

- Һин, Зәйтүнә, Әхтәм менән матур итеп донъя ҡорғанһың, алма кеүек өс бала үҫтереп ятаһығыҙ, ә беләһеңме, һин бит минең өлөшөмә төшкән көмөшөмә мине ялғанлап, алдаҡ һүҙҙәрең менән үҙеңә ҡаратып, ҡулыңды һуҙҙың. Әхтәм менән беҙ бер-беребеҙҙе ярата инек, һин шул саҡта гел генә көнләшә торғайның. Һиҙә инем, эстән генә Әхтәмде яратҡаныңды, ундай юлға баҫырһың, тип уйламағайным. Әхтәм һинең ниндәй эскерле булыуыңды белеп тә етмәгәндер ул ваҡыт та, йәш саҡ - йүләр саҡ. Юҡты бар итеп, Әхтәмгә армияға мине яманлап хаттар яҙып ятыуыңды кисә генә, ауылға ҡайтҡас, ишетеп белдем. Мин Әхтәмде саф намыҫ менән көттөм, көн дә хаттар яҙа торғайным, ҡайтырға ярты йыл ҡалғас, кинәт кенә хаттар килеүҙән туҡтаны һәм аҙаҡтан Әхтәмдең ҡыҫҡа ғына хаты бөтәһенә лә нөктә ҡуйҙы: "Ғәзизә, мин һинең турала тик яҡшы уйҙарҙа ғына инем, ә һин бөтәһен дә юҡҡа сығарҙың, яратыуың алдаҡ ҡына булған икән, теләгән кешең менән бәхетле бул, минән хаттар көтмә, онот!" Ошо хатты уҡыу менән ситкә сығып киттем. Ғәзизә шул ваҡыт та мине ҡалайтып йыуатҡайның, эстән генә минең китеүемә ҡыуанғанһың, тимәк. Китеүен киттем, ә йөрәгем, йәшлек мөхәббәтем ауылда ҡалды, инде нисәмә йылдар буйы ғазап диңгеҙендә яңғыҙ ҡаҙ шикелле йөҙәмен. Эх, Зәйтүнә, кеше мөхәббәтен урлап, бәхет хыялдарын емереп төҙөгән ғаиләң нигеҙе ныҡлы булырмы икән? Һеҙгә яманлыҡ та, насарлыҡ та теләмәйем, тик Әхтәмдең генә күҙҙәрен асҡым, уның алдында бер ғәйебем юҡ икәнен генә әйткем килде...
Авторы билдәһеҙ.