

Баймаҡ районының Билал ауыл китапханаһы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, уларҙа «Эх, балаҫы ла балаҫы!..» тип аталған сара үткән. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылдарына бағышланған. Сараға береһенән-береһе оҫта ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, маһирлығын күрһәткән.
81 йәшлек Сәрүәр инәй Мөхәмәтйәнова, 72 йәшлек Фирҙәүес Ҡаһарманова, 70 йәшлек Таңһылыу Ғәйзуллина, 65 йәшлек Зәһинә Ғайсина, Фатима Ғайсина... Уларҙың барыһы ла бәләкәйҙән ҡул эштәренә әүәҫ, әлеге байрамға күҙ яуын алып торған балаҫтарын алып килгәндәр. Араларында иң йәш ҡатнашыусы Әлфиә Һибәтуллина: «Өләсәйемдең юлын дауам итәм, ул да станокта төрлө балаҫтар һуҡҡан», - тип, был шөғөлдөң әле йәшәйәсәгенә, быуындан быуынға тапшырыласағына ышанысты нығытҡан.
"Ағинәй"ҙәр берләшмәһе советы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина тиҙҙән янсыҡтар бәйгеһендә ҡатнашасаҡ, шуға күрә үҙе эшләгән янсыҡтарҙы күргәҙмәгә ҡуйған.
Сарала ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, урындағы мәғариф, һаулыҡ һаҡлау ветерандары ла ҡатнашҡан. «Һаҡмар» район гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолған, бүләктәр уйнатылған.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.