Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Декабрь 2021, 05:17

"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашырға саҡырабыҙ

Унда 30 тест күнегеүе бирелгән, эште башҡарыу өсөн бүленгән ваҡыт — бер сәғәт.

"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашырға саҡырабыҙ"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашырға саҡырабыҙ
"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашырға саҡырабыҙ

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Аҡмулла диктанты» халыҡ-ара мәғрифәт акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Сара быйыл бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға, «Аҡмулла» журналының 110 йыллығына, шулай уҡ Башҡорт тарихы йылына арнап уҙғарыла.

«Аҡмулла диктанты»ның маҡсат — республикала, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә Аҡмулланың ижадын популярлаштырыу, киң йәмәғәтселек иғтибарын туған телде, әҙәбиәтте, фольклорҙы, мәҙәниәтте, Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә йүнәлтеү.

Сарала 10 декабрҙән 12-һенә тиклем онлайн тәртибендә https://bashdict.ru сайтына инеп ҡатнашырға мөмкин. Унда 30 тест күнегеүе бирелгән, эште башҡарыу өсөн бүленгән ваҡыт — бер сәғәт. Һорауҙар Мифтахетдин Аҡмулланың, уның замандаштарының тормошона, ижадына, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, Башҡортостан тарихына ҡағыла.

Диктантта ҡатнашҡандарға шунда уҡ сертификат биреләсәк.

 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас