Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Май 2022, 19:13

Стәрлетамаҡ артистары баянда уйнау буйынса онлайн-дәрескә саҡыра

Дәресте рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры артисы Илнар Заманов алып бара. Уға нәфис һүҙ оҫтаһы Линар Зарипов ярҙам итәсәк.

Стәрлетамаҡ артистары баянда уйнау буйынса онлайн-дәрескә саҡыра
Стәрлетамаҡ артистары баянда уйнау буйынса онлайн-дәрескә саҡыра

8 майҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең виртуаль концерт залында баянда уйнарға өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. Дәресте рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры артисы Илнар Заманов алып бара. Уға нәфис һүҙ оҫтаһы Линар Зарипов ярҙам итәсәк.

Баянда уйнарға теләүселәр инструментты дөрөҫ тоторға өйрәнәсәк һәм «Беҙ киләсәктән» кинофильмынан Нинаның романсын уйнаясаҡ.

Онлайн-трансляцияға ошо һылтанма буйынса ҡушылырға мөмкин: https://sgtko.ru/virtualnyj-koncertnyj-zal/.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Филармонияның художество етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина. Баш дирижеры - Артем Болотов.

Белешмә өсөн:

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә виртуаль концерт залы 2020 йылдың 26 ноябрендә «Һанлы мәҙәниәт» федераль проектына буйынса барлыҡҡа килде. Уны булдырыу эштәренә ярашлы зал тулыһынса заманса технологиялар менән йыһазландырылды.

Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы - Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының әһәмиәтле проекты, Рәсәйҙең «асыҡ мәҙәни киңлеген» булдырыуҙа төп ҡаҙаныштарҙың береһе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: