

Күҙ ҡарашын йыраҡҡа төбәп, оҙак ҡына уйланып торҙо ла хистәренә ирек бирҙе Тәскирә инәй. Өҫтәүенә радио тулҡынынан яңғыраған йыр ҙа сәбәпсе булды, ниндәй моңло йыр, йөрәккә үтеп кереп күңел түрен айҡап сыҡты ла, үткәндәргә алып ҡайтты. Шулай итеп Тәскирә инәйҙең ғүмер йомғағы әкрен генә һүтелде ә күҙ йәштәре туҡтауһыҙ түгелде лә түгелде.
Үтте лә китте йәшлегем
Үткәнендә тойманым,
Йә үтмә тип, йә китмә тип
Үҙем дә бит тыйманым...
Берәм - берәм күҙ алдынан үткәрҙе, бәхетле көндәре лә әҙ булманы, кайғы - хәсрәтҽ лә ситләп уҙманы. Күңел түрендә һаҡлап йөрөткән ауыр таш, нисәмә йылдар инде тынғы бирмәй әйләнгән һайын иҫбатлап торҙо көс еткеһеҙ ауыр йөк ятҡанлығын, йөрәген тырнап ҡайтанан ҡайта ҡан һауып һыҡыратты. Оноторға тиеп күпме тырышһала онота алманы, ҡайҙа ғына барһа ла эҙәрлекләне, "минән ҡасып ҡотола алмаҫһың"- тигәндәй гел киҫәтеп торҙо.
Их был йәшлек хатаһы, ниңә шул саҡта башына төшкән аңлайышһыҙ ҡатмарлы мәсьәләне ул ваҡытында хәл итә алманы???
Фәһемле генә кәңәш бирерлек, аҡыл өйрәтҽрлҽк берәр яҡын кешеһе булманымы икән ни??
Тормош юлының тәүге боролошонда уҡ ул абынды.
Ауырлыҡтанмы, яуаплылыҡтанмы ҡурҡып кеше башына һыймаҫлык яңғышлыҡ эшләне.
Яңғышлыҡ ҡына ла түгел, енәйәт ҡылды тиһәк дөрөҫөрәк булыр.
Мең дә туғыз йөҙ утыҙ алтынсы йылдың йәмне йәйендә, ғәйләлә өсөнсө булып кыҙ бала Тәскирә тыуа. Ата - әсәһен һөйөндөреп тулы ғәйләлә татыу ғына ғүмер кисергәндә, ләһәрле һуғыш башлана. Биш йәшлек Тәскирә, оло апаһы һәм ағайы артынан эйәреп, ауыл осона саҡлы атаһын һуғышҡа оҙатып бара, атаһының бәләкәсҽм минҽң тип күтәрҽп күккә сөйгәнҽ бөгөнгҽләй иҫҽндә .
Аслыҡ яланғаслыҡҡа бирешмәй, ауырлыҡтан ҡурыҡмай бәләкәйҙән эшһөйәр тырыш булып үҫә Тәскирә. Атаһы һуғыштан еңеү яулап иҫән - һау әйләнеп ҡайта. Тик әнейҙәре генә күрә алмай, ҡаты сирҙән һуң, аяҡҡа баҫа алмай гүр эйәһе була. Ир - атҡа ҡытлыҡ саҡта икенсе ҡатын табыуы ауыр булмағанлыҡтан, әнейҙәрен Мәстүрә инәй алыштыра. Уның ире һуғышта вафат була, ул да өс бала эйәртеп килә. Ғәйлә һаны йылдан - йыл ишәйә, бер - бер артлы уртаҡ ҡыҙ - улдары тыуа.
Тәскирә бик һылыу зифа буйлы, мөләйем йөҙле , ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, муйылдай сөм - ҡара күҙле ҡашыҡҡа ғына һалып йотарлыҡ ҡыҙ булып үҫҽп ҽтә؛ Күп кенә егеттәрҙең йөрәген ҽлкҽндҽрҙҽ. Ун һигеҙе тулғанда инде ул үҙе ғашик була, һомғол кәүҙәле, осҡон сәсеп торган ҡара күзле күрше ауыл егете Сәлим, йәш кыҙҙың йөрәген бер күреүҙә әсирлеккә алды.
Ике йәш йөрәк берҙәй булып тибә, киләсәктәрен бер - береһенән башҡа күҙ алдына ла китерә алмайҙар. Күпме айлы төндәрҙе бергә үткәрҙеләр, көн үткәнен көтөп ала алмай һағынышып бөтәләр ине.
Һуңғы осрашыуҙары бөгөнгеләй иҫендә Тәскирәнең, ул көнде Сәлим ниңәлер иртәрәк килде, көтөү ҡайтып эңер төшә генә башлағайны матайы менән килеп тә етте. Ниҙер һиҙенгән Тәскирә һораулы күҙ ҡарашын Сәлимгә төбәне. Осҡон сәсеп торған күҙҙәр моңһоу ине, башын түбән эйеп саҡ - саҡ өндәште Сәлим һөйгәненә "мин иртәгә китәм"- тип. Хеҙмәткә алыныры билгеле булһа ла, көтөлмәгән хәбәр кеүек ҡабул итте кыҙ.
" Һинһез нисек йәшәрмен"- тип үкһеп илап Сәлим күкрәгенә башын һалды, "юләркәйем минең, мәңгелеккә китмәйем дә инде"- тип һөйгәнен тынысландырҙы егет. Көтәрһеңме мине тигән һорауға " көтәм, ғүмерем буйы көтәргә лә ризамын"- тине.
Сәлимде озатҡас күп тә үтмәй балаға уҙғанлығын аңланы Тәскирә, төн йоҡлай алмай тиҙерәк таң атҡанын көттө, бәлки бөгөн хат килер тип өмөтләнде, һөйгәнен шатлыҡлы хәбәр менән тәүгеләрҙән булып һөйөндөрәһе килде уның.
Юлдан ғына яҙған бер хаттан башҡа хат булманы, ай артынан ай үтте, илай - илай күҙ йәштәре кибеп бөткән Тәскирә һаман өмөтөн өҙмәне көттө...бәлки бөгөн... бәлки иртәгә...
Билгеһеҙлектән этләнеп, кеше күҙенә күренеүҙән оялып ни эшләргә лә белмәй йөрөгәндә, һөйөү емештәре донъяға килде, бер һөйөндө бер көйөндөТәскирә .
Ай яҡтыһында бүләк ителгәнгәме һөйөү емешенә Тәскирә Айһылыу тип исем бирҙе.
Хәбәрһеҙ юғалған Сәлимдең Саратов калаһында хеҙмәт иткәнен, икенсе кыҙға өйләнгәнен ишеткәс Тәскирә таш һын һымаҡ ҡатып ҡалды. Ни булды һуң? Кем гәйепле? Ниңә? Ни эшләп? мең төрлө һорауҙар баш мейеһендә ҡайнаны, аяҡ аҫтында ер убылғандай, донъя туҡтағандай булды, ҡояш та яҡтыртмаған һыу ағышы ла туҡталғандай тойолдо.
Ғәрлегенән ер тишегенә керергә әзер ине ул, үгәй әсәһенең сәнскеле һүҙҙәре, атаһының ҡаш емереп ҡарауы, урамда бармаҡ төртөп күрһәтеп шырҡ- шырҡ көлөшкән кешеләрҙән ҡайҙа ҡасып ҡотолрға белмәне.
Берзән - бер көндө түҙемлеге бөтөп, йәшәүҙән төңөлгән Тәскирә сабыйын ҡосаҡлап оло юлға сыға. Үткән машинаға ҡул күтәреп туҡтатты, " һылыу, кайҙа бараһың"- тигән һорауга " кайҙа булһа ла"- тип яуапланы.
Ниһәйәт ул сит районда ине, мында уны бер кемдә белмәй, һәм мыҫкыллап көлмәйәсәктә, иртәгә ни булаһын, ҡайҙа төн ҡунаһын башына ла китермәне. Балаһын күтәреп оҙак баҫып торҙо урғылып аҡҡан йылға яры башында, мына бит ҡотолоу ысулы тип шатланып уҡ ҡуйҙы. Бер кемдә белмәҫ, иҫкә алыусы ла булмаҫ, ниңә миңә был донъяла йәшәргә тип һыуға табан ынтылды.
"Һеңлем, ни эшләргә йыйындың"- тигән тауышла һиҫкәнеп айнып киткәндәй булды, боролоп ҡараһа оло йәштәге ҡатын ҡулынан һөйрәй ине.
Түкмәй - сәсмәй башынан үткәндәрҙе һөйләне Тәскирә, икәүләшеп илаштылар, Нәсимә апай үҙенең аһ - зарҙарын һөйләне, бала бәхетенән мәхрүм икәнлеген. Йортона алып ҡайтты, ашатып йыуындырып йоҡларга урын түшәп бирҙе мөләйем йөҙлө фәҽшуә йәнлҽ Нәсимә.
Икенсе көнде иртән тороп сәй эсеп утырғанда, " миңә бала кәрәкмәй"- тип Тәскирә ҡырт кисеп әйтте лә һалды.
Яҙмышының шулай ҡырҡа үҙгәрҽүҽ, ҡырыҫлыҡ күрһәтҽүе, бөтөн килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтарына шул сабый баланан ғәйеп эҙләне, күңеле ҡатты, күңел генә түгел йөрәге боҙға әйләнеп туңды. Гөмүмән ауыр мәсьәлә хәл ителде, кыҙын сит кешегә ҡалдырып сығып китте башы һуҡҡан яҡҡа.
Хушлашканда иларға тырышманы, үҙ ҡулдары менән договорга ҡул тамғаһын ҡуйып, юллык аҡса алып, "башҡаса һеҙҙе борсомам "- тип китеп барҙы.
Үзбәкҽстан яғында йыраҡ туғандарына барып урынлашты, төҙөлөшкә эшкә кереп тормош юлын өр - яңынан башлап ебәрҙе. Йәшлек үҙенекен итте, йөрәк һыҙлауы онотолғандай, ҡылған хатаһы юйыл
ғандай тойолдо, яңынан ғашик булып кейәүгә сыҡты, оҙаҡ йылдар йәшәнеләр тик балаға уҙа алманы. Табибтарға күренеп ҡараны, бер ниндәйҙә сәбәп табылманы. Ире миңә бала тапмаған ҡатын кәрәкмәй тип айырып ебәрҙе. Бер - нисә тапҡыр ҡабатлана шул хәл, юҡ балаға уҙа алмай. Икенсеһе лә, өсөнсөһе лә бала тапмайһың тип айыралар. Тәскирә әлеге үҙҽ ташлап киткән баланы ғәйҽпләнҽ , рәнйеше төштө шуға күрә Аллаһ тәғәлә миңә бала бирмәй тип үҙен тынысландырҙы.
Ғүмере бик күңелле үтте, уйнап -көлөп, үҙ - үҙен генә ҡарап, үҙен яратып йәшәне. Йәшлек сибәрлеге лә ҡояшта уңған сепрәк кеүек төҫөн бик тиҙ юғалтты, ғәйлә ҡора алмай ирһҽҙ балаһыҙ яңғыҙы ҡалды; Бәхҽтлҽ өй тулы балаһы булып сабыр ғына парлы донъя көткәндәргә көнләшҽп ҡараны؛
Уныңда бит ысын барлыҡта баш тартҡан кыҙы бар Айһылыуы. Уңа ла хәҽер 60 йәш тирәһе, эйән - эйәнсәрҙәрен тәрбиәлшкәнен ишетеп белә инҽ Тәскирә. Тик ғәфү һорап барырға ғына баҙнат итмәне, ҡартлар йортона килеп эләккәс тә өмөтләнеп ниҙер көттө, тәҙерәнән күҙен алмай, шешенеп бөткәнсе илап көттө.
Тәскирәнең йөрәгенә шырау булып каҙалган яңғылышлыҡ, ваҡыт ваҡыты менән иҫкәртеп торҙо, урамда бала күрһә тотоп һөйәһе килде, күҙ йәштәренә мансылып күпме иланы, йөрәге һулҡылдап һыҙланы.Тик терһәк яҡын ғына булһа ла тешләргә бик ауыр һәм һуң ине инде...
Яҙмыш кешене күп төрлө ауырлыҡтар биреп һынай, һәр кемдең үҙ ихтияры,кемдер яҙмышына бойһонып йәшәй, кемдер үҙгәртергә тырышып һуңғы көсөнә һуңғы һулышына саҡлы көрәшә. Көслө рухлылар ғына, сабырҙар ғына маҡсаттарына ирешә һәм бәхеткә лайыҡ була ала.
Яҙмышты үҙгәртеп булһа ла, яңғышты төҙәтеп булмай икәнлеген, "яҙмыш һинең теҙ аҫтыңа китереп һуҡһа - йығылмаҫ өсөн яғаһына йәбеш"- тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә Тәскирә яңы ғына төшөндө...
Хикәйәмдҽ тамамлап, бер нисә һүҙ әйткем килә: яңғыҙлык бер көнлөк түгел - ул мәңгелек. Еңел уйлап сабыйынан баш тартҡан әнейҙәргә ни тип әйтергә лә белмәйем. Ғонаһтан яуап биреүҙән нисек ҡурыҡмайҙар...Бала бәхет, донъя йәмҽ ғәйлә тотҡаһы икәнҽн ниңә аңламайзар???
Римма БАЙМЫРҘИНА.