Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Апрель 2022, 17:20

Төрки халыҡтарының рухи мәҙәниәте: бөгөнгөһө һәм киләсәге

Әҙәбиәт теорияһы, башҡорт әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән күренекле шәхестәребеҙ - Роберт Байымовтың тыуыуына 85, Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала был сара.

Төрки халыҡтарының рухи мәҙәниәте: бөгөнгөһө һәм киләсәгеТөрки халыҡтарының рухи мәҙәниәте: бөгөнгөһө һәм киләсәге
Төрки халыҡтарының рухи мәҙәниәте: бөгөнгөһө һәм киләсәге

Башҡорт дәүләт университетында Бөтә Рәсәй кимәлендәге (Халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) "Төрки халыҡтарының рухи мәҙәниәте: бөгөнгөһө һәм киләсәге" исемле конференция бара.Был хаҡта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина үҙенең сәхифәһендә яҙған. 

"Әҙәбиәт теорияһы, башҡорт әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән күренекле шәхестәребеҙ - Роберт Байымовтың тыуыуына 85, Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала был сара. Конференцияла, сит ил һәм Рәсәй ғалимдарынан тыш, Роберт Байымовтың хәләл ефете Йөҙөм Һәүбән ҡыҙы, Ким Әхмәтйәновтың ҡыҙы Гөлшат апай ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне", - тигән Гөлфирә Риф ҡыҙы. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас