Ямғыр килә...
Йәшен йәшнәүенән
Хатта таштар китә онталып...
Ана, кемдер ошо күренештән
Хәтеренә алып һуғыш яуын,
Башын эйеп, ҡалған туҡталып.
Кемдер тигән кешем:
Һуғыш утын йотҡан ул.
Ярты донъя урап,
Яраланып ҡайтҡан ул.
Ямғыр килә...
Йәшен һуҡҡан таштар
Түбән оса утлы юл сыйып...
Ана, кемдер ошо күренеште
Ҡыҙ үпкәндә йөрәк ярһыуына
Тиңләп ҡарай, ихлас йылмайып.
* * *
Ғүмер – хәнйәр.
Кеше беләү итеп,
Ҡайрай уны яҙмыш ташына.
Кемдер уны ҡында килеш тотһа,
Кемдер ҡындан һурып шашына.
Ҡындан хәнйәр һурып шашынғаны
Яра ғына ала үҙенә.
...Аҡыллы бит уны һаптан тота,
Аҡылһыҙы тота йөҙөнән.
* * *
Халыҡ шағиры...
Ошоға бит бәйле
Әллә ниҙәр мөмкин уйларға.
Халыҡ намыҫы булыр яуаплылыҡ
Йөкмәтелгән, беләм, уларға.
«Халыҡ шағиры» тиеү иң юғары
Билдәһелер шиғри һәләттең.
Улай икән, Аҡмулла һәм Бабич
Ниндәй һүҙ оҫтаһы милләттең?
«Тимәк, улар халыҡһыҙ шағирмы ни?» –
Һорауымдан ауыр һулайым.
Милләтемдең халыҡ шағиры түгел,
Хаҡ шағиры ғына булайым!
ШУНДАЙ МӘЛДӘР БУЛА...
Шундай мәлдәр була...
Ауыр мәлдәр...
Ерҙә йәшәү тормай бер тингә,
Һағыштарым шул саҡ әйләнәлер
Алҡымдарҙа торор төйөнгә.
Күңел зары бөтмәҫ,
Әммә уны
Булһа икән гелән аҙайтып.
Кемдер туйға бара,
Кемдер ҡайта
Һуңғы юлға дуҫын оҙатып.
Эй, донъяның әкиәткә һыймаҫ
Кирелеге...
Уйлап ҡараһаң.
Һағыш тураһында ни әйтер һуң
Туйға барған,
Әгәр һораһаң?..
Ишетермен яуап урынына
Бары бер һүҙ – йөҙҙө ҡыҙартҡан.
Шатлыҡ тураһында ни әйтер һуң
Һуңғы юлға дуҫын оҙатҡан?..
Һағыш түгел,
Шатлыҡ та бит ҡайсаҡ
Донъя хаҡын ҡуя бер тингә.
Шатлыҡтар ҙа шуға әйләнәлер
Алҡымдарҙа торор төйөнгә.
Юҡ, барыбер әҙәм шатлығын, тим,
Булһа икән гелән оҙайтып.
...Күршем туйға бара,
Ә мин ҡайттым
Һуңғы юлға дуҫты оҙатып.
КҮҢЕЛ ҺАҒЫНА
Күктә йөҙгән аҡһыл болоттарҙың
Күләгәһе һеңә тауҙарға.
Офоғома күҙ һирпеүем була –
Уйым оса әллә ҡайҙарға.
Ҡарашымдан офоҡ ҡыҙарамы,
Таң ҡанатын йәйә яй ғына.
Күҙҙәремде йоҡо алмағанда
Атайымды күңел һағына.
Тауҙарҙанмы шаңдау ишетелә:
– Тик изгелек ерҙә ҡыл, балам!
Ниңә әле һағыш татымаған
Әҙәм кеүек бөгөн ҡыланам?
Һағыш һағыш инде.
Бүленмәй ул
Төрлө төҫкә; ҡара-ағына...
Түбәм күккә тейер һүҙ ишетһәм,
Әсәйемде күңел һағына.
Болоттарға йәнәш уйым оса –
Шәфәҡ төҫө балҡый йөҙөмдә.
Күҙ йәшенең хатта шатлыҡтан да
Булыуы бит мөмкин әҙәмдә.
Шатлыҡ шатлыҡ инде.
Кәйефтең ул
Тура килмәй насар сағына.
Киләсәгем күҙ алдына баҫһа,
Ҡыҙ, улымды күңел һағына.
Ҡояш балҡып ҡалҡыр күк тауҙарға
Тейер-теймәҫ оса уйҙарым.
Күңелемә төшөр ысыҡ ҡына
Һүндерерме һағыш ҡуҙҙарын?
Уныһына ҡулды һелтәһәм дә,
Күнегелгән шатлыҡ юғына –
Булмаһа ла көнөм иҫләмәгән –
Ҡатынымды күңел һағына.
Алыҫтарҙан күҙ ҡарашым иңләр
Дүрт тараф та – күңел биләмем.
Тик юрғанға ҡарап ҡына аяҡ
Һуҙып була – хәҙер беләмен.
Беләм хатта шул һағыныу барҙа
Яҙырмын мин шиғыр тағы ла...
Япа-яңғыҙ ҡалған саҡтарымда
Кешеләрҙе күңел һағына.
ҺУҢЛАУҘАР ЮҠ ЫСЫН ҺӨЙӨҮГӘ
Һин йөрөгән һуҡмаҡ – тыуған яғым,
Көн асыла... Томан тарала...
Һөйөү һүҙе һиңә әйтер инем
Ятмаһа, тим, йылдар арала.
Һин йөрөгән һуҡмаҡ – тыуған яғым,
Нурға сумған бөгөн ер-күгем.
Һинең менән һуңлап осрашыуым
Үкенескә түгел, юҡ, түгел.
Һин йөрөгән һуҡмаҡ – тыуған яғым,
Нисек түҙҙем икән бер ҡайтмай.
Яратылмай йәшәп булһа ла бит,
Нисек йәшәйһең һуң яратмай?
Түҙһә түҙә икән, аһ, был йөрәк
Һағышымдан янып көйөүгә.
Хәҙер шуны аңлар йәштәмен мин:
Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә!
БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ...
Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар...
Халҡы данын батыр ишәйтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Тоғро булһаң антҡа – шул етә.
Бер яуҙан да ситтә ҡалғаны юҡ,
Хаҡ оранды һәр саҡ ишетә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Һатмаһаң һин намыҫ – шул етә.
«Беҙ кем?» – тигән һорау тормай, беләм,
Уралыма һөйөү йәшәтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Халҡың өсөн янһаң – шул етә,
Халҡың өсөн янһаң – шул етә!
Һин ҡалаһың мәңге йәш булып
Йемен илселегендә эшләгәндә һәләк булған йәш дипломат
Айҙар Тойғонов иҫтәлегенә
Ғүмер буйы дуҫлыҡ тиеп янған
Олатайҙар юлын ҡыуғайның.
Йәшәп туймаҫ яҡты донъяларға
Ил өмөтө булып тыуғайның.
Кем уйлаған һәләк булырыңды
Ер ситендә – алыҫ Йемендә.
Атаң-әсәң ҡаршы булмағайны,
Йөрөһөн, тип, донъя имендә.
Бөгөн бына туған мәктәбеңдә
Һуңғы ҡыңғырауҙа торҙоҡ беҙ.
Һинең йәшлек булып балҡый йәштәр,
Йәшле күҙҙе ситкә борҙоҡ беҙ.
Туған мәктәбеңдә таҡтаташҡа
Исемеңде яҙып ҡуйғандар.
Ләкин ташҡа түгел ошо исем
Беҙҙең йөрәктәргә уйғандай.
Өнһөҙ илап, асыҡ белгәндә лә,
Күҙ йәшенән инде файҙа юҡ.
Ер йөҙөндә бөгөн кем иламай
Ҡайғыһыҙҙар бөгөн ҡайҙа юҡ.
Әрнеүҙәрҙе ҡабат яңыртабыҙ
Тонған күҙгә тағы йәш тулып.
Был аҡылһыҙ ҡарт донъяла, ҡустым,