Проект Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Бәйгегә йомғаҡ Бөтә донъя шиғриәт көнөндә - 2022 йылдың 21 мартында яһаласаҡ. Конкурстың партнеры – А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты иң яҡшы шиғырҙар авторына Мәскәүҙә бушлай оҫталыҡ дәресен үтеү мөмкинлеген бирә. Еңеүсе тип табылған шиғырға көй яҙыласаҡ һәм ул эстрада йырсылары тарафынан башҡарыласаҡ. Иң яҡшы шиғырҙар шәлкемен китап итеп нәшер итеү һәм республика матбуғатында баҫтырыу ҡаралған.
Эштәрҙе башҡорт һәм татар телдәрендә hannan@rambler.ru электрон почтаһына йәки ошо адресы буйынса “Аҡ күгәрсен” конкурсына" тип яҙып ебәрергә кәрәк: 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34-се йорт.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән www.белый-голубь.рф. һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.
"Башинформ"