Дуҫтар, һеҙ ҡурай моңон тыңларға яратаһығыҙмы? Үҙебеҙҙең боронғо милли музыка ҡоралы һағышландыра ла, уйландыра ла, илата ла, бейетә лә, шулай бит?! Элек-электән ҡурай башҡорт менән һәр саҡ бергә булған: Ҡаһым түрә 1812 йылда Парижға еҙ ҡурайын тотоп барып ингән! Милли музыка ҡоралына ғүмер биреүсе күпме данлыҡлы ҡурайсыларыбыҙ бар. Бөгөн дә уларҙың һаны арта, Аллаға шөкөр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат БИКСУРИН – шундай ҡурайсыларыбыҙҙың береһе. Боронғо оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыуҙан тыш, өзләй ҙә, ҡурайына заманса моңдарҙы, классик донъя музыкаһын да буйһондора, башҡортто бөтә донъяға таныта. «Сураман» этно-төркөмө етәксеһе лә. Бөгөн һеҙҙе уның менән яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.
– Азат, һин ҡайҙа тыуып үҫкәнһең? Ҡурай менән бәләкәйҙән дуҫһыңмы?
– Мин Баймаҡ ҡалаһында тыуғанмын. 6 йәштән атай-әсәйемдән ҡалып, өләсәйем тәрбиәләп үҫтерҙе. Уның исеме Кәримә ине. Күптән түгел, 99 йәшенә етеп, был донъянан китеп барҙы, беҙҙең менән бергә йәшәне, йәне йәннәттә булһын. 10 йәшемдән Баймаҡ музыка мәктәбендә шөғөлләндем. Ҡурай буйынса тәүге остазым – Рауил Сәфәрғәле улы Хәсәнов. Һәр көн иртән мәктәпкә китергә йыйынғанда радионан күңелгә үтеп инерлек ҡурай моңон тыңлай торғайным. Шул ваҡытта уҡ башымда, үҫкәс, ҡурайсы булам, тигән уй тыуҙы.
– Тәүге сығышыңды иҫләйһеңме?
- Баймаҡта гел ансамбль менән сығыш яһай торғайныҡ. Кәрим Дияров исемендәге конкурста ҡатнашып, йыл да тиерлек Өфөгә килеп, телевидениеға төштөк. Ә тәүге еңеүем студент саҡта булды: Башҡорт дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда Ғата Сөләймәнов исемендәге республика профессиональ ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнашып, III урын алдым.
– Ҡурай – һинең булмышың, яҙмышың, тип әйтеп булалыр инде…
– Әлбиттә, ҡурай минең тормошомда төп урынды алып тора. Уның менән күпме донъя күрҙем, ил гиҙҙем. Ҡытайҙа, Европа илдәрендә, Америкала булдым. Ҡурай – ул ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи байлыҡ, аманат. Республика символдары булған герб һәм флагта ла ҡурай төшөрөлгән.
– Ҡурай менән бәйле берәй матур хәтирәң тураһында һөйләп үт әле.
– Ысынлап та, бик мөғжизәле хәл булғайны. Бер йылы ғаиләбеҙ менән Ирәмәлгә барҙыҡ. Һыуыҡ булғас, балаларҙы ҡунаҡханала ҡалдырып, кәләш менән икәү генә тауға мендек. Кире ҡайтышлай аҙаштыҡ. Көнө буйы, төнө буйы ямғыр яуып торҙо. Аҙашҡан ерҙә йоҡларға тура килде. Иртәнсәк уянып китһәк, ҡараһам, минең баш осонда ғына ҡурай ултыра. Ә ул йылы ҡурай әҙ үҫкәйне. Бының юғарынан бирелгән бер билдә икәнлеген аңланым. Тимәк, мин үҙемә тәғәйенләнгән эш менән шөғөлләнәм, дөрөҫ юлдамын һәм ошо музыка ҡоралын донъя кимәлендә популярлаштырырға тейешмен. Мәҫәлән, әрмән дудугы, испан гитараһы, итальян скрипкаһы кеүек.
– Әйткәндәй, был миссия матур ғына тормошҡа ашырылып килә. Варшава оркестры менән сығыш яһауың һуң?
– Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты ул. Нисектер башҡа, джаз уйнарға теләйем, тигән уй килде. Тик нисек? Ә теүәл бер йылдан билдәле джаз музыканты, продюсер һәм композитор, саксофонсы Гжех Пиотровский Польшаға саҡырҙы. Унда оркестрға ҡушылып уйнаным. Эйе, беҙҙең ҡурайҙы яраталар, төрлө төркөмдәр составында уйнарға саҡырыуҙары ла быны дәлилләй. Шулай ҙа миңә үҙебеҙҙең башҡорт тамашасыһы алдында сығыш яһау нығыраҡ оҡшай. Халҡыбыҙ ҡурай моңон шундай ихлас ҡабул итә, илап та ебәрәләр, бейеп тә китәләр. Былтыр беренсе тапҡыр Өфөлә Милли симфоник оркестр менән бергә концерт үтте. Тәүҙә был тормошҡа ашмаҫтай кеүек тойола ине. Әммә, иң мөһиме, хыял, теләк бар бит, тырышырға ғына кәрәк. Теләктәштәр ҙә, ярҙамсылар ҙа табылды. Барыһына ла рәхмәтлемен. Балаларға теләгем: тормоштарында алдарына маҡсат ҡуйып, планлаштырып йәшәһендәр. Хыялдар тормошҡа аша ул.
– Ниндәй ҡурай менән сығыш яһайһың? Үҙең дә эшләйһеңме?
– Ғәҙәттә, музыканттар үҙҙәре менән комплектта 6 – 7 ҡурай алып йөрөй. Күптәр кеүек, мин дә уны Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында йәшәгән оҫта Рәмил Хөснуллиндан алам. Шулай уҡ үҙем дә йыл һайын йыям. Үткән йәй Белорет районынан алып ҡайттым. Төрлө сараларға, юбилей тантаналарына ҡурай тартырға йыш саҡыралар. Концерт барышында үҙем йыйған үләндән тамашасылар алдында ҡурай эшләп, уйнап та күрһәтергә яратам.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштыр әле. Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Ҡатыным Гөлназ Стәрлебаш районынан, һөнәре буйынса – бухгалтер. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Көслө рухлылар, туған телдә минән дә матурыраҡ һөйләшәләр. Тәүҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡығайнылар, ундағы мөхит тә ярҙам иткәндер, моғайын. Ҡәҙриә Өфө хореография училищеһын тамамлап, Мәскәүҙә Надежда Кадышеваның бейеү театрында эшләп йөрөй. Шәүрәгә – 14 йәш, урта махсус музыка колледжында уҡый. Улар – минең иң ҡәҙерле кешеләрем. Ял ваҡыттарында ғаиләбеҙ менән бергә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Эльбрус тауына менергә хыялланабыҙ. Ғөмүмән, ғаилә менән бергә үткәргән ваҡыттар, бергәләп милли аш-һыу әҙерләп һыйланыуҙар – бәхетле мәлдәр. Үҙем «морж» булараҡ, ҡышҡыһын аҙнаһына өс тапҡыр һыу инергә йөрөйөм.
– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да илаһи ҡурай моңоң менән беҙҙе һәм бөтә донъяны ҡыуандырып тороуыңды теләйбеҙ.
Эльвера Әсәҙуллина. 2018, архив.
Фото: "Бәйләнештә"