Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Апрель 2022, 13:47

Тауҙарҙа тыуған елдәр. Хикәйә

Ике тауҙың итәге бер-береһенә ҡапланып ятҡан урында Рәйсә инәй аҙымдарын аҡрынайтты. Бына бөтөнләй туҡтаны. Һәм ҡатып ҡалды. Ә күҙҙәре алыҫҡа төбәлгәйне.  – Тауҙарҙа тыуған елдәр… – тине ул ярым шы­быр­лап.

Тауҙарҙа тыуған елдәр. Хикәйә
Тауҙарҙа тыуған елдәр. Хикәйә

Күҙҙәремә мөлдөрәмә тулған ҡайнар йәштәр аша бер ни абайламайынса асырғанып ҡай­ҙа­лыр ат­ла­ным да атланым. Бәғерҙәремде һыҡ­ратҡан һыҙ­ланыу булмышымды ялмап ал­ған­дай. Әй­терһең, осо-ҡырыйы күренмәгән ерҙән ба­рам: юлым сүллеккә илт­һә – йөрәгемде өткән ут­тан кө­йөп сы­ғырҙай бу­лам, боҙлоҡҡа күсерһә – дер ҡал­ты­рап өшө­йөм. Түң­гәк­кә, ташҡа, ботаҡҡа, йә тағы нимәгәлер эләгеп абы­нып-һөрлөгөп китеү­ҙәр генә зи­һенемде асыңҡырап ебәрә. Шул арала аҙымдарымды яйға һа­лырға ты­рышам. Әммә тиҙ­ҙән кире антаҡ-тинтәк ба­ҫа баш­ла­йым. Ситтән кү­реп ҡалыу­сы булһа, һис шик­һеҙ, абау, был тиклем дә иҫер­мә­һә, тип уйлар ине. Тик ми­нең өсөн әлеге ва­ҡытта донъяла бер кеше лә юҡ… Үҙем дә башҡаларҙың күҙенә салынмаһам ине…

Баш өҫтөндә, бер ни булмағандай, ҡояш бал­ҡый. Һу­ҡы­райғандыр, ахыры. Ҡайғынан өҙгөләнеп ки­теп бар­ған кескәй йән эйәһен күрмәйҙер. Юғи­һә, күңе­лем­дәге аһ-зарҙы аңлап, йөҙө ҡарайыр ине… Ә ул, мыҫҡыл иткәндәй, балҡыпмы балҡыған була. Тапҡан ваҡыт. Нисәмә аҙна туҡтауһыҙ, мәле менән ҡойоп, мәле менән олаҡтырылған көсөктәй шыңшып быҫҡып, яуҙы ла яуҙы ямғыр. Күкте ҡамап алып өҫкә ауып килгән һоро-ҡарағусҡыл болоттар бер ҡасан да таралмаҫ төҫлө ине. Бындай саҡта, ғәҙәттә, донъя тарайып киткәндәй була. Ҡайғы ки­сер­гән­дә шундай болоҡһоу көндәр тороуы яҡшыраҡ һы­маҡ. Ямғыр һине аңлаған кеүек, йә, ки­ре­һен­сә, үртәгәндәй. Ундай саҡта, хәсрәтте еңелерәк үткәрәһең.

Ә бөгөнгө ҡояш асыуҙы ғына килтерә…

Яңаҡтарым буйлап субырлап аҡҡан әсе күҙ йәштәрен һөртмәйем дә инде. Мыш-мыш килгән танау аша тын алыу күптән ауырлашты. Ҡыуып етмәҫен бел­һә лә, осҡор ҡуянды баҫтырып арыған эттәй, ки­ләм телемде һәлендереп. Юҡ, илау еңеллек өҫ­тә­мәй. Ләкин яҙмыш сикәгә һеңгәҙәткәнсе килтереп һуҡҡанда һыҡтамай ҙа сара юҡ. 
Түҙемлектең сигенә еттем, ахыры. Хәлһеҙ кәүҙәм менән дөрҫләп тупраҡҡа ҡапландым. Йән ауыртыуына өҫтәлгән тән ауыртыуҙарына сыҙамай, тағы ла көс­лөрәк итеп үкереп ебәрҙем. Илайым, тәгәрәп йө­рөп тулайым, тибенәм, ҡулымды кибеп өл­гөр­мәгән туп­раҡҡа батырып, үләндәрҙе төбө-та­мы­ры менән йол­ҡоп алам да ҡара ерҙе битемә һы­лайым. Иренгә ҡап­ланған сәстәремә ҡушып тупраҡ сәй­нәйем. Күр, ҡояш, нисек шашынғанымды. Күр ҙә оял, исмаһам, битарафһыҙлығыңдан!..

Үҙенә лә баш бирмәгән әҙәм

Үләнгә генә баш эйәме?

Эйә икән, эйә, көнө килһә!

Эйеү түгел, ятып ҡосаҡлай.

Көндән күргән бәлә, рәнйеүҙәрен

Ер-әсәгә килеп ошаҡлай.[1]

Мин дә ошаҡлайым ергә яҙмышымды. Аһ-за­рым­ды түгәм. Бушанһам, бәлки, еңеллек тойормон... 

Күпме шулай ятҡанмындыр… Уйлау һәләте ҡайт­ҡайны. Әкренләп эргә-тирәләге тауыштарға иғтибар итә башланым. Күҙҙәремде асмай ғына шу­лар­ҙы тыңлап ята бирәм. Баш осомда һабантур­ғай һайрай. Әммә уның моңо ла күңелгә ҡыуаныс өҫ­тәмәй. Сөнки уға мәғәнә бирергә тырышмайым. Хыял­һыҙ йөрәк – бер ус ит киҫәге инде. Хәйер, ҡош­соҡ үҙе лә һис ниндәй мөғжизә тыуҙырмай, ба­ры ҡауышырға йәр ылыҡтыра, әүрәтә. Шул ғына, эйе, шул ғына. 
Алыҫтараҡ кәкүк саҡыра. Өйрәнелгән ғәҙәт бу­йынса, эстән генә күпме ғүмер бирелгәнен һанап ятам. “Бер, ике, өс… ун… ун биш… егерме… егерме биш…” Ары иҫәпләп тормайым. Еткән. Миңә егер­ме биш…
Дыуамал уйымдан һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡал­дым. Тиҙерәк, тиҙерәк!.. Шомло күңелгә ҡа­бат ике­ләнеү тағылып өлгөрмәҫ элек. Ҡайҙа һуң мин? Ауыл йыраҡта ҡалған. Уны кәртәләп баҫҡан ике тау ур­таһына килеп йығылғанмын икән. Артта – ағаслыҡ. Шунда барып йәшеренәйем дә…

Артыма боролоп, тороп йүгерәйем тигәндә күрше Рәйсә әбейгә бәрелә яҙҙым.

– Һаумы, ҡыҙым, – ти ул сырайын һытмай ғына, әй­тер­һең, өҫ-башымды, ниндәй ҡиәфәттә торғанымды күр­мәй. Етмәһә, күрше генә йәшәгәс, хәле­беҙ­ҙе энә­һенән ебенә тиклем белә. Ә ул һәр ва­ҡыттағыса яғымлы һәм тыныс.

Бер һүҙ ҙә өндәшә алмай, башымды сайҡаған бу­лам.

– Әйҙә, ҡыҙым, бынау Күкрәктауға менәйек әле, – ти инәй сабыр ғына. – Ауылға килен бу­лып төш­кән­дән бирле хыялланып йөрөгәйнем. Бер ҙә юл сыҡ­маны, әллә ниңә бушаманым. Бөгөн баҙнат ит­тем әле. Бер үҙем тауҙың үренә етә алыр­мын­мы, тип ике­лә­нә-икеләнә килә инем, әлдә һин ос­ра­ның. Икәү­ләгән юл еңелерәк тә, ҡыҫҡараҡ та бу­ла ул, – ти ҙә, ри­залығымды ла алмайынса, үҙе ат­лап китә.

Бер арауыҡ ваҡыт өндәшмәй барабыҙ. Шул арала уны күҙҙән уҙғарҙым: әлеге лә баяғы һары сатин күлдәген кейгән, аяҡтарында – таушалып бөт­кән калуш, сал сәстәрен ҡаплап сәскәле йәшел яу­лы­ғын ябынған. Муйынынан һис төшмәгән һары эре мәр­йенле муйынсағы атлаған һайын тыҡылдап ҡуя.

Йөҙөнә ҡарап ҡына Рәйсә инәйҙең йәшен бил­дә­ләп булмай. Иҫәпһеҙ һырҙары уның тәбиғи гү­зәл­леген боҙмаған, киреһенсә, олпатлыҡ ҡына өҫтәгән. Ҡаҡса һынын артыҡ текә лә тотмай, артыҡ бө­гөлөп тә китмәй. Аҙымдары һәлмәк тә, бик үк еңел дә түгел. Үҙенә ҡарап торғандан һуң уны ҡа­батлағы килә.

Ике тауҙың итәге бер-береһенә ҡапланып ятҡан урында Рәйсә инәй аҙымдарын аҡрынайтты. Бына бөтөнләй туҡтаны. Һәм ҡатып ҡалды. Ә күҙҙәре алыҫҡа төбәлгәйне. 

– Тауҙарҙа тыуған елдәр… – тине ул ярым шы­быр­лап. – Улар гелән саф, үҙҙәре һис туҡтамай. Бе­рәүһенән шыуып төшөп, икенсеһенә үрмәләй баш­лай. – Миңә боролоп, һүҙен дауам итә: – Әҙәм балаһының яҙмышы ла ошо елдәргә оҡшаш. Айырма шунда ғына: кеше ҡайһы тауға менергә икәнлеген үҙе һайлай ала…
Башым эйелгәндән-эйелә. Инәйҙең күҙҙәренә ҡа­рауы оят. Ә ул мине бер нәмәлә лә ғәйепләмәй төҫ­лө, арҡамдан наҙлап ҡына һөйөп ала.

– Әйҙә, булмаһа, Хоҙайға тапшырып, артылайыҡ, ҡыҙым, – ти ҙә ышаныслы аҙымдар менән үргә күтәрелә башлай. Мин дә уның артынан ҡалмайым.

…Айсыуаҡ менән биш йыл элек өйләнештек. Оҙаҡ та йөрөмәнек, атай-әсәйҙәребеҙ туйҙы һөйләшеп тә ҡуйҙы. Әҙерлек мәшәҡәттәре менән өс ай бик тиҙ үтеп китте. Иртәгә туй тигән көндө күпләп ҡар яуҙы, ә төнөн ҡотороноп буран сыҡты. Юл күмелеп, саҡырылған ҡунаҡтар килә алмаҫ, тип ҡурҡҡайныҡ. Маҡсат менән теләк бергә үрел­һә, тағатып булмаҫлыҡ тығыҙ арҡанға әүерелә. Ту­йы­быҙ гөрләп үтте! Машина, техника заманы бул­һа ла, ҡыңғыраулы аттарҙа йөрөү барыһының да күңеленә хуш килде. Һуңынан телдән төшөрмәй һөйләнеләр, оҙаҡ онотолманы беҙҙең туй:

– Шәп бит, әй! Ҡасан тағы санаға ултырылыр ине, ә?

– Әйтмә лә инде, йәшлек иҫкә төшөп, йәшәреп киткәндәй булдым.

– Еңгә, һин хас та әкиәттәге Ҡарһылыу шикелле осоп ҡына төштөң бит беҙгә!

Ул саҡта уңайһыҙлыҡ килтерһә лә, хәҙер иҫләүе нисек күңелле! “Ғүмереңдең ҡайһы мәленә ҡайтыр­ға теләр инең?” – тигән һорауға, уйлап та торма­йын­са, “Үҙебеҙҙең туйға!” – тип яуаплар инем. Бәлки, киләсәгебеҙҙә унан да сағыуыраҡ, йәмлерәк һәм бәхетлерәк сәғәттәр булыр… Ләкин ҡасан атыр ул таң?..

Бүтән йәш ғаиләләрҙән әллә ни айырылманыҡ. Атайым: “Ауылда төпләнергә ашыҡмағыҙ, ана, үҙебеҙҙең буш фатир бар, шунда йәшәгеҙ!” – тигәс, тәү­ге айҙарҙа ҡалала торҙоҡ. Икәүҙән-икәү генә бу­лыу араны нығыраҡ яҡынайтһа ла, ҡайһы саҡ бер-беребеҙҙе аңламай китә инек. Шулай ҙа биш минут үтеүгә асыу онотолоп, кире ярашабыҙ ҙа донъя­быҙ тағы ла түңәрәкләнә торғайны. Әлбиттә, беҙ, икебеҙ ике донъя кешеһе, һәр саҡ килешеп кенә йәшәй алманыҡ… 
Ауылда тыуып үҫкән, ундағы тормошҡа күнеккән Айсыуаҡ ҡаланы үҙ итмәне. Эштән ҡайта ла ҡыҫыҡ фатирҙа урын, толҡа, әүрәп китерлек шөғөл таба ал­май йонсой ине. Уны ҡаланың төрлө күңел асырлыҡ, ял итерлек урындарына йөрөтөүемдән, Ин­тер­нет селтәренә ылыҡтырыуымдан фәтүә сыҡманы. Ваҡыты-ваҡыты менән алдыма баҫып:

– Бына күрәһеңме, ошо көслө беләктәр эш һо­рай, – тип йылмайҙы.

Сессияһын япҡас, түҙмәне: “Йәнем, мин ауыл­һыҙ йәшәй алмайым”, – тине. 

Ҡайным менән ҡәйнәм ҡарарыбыҙҙы ҡыуанышып ҡабул итте. Йәй булғас, аласыҡта торҙоҡ. Ай­сыуаҡтың эш менән мәшғүл сағын ҡарап торорға яраттым. Нимәгә генә тотонһа ла, ҡулынан килә. Уңған кеше эште һайлап тормай, тигәндәрен шул саҡта аңланым. Һәм беҙгә, ысынлап та, ауылда төпләнергә кәрәктер, тигән һығымтаға килдем.
Ҡыш яҡынлашыуға ҡайнымдар йортона күстек. Әммә, нисек кенә тырышһаң да, ике ғаилә бер өйгә һыя алмай. Быныһы – сер түгел. Йә береһенә нимәлер оҡшап етмәй, йә икенсеһенә. Юҡ, бейемемә һүҙ тейҙермәйем. Ҡасандыр үҙе яман ҡәйнәһенән ҡыйырһытылып, ситләтелеп йәшәгән. Ни­мә­не генә ҡу­лына алһа ла, имеш, тейешенсә килеп сыҡ­маған. Аш әҙерләһә – тоҙо етмәһенме, бәлеш бе­шерһә – йө­ҙө килмәгәнме, иҙән йыуһа – сүп ҡал­һынмы… Бәй­ләнәм тиһәң, сәбәбе табыла. 

Шул саҡтарында киленемде бер ҡасан да на­хаҡ­ҡа рәнйетмәм, тигән ул. Һәм һүҙен тотто. Ми­ңә генә түгел, өс улының ҡатындарына ла изгелекле булды.

Айсыуаҡ һуйған да ҡаплаған атаһы. Төҫ-башынан алып барлыҡ эшен еренә еткереп башҡарыуына, теүәл, ләкин өтәләү һәм ҡыҙыу булыуына тиклем. Ике арыҫлан бер ситлектә һыйышмаҫ, ти­ҙәр. Ара-тирә ата менән ул араһында низағтар тыуа башланы. Ә бит эштәре бер үк, уртаҡ хәбәр­ҙә­ре лә күп. Ундай мәлдәрҙә килен менән ҡәйнә бер-береһенә ҡарап йылмайышып ултыра.

Ҡайным бер кис һорау бирҙе:

– Килен станцияға диспетчер булып барырға те­ләмәҫме икән? – Мин ул ваҡытта аш-һыу бүлмә­һендә һауыт-һаба йыуып йөрөй инем – “килен” ти­гән һүҙҙе ишеткәс, ҡолағым ҡарп итеп ҡалды.
Ә миңә эш эҙләүгә инде юл ябылған. Ауырлы­мын. Был хаҡта Айсыуаҡтан башҡа бер кемгә лә өн­дәшмәнем. Эс беленә башлағас, йәнәһе, ҡайным менән ҡәйнәмә сюрприз буласаҡ. Бер ағымда йөҙөргә уйлағас, айырым һал төҙөп маташмауың хәйерле икән.

– Һуңыраҡ шул, атай, – малдарҙы һарайға бикләп ингән Айсыуаҡ фуфайкаһын сисергә ашыҡты. – Киленең эшкә урынлаша алмай. Һиңә лә хаҡлы ял­ға сығырға ваҡыт – олатай булырға әҙерлән!

Ҡайныма пенсияға хәтлем байтаҡ ваҡыт бар ине әле. Айсыуаҡтың мәрәкәләүе үҙенә ҡабырғаһы ме­нән әйләнде. Оло кешенең һүҙе үтмәһә, абруйы тө­шә, тиҙәрме? Шулайыраҡ ҡабул итте булһа кә­рәк ҡайным был һөйләшеүҙе. Һүҙһеҙ генә йылмай­һа ла, уның яһалма икәнлеге күренде. Йәне көйһә көйгәндер инде ҡайнымдың. Беҙҙе күҙ уңында тотоп, эш урыны хәстәрләгән бит. Әлбиттә, көтөлмәгән яңылыҡтан ҡыуанып та ҡуйғандыр.

Ҡәйнәмдең иһә түбәһе күккә тейгәйне – осонопмо осондо.

– Иншалла, ҡулыбыҙға ейәнебеҙҙе алыр йәшкә лә еттек. Рәхмәт шатлыҡлы хәбәреңә!..

Бер нисә ай үтеп, йөрөүе ауырыраҡ була баш­ла­ғас, өй мәшәҡәттәренә артыҡ ҡыҫылып бармаҫ­ҡа өндәне Айсыуаҡ.

– Ашарға әҙерләп, сәй яһап торһаң, шул еткән. Ҡал­ғанын үҙем дә рәтләрмен. Үҙеңде, тыуасаҡ ба­ла­быҙҙы һаҡла!

– Ҡуйсы әле. Нисек инде? Уңайһыҙ бит… – тиеүемде ишетергә лә теләмәне.

Нимәгә генә тотонһам да, бөтәһен ҡулымдан тар­тып алды. Улының ҡатынын артыҡ әпәләүе ҡайныма оҡшап етмәне. Ризаһыҙлығы ҡарашынан һиҙелеп тора ине. Күрһә, башын сайҡап ҡуя. Үҙ­ҙәренең йәш сағы менән сағыштырыр булды беҙ­ҙең араны. Имеш, ул саҡта ирҙәр ҙә был тиклем йомшаҡ, мәүеш, ҡатындар ҙа көсһөҙ, иркә түгел ине.

– Былай шашындырһаң, үҙең дә һиҙмәй ҡалыр­һың, елкәңә менеп ултырасаҡ, – тип мәле ме­нән ки­ҫәтеп ҡуйғыланы. – Ир булғас, ир булып ҡа­ла бел.

Айсыуаҡ уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне, үҙенсә эшләне. Тора-бара өй эсендә тауыштар йышай­ҙы. Ыҙғыштың төп сәбәпсеһе үҙем икәнлеген аңлай инем. Шуныһы тынғы бирмәне. 
Бер көн, сираттағы низағтан һуң, асырғанып тү­шәк-келәмдәрҙе йыуырға тотондом. Ҡәйнәм ҡа­ла­ға баҙарға юлланғайны. Юғиһә, тыйыр ине мине был аҙымдан… Өйҙә яңғыҙ ҡалғас, түҙмәгәйнем шул.
Сайылған әйберҙәр һалынған тасты күтәреп барғанымда эсемдә ниҙер өҙөлгәндәй булды. Тас ҡулдан төшөп китеп, керҙәр яҙғы батҡаҡҡа һибелде. Бөгөлә-һығыла көс-хәл менән өйгә инеп, карауатҡа ауҙым. Ауыртыуға түҙеп булмай. Был намыҫланыуҙың бер яҙмышҡа торошло булырын белһәм, ҡамсы менән һуҡһалар ҙа, тотонмаҫ инем…
Һыҙланып ятҡанда Рәйсә инәй килеп инде. Кәртә ур­таһында туҙған керҙәрҙе быҙау сәйнәп торғас, һи­ҙенгәндер, моғайын. “Һаумыһығыҙ, күршеләр?” – ти­гәнгә яуап алмағас, өтәләнеп төпкө яҡ­ҡа үтте. Минең хәлде күргәс, барыһына ла төшөндө…

Дауаханала саҡта Айсыуаҡ эргәмдән тотам да кит­мәне. Төшкән балабыҙҙы йәлләп, тәүҙә икәүләп тыйыла алмай иланыҡ. Донъя түңкәрелгәндәй то­йолдо. Ләкин ул үҙен ҡулға алырлыҡ көс тапты. Һәм мине лә йыуатырлыҡ ҡөҙрәте етте. Артабан көс­лөрәк булырға һүҙ бирҙем уға. Шулай ҙа Ай­сыуаҡ ҡайнымды ғәфү итә алманы.

– Хоҙай насип итһә, тип әйтмәгәнмендер инде… – тип әсенде ҡәйнәм, үҙен ғәйепләп.

Шул көндәрҙә ныҡлы ҡарар ҡылғандыр Айсы­уаҡ. Дауаханан сыҡҡас та әйтеп ҡуйҙы:

– Үҙебеҙгә айырым йорт һалып сығабыҙ.
Былай ҙа аҙ һүҙле ҡайным өндәшмәне, тәрән уй­ға сумды. 
Айсыуаҡ эштән бушаманы. Ул тик тормағас, ҡай­ным да ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Ҡәйнеш­тәр каникулға ҡайтҡас, эш ырап китте. Ноябрҙә кү­сенеп тә сыҡтыҡ.

Икәүҙән-икәү үҙ йортобоҙҙа ҡалғас, Айсыуаҡ ми­ңә былай тине: 

– Ашыҡмайыҡ, иркәм, ныҡлап аяҡҡа баҫып алайыҡ, нығынайыҡ. Мин дә уҡыуымды тамамлайым әле.

Дауаханала ятҡанымда, эргәмдән китергә теләмәйенсә, сессия­һын ҡалдырғайны. Бер үк курсты ике йыл уҡырға мәж­бүр булды. Дипломын ҡулына ал­ғансы, байтаҡ ғүмер үтеп китте. Ул арала ҡәйнештәр ҙә ғаилә ҡорҙо. Күп тә үтмәй, өлкәненең ҡыҙы тыуҙы.
Айсыуаҡ шул сабыйҙы ҡулына алғанда йөрәгем ярыла яҙҙы. Бәләкәсте иркәләткәнендә уның ниндәй бала йәнле икәнлеген күрҙем. Һуң мин бит уға ошо бәхетте бирергә тейеш инем! Ҡуй, бүтән һуҙып йө­рөр­гә ярамай…

О, һин, тормош!.. Ниңә ҡайһы берәүҙәргә һис ни йәлләмәйһең, ә икенселәргә һаранһың? Һайлап ҡы­на эш итәһеңме ни?! Әллә беҙҙең кеүектәрҙе бө­төнләй һанға һуҡмайһыңмы? Бар тип тә белмәй­һең­ме? Ошо тиклем ҡайғы-михнәттәрҙе кисермә­һәм, эйе, былай тиеп ауыҙ асырға йөрьәт итмәҫ тә инем…

Яңынан ауырға ҡалғанымды белгәс, Айсыуаҡтың ҡанатланып йөрөгәнен күреп ҡыуанһам да, нин­дәй­ҙер юшҡын йөрәкте өйкәне. Өмөт уты тоҡаныу ме­нән өҫтөндә шөбһәләнеү болото ла яралалыр, мо­ғайын. Тормош ирәйеп шатланырға мөмкинлек бирмәй. Был юлы беҙ һағыраҡ ҡыланырға тырыштыҡ, һәр аҙымды үлсәп баҫтыҡ. Айсыуаҡ миңә сәйнүкте күсереп ултыртырға ла форсат бирмәне. 
Балаға уҙыуымдың бишенсе айында төшөп ярыл­ды хыял кәсәбеҙ. Хәлем насарайып, теге ва­ҡыттағы ауыртыу үҙен белгертә башлағас, хафаланып, ашығып иремдең телефон номерын йыйҙым. Ул эшенән һорап ҡайтып, ҡалаға барып еткәнебеҙ­сә хәтһеҙ ваҡыт үткәндер. Ләкин дауаханаға килеп ин­гәс тә һиңә иғтибар итеүсе бармы ни? Тейешле ке­шеһенә хәлде аңлатып биргәнсе лә сыйырсыҡ йо­ҡоһон туйҙырырлыҡ ваҡыт уҙғандыр…

Биш кенә айлыҡ булып тыуҙы сабыйым… Уны, остоҡ ҡына йән киҫәген, ҡулыма биреп тә торманылар, алып китеп, яһалма инкубатор эсенә һалдылар. Сибек кенә булһа ла, йәшәргә теләге көслө ине уның. Ҡапыл ғына бирешергә теләмәне. Ир затынан ине бит. Атаһына оҡшағайны. Ә Ай­сыуаҡ ҡыуанырға ла, хәүефләнергә лә белмәне. Хыял яр­сыҡ­тарыбыҙға ялан аяҡ баҫҡандай йөрөнө. Уғата шымып ҡалды.
Уҡыған доғаларыбыҙҙың файҙаһы булманы. Бер аҙна көрәште улыбыҙ рәхимһеҙ яҙмышы менән, әм­мә ҡөҙрәте генә етмәне. Уның ике усҡа һыйыр­ҙай кәүҙәһен тотоп һыҡтауы Айсыуаҡтың… Йөрәк түҙмәне, аңымды юғалтып йығылғанмын…

Табиптарҙың: “Организмығыҙ нығынып өлгөрмәгән, ҡайтырға ашыҡмағыҙ”, – тиеүенә лә ҡараманым, дауахананан сыҡтым. Башҡаса унда ҡала ал­май инем. Ике тапҡыр килдем, икеһендә лә бала тү­гел, ҡайғы күтәреп сығам. Аҡ халат кейгән йән­һеҙ, бәғерһеҙ ҡурсаҡтарҙы башҡаса күрергә теләмәй инем. Йәнемдең киҫәген ер ҡуйынына тапшыр­ғанда нисек түҙеп ятайым?

Сабыйҙың ни ғәйебе, ни гонаһы булды Хоҙай ал­дын­да? Ниңә ул балаға йәшәргә мөмкинселек бир­мә­не?! Ана, донъя буйлап яуыз күңелле, гонаһы ба­шынан ашҡан күпме кеше йөрөй. Ниңә уларға бар­маҡ менән дә сиртмәй һуң?!.

Ҡайғыға батҡан, йөҙөнә ҡара ятҡан, күҙҙәре һүн­гән, үҙенә йомолған, инде нисәнсе көн ауыҙына тә­ғәм ризыҡ та ҡапмағанлыҡтан хәлһеҙләнеп ҡал­ған Айсыуаҡ өнһөҙ генә ер ҡаҙырға кереште. Быҫ­ҡаҡ ямғыр йәштәрҙе йыуып төшөрә. Иремдең ҡул­да­ры тыңлашмай, ҡалтырай. Ирендәрен ҡымтыу­ҙан, тештәрен ныҡ итеп ҡыҫыуҙан битендәге мус­кул­дар дерелдәй. Йәнә берҙе һелтәнгәйне, сайҡалып китте лә, өйөлгән тупраҡ өҫтөнә барып төш­тө… Һыңҡылдап ҡына илауы ишетелде. Йөҙө менән ергә ҡапланды.

Ҡулымдағы кәфенгә төрөлгән кәүҙәне ҡәйнәмә тотторҙом да уға эйелдем. Ҡайным көрәкте өндәшмәй генә алып, ер ҡаҙыуын дауам итте. Айсыуаҡ янына тубыҡланып, арҡаһына ҡағылыуым булды, терт итеп ҡалды. Зарлы башын ҡалҡытып, күҙҙәремә тултырып ҡараны. Ҡарашынан: “Ниңә генә улай бул­ды һуң?..” – тигән һүҙҙәрҙе уҡыным. Ни тип йы­уатайым? Үҙемде кем тынысландырыр икән? Йәш­тә­ремде тыйыр хәлдә түгелмен… Айсыуаҡ ҡаба­лан­май ғына күтәрелде лә ҡайнымдың ҡулынан кө­рәкте тартып алды:

– Бир, үҙем…

Һалҡынайып, ҡараңғыланып ҡалған өйөбөҙгә ҡай­тып инге лә килмәне. Икебеҙ ике бүлмәлә улты­ра­быҙ. Бер-беребеҙҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр таба ал­майбыҙ… Күпмелер ваҡыттан һуң Айсыуаҡ, ма­ши­на асҡысын алып, ишекте лә ябып еткермәйенсә, өйҙән атылып сығып китте. Ни тип әйтергә лә бел­мәй ултырып ҡалдым…
Ҡара төндә ҡайтып йығылды. Араҡы еҫе аңҡып тора ине…
Бөгөн, сабыйымдың етеһен уҡытҡандан һуң, өй­ҙә ултырып сыҙай алманым. Өҫтәлдә Айсыуаҡ ҡалдырған ярты шешә араҡыны төп күтәрә эстем дә… сығып йүгерҙем… Уның шауҡымы ярһыуҙы тағы ла кө­сәйтеп ебәрҙе. Шунда тәүге тапҡыр башыма ды­уамал уй килде – башҡаса йәшәмәҫкә ине.

Рәйсә инәй, тыны ҡыҫылыуға ҡарамаҫтан, тау­ҙың иң бейек нөктәһенә күтәрелеп еткәнсе хәл йы­йырға туҡтаманы. Үргә баҫҡас, асылып киткән офоҡ­тарҙы оҙаҡ итеп күҙҙән үткәреп, бер килке өн­һөҙ тороп алды. Һулышы тигеҙәйгәс, әйтеп ҡуйҙы:

– Йә, айныныңмы?

…Йә Хоҙайым! Нисек белгән тиһең?!. Алдында шы­быр тиргә батып тороуым, менгәнсе тотош ғүмеремде иҫкә төшөрөүем ниңә кәрәк булды инәйгә?

Ире менән уларҙың балаһы булманы. Тәбиғәт шу­лай ҡарар иткән. Ә бит үҙҙәре ошо йәшкә тиклем бер-береһен шул тиклем ҡәҙерләп, ҡурсалап, тәр­биәләп, бер-береһенә таяныс, терәк булып йә­шәй. Тормошҡа һуҡранғандарын ишеткәнебеҙ булманы. Булмаясаҡ та…

…Тау башында торабыҙ. Әкрен генә йылы ел иҫә. Ул күптән инде йәштәремде киптерҙе. Уйҙа­рым яңырып ҡалғандай булды. Тарҡау фекерем та­ғы бер бөтөнгә әйләнде. Йөрәк сафлыҡ менән һу­ғарылды.

Күңелдә өмөт уянды.

Айсыуағым теге саҡта мине тормошҡа кире ҡай­тар­ғайны. Инде хәҙер үҙем уны ҡотҡарырға бу­рыслы. Бергә йәшәргә лә йәшәргә әле беҙгә… Ҡул­ға-ҡул тотоношоп.

– Ҡайтайыҡ, – тим Рәйсә инәйгә.

 

 

[1] Урал Мостафиндың «Аяҡ баҫтым әле йәш үләнгә» шиғырынан өҙөк.

Фәйез Харрасов

Автор:
Читайте нас: