйләйһең, үҙең сығараһыңмы?
— Күберәк доғалар уҡыйым. “Аятел көрси”, “Фатиха”, “Нәс”, “Фәләҡ” сүрәләрен көйләйем, шуға йоҡлайҙар. Фатима ҙурыраҡ булғас, уға әкиәттәр кәрәк. Күберәк уйлап сығарып һөйләйем. Артабан үҙе дауам итә.
Өләсәйем менән йәшәгәндә: “Пионер ҙа, комсомол да бул, балам, тик күңелеңдә ҙур бер илаһи көс барлығын онотма”, — ти торғайны.
Икенсе ҡыҙым Зәйнәп тыуғас та бик ауыр хәлдә булды. Реанимацияла ла яттыҡ, әллә күпме ҡан да ебәрҙеләр. Үпкәһе шешеп, үҙен генә айырып һалып ҡуйҙылар. “Бер нисә сәғәтлек кенә ғүмере ҡалған”, — тинеләр. Ҡайттым да үҙемде ҡайҙа ҡуйырға, нимә эшләргә белмәйем. Шунан төнө буйы таң атҡансы “Ҡолһуалла”ны мең тапҡыр уҡыным. Аҙаҡ, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп: “Үҙеңдең ҡөҙрәтеңде күрһәт! Баламды һауыҡтыр, зинһар!” — тип үтендем. Иртән ни үле, ни тере тигәндәй, аяҡтарымды саҡ һөйрәп киттем дауаханаға. Барһам, табиптар: “Ҡайҙа һөтөң, килтерҙеңме?” — тип торалар. Минең иҫ-аҡылым китте. Үҙҙәре лә аптыраған: “Үлә тигән бала ҡапыл шәбәйҙе лә китте”, — тиҙәр. Бына бит доғаларҙың көсө ниндәй! Ысын күңелдән Хоҙайға табынып һорарға кәрәк. Әсәйҙәрҙең изге теләктәре ҡабул була ул. Шуға кис ятһам да, иртән торһам да, балаларыма ҡарап ҡыуанам да шөкөр ҡылам, бәхеттәре булһын, тип теләйем.
“Төнгө өсөнсө яртыла күк ҡабағы асыла, бөтә донъя тынып ҡала, шул саҡта теләктәр теләп ҡалырға кәрәк. Ҡар яуғанда ла, ямғыр яуғанда ла фәрештәләр осоп төшә, шул ваҡыттағы теләктәр ҡабул була”, — ти торғайны өләсәйем. Мәлен белеп, изге ниәт менән ихлас уҡырға кәрәк доғаларҙы.
— Үҙең дә күп балалы ғаиләлә үҫкәнһең, шикелле...
— Әсәйем һигеҙ бала тапҡан. Әсәйем дә, атайым да юҡ инде хәҙер был донъяла. Әле минең кеүек өс бала тапҡан ҡатындарға күп балалы әсә тиҙәр. Мин ниндәй күп балалы әсәй булайым инде. Бына беҙҙең әсәйҙәр 8-10-ар бала табып, күпме йоҡоһоҙ төн үткәргән, һәр балаһын туғыҙар ай йөрәк аҫтында йөрөтөп, яҡты донъяға тыуҙырған. Бына улар ысын мәғәнәһендә герой-әсәләр. Етмәһә, балаларына ниндәй тәрбиә, белем биргәндәр!
Атай-әсәйебеҙ ауылда абруйлы кешеләр, уҡытыусылар ине. Мәктәптән һуң йә политуҡыу дәрестәре, йә агитация үткәрергә сығып китәләр. Беҙ, өйҙәге балалар, бөтә эште үтәп ҡуябыҙ. Бер кем дә, шуны эшлә, тегене, тип әйтмәй, һәр кем үҙ бурысын белеп башҡара. Беребеҙ мал ҡарай, икенсебеҙ ашарға бешерә, кемдер һыйыр һауа йә һыу килтерә. Күмәк балалар үҙҙәре бер-береһен тәрбиәләй, эшкә өйрәнеп, үҙаллы булып үҫә. Унан туғанлыҡ тойғоһо ла көслө, бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ. Ҡалалағы балаларға эш юҡ, шуға Азамат улымды бәләкәй саҡта, эшкә өйрәнеп үҫһен тип, йәйге каникулда күберәк ауылға ебәрә торғайным.
— Балалар үҫтергәндә атай-әсәйеңдең тәрбиә алымдарын да ҡулланаһыңмы?
— Әлбиттә. Беҙҙең нәҫел — данлыҡлы уҡытыусылар династияһы. Атайым Исмәғил менән әсәйем Рәйсә — күп күренекле шәхестәр тәрбиәләгән ысын мәғәнәһендәге халыҡ уҡытыусылары. Әсәйемдең әсәһе Сәйҙә өләсәйемдең әсәһе Хәнифә ҡартөләсәй Баймаҡ районында беренсе уҡытыусы булған. Ул ҡыҙҙарҙы уҡытҡан һәм тәрбиәләгән. Үҙеңде нисек кеше араһында тоторға, нисек аш-һыу әҙерләргә, башҡа өй эштәренә, буласаҡ әсәләргә кәрәге тейәсәк барлыҡ һөнәрҙәргә лә өйрәткән.
Сәйҙә өләсәйем бик оҫта тегенсе булған, ыҫпай итеп кейенеп йөрөргә яратҡан. Ул бер ваҡытта ла кәлүш кеймәне, аяғында туфли, өҫтөндә матур күлдәк, пинжәк булды. “Ихатаның ҡапҡаһы аша атлап урамға сығаһығыҙ икән, хатта 5-10 метр аралағы колонкаға һыуға барғанда ла матур итеп кейенегеҙ”, — ти торғайны. Һәр ваҡыт көҙгөһө янында булды. Сабыр холоҡло ине, һәр нәмәне ипләп кенә аңлата торғайны. Кәңәштәре һәр ваҡыт иҫемдә. Өләсәйем үлгәндә миңә 21 йәш ине. Һаман күҙ алдымда: табынға самауыр ҡуя ла тәүҙә ике сынаяҡ эҫе һыу эсә. Шунан бер аҙ ултырғандан һуң ғына сәй яһай. Хәҙер табиптар иртән торғас та башта һыу эсергә кәрәклеген әйтә бит, шуны ябай ауыл әбейе элек үк ҡайҙан белгән тиһең.
Иретелгән май ашайҙар ине. Ҡаймаҡтың ауыр ризыҡ икәнен белгәндәр. Сәйҙе шәкәр-кәнфит менән эсмәнеләр, ә киптерелгән еләк, бөрлөгән кеүек емештәр ҡушалар ине. Икмәкте ҡара ондан, ҡомалаҡтан сүпрә яһап бешерҙеләр, өләсәйҙең яҡшы һүҙе, тәмле ашы, әсәйемдең һәр төрлө ҡул эштәренә өйрәтеүе, хеҙмәт яраттырып үҫтереүе — барыһы ла күңелгә һеңгән. Тормошомда улар — рухи таяныстарым. Балаларымда ла шундай сифаттар тәрбиәләй алһам, әсәлек бурысымды үтәр инем, тим. Балалар өсөн әсә — үҙе иң беренсе өлгө. Мин эшһеҙ тора алмайым. Бер-ике сәғәт бер нәмә лә эшләмәһәм, үҙемдән ояла башлайым.
— Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете нимәлә тип уйлайһың: танылған билдәле кеше булыуҙамы, етеш тормошта ир ҡанатына ышыҡланып йәшәүҙәме, әллә балаларым тип өҙөлөп тороусы әсә булыуҙамы?
— Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “Кемгә нимә етмәй, шуны бәхет тип уйлай”, — тигән. Аллаға шөкөр, минең бөтә нәмәм дә бар: яратҡан эшем дә, көтөп алған тамашасыларым да, фатирым да, машинам да, ҡаланан ситтәге ауылда 15 сутый ерҙә ике ҡатлы өйөм дә, мунсам да, иң мөһиме, өс тағандай өс балам бар. Шуларҙан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме ни?! Хоҙайҙан көнө-төнө балаларыма һаулыҡ, ғүмер, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға үҙемә көс һорайым.
— Ҙур ҡыҙың һине телевизорҙан күргәндә әсәһенең танылған йырсы икәнен беләме?
— Азамат улым бәләкәй сағында, атаһы Фәрүәз Урманшин диктор булып телевидениела эшләгәндә, уны күреп ҡалһа, бара ла экранда битен һыйпап ҡарай ине. Ә Фатима мине күрһә: “Әсәйем йырлай”, — тип таный. Үҙе лә йырлап маташа. Бер уйынсыҡ ҡалағын ауыҙына ҡуя ла мотлаҡ ултырғысҡа баҫып: “Ай-яй, ай-яй, ай-яй”, — тип көйләй ҙә үҙенә үҙе ҡул саба, башҡаларҙың да сәпәкәй итеүен һорай.
— Республикабыҙҙа бәләкәйҙән “Тамыр” йондоҙо булып танылыу яулаған улың Азамат Урманшин киләсәк һөнәре итеп ниңә сәнғәтте һайламаны икән?
— “Икегеҙ ҙә йырсы, минән дә йырсы яһамағыҙ”, — тине. Ирҙәрсә һөнәр һайлайым, тип юрислыҡҡа уҡып сыҡты. Эшҡыуарлыҡҡа ла һәләте бар. Әле әҙерәк үкенә биреберәк тә ҡуйғылай. Армияла бер-ике тапҡыр башҡортса йырлап күрһәткән икән, бик оҡшатҡандар.
— Ҡайҙа хеҙмәт итә? Бынауындай хәүефле заманда армияға ебәрергә ҡурҡманыңмы?
— Ир-егеткә армия бик кәрәк. Нығынып, тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәнеп ҡайтыр, тип уйлайым. Әле үк шул һиҙелә. Һамар ҡалаһында хеҙмәт итә. Разведка-десант ғәскәрҙәренә эләгеүе лә — һалдаттар өсөн үҙе үк бер оло тормош мәктәбе. Алла бирһә, майҙа ҡайтыр ваҡыты ла етә. Артабан ҡайҙа эшкә керер йәки уҡырға теләрме — уныһы үҙенең ихтыярында. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, иҫән-һау йөрөп ҡайтһа, бөтәһе лә үҙ ҡулында.
— Буш ваҡыттарыңда нимәләр эшләргә яратаһың, тип һораһам, уңайһыҙыраҡ та, ике сабый бала менән ваҡытың да юҡтыр инде...
— Ысынлап та, буш ваҡытым бөтөнләй юҡ. Булһа ла шул балалар менән мәж килеп үтә. Ҡайһы бер кешеләр асыуланыпмы, үпкәләпме туған-тыумасаһына, дуҫтарына әллә ниндәй яман теләктәр әйтеп ҡуя. Мин, башҡаларға насарлыҡ теләүҙән Хоҙай һаҡлаһын, тим. Ундайҙарға: “Бер юлы рәттән ике бала тапһындар”, — тип кенә көлөп ҡуям. Шул саҡта бүтәндәр менән булышырға ваҡыттары ҡалмаҫ ине. Ә былай әҙ генә форсат тыуһа ла, яңы йырҙар әҙерләргә тырышам. Оҙайлы ялдан һуң эшкә сыҡҡанда тамашасыларым алдында балҡып күренергә теләйем.
— Репертуарыңда үҙенсәлекле моңло композитор Юлай Үҙәнбаевтың йырҙары байтаҡ. Был ижади дуҫлыҡ һеҙҙең Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында бергә эшләгән йылдарҙан киләлер...
— Сибайға килгәс, Буранбай Исҡужиндың “Һуңғы аҡсарлаҡ” тигән пьесаһындағы Әсифә тәүге ролем булды. Ул — элекке уҡытыусы, аҙаҡ эскелеккә һалышҡан, хәҙер мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ҡатын образы. Ошо спектаклдә башҡарылған йыр тамашасылар тарафынан бик яратып ҡабул ителде һәм халыҡ араһында киң таралды. Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Абыстай” әҫәрендәге “Төн” тигән йыр ҙа, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар” пьесаһындағы “Торналар” йыры ла спектаклдәрҙән тыш айырым йыр булып йәшәп алып китте.
Дөрөҫ әйттегеҙ: беҙҙең ижади дуҫлыҡ егерме йылдан ашыу Сибайҙан бирле килә, Сибайҙа ла, әле лә бер йортта күрше подъездарҙа ғына ғаиләләр менән дуҫ булып, аралашып йәшәйбеҙ. Мин Юлай Үҙәнбаевтың егермеләгән йырын башҡарам. Рәшиҙә Мәһәҙиева һүҙҙәренә яҙылған “Яңғыҙ ҡатын” тигән йырҙы ла тамашасылар бик яратты. Яңыраҡ ҡына Фирүзә Абдуллинаның “Беҙҙең йәрҙәр” исемле шиғырына Юлай матур йыр ижад итте. Уны һеңлем Зилиә Бәхтиева менән бергә башҡарҙыҡ, радиоға ла яҙҙырҙыҡ.
Әлбиттә, башҡа композиторҙар менән дә эшләйем. Мәҫәлән, Зөһрә Фәйзуллина апай менән дә ижади дуҫлығыбыҙ Сибайҙа башланды. Уның “Мәктәп вальсы” тигән йырын йыл һайын уҡыуҙар тамамланыр алдынан һуңғы ҡыңғырау мәлендә йә үҙемде сығыш яһарға саҡыралар, йә музыкаһын һорап алалар. Һүҙҙәрен дә, көйөн дә Зөһрә апай үҙе яҙған. Был йыр республика уҡыусылары араһында бик популяр.
Тағы ла бер йыр хаҡында айырым әйткем килә. Ризван Хәкимовтың Марат Кәбиров һүҙҙәренә яҙған “Һандуғас”ын өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, хатта балалар ҙа ярата. Был йырҙы Ризван ағай ҡатыны Нәфисә апай үлгәс 2001 йылда яҙған, үҙе бер аҙ башҡарған да шул килеш ятҡан, берәүгә лә бирмәгән. Һағышлы ла, моңһоу ҙа, үҙәкте өҙә торған йыр.
Репертуарымда етмешләгән йырым бар. Йәш барған һайын күңел нығыраҡ халыҡ гәүһәрҙәренә тартыла. “Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Таштуғай” кеүек үлемһеҙ йырҙарҙы күберәк башҡарғым килә.
— Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә, хужабикә булараҡ, табынға ниндәй яратҡан ризыҡтарыңды әҙерләйһең?
— Ой, аш-һыу әҙерләргә шул тиклем яратам. Мотлаҡ Баймаҡса, башҡортса бишбармаҡ бешерәм. Өҫтәлемдән бер ваҡытта ла ҡорот өҙөлмәй. Сейә япрағын һалып буҙа ҡоям. Эсенә ҡара слива, алма тултырып ҡаҙҙы мейескә ҡуям. Йөҙөмлө, итле былау бешерәм, әллә нисә төрлө салат әҙерләйем. Тиҙ генә эшләй торған торт рецебым бар. Эслегенә төрлө нәмәләр һалған бәлештәрҙе лә бик яратып ашайҙар. Ҡайһы саҡта юҡтан бар яһайым. Ҡарап тороуға әллә нәмәләр ҙә булмай өйҙә, әммә барынан да бына тигән ризыҡтар бешерергә тырышам.
— Шағир әйтмешләй, ҡар өҫтөндә усаҡ яға торған ҡатындарҙан икәнһең...
— Аллаға шөкөр. Фатирымдың ишеге ябылғаны юҡ. Яңы йылға шулай әллә күпме аш-һыу әҙерләп, өҫтәлемде биҙәп ҡуйыуым була, бер кемде лә саҡырып көтмәһәм дә, берәм-берәм ҡунаҡтар килә башлай. Яңы йыл төнөндә унға яҡын кеше кереп ҡотлап сыға, береһе инә, икенсеһе китә, өсөнсөләре хәҙер киләбеҙ, тип шылтырата. 2 декабрҙә Фатима ҡыҙыма 3 йәш тулды. Киләләр ҙә ҡотлайҙар, киләләр ҙә ҡотлайҙар, 12 декабргә тиклем дауам итте. Өс тапҡыр торт бешерҙем. Һәр ҡунаҡ менән, бер киҫәк торт ҡалһа ла, шәм яндырып, шуны өрөп һүндереп, ҡыҙыма матур теләктәр әйтеп, бүләктәр биреп байрам яһанылар.
— Уҡыусыларға, тамашасыларға Яңы йыл уңайынан ниндәй теләктәреңде еткерер инең?
— Иң беренсе — донъялар имен, күктәр аяҙ булһын. Һәр кешенең күңелдәрендә генә йөрөткән изге теләктәре тормошҡа ашһын. Һаулыҡҡа мохтаждар сәләмәтлеккә кинәнһен, ғаиләһеҙҙәр үҙ иштәрен тапһын, яңғыҙҙар мөхәббәттәре менән осрашһын, бала көткәндәр сабый һөйөп кинәнһен. Тормошта төрлө саҡтар була: төшөнкөлөккә лә бирелеп китәһең, илап та алаһың, хатта йәшәге килмәгән мәлдәргә лә тарый әҙәм балаһы. Тик шуны аңларға һәм белергә кәрәк: Хоҙай бер нәмәне лә юҡҡа бирмәй, нимә өсөндөр беҙҙе һынай, бигерәк тә көслөләргә шундай яҙмыш һынауҙары ебәрелә. Шуға барыһын да сабырлыҡ менән ҡабул итеп, бирешмәйенсә артабан йәшәргә кәрәк. Яңы йыл барыбыҙ өсөн дә имен килһен. Ризыҡтарыбыҙ бәрәкәтле, табындарыбыҙ мул булһын. Иң мөһиме — йән тыныслығы. Яңы йылдың һәр көнө тик ҡыуаныстар менән үтһен.
...Алһыу Бәхтиеваның бәхетле күңел утрауынан килеп сыҡҡанда тышта матур итеп ябалаҡлап ҡар яуа ине. Ҡар бөртөктәре менән фәрештәләр ергә төшә, теләк теләһәң, ҡабул була, тиҙәр. “Илдәр имен булһын, балалар бәхетле үҫһен. Һәр кеше үҙ өйөндә, ғаиләһендә бәхетле күңел утрауы булдырып, йән тыныслығы менән йәшәһен, амин!” — тинем мин дә. Ҡар бөртөктәре өйөрөлөп-өйөрөлөп ергә төшкәндә, Алһыу Бәхтиеваның һағышлы ла, моңло ла йырҙары үҙәктәрҙе өҙөп яңғырап киткәндәй булды: “Һайрай ҙа һайрай һандуғас, үҙәкте өҙә инде...” Күңелдәрҙе бушатырға был донъяла әлдә йырҙар бар, йыуанырға, ҡыуанырға әлдә балалар бар. Хоҙай шуларҙан айырмаһын.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште. Архив, 2016 йыл.