Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
15 Июнь 2022, 07:30

Ғата моң булып ҡайта

Ҡурайсыға халҡыбыҙҙа һәр ваҡыт оло ихтирам йәшәгән. Байрамдарҙа ул — көтөп алынған ҡунаҡ, табындарҙа ла урыны гел түрҙә булған. Сихри уйын ҡоралы оҫтаһының исеме телдән төшмәгән, ә даны үҙенән алда йөрөгән... Билдәле ҡурайсы, актер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәнов — тап шундай шәхестәрҙең береһе. 

Ғата моң булып ҡайта
Ғата моң булып ҡайта

Актер, йырсы, ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына - 110 йыл.

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе[1] 1-се Төрөкмән ауылында 1912 йылдың 15 июнендә тыуған. 1926 йылда Темәскә ысын театр труппаһы килеп төшә. Тәүге башҡорт театрының тәүге артистары була улар. Ун дүрт йәшлек Ғата өсөн иһә был ысын мәғәнәһендәге байрам була, был ағайҙар йәш егеттә артислыҡ һәләтен күреп өлгөрә.

Шулай башланып китә Ғата Сөләймәновтың серле, тылсымлы ижад донъяһына илткән юлдары. Ошонда ул тәү тапҡыр сәхнәгә сыға, танылған ҡурайсы-музыкант Йомабай ИҫәнбаевҒиниәт УшановХәмит Әхмәтов менән бергә халыҡ алдында ҡурай уйнау бәхетенә ирешә.

1928 йылда Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы уҡыусылары «Тутыйғош ҡабағында» исемле пьеса ҡуя. Унда Ғата Сөләймәнов Этвен ролен, Дауыт Юлтыйҙың «Аҡшан батыр» драмаһында ҡурайсы малай Ҡотош ролен башҡара. Был спектаклдәрҙе шул замандың күренекле режиссерҙары, педагогтар, башҡорт театрының ҙур эшмәкәрҙәре В. МортазинМ. Мәһәҙиев ҡуя.

1943 йылда Ғата Сөләймәнов Башҡорт художество бригадаһы составында фронтҡа йүнәлә. Һуғыш яландарында үткәрелгән өс ай самаһы ваҡыт эсендә артистар туҡһанға яҡын концерт ҡуйыр¬ға өлгөрә.

1953 йылда Бухареста үткәрелгән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың IV Бөтә донъя фестивалендә лә ҡатнаша ул. 1954 йылда СССР-ҙың мәҙәни делегацияһы составында Һиндостан сәхнәләрен ҡурай менән шаулата.

Ғата Сөләймәнов, ҡурайға ғашиҡ кеше булараҡ, ғүмер буйы уны пропагандалай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың төрлө төбәктәрен гиҙеп, 250 тирәһе йыр һәм легенданы туплаған шәхес булараҡ та уның эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ. Шуларҙың 150-һе уның эшкәртеүендә матбуғат баҫмаларында донъя күргән, иллеләбе ғилми баҫмаларға инеп киткән. Композитор Камил Рәхимов менән берлектә башҡорт мәктәптәренең 1−2-се кластары өсөн «Йыр һәм музыка дәрестәре» тигән методик ҡулланма әҙерләйҙәр. Ошо ҡулланма һуңынан өс тапҡыр ҡабатлап нәшер ителә. Ғата Сөләймәновтың «Ҡурай» тигән китабы ла бик билдәле. Ул 1970 һәм 1984 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырып сығарыла.

Ғата Сөләймәновтың актёр булараҡ эшмәкәрлеге үҙе үк — ҙур бер тема. Ул 1947 йылдан 1972 йылғаса — сирек быуат Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә йөҙләп спектаклдә ҡатнашып, шул самаһы уҡ образ тыуҙырған.

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1988 йылдың 25 июнендә Өфөлә вафат була.

Ҡурайсыға халҡыбыҙҙа һәр ваҡыт оло ихтирам йәшәгән. Байрамдарҙа ул — көтөп алынған ҡунаҡ, табындарҙа ла урыны гел түрҙә булған. Сихри уйын ҡоралы оҫтаһының исеме телдән төшмәгән, ә даны үҙенән алда йөрөгән...
Билдәле ҡурайсы, актер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәнов — тап шундай шәхестәрҙең береһе. 
Башҡортостандың төп символы — ҡурай хәҙер тотош илдәрҙе иңләй. Парижда, Нью-Йоркта беҙ ойошторған мәҙәни саралар ҡурай моңо менән асыла. Әлбиттә, быларҙың барыһында ла Ғата Сөләймәновтың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше бар.
Ғата Зөлҡәфил улы ҡурайҙа уйнау теорияһына һәм методикаһына нигеҙ һалған. Ә “Ҡурай” исемле фәнни китабы оло бер ҡаҙаныш булды.  Тимәк, моң менән Ғата Сөләймәновтың яҡты рухы ла мәңге йәшәй.

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1988 йылдың 25 июнендә Өфөлә вафат була.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: