Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Май 2022, 19:25

Һуғыш балалары һөйләй

Һуғыш балалары һөйләй
Һуғыш балалары һөйләй

Рәфисә ШАФИҠОВА-НИЗАМОВА (1929 йылда Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 12 йәштә була):

 

1940 йылдың 1 майында әсәйем Райхана исемле ҡәрендәшемде тапты. Шул баланан һуң үҙе бер ай иҫһеҙ булып ятты. Үлде тип өс мәртәбә битенә таҫтамал яптылар. Шунан тағы тын алып китә. Сепарат айыртырға килгән инәйҙәр: «Шафиҡ, баланы мендәр баҫтырып үлтер ҙә ҡуй, әсәһе үлем хәлендә ята, уны кем ҡарай, гонаһ булмаҫ», – тиҙәр.

Һыуҙы мин ташый инем. Атайым: «Һыуға барып кил», – ти. Мин: «Һыуға бармайым, атыу мин китһәм, һин бәпесте үлтерәһең, инәйҙәр шулай тип әйтте», – тим.

Райхананы ҡосаҡлап тик ултырам. «Эй, балам, нишләп үлтерәйем инде», – тип, атайым мине лә ҡосаҡлап алды. Икәүләп илашабыҙ. 

Райхананы кәзә һөтө имеҙеп аҫраным. Төндә аҫтын алмаштырам. Йоҡо туймай. Үҙем иҫәңгерәп ултырам. Әсәйгә тәки һөт төшмәне. Әсәй урынына ҡараным туғанымды.

Әсәйем иҫенә килгәндә күҙе күрмәй, ҡолағы насар ишетә ине. 

Атайым ҡарт ине. Үҙе лә ауырыны. 1941 йылды үлеп тә китте. Һуҡыр әсәйем, биш йәшлек Васил туғаным, сабый ғына Райхана минең ҡарамаҡта ҡалды. 

Ете саҡрым йыраҡлыҡтағы Әнгәк тигән ауыл яғына арыш башағына барабыҙ. Иртә менән ер туң. Аяҡҡа шахта резинкаһын кейеп китәм. Ҡайтҡанда боҙ ирей, тубыҡ тиңентен һыу кисеп ҡайтабыҙ. Ҡапсыҡҡа бау бәйләп, арҡаға аҫып алабыҙ. Уны катунка тип йөрөтәбеҙ. Уныһы ҙур, үҙем буйлыҡ. Һыу арыш башағы ауыр. Саҡ ҡайтып етеп, тупһа аша керә алмай, йығылам. 

– Әсәй, мин ҡайттым, ҡапсығымды ал, – тиһәм, ул һәрмәнеп килә лә, илай-илай систереп ала. Шуны киптерәбеҙ. Ҡул тирмәнендә тартып, тамаҡтарын туйҙырам.

Ҡыш бәләкәй сана менән, уны сәнәскә тиҙәр ине, арҡама йөкмәп күтәреп, утынға барам. Бер көн башаҡҡа, бер көн утынға китәм. Ике көн йәнәш утынға барһам, ашарға булмай. Йә ике көн рәттән башаҡҡа барһам, яғырға булмай. Утынға йөрөү үҙәгемә үтә ине. Ҡарағайтауға барабыҙ. Ҡайтҡанда еңел булһын өсөн юлда ҡарҙы этеп таҙартып китәм. Ҡайындың төбөн асабыҙ. Көрәк юҡ. Аяҡ менән таҙартабыҙ. Беләк йыуанлығы ағасты киҫкәнсе, бер санаға тултырғансы көн үтә. Иртән сығып китәм, кис ҡайтам. Нисек ауыр булғанын телем менән генә лә аңлата алмайым. Һикегә йәйә торған кейеҙ бар ине. Әсәйем шуны киҫеп миңә ойоҡ тегеп бирҙе. Көндөң барына ҡар өҫтөндә йөрөп аяҡ һыуланып бөтә. Утынды ҡарҙан һөйрәтеп килтерәбеҙ. Аяҡ та, ҡул да өшөй.

 

...Беҙең тағы ике ағайыбыҙ бар ине. Олоһо 1922 йылғы Таһир, бухгалтер булып эшләне. Өйләнгәйне. Беҙгә лә ярҙам итеп торҙо. Биктимер ағайыбыҙ 1927 йылғы ине. Һуғышҡа китте. Ун йылдан һуң ғына ҡайтты. Уҡытыусы булып эшләне. Ҡулы оҫта ине, хеҙмәт дәресенән уҡытты. Яраланғайны, оҙаҡ йәшәмәне, ике балаһы ҡалды.

 

...Беҙҙең сепаратыбыҙ бар ине. Шул ҡотҡарҙы. Һөт айыртырға ун көн киләләр ҙә ун беренсе көндө гәрнис бирәләр. Шуны йә ҡатыҡ итәбеҙ, йә ҡаймаҡ яһайбыҙ. Күберәк булһа, эремсек тә эшләп алабыҙ. 

1941-42 йыл асҡа шешендем. Үлән ашай алманым. Сөнки бер тапҡыр йәшел үләндән бешкән ашты ашап ултырғанда ҡорт килеп сыҡты ла сирҡандым. Кешеләр биргән гәрнистән ҡотолоп ҡалдым.

 

...Ҡалаҡлап он бирәләр тигәс, бәләкәй булһаҡ та, утауға йөрөнөк. Ашлыҡ ныҡ сүпле була ине. Көҙ сушилкала эшләнек. Бер биҙрә игенгә көс етмәй. Шуны саҡ-саҡ күтәреп сушилкаға һалабыҙ. Ул игенде елгәрә. 

Ҡыш уҡыныҡ. Аҙнаһына берме, икеме көн генә барам. Көн дә мәктәпкә йөрөһәң, утын ташырға кеше юҡ. Һыуыҡ өйҙә ултырып булмай. Башаҡҡа ла барырға кәрәк. Уҡытыусыбыҙ Ғарипова апай: «Аҙнаһына ике көн килһәң дә, күсерербеҙ», – тип әйтә торғайны. Уҡыуға бик шәп инем. Сумка булманы, һалырға китап та юҡ инде. Дәфтәремде ҡулға төрөп алам да китәм мәктәпкә. Шунда кешенән китаптарын алып уҡыйым да һөйләй инем. 

Фронтҡа посылка ебәрергә кәрәк тигәс, мин дә кемдәндер йөн алдым да нәски бәйләп килтерҙем. Кешенән ҡалғы килмәне.

 

Һарығың, тауығың бармы-юҡмы, һорап тормайҙар, хөкүмәткә йөн, йомортҡа тапшырырға тейешһең. Кешеләрҙән һатып алып булһа ла түләй инек. Һыйырҙары булмағандарға, ярай, һөт заданиеһы һалманылар. 

Баҡса еребеҙ ҙур булды. Ерҙе һөрөү юҡ. Ҡаҙып ултыртабыҙ. Сөгөлдөр ҙә, кишер ҙә сәсәбеҙ. Бәрәңге күмер ваҡыт етһә, хәлдән тая инем, өйгә үлә яҙып кереп йығыла торғайным. Энекәшем дә ярҙам итә. Бәрәңге ҡыш сыҡҡансы етә. 1942 йылды бигерәк уңды. 

Үлән сәй эстек. Зәңгәр сәскәле үләнде беҙ алып ҡайтабыҙ. Әсәй уны киптереп бурһыта, ауыр әйбер аҫтына ҡуйып баҫтыра. Зәңгәр сәскәле үләнде нишләптер Ғәйшә сәйе тип йөрөтәләр ине. Хәҙер боланут тиҙәр. Бынан тыш, башында ваҡ ҡына төйөрлө үләнде лә сәй итеп эстек.

 

...Ҡыйын саҡтарҙа илауҙың иге-сиге булманы. Атай ҙа юҡ, әсәй күрмәй. Бөтә донъяны үҙем алып барам. Күршелә Бибиямал исемле инәй йәшәй ине. Ул бер саҡ миңә былай тине: «Һин бик түҙемле бала, күп илама, йылы күҙ йәше күҙҙе һуҡырайта». Шуна һуң, нисек кенә ауыр булһа ла, иламаҫҡа тырыштым. Әсәй ҙә һуҡыр, мин дә һуҡырайып ултырһам, туғандарымды кем ҡарар, тип уйланым. 

 

Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Һуғыш балалары һөйләй" китабынан.

Автор:
Читайте нас: