Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Ғинуар 2022, 14:59

Илештәр ихлас та, әүҙем дә

Әүҙем илештәрҙең төрлө ҡыҙыҡлы эстафеталарҙа, уйындарҙа ҡатнашыуҙары, дәртле бейеүҙәре, йырлауҙары үҙәк майҙанды кискә тиклем биҙәне.

Илештәр ихлас та, әүҙем дәИлештәр ихлас та, әүҙем дә
Илештәр ихлас та, әүҙем дә

Ошо көндәрҙә Илеш районындағы Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Самауырҙа ҡунаҡта!» байрамын ойошторған.

Үҙәктең әүҙем ағзалары сараның «төп ҡунағы» булып иҫәпләнгән самауыр эргәһендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли аш-һыуҙарын — бал, ҡорот, тултырма, эремсек, ваҡ бәлеш урынлаштырған. Килгән барлыҡ ҡунаҡтарҙы үләнле ҡайнар сәй менән һыйлағандар.

Байрамдың сағыу биҙәге тип башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең визит карточкаһына әүерелгән өләсәйҙәр менән ейәндәрҙең уйнаған боронғо уйындарының береһен атарға була.

Байрамда оло быуын вәкилдәре йәшлектәрен иҫкә төшөрһә, йәштәр үҙ сиратында башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе тип һаналған, кейеҙҙән һуғылған балаҫтарҙы, сигелгән таҫтамалдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараған, милли ризыҡтарҙан ауыҙ иткән.

Әүҙем илештәрҙең төрлө ҡыҙыҡлы эстафеталарҙа, уйындарҙа ҡатнашыуҙары, дәртле бейеүҙәре, йырлауҙары үҙәк майҙанды кискә тиклем биҙәне.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас