Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
1 Май 2022, 22:20

Ут эсенән имен ҡайтҡайны ла...

Үкенесле шул был донъя! Шул ҡәҙәре ғәҙел, тура һүҙле егеттең йәшәп өлгөрмәй баҡыйлыҡҡа күсеүе ни тиклем ғәҙел түгел! Тегендә лә кешеләрҙең иң шәптәре, аҫылдары ғына кәрәк тиеүҙәре хаҡмы әллә юғиһә?!. Аҡыл менән аңлап та, йөрәк менән кисереп тә булмаҫлыҡ был юғалтыу, был ҡайғы, һүрелмәҫ һағыш...

Ут эсенән имен ҡайтҡайны ла...
Ут эсенән имен ҡайтҡайны ла...

Арабыҙҙан иртә киткәндәр тураһында яҙыуы ауыр, ул кеше бар республикаға, хатта илгә танылған талантлы шәхес булһа бигерәк тә. Күптән түгел, ата-әсәһен, балаларын, ҡатынын, туғандарын һәм барлыҡ моң һөйөүселәрҙе етем итеп, яҡты донъянан киткән яҡташыбыҙ Рөстәм Шәрипов тураһында һүҙем.
Йәшләй генә танылыу яулап, меңәрләгән тамашасының һөйөүенә ҡойоноп, таланты менән халыҡты байытып, йүгереп йөрөп эшләгән арҙаҡлы ҡурайсыны юғалтыу барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән ҡара ҡайғы булды...
Иҫән булһа, 1 ноябрҙә Рөстәмгә 37 йәш тулыр ине. Әммә ул өлкәнәймәне, ғүмерлеккә йәп-йәш һәм иҫ китмәле сибәр көйө тороп ҡалды.
“1976 йылдың 31 октябренән 1 ноябренә ҡараған төндө ап-аҡ йөҙлө, күк кенә күҙле улым донъяға килде. Кистән ҡара ел иҫеп тора ине, иртәнсәк уянып китһәм – бөтә донъя ап-аҡ ҡар аҫтында! Ә мин ошо аҡлыҡҡа ла иғтибар итмәй, эргәмдәге баламдан күҙемде ала алмайым: шул тиклем дә матур, шул тиклем дә ғәзиз була икән бала әсә өсөн! Һөйләп аңлатырлыҡ түгел... Бала табыу йортонан сыҡҡас, бәпес тоторға өйрәнмәгән мине ҡартәсәһе уны йыуындырырға өйрәтте. Һыу индерәбеҙ ҙә, теләк теләп, майлайбыҙ, кейендерәбеҙ: “Күлдәгең көйрәк, ғүмерең оҙаҡ булһын!” – тибеҙ. Күрәһең, Хоҙай беҙҙең был теләктәрҙе ишетмәгәндер инде. Сөнки һаман да, ошоғаса таңдан уянып китәм дә, иң тәүге теләгем – балаларым имен-һау булһын, тип әйтәм...” – Рөстәмдең әсәһе Зөһрә апайҙың туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аға ла аға. Балаһын юғалтҡан әсәләр генә уның кисерештәрен тулыһынса аңлай һәм хәленә инә алалыр, үҙен йыуатырлыҡ һүҙ ҙә табып булмай, хәйер, ҡайғыны еңеләйтер һүҙ, ғөмүмән, бармы икән?!.
Зөһрә апай менән Фазылйән ағай­ҙың йәш матур ғаиләһен йәмләп үҫә Рөстәм. Ике яҡлап та тәүге ейән булараҡ, бөтә туғандарҙың иғтибар уртаһында, яратылып, үҙе лә яратып ҡына буй еткерә. Әсәһенән, йырсы апайҙарынан күрмәксе бик иртә йырларға өйрәнә. Бәләкәс кенә саҡтан тәм-том йә уйынсыҡ түгел, скрипка һатып алыуҙарын һорауы ла уның кескәй йөрәгендә моңға ынтылыш барлығын күрһәтеп торғандыр, күрәһең.
Үтә лә һиҙгер, зирәк, отҡор була Рөстәм. Мәктәпкә уны бер кем дә махсус әҙерләп ултырмаһа ла, әллә ҡайһы арала хәрефтәрҙе өйрәнеп, уҡый белә башлағас, йәше етмәһә лә, бер йыл алдан уҡырға бирәләр.
Әсәһе улының бәләкәйҙән йырларға яратыуын, апайҙарының портфелен гармун итеп, оҡшашыраҡ әйбер күрһә, гитара итеп тотоп, уйнаған кеүек ҡыланыуын күреп, Рөстәмде фортепьяно класына уҡыр­ға бирә. Бер йыл шөғөлләнгәс, ҡапыл ғына, берәүгә лә әйтмәй, малай уны ташлай ҙа Рәжәп Нәҙерғолов етәкләгән ҡурай түңәрәгенә йөрөй башлай. “Берәү ҙә уға, ҡурай түңәрәгенә йөрө, тип әйтмәне. Беҙҙең ғаилә, ярай йыр­лар­ға ярата, ә атаһы йыр-моңға бөтөнләй әүәҫ түгел, Хоҙай тарафынан бүләк ителгәндер был һәләте Рөстәмгә, – ти Зөһрә апай. – Ҡурайҙы бик теләп, яратып өйрәнде. Дәрескә барырға йөрөгәндә, һәр көн ҡурайын алып, йәһәт кенә бер көйҙө уйнай ҙа, шунан ғына күңеле тынысланып сығып йүгерә”.
Бәләкәйҙән бейеү, йыр менән сәхнәгә сыҡһа ла, ҡурайға булған һөйөүе уға уҡыусы ғына сағынан күп еңеү алып килә. 13 йәшендә Салауат ҡалаһында музыка мәктәптәре уҡыусылары араһында үткәрелгән ҡурай бәйгеһендә 1-се урын яулауға өлгәшә Рөстәм, ә киләһе йылына – 1990 йылда Иҫке Яҡупта үткәрелгән Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрендә 2-се урынға сыға. Халыҡ йыры “Ғилмияза”ны уйнап, баһалама ағзаларын хайран итеп, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең махсус призына лайыҡ була, хатта бәләкәй ҡурайсыны “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзите сувенир менән бүләкләп, айырым ҡотлап, мәҡәлә баҫтыра.
10-сы класта уҡый башлаған көҙҙә Өфөлә республиканың йәш музыканттар конкурсында ҡатнашыу Рөстәмдең тормошон ҡырҡа үҙгәртеүгә сәбәпсе булып тора: еңеү яулаған йәш башҡарыусыны күренекле ҡурайсы һәм уҡытыусы Ришат Рәхимов сәнғәт училищеһына саҡыра. Ата-әсәһенең, уҡыуҙы тамамлағас, барырһың, тип өгөтләүенә лә ҡарамаҫтан, 15 йәшлек үҫмер баш ҡалаға уҡырға юллана.
“Шул хәтлем йөрәгем һыҙланы, – ти Зөһрә апай, – атаһы алып барып, урынлаштырып ҡайтҡас, түҙмәй, ике көндән үҙем Өфөгә сығып киттем. Улымды алып ҡайтырға ине ниәтем. Юҡ, Рөстәмгә уҡыу оҡшай, ҡайтҡыһы килмәй. Шулайтып йөрәгебеҙҙән һурылып сығып китте балаҡайым”.
Рөстәмдең хатынан: “Ҡурай кәрәк булғас, уны эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйеповҡа ҡурай һатып алырға киттем. “Ҡурай уйнай беләһеңме һуң, ҡустым?” – тип һораны. Беләм, тигәс, әйҙә әле, тартып күрһәт, тине. Мин ҡурайҙа уйнап ебәргәйнем, башын сайҡап, тыңлап торҙо ла, һиңә мин ҡурайҙы һатмайым, тип, ике ҡурай бүләк итте”. Бына бит, ҡурай яһау оҫтаһы ла ысын ҡурайсыны шәйләп, талантын күреп, тылсымлы музыка ҡоралын һатып биреүҙе гонаһ һанағандыр, моғайын...
Сәнғәт училищеһының 3-сө курсында уҡып йөрөгән егетте декабрь баштарында армия сафына саҡыралар. Әммә, ни сәбәптәндер, Өфө военкоматы уны кире бора. Шулай ҙа март урталарында тыуған ил алдындағы бурысын үтәтер өсөн Рөстәмде яңынан саҡыралар. Ырымбур өлкәһендәге киң билдәле Тоцк гарнизонына, хәрби техниканы өйрәнеү “учебка”һына эләгә. Танк механигы булып сыҡҡас, төрлөһөн төрлө ергә таратылған егеттәрҙән айырмалы, Рөстәм Тоцкиҙа ҡалдырыла. Көҙөн, дөрөҫөрәге, 10 сентябрь – Танкистар көнөнә ҡарата Зөһрә апай менән Фазылйән ағай улдары хеҙмәт иткән ергә юлға сыға. Хәрби тантаналарында булып, увольнение алып, Рөстәм менән бер тәүлеккә ҡуртымға алын­ған фатир­ҙа булалар. Шунда байрамда гарнизондағы һалдаттар сафына ҡарап, бер мәрйә ҡатын: “Улдарыбыҙҙы Чечняға ғына ебәрмәһендәр инде”, – тип шыбырлай. “Бынауы сама һалдат араһынан ни өсөн тап беҙҙең Рөстәм эләкһен инде Чечняға?” – тигән уй үтә Зөһрә апайҙың башынан. Шул уйы өсөн һаман да уның йөрәге әрней, аша уйлағанмын, улай тип уйларға ярамаған, тип өҙгөләнә. Беҙ теләйбеҙ, әммә Хоҙай бойора шул.
Рөстәмдән оҙаҡ ҡына хат килмәй тора һәм бары Яңы йыл алдынан Шәриповтар йортона бер юлы өс хат килеп төшә. Берәүһен ҡустыһы Илгизгә төбәп, Тоцкиҙан яҙған һәм етеп килгән тыуған көнө менән алдан ҡотлап, 20 мең һум аҡса ебәргән. Икенсе хат та Тоцкиҙан ебәрелгән, ә өсөнсө хатында тиҙҙән икенсе ергә күсерәсәктәрен хәбәр иткән.
Артабанғы хат тағы ла оҙағыраҡ көттөрөп, февраль айында ғына Чечнянан килә. Һирәкләп яҙған хаттарында Рөстәм яҡындарын хафаландырмаҫ өсөн бер ҙә һуғыш-ҡыйралыш тураһында яҙмай. “Бөтәһе лә яҡшы, беҙ һуғышта ҡатнашмайбыҙ. Колонналарҙы Ханкалаға оҙатабыҙ, һуғышта боҙолоп ҡалған техниканы ғына йыйып алабыҙ”, – тип яҙа ул, тынысландырып. Һәр хатында: “Мин һеҙҙе бик ныҡ һағындым, мин һеҙҙе ныҡ яратам”, – тигән һүҙҙәр менән бер рәттән, “Аллаға шөкөр, Алла бирһә”, – тигән һүҙҙәр бар. Күңелендә әҙәп, иман булмаһа, ошолай яҙыр инеме йәш һалдат?!
Март айында Чечняла хеҙмәт иткән һалдаттар өсөн республиканың һалдат әсәләре комитеты гуманитар ярҙам менән барасаҡтарын хәбәр итә. Төрлө кәрәк-яраҡ, тәм-том, өй күстәнәсе, йылы ойоҡбаш менән бергә Рөстәмгә пластмасса ҡурай ҙа һалалар. Уны Юлдыбай егете, шулай уҡ танылған ҡурайсы Фәнүз Сыңғыҙов килтереп бирә (үкенескә күрә, уның да ғүмере бик иртә өҙөлдө...)
Посылканы һалдаттар бары май аҙаҡтарында ғына ала. “Бөтә инструменттар бар, ҡурай ғына етмәй ине, хәҙер йәшәргә була!” – тип яҙа Рөстәм, шатлығы менән уртаҡлашып. “Әсәй, йылы ойоҡбаштарың өсөн ҙур рәхмәт. Бындағы тауҙарҙа һауа дымлы, һалҡынса, шуға күрә уны бик оҙаҡ кейеп йөрөнөм. Берәүһе ҡайҙалыр юғалғайны, һыңарын ғына ла аяғымдан һалмай кейҙем”, – тип һөйләй ҡайтҡас. Ҡурайын ғына алып ҡайтырға насип булмай, сиктән сығартмайҙар. Хатта Рөстәм уны алып, һыҙҙырып уйнап күрһәткәс тә, тел шартлатып, маҡтаһалар ҙа, рөхсәт итмәй­ҙәр...
Тап Рөстәм ҡайтҡан көндө телевизорҙан билдәле режиссер Александр Невзоровтың Чечнялағы һуғыш тураһында “Чистилище” фильмын күрһәтәләр. Егет өндәшмәй генә бер аҙ ҡарай ҙа тышҡа сығып китә. Һуңынан йыш ҡына “Комбат” йырын тыңлап, түшәмгә төбәлеп, йә күҙҙәрен ҡаплап, диванда ятыр була. Нимә уйланы, ниҙәр кисерҙе икән ут эсенән ҡайт­ҡан сержант Шәрипов? Һәләк булған иптәштәре, көлгә әйләнгән ауыл-ҡалалар күҙ алдында торҙомо? Улының йөрәгенә урын таба алмауын күреп, ата-әсә лә борсола башлай. Ғәзиз тыуған йортона ҡайтып аҙна самаһы торғас, уҡырға китергә теләге барлығын белдерә Рөстәм. Тиҙерәк тыныс тормошҡа күнегер, тип, улар ҡаршы төшмәй, хәйерле юл теләп оҙатып ҡала.
Рөстәм матур итеп училищены тамамлап, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта училищела уҡытырға ла, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, гастролдәргә сығырға ла өлгөрә. Икенсе курста уҡығанда, училищела, академияла бер осорҙа уҡыған, өс йыл дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Әлфиә менән өйләнешәләр.
Уҡыу, диплом алыу, эшләү, уҡытыу, гастролдәр, ике бала атаһы булыу. Шул арала Юлдыбайға ҡайтып, ата-әсәһенә, туғандарына ярҙам итеп, бесән эшләшеп китергә лә ваҡыт таба. Ниһайәт, ҡыҫыҡ ятаҡханала оҙаҡ йылдар йәшәгәндән һуң 2010 йылда фатирлы була, баҡса һатып ала, өр-яңы автомобилгә ултыра... Ошолай бәхетле йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит!
Йыл һайын рәхәтләнеп бесән сапҡан Рөстәм, былтыр йәй бесәндә хәле бөтөүен әйтеп һала. Әсә кеше борсолоп китә, Өфөгә ҡайтыу менән табиптарға күренергә, тикшерелергә ҡуша. Тик йәш кеше докторҙарға визитты оҙаҡҡараҡ һуҙа, сәләмәтлегенә иғтибар итеп еткермәй.
Быйыл март айында Йылайыр районына гастролгә килгәндә Рөстәм аяҡтары һыҙлауына зарлана, йоҡлай алмай ыҙалана. Йәш кешенең аяҡтары һыҙларға тейеш түгел, күренеп, анализ бир, тип Сибайға ебәрә Зөһрә апай. Табиптар егеттә йөрәк сире башланыуын әйтә. Рөстәм аҙ-маҙ дарыу алып, йырсы Азамат Тимеровтың төркөмө менән Йылайыр районында йөрөгәндән һуң Бибисара Азаматова менән Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондары буйлап гастролгә юллана. Тик ауырып китеү сәбәпле сәфәрҙе өҙөргә тура килә...
Ҡатыны менән ҡыҙының автомобилдә аварияға тарыуын ишеткәндә Рөстәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында була. Тикше­реүсенең ҡурҡыныс хәбәрен ишетеү былай ҙа сирләп йөрөүсе, һуғышта теткеләнгән йөрәккә, тормош көтөү, ғаилә ҡарау, эш, туғандарым-дуҫтарым, тип янып торған егеттең йөрәгенә һуңғы тамсы булып төшкәндер, күрәһең...
Ошо ваҡытта ҡустыһы Илгиз менән тыуған йортона ҡайтып, һуңғы төнөн үткәрә Рөстәм. Ҡустыһы, арыным, йоҡлайыҡ, тиһә лә, ныҡышып, ҡырға алып сығып китә, төнгә тиклем тәбиғәттә йөрөп, Яманташҡа барып, Һаҡмар буйҙарын ҡыҙырып ҡайталар. “Ағайым бик оҙаҡ, күп нәмә тураһында һөйләне”, – ти Илгиз аҙаҡтан. Һуңғы һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға, тыуған төйәге менән хушлашырға теләнеме икән?..
Бик һуңлап дауаханаға мөрәжәғәт иткән Рөстәм­де табиптар әжәлдән аралай алмай. 36 ғына йәшендә, балҡып атылған яҡты йондоҙ кеүек, иҫ китмәле талантлы, хайран ҡалырлыҡ күркәм, бар яҡындары өсөн оло терәк-таяныс булған, милләтебеҙҙең аҫыл улы Рөстәм Фазылйән улы Шәриповтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Һәр ваҡыт йылмайып ҡына торған алсаҡ, итәғәтле, бар кешеләргә ярҙамсыл, киң күңелле, атлап йөрөүҙе белмәй, осоп-ҡунып торған дәртле улдарын юғалтыуға ата-әсә һаман да ышана алмай, меңәрләгән тамашасыһы уның балҡып сәхнәгә сығырына өмөтөн өҙмәй...
Үкенесле шул был донъя! Шул ҡәҙәре ғәҙел, тура һүҙле егеттең йәшәп өлгөрмәй баҡыйлыҡҡа күсеүе ни тиклем ғәҙел түгел! Тегендә лә кешеләрҙең иң шәптәре, аҫылдары ғына кәрәк тиеүҙәре хаҡмы әллә юғиһә?!. Аҡыл менән аңлап та, йөрәк менән кисереп тә булмаҫлыҡ был юғалтыу, был ҡайғы, һүрелмәҫ һағыш...
... Шәриповтарҙың иркен, зауыҡлы өйөнөң түрендә стенка быялаһынан ҡурай тотҡан йәш, сибәр Рөстәм ҡарап тора. Фазылйән ағай быяланы асып, улының яурынынан һөйә, ҡуйы тулҡынлы сәстәренән һыйпай:
– Көн һайын иртән торам да, улымды ошолайтып яратып алам. Башҡа нимә генә эшләй алам инде... – Атай кешенең тыйнаҡ наҙынан күҙгә йәш тула... – Ут эсенән имен ҡайтып төшкән улыбыҙҙың тыныс көндә ҡара гүргә инеүенә һаман ышанып булмай. Яҙылмаған күпме йыры, уйналмаған күпме моңо, бойомға ашмаған күпме хыялы ҡалды! Ул йәшәргә тейеш ине, – ти Фазылйән ағай, көрһөнөп.
Ут эсенән имен ҡайтҡан яугир, ысынлап та, тыныс тормошта һәләк булырға тейеш түгел дә бит... Әммә әжәлде еңер көс әлегә табылмаған. Яҙмышына шулай яҙылғандыр, тиһәң дә, ул һүҙҙәр ата-әсә ҡайғыһын еңеләйтә, етем балалар­ҙы атайлы итә алмай... Хоҙайҙан уларға сабырлыҡ, башҡаса ҡайғы-хәсрәт ебәрмәүен теләү, ҡайғыларын уртаҡлашыу ғына ҡулыбыҙҙан килә...
Бик күп талантлы шәхес биргән Юлдыбай ауылы үҙенең арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарын онотмай. Маһир ҡурайсы, абруйлы шәхес булараҡ, Рөстәм Шәриповтың да исемен мәңгеләштереү зарур. Уның исемен Юлдыбай музыка мәктәбенә бирергә тигән тәҡдим дә бар. Ваҡытында был изге эште башҡарып ҡуйырға кәрәктер. Шулай уҡ мәктәп музейындамы, ауыл мәҙәниәт йортондағы музейҙамы ҡурайсыға арналған мөйөш булдырыу ҙа зарур. Туғандарында күпме әйбере, ҡурайы, хаты һаҡлана йәш, һәләтле яҡташыбыҙҙың... Рөстәм Шәриповтың исеме онотолорға тейеш түгел...

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА. Архив. 2013.

Автор:
Читайте нас: