Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Май 2022, 12:26

"Бала таба алмаған ҡыҙың кәрәкмәй..."

"Ә миңә - 30 йәш. Барыһы ла алда кеүек. Тик әлегә нимә эшләргә белмәйем..." – тип Мәрзиәнең күҙ йәштәре аша үҙенең тормош хәлен һөйләүенә ҡар ҙа нығыраҡ яуа башлағандай тойолдо.

"Бала таба алмаған ҡыҙың кәрәкмәй..."
"Бала таба алмаған ҡыҙың кәрәкмәй..."

Урамда туҡтауһыҙ яуған ап-аҡ ҡар былай ҙа кәйефе булмаған Мәрзиәнең ауыр хәтирәләрен яңыртып ебәрҙе. “Тирә-йүндә барыһы ла бәхетле. Ниңә минең генә күңелем һәр саҡ китек? Ошо ҡар кеүек аҡ бәхеткә хаҡым юҡмы ни?! – тип уйланы ла ҡатын, хәтирәләргә бирелде. – Холҡом хас атайым инде. Ул да бер ҡасан кешегә ҡаршы әйтеп бармай, тиҙерәк ризалашыу яғын ҡарай. Әсәйем генә, кәрәкһә, һәр кемде урынына ҡуйып, тура әйтеп ҡуя ине. Тик хәҙер ул да, быуындары һыҙлағаны бирле, эргә-тирәләге хәлдәргә артыҡ иғтибар итеп бармай. Ағайым да хас атайым. Ярай әле ҡатыны теремек, шәп, ғаиләләге барлыҡ проблемаларҙы хәл итә. Бала саҡтан ғәҙел, изге күңелле, башҡаларға ярҙам итергә кәрәк тип үҫтерелгән мин бигерәк мәмәй ауыҙ ҙа инде. Шунда яуыз ниәтле әҙәмдәрҙән һаҡ булырға ла өйрәтмәгәндәр бит, исмаһам...” 

...Бала саҡтан оялсан булып үҫте шул Мәрзиә. Егерме йәше тулып уҙғас, бер егеткә иҫе китеп ғашиҡ булғайны-булыуын. Ике йыл осрашҡас, ғаилә ҡорорбоҙ, бәлки, тип йөрөгәндә, тегенеһе ҡапыл юҡты бар итеп ғауға сығарҙы ла юғалды, телефонын да алмаҫ булды. Баҡтиһәң, параллель рәүештә бер ҡыҙ менән осрашып йөрөгән һәм уға өйләнергә ҡарар иткән. Был хәлдән оҙаҡ ҡына аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, башкөллө эшкә сумды Мәрзиә.

“Ярай әле үҙебеҙҙең магазин бар ине. Ауыр уйҙарҙы эш менән баҫтым. Оҙаҡ та үтмәй, атай-әсәйемдең танышының улына, үҙемдән күпкә оло йәштәге Ирназарға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем. Уның беренсе ҡатынынан ҡыҙы ла бар ине. Шулай йәшәп алып киттек”, - тип һөйләне бер урамда осрашҡанда  Мәрзиә.

...Бәләкәй сағынан ап-аҡ туй күлмәге, фата һәм матур никах тантанаһы хаҡында хыялланған ҡыҙҙың был уй-теләге бойомға ашмаған. “ЗАГС-ҡа барҙыҡ та яҙылдыҡ, ике яҡтан туғандар беҙҙең өйҙә йыйылып ҡунаҡ булдыҡ. “Ниңә улай?” тип һорауыма ирем: “Ҡыҙымдың мәктәптә сығарылышы тантанаһы өсөн аҡса кәрәк. Шуға аҡсаны экономиялайыҡ”, – тип яуапланы. Шулай итеп, ҡәйнәмдәргә йәшәргә күстем”, – ти ҡатын.

Башта йәш ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы тойолһа, һуңғараҡ иһә барлыҡ сығымдар ҡатын иңенә төшкән. “Тора-бара “банкомат”ҡа әйләндем. Аҙыҡ-түлекте лә үҙебеҙҙең магазиндан ташый башланым, ҡуртымға бирелгән фатир аҡсаһын да ирем үҙенә генә тотондо, һуңғараҡ аҡсаны йә ҡәйнәмә, йә ҡыҙына ғына күсерергә ғәҙәтләнде. Бер нимәгә лә артыҡ иғтибар итмәнем. Хәҙер генә шул саҡта ныҡ хаталанғанымды аңланым. – ти ҡатын. - Шулай итеп, мин, иренән 13 йәшкә йәшерәк ҡатын, тотош ғаиләне аҫрай башланы. Атай-әсәйем үҙҙәренең ҡала ситендәге йорттарын һатып, аҡсаһын ағайыма бирергә уйлағас, бер нимә лә өндәшмәнем. Ни тиһәң дә, тыуған йортто яңыртҡанда ла барлыҡ сығымдар уның елкәһенә төшкәйне. Был хәл тураһында ирем ишеткәс, пыран-зыран килде, уларҙы алйотлоҡта ғәйепләне. Ул ғына түгел, әсәйемә шылтыратып әрләшә башланы, уға ҡәйнәм дә ҡушылды һәм аҡсаның бер өлөшөн беҙгә, йәш ғаиләгә, биреүҙе талап итте.

Әсәйем дә: “Һеҙҙең был өй аҡсаһында ни эшегеҙ бар?” – тип кенә әйтеп ҡуяһы урынына үҙен ғәйепле тойғандай аҡлана башланысы... Баҡтиһәң, ирем дә был өйгә ҙур өмөттәр бағлаған икән. Шулай итеп, ошо көндән беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәр тамам насарайҙы. Бер көн, хәлем насарайып, дауаханаға эләктем. Шунда үҙемдең йөклө булғанымды белдем. Эйе, булғанымды... Ирем артыҡ ҡайғырманы ла, бала тәрбиәләү еңел эш түгел, тип ҡолаҡ төбөндә нимәлер мығырҙаны ғына”, – тине лә ҡатын башын аҫҡа эйҙе. 

Дауахананан сыҡҡас, ҡәйнәһе менән мөнәсәбәттәре лә ҡатмарлаған Мәрзиәнең. Тегеһе килененең эш урынына ла иҫкәртмәй килергә ғәҙәтләнгән. Бер барғанында Мәрзиәнең магазин кәштәләрен һөртөп йөрөүенә шаһит булғас: “Атай-әсәйең һинең ярҙамында аҡса экономиялаймы? Ниңә йыйыштырыусы алмайҙар?” – тип мыҫҡыллы ғына йылмайған да үҙенә кәрәкле аҙыҡ-түлекте тейәп ҡайтып киткән. Был хәл тураһында иренә һөйләгәс, уныһы бер нимә лә өндәшмәгән.

“Пандемия башланғас, ирем менән икебеҙ ҙә эшкә йөрөгәс, “Зараза тейәп ҡайтманығыҙмы?” тип һорап йөҙәтте беҙҙең менән бергә йәшәгән ҡәйнәм. Шуға ҡуртымға бирелгән бер бүлмәле фатирға уны күсерҙек. Унан алда иремә ошо фатирға күсәйем тип тәҡдим иткәйнем, риза булманы шул. Өс бүлмәлеһендә ҡәйнәм ҡыҙы һәм уның балалары менән йәшәр ҙә ятыр ине. Хәҙер улары беҙгә күсенеп килде, магазиндан үҙҙәре ашағыһы килгән аҙыҡ-түлек алып ҡайтыуҙы һорай башланы. “Беҙгә бер нимә лә бушлай килмәй. Был – беҙҙең ғаилә бизнесы”, – тип аңлатырға тырышһам да, иҫтәре китмәне, киреһенсә, дауайлауын дауам иттеләр, мине тикшерҙеләр”.   

Әсәһенең ҡасандыр үҙен кәмһеткән кейәүен ҙур ҡунаҡ кеүек ҡабул итеүенә аптырай Мәрзиә. “Иреш-талаш, йәберләү, ләстит тамам ялҡытты. Быйылғы Яңы йылды иремдең ғаилә дуҫы һәм уның ҡатыны менән ҡаршыларға теләгәйнек, был уйыбыҙ ҙа килеп сыҡманы. Ҡәйнәм “Яңы йыл – ғаилә байрамы. Ҡайҙа йыйындығыҙ?” тип юлыбыҙға арҡыры төштө.  Ә ирем бер нимә лә өндәшмәне. Уның үҙенә аҡса кәрәккәндә генә мине иҫкә төшөрөүенә күнеп бөткәйнем  инде, – ти ҡатын. – Күптән түгел йөклө икәнемде белдем. Был хаҡта иремдән бер кемгә лә һөйләмәҫкә, өнәп еткермәҫтәр, тип үтенгәйнем дә, ул йәнә әсәһенә, апаһына “һайрап” өлгөргән. Иремдең әсәһе “Ҡыҙҙың балаларын ғына яратырға мөмкин, килендеке – кеше балаһы ул”, тип тамам аптыратты.

Тағы әсәй булырға тигән ҡыуанысым юҡҡа сыҡты: күп тә үтмәне, дауаханаға эләктем, быға тиклемге минең өсөн бик ҡайғылы хәл ҡабатланды. Ирем “Барыһы ла алда”, тип йыуатыуҙан ары китмәне. Шуға дауахананан һуң әсәйем мине үҙҙәренә алып ҡайтырға теләүе хаҡында белдергәс, “юҡ” тимәне. Аҙаҡ минең хәлем менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынманы, хатта ирем дә эштән һуң килеп ашап, үҙебеҙгә айырым торлаҡ мәсьәләһен хәл итермен тип юҡҡа сығырға, был проблеманы һуҙырға ғәҙәтләнде. Бер көндө дуҫы менән балыҡ тоторға барыуы, унда мобиль бәйләнештең юҡлығы хаҡында хәбәр итте. Аҙаҡ ул тамам юҡҡа сыҡты. Уның ҡыҙы аҙаҡ миңә ҡәйнәм менән ҡайынбикәмдең улын беренсе килене менән дуҫлаштырыуы, ҡауыштырыуы хаҡында ҡыуанып яҙҙы...”

Баҡтиһәң, ирҙең балыҡҡа барам тигәне беренсе ҡатыны менән сит илгә барыуы булған. Ҡәйнәм әсәйемә “Ҡыҙыңды йәлләйем, әлбиттә. Тик улыма тиңдәше кәрәк, үҙенән күпкә йәш, бер йүнле эше, бала таба алмаған ҡыҙың кәрәкмәй”, тип шылтыратҡас, ҡәҙерле кешем ныҡлы, ҡаты ғына итеп яуап та бирмәгән. Шулай, ирем дә хыянат итте, атай-әсәйемә лә үпкәм ҙур. Ә миңә - 30 йәш. Барыһы ла алда кеүек. Тик әлегә нимә эшләргә белмәйем...” – тип Мәрзиәнең күҙ йәштәре аша үҙенең тормош хәлен һөйләүенә ҡар ҙа нығыраҡ яуа башлағандай тойолдо. Әйтерһең, Тәбиғәт-Әсә үҙе уны йыуатырға теләне...

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: