Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Май 2022, 12:57

Уйлап сығарылған донъяла...

ер көн, аяҙ көндө йәшен атҡандай, әлеге коллегабыҙҙың улы үлеп ҡалған тигән хәбәр килеп етте. Йыйылышып, ҡайғы уртаҡлашырға, ярҙамлашырға тип, өйөнә барҙыҡ.

Уйлап сығарылған донъяла...
Уйлап сығарылған донъяла...

Тормошта ниндәй генә яҙмышлы, холоҡло кешеләр осрамай. Сәриә исемле танышым һөйләгән хәлдәге кешеләрҙе, бәлки, һеҙгә лә осратырға тура килгәндер.

“Оҙаҡ йылдар дауамында бер коллективта эшләргә тура килде. Кабинетта алты-ете ҡатын-ҡыҙ ултырабыҙ, үҙ-ара дуҫлашып та бөттөк. Бер-беребеҙҙең ғаиләһе, ире, бала-сағаһы тураһында ла һөйләшеп, белешеп торабыҙ.

Альбина исемле коллегабыҙҙың һөйләгәндәрен беҙ, башҡа ҡатындар, ауыҙыбыҙҙы асып, һоҡланып тыңлай торғайныҡ. Шундай матур ғаилә, камил мөнәсәбәттәр, сикһеҙ мөхәббәт, тәрән ихтирам тормошта буламы икән, был бит китаптарҙа яҙылып, киноларҙа ғына күрһәтелгән күренештәр! Ул беҙгә иренең уны нисек яратыуын, кискеһен телевизор ҡарағанда ла ҡулынан тотоп, эргәһендә генә ултырыуын һөйләй, улының уңыштары менән уртаҡлаша. Бер нисә йылдар дауамында, ҡатындың һүҙҙәре буйынса, иренең уға ҡарата мөхәббәте арта ғына барҙы, ҡулға-ҡул тотоношоп ҡына йөрөүҙәр, эштән һуң сәскәләр менән ҡаршы алыуҙар, улдары үҫеп етеп, юғары уҡыу йортон тамамланы, яҡшы урынға эшкә урынлашып, ата-әсәһенә ярҙам итте, фатирҙарына һәйбәт ремонт яһатып, ҡиммәтле мебель тултырҙы...

Бер көн, аяҙ көндө йәшен атҡандай, әлеге коллегабыҙҙың улы үлеп ҡалған тигән хәбәр килеп етте. Йыйылышып, ҡайғы уртаҡлашырға, ярҙамлашырға тип, өйөнә барҙыҡ. Беҙҙе оҙаҡ йылдар дауамында бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән фатир ҡаршы алды.

Йәш кешенең үлем сәбәбен һорағас, яҡын туғаны: “Эсеп йөрөп үлде инде, бер ҡайҙа ла эшләмәне, ата-әсәһенең елкәһендә йәшәне”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән коллегабыҙҙы йыуатып, “Ярар, эргәңдә һинең өсөн өҙөлөп торған, терәк-таяныс булыр ирең бар, бергә-бергә күтәрерһегеҙ инде был ҡайғыны”, – тип әйтеүебеҙгә, “Ниндәй өҙөлөп торған ир булһын, беҙ күптән инде бер-беребеҙгә ят кешеләр, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә мәжбүр әҙәмдәр! Һеҙгә нисәмә йылдар һөйләгәндәрем барыһы ла алдаҡ, үҙем уйлап сығарған уйҙырма! Ниндәй тормош тураһында хыялландым, шуны һеҙгә һөйләнем, үҙ “әкиәтемә” үҙем ышандым да йәшәй бирҙем”, – тине ул асырғанып, әрнеп...

Был хәлгә нимә тип әйтергә лә белмәнек. Йәлләнек, әлбиттә. Шул сама йылдар беҙҙән бигерәк, үҙен алдап йәшәгән булып сыға бит Альбина. Был хәлде нисек аңлатырға ла белмәнек. Беҙ бит барыбыҙ ҙа кешеләр, етешһеҙлектәребеҙ ҙә, кәмселектәребеҙ ҙә бар, тормош та һәр саҡ ал да гөл бармай, әлбиттә.

Ошо хәлдән һуң Альбина оҙаҡ та үтмәй беҙҙән эштән китте. Икенсе урындағы коллективында ла үҙе уйлап сығарған, иллюзияға ҡоролған тормошон һөйләнеме, әллә үҙе булып, тормошто нисек бар – шулай ҡабул итеп йәшәй башланымы – уныһы беҙгә билдәһеҙ”.

Ә һеҙ был хаҡта нимә әйтерһегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар?

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: