Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Май 2022, 14:49

Миңһеҙбикә. Хикәйә

Ҡатынының вафатына ике йыл тирәһе үтеүгә, ауылға Миңлебикә исемле йәш уҡытыусы ҡыҙ эшкә килгән, тигән хәбәр таралды. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, ул ҡыҙ тыумышы яғынан ошо ауылдыҡы икән. Фамилияһын белеште Миңлейыһангир. Атбағарова, имеш. Аҙаш фамилияны ишеткәс, ҡартлас һағая төштө. «Мәктәптә эшләгәс, атаһының исеме менән өндәшәләрҙер», – тип күршелә йәшәгән уҡыусы малайҙан барып һорашып килде. «Миңлебикә Миңлейыһангировна уның исеме. Уңайлыраҡ булһын өсөн, атаһының исемен Йыһангировна тип әйттерә», – тип тәтелдәне малай.

Миңһеҙбикә. Хикәйә
Миңһеҙбикә. Хикәйә

Драмтеатрҙың тамаша залы халыҡ менән шығрым. Әмәлен табып, билетһыҙ ингән тамашасылар рәт араларында, стена буйҙарында баҫып булһа ла ҡарарға риза: “Ғәлиәбаныу” бара! Урта тирәләге рәттә ултырған бер ҡыҙ янында ғына буш урын әллә ҡайҙан ымһындырып, арбап тора кеүек...

 

Ике күҙен дүрт итеп, буш урынды эләктереп алырға теләүселәрҙең өмөтө һүрелде барыбер: шаршау асылыр алдынан ғына күршеһеҙ ултырған ҡыҙ янына
ашығып килеүҙән бышлығып бөткән егет ҡунаҡланы. Тирләгән маңлайын ҡулъяулыҡ менән һөртөп, тын алышы тигеҙләнгәнсе шып-шым ултырҙы был. Бер аҙ хәл алғас ҡына янында хушбуй еҫе аңҡытып ултырған ҡыҙға иғтибар итте. Ҡыҙ
ҙа күренештәр алышынған ыңғайы егеткә баянан бирле күҙ һирпеп алғылай: оҙонсараҡ ҡуңғырт йөҙ, ҡуйы ҡара ҡаштар, тура танау, бармаҡ баҫымындай ғына мыйыҡ...
«Янында егете лә юҡ», – тип уйланы егет һәм күршеһенең ҡолағына эйелде:
– Исемең нисек, сибәркәй? Байтаҡтан бирле бергә ултырабыҙ, ә исемеңде белмәйем...
– Ана, Ғәлиәбаныуға ҡара. Ҡамасаулама!
– Уның янында бер түгел, ике егет өйрөлә. Исемеңде генә әйт тә...
Ҡыҙ башҡаса һүҙ өндәшмәне. Егеттең һағыҙаҡланыуынан өндәшмәй арынырға булды, ахыры. Тамаша аҙағынараҡ ят егет тағы ла әрһеҙләшә башланы.
– Һин үҙең дә Ғәлиәбаныуҙыр әле. Уның кеүек үк һылыу күренәһең. Татлы һүҙҙәр ҡыҙҙың йөрәген бер аҙ имшетеп ебәрҙе.
– Ул тиклем һылыулығым да юҡ. Ғәлиәбаныу ҙа түгелмен. Баныу ғынамын.
– Баныу ғына булһаң да, сибәрһең бит? Үҙең генә белмәйһеңдер инде.
– Ҡамасаулама!
...Егет менән ҡыҙ театр алдындағы майҙансыҡҡа килеп сыҡҡанда, тамашасылар әллә ҡасан таралышып бөткәйне инде. Урамда кешеләр ҙә, машиналар ҙа һирәкләгән. Көслө электр лампалары яҡтыһында егет менән ҡыҙ, бер-
береһенең буй-һынын күҙҙән үткәреп, байтаҡ һүҙһеҙ торҙо.
– Ярар, һуңлап киттек, ҡайтышайыҡ.
– Оҙатып ҡуяйым...
– Миңә университет ятағына ғына ҡайтырға кәрәк. Үҙем дә барып етермен. Үҙеңә ҡайһы яҡҡа? Төн уртаһында транспортһыҙ ҡалып ҡуйма!
– Оҙатып ҡуяйым инде.
Улар, баҫҡыстан төшөп, университет ятағына табан ыңғайланы. Ҡыҫҡа ғына юлды мөмкин тиклем оҙағыраҡ үтергә тырышты егет. Юл ыңғайында ҡыҙҙың уҡыған факультеты, курсы, тыуған яғы билдәле булды. Егет иһә ауыл хужалығы институтында, зоотехника факультетының бишенсе курсында уҡый икән. Ятаҡ тупһаһына еткәс, бер нисә минутҡа тынып ҡалдылар. Рәхәт тә, ғазаплы ла ине был минутта.
– Әйткәндәй, исемең нисек ул һинең? Кемдең оҙатҡанын да белмәй ҡалам бит юғиһә! – Баныу, ишек тотҡаһына таянып, көлгән булды.
– Миңлейыһангир.
– Абау, көтөүсе сыбыртҡыһы кеүек оҙон икән дә! Һинән көлгән булам, үҙемдеке лә шулай инде...
– Баныу, тинең бит? – Егет аптырап китте.
– Миңлебаныу мин!
Егет ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне.
– Торған бүлмәңде генә әйтһәң...
– Бөтә нәмәне бер юлы белһәң, тиҙ ҡартайырһың. Хуш! – Ҡыҙ бер сыңғырҙатып көлдө лә, ҡул суғын елберләтеп, инеп китте.
«Үҙемә яҙғанды осраттым, шикелле», – тигән һығымтаға килеп асып инде егет үҙҙәренең ятаҡ ишеген.
 
Миңлейыһангир әрһеҙ булып сыҡты. Иртәгәһенә таң һарыһынан уҡ ҡыҙҙы оҙатып ҡуйған ишек төбөнә килеп баҫты. Кискә тиклем тупһа тапауҙың файҙаһы булманы – Баныу күренмәне. Исмаһам, пальтоһының төҫөн дә абайлап ҡалмағанмын, тип үкенде егет, икенсе көндө лә осрата алмағас. Ниһайәт, Миңлейыһангирға уңыш йылмайҙы: баҫҡыстан Баныу төшөп килә ине. Биле ҡыҫып быуылған асыҡ йәшел пальто, яурындарын ҡаплап торған сәс шәлкемдәре...
– Баныу!
Ҡыҙ тауыш килгән яҡҡа әйләнде.
– Әллә... Миңлейыһангир инде? Ни эшләп йөрөйһөң иртә менән?
– Мин өсөнсө көн инде ошонда...
– Дәрестәргә йөрөмәйһеңме ни? Тәүге лекцияларың юҡмы?
– Бар ҙа ул...
– Ярай, әлегә хуш, һуңлап барам. Сәғәт өстәрҙә ошонда осрашырбыҙ. – Ҡыҙ
ашығып китеп барҙы.
Миңлейыһангир һөйләшелгән ваҡытҡа бер минутҡа ла һуңламай килеп етте. Студенттар аҙаҡҡы парҙан күмәкләшеп ҡайтып килә ине. Урталарында – таныш пальтолы, таныш йөҙлө Баныу.
– Быҙауҡайға оҡшамаған, – тип төрттөрөп үтеп китте бер-ике ҡыҙ.
– Килеп еттең дәме ни? Оҙаҡ тораһыңмы?
– Юҡ, һин әйткән ваҡытҡа килдем.
– Вәт яҡшы. Ошонда көтөп тор. Мин хәҙер!
Кейемен алыштырырға тип ингән Баныу оҙаҡ көттөрмәне:
– Беҙҙә әлегә газ эшләмәй. Ашханала туҡланабыҙ. Әйҙә, киттек. Һин дә
ашамағанһыңдыр.
– Юҡ.
...Ашханала тамаҡ ялғап алғас, егет менән ҡыҙ урамға сыҡты. Баныу, егет
менән иҫәпләшмәк булып, аҡса янсығын сығарҙы.
– Кәрәкмәй, – тине егет.
– Аҡсаң шул тиклем күпме ни?
– Күп булмаһа ла, тамаҡланып йөрөр өсөн бар. Эшләп уҡый ул егет халҡы.
Һинең ризығың утыҙ тин генә булды бит.
– Студентҡа ул да аҡса. Атай-әсәйең хәлле генәлер.
– Атайым, әсәйем дә юҡ минең. Өләсәйемдә үҫтем. Уның бар байлығы – ун ике һум пенсия, биш тауыҡ, бер-ике баш һарыҡ-кәзә, – тине Миңлейыһангир.
Ҡыҙ егеткә байтаҡ ҡына текләп ултырҙы.
– Исемеңде дөрөҫ ҡушмағандар. Исемең «миңле» булһа ла, йөҙөңдә энә кү ҙен-
дәй ҙә миң юҡ.
– Ни эшләп булмаһын? Йөҙөмдә булмаһа, бына ҡайҙа. – Егет усын яҙып күрһәтте.
Усының, сиғандар әйтмешләй, яҙмыштарҙы билдәләр һыҙыҡтар киҫешкән урынында бер тин аҡса ҙурлығындағы көңгөрт миң тора ине.
– Абау, ҡайһылай ҙур. Ысынлап та Миңлейыһангир икәнһең.
– Һинең дә йөҙөңдә миң юҡ бит. – Егет тә, үҙ сиратында, ҡыҙға текләп ҡараны.
– Бар. – Ҡыҙ серле генә йылмайып ҡуйҙы.
***
...Миңлебаныу бәләкәй генә төпкөл ауылда тыуҙы. Телефон да, фельдшер
пункты ла, ҙур мәктәп тә, ултыра һалып сығып китергә йүнле-башлы техника ла,
оло юл да юҡ. Ҡатын-ҡыҙ балаға ауырып китһә, “ҡул арты еңел” тиҙәр ҙә кендек
инәһе Бәҙриямал әбейгә әйтәләр. Ауылдағы йәшерәк кешеләрҙең барыһының да кендек инәһе ине ул. Ҡатындар бер өҙлөгөүһеҙ ҡотола ине ауырҙарынан. Сабыйҙар тыуа торҙо, шалҡандай һау-сәләмәт үҫә торҙо. Бәҙриямалдың бер бөртөк балаһы булмаһа ла, «шөкөр, ауыл тулы минең балаларым» тип әйтер булды йыш ҡына. Миңлебаныуҙың да кендек инәһе ул.
– Ҡыҙыҡайға ниндәй исем әҙерләнегеҙ? – Кендек әбейе сабыйҙы әсәһенең
түшенә һалды.
– Кем булырын алдан уйлашмағайныҡ та... – Әсәһе һораулы ҡарашын
атаһына төбәне.
– Әллә инде. Малай ҙа көтә инем. Алдан исемен дә әҙерләп ҡуйған булғайным.
Исемен үҙең ҡуш та ҡуй, Бәҙриямал апай, – тине атаһы. – Ҡыҫҡа ғына, уңай
ғына булһын. Ауыл тулы Зилә-Миләләр кәрәкмәй. Баныу. Шундайыраҡ.
– Матур, хәҙерге заман өсөн һирәк исем. – Кендек инәһе үҙенсә йөпләне. – Тик
тулыраҡ итеп әйтергә Миңлебаныу тип ҡушайыҡ.
– «Миңле»һе нимәгә инде ул, Бәҙриямал апай? Миңе юҡ та баһа. Ҡолға буйы
исем нимәгә?
– Аһ-аһ, нишләп миңе булмаһын. Барсы! Миңле балаға миңле исем ҡушалар
– шулайтһаң, бала ғүмере буйы бәхетле, ырыҫлы була.
– Миңе булмағанға ғына әйткәйнем дә инде... – тип ыуаланды атаһы.
– Бар, тинем бит. Берәү түгел, алтау!
– Китсе? Ҡайһы ерендә?
– Ышанмаһаң – ҡара! – Кендек әбейе йүргәкте тағатып ебәрҙе. Сабыйҙың
кендеге тирәләй балан орлоғондай ғына алты миң телефон аппаратындағы
һандар һымаҡ түңәрәк яһап, теҙелешеп торалар ине.
– Алты балаға ишара был. Алты ҡыҙы булыр. Иншалла! – Кендек әбейе
баланы яңынан йүргәгенә төрҙө.
***
Миңлебаныу менән Миңлейыһангир дәрестән һуң төшкөлөктө ашханала бергә ашар булып китте. Йөрөргә алыҫыраҡ булһа ла, егет бер минутҡа ла һуңламаҫҡа тырышты. Миңлебаныу магнитының тартыу көсө самаһыҙ ине шул. Егет менән ҡыҙҙың драмтеатрҙың ярымҡараңғы тамаша залында осраҡлы рәүештә генә танышыуы айырылмаҫ дуҫлыҡҡа, унан ҡайнар мөхәббәткә әйләнеп
кит те. Июнь баштарында, диплом эштәрен яҡлар алдынан, үҙҙәре туҡланып йөрөгән ашхананы ике-өс сәғәтлек ҡуртымға алып, студент туйы үткәреп ҡуйҙылар.
Эш башлап ебәрер алдынан Миңлебаныуҙың ауылына барып бер аҙ ял иттеләр ҙә Атбағарға, Миңлейыһангирҙың өс йыл элек вафат булған өләсәһенең өйөнә, туралап ҡайттылар. Икеһенә лә август урталарынан эшкә сығырға. Барлы-юҡлы аҡсаны тәғәмдән арттырып, өй һипләнеләр. Ҡағып-һуғып, йыуып- йышып, буяп алғас, бер нисә йыл бағыуһыҙ торған йортҡа ҡот инде.
Йәш ғаиләнең тормошо өйҙө һипләп ингәндең тәүге көндәренән үк көйлө китте. Бер-береһен бер һүҙҙән, күҙ ҡараштан уҡ аңлашып йәшәй башланылар, бер-беренең эштән ҡайтҡанын һағынышып көтөп алдылар. Мөхәббәт емеше лә үҙен көндән-көн нығыраҡ һиҙҙереп, тыштан белдерә барҙы. Миңлебаныу мәктәпкә киңерәк күлдәк кейеп, иңдәренә ябынған болоттай ҙур дебет шәленең ике осо менән кәүҙәһенең ал яғын ҡаплаңҡырап йөрөй башланы. Атай-әсәйҙең һәр ҡайһыһы мөхәббәт емешенең үҙенә оҡшап, үҙ енесенә тартып тыуыуын теләне. Ул йылдарҙа яралғының кем булып тыуыуын алдан төҫмөрләргә ярҙам иткән УЗИ кеүек аппарат юҡ ине әле. Үҙҙәренең исемдәренә
оҡ шаш матур-матур исемдәр барланды. Миңлебаныу, үҙе миңле булғас, тыуасаҡ ҡыҙы ла миңле булырға тейеш, тигән уйҙан сығып, ҡағыҙға «миңле» исемдәрҙе бер-бер артлы теҙҙе. Биш-алты исем яҙҙы ла шулар араһынан үҙенең исеменең икенсе өлөшөнә оҡшаш булырын һайланы – Миңлебанат. Ҡалған миңле исемдәрҙе һаҡлыҡҡа фотоальбом эсенә һалып ҡуйҙы. Кендек инәһе Бәҙриямал әбей алты ҡыҙ бала табыуын да юраған бит. Кем белә алдағы көндө. Нәҫел-нәсәбе лә түл ле: өләсәһе егерме бер, ҡәртәсәһе ун алты бала тапҡан...
Миңлейыһангир малай көттө. Ферманың ҡыҙыл мөйөшөндә аулаҡлап ял итеп ултырғанында ул да «миңле» малайҙар исемлеген төҙөп алғайны. Мауығып китеп, ете-һигеҙ исем яҙып ташлаған. Шуларҙың араһынан Миңлетаһирға туҡталды. Исемдең беренсе яртыһы ғына түгел, икенсе яртыһы ла атайҙың исеменә оҡшаш: Миңлейыһангир – Миңлетаһир. «Һис шикһеҙ миңле тыуырға тейеш
был малай. Усының ҡап уртаһында булмаған хәлдә лә, берәй ерендә булыр әле»,
– тип уйланы буласаҡ атай.
***
Бала табыу бүлексәһе дауахананың өсөнсө ҡатында ине. Миңлебаныу, шәленә уранып, балконға сыҡты.
– Хәлдәрең нисек? Малаймы? – тип һораны йәш атай.
– Яҡшы. Ҡыҙыҡай, – тине ҡатыны.
Атай күңелен әҙ генә күңелһеҙлек шәүләһе елпеп үтте.
– Миңә оҡшағанмы һуң аҙыраҡ булһа ла?
– Һуйып ҡаплаған кеүек. Хас үҙең.
Шәфҡәт туташтары сабыйҙы яңылышлыҡ менән алыштырып ҡуймаһындар, тип шикләнә ине атай кеше. Шик юҡҡа сыҡты. Күңел тынысланды.
– Миңе лә бармы?
– Хас үҙең инде, тим бит. Уң ҡулының ус төбөндә.
– Шулай уҡмы ни? – тип киң йылмайып ебәрҙе Миңлейыһангир. – Сығарып күрһәтмәйеңме?
– Рөхсәт итмәҫтәр шул.
– Оҙаҡ торорға ярамай. Өҙлөгөрһөң. – Шәфҡәт туташы йәш әсәне алып инеп
китте.
– Малаймы? – тип ҡаршыланы машина янында көтөп тороп ҡалған күршеһе, атай кешенең йылмайып килеп сығыуын күреп.
– Юҡ та. Ҡыҙыҡай. Үҙемә һуйып ҡаплаған кеүек оҡшаған, ти. Хатта миңе лә минеке кеүек икән, – тип уң ҡулының усын йәйеп күрһәтте.
– Ысынлап та Миңлейыһангир икәнһең дә. Ҡыҙыҡайҙың да исеме миңле
булыр инде, – тине күршеһе.
– Кем тип ҡушһа ла – әсәһенең эше. Ә миңә икенсеһен малай итеп көтөргә ҡала инде, – тине Миңлейыһангир, машинаға инеп ултырғас.
Миңлебаныу больницанан ҡайтҡас, сабыйҙың исем туйын үткәрҙеләр.
– Исеме нисек булыр? – тип һораны йәш кенә мулла, алдына биләүҙәге сабыйҙы килтереп һалғас.
– Миңлебанат, – тине әсәһе.
Мулла ҡөрьән көйөнә ятышлы көслө, моңло тауышы менән сабыйҙың ике яҡ ҡолағына ла өсәр тапҡыр «Миңлебанат» тип ҡысҡырҙы.
– Ярай, йәмәғәт. Сабый ата-әсәһенә иш булып, өйҙөң йәме, ҡыуанысы булып
үҫһен. Аяҡ арты уң булһын. Ошо ҙур өй эсе шат, ишле балалар тауышына сорналып торһон. Амин, – тип ике ҡуллап битен һыпырҙы.
Бала тыуғандан һуң бирелгән ял ваҡыты бик тиҙ үтеп китте. Миңлебаныуға
эшкә сығырға кәрәк. Сабыйҙы ҡарашырға өләсәй ҙә, ҡартәсәй ҙә юҡ. Нишләргә?
Уй лаша торғас, әмәлен таптылар барыбер. Ауылдың иң осонда Миңлейыһангирға сыбыҡ осо ғына туған тейеш кеше көнлө бер әбей йәшәй ине. Бала ҡарашырға шул Гөлзифа әбейгә әйтеп ҡаранылар. Йыл әйләнәһенә утынға йонсоған әбей йәштәрҙең тәҡдименә ҡушҡуллап риза булды. Иркен өйҙөң бер мөйөшөн таҡта менән бүлеп, үҙенә айырым бүлмә әтмәләп бирҙеләр. Өй ҡото булған сабыйлы йәш ғаиләнең көнитмеше яйға һалынды. Икеһенең
дә эше бара, бала ла бағыулы.
Миңлебанатҡа йәш ярым тигәндә, Миңлебаныу йәнә ауырға уҙҙы. Икеһе лә түҙемһеҙләнеп малай көттө.
Ҡатынын больницаға ҡалдырып киткәндең икенсе көнөнә эштән һуң дауаханаға юлланды ир. Универмаг фойеһының бер мөйөшөндә тере сәскәләр һаталар ине. Ҡиммәт булһа ла, хаҡына ҡарамай, ҙур бер тотам гладиолустар гөлләмәһен һатып алды ла дауахананың подъезд майҙансығына килеп баҫты. Миңлебаныуҙы саҡырҙылар. Йөҙө шатлыҡлы ла, бойоғораҡ та күренә ине.
– Малаймы? – Һаулыҡ һорашҡандан һуң иң беренсе һүҙе шул булды атай
кешенең.
– Түгел шул, – тине ҡатыны баҫалҡы ғына тауыш менән, иренең өмөтө
аҡланмауында үҙен бер аҙ ғәйепле һанағандай.
– Миңә оҡшағанмы һуң? Миңе бармы?
– Быныһы ла, апаһы кеүек, тас һин инде.
– Шулай булырға тейеш тә, – тине атай, китек күңелендәге төйөрҙө бер аҙ йомшартырға тырышҡандай.
Икенсе сабыйҙың да исем туйына табын йыйылды. Мулла оҙонға киткән вәғәзенән һуң сабыйҙың ике ҡолағына ла «Миңлеһылыу» тип исемен ҡысҡырҙы.
– Миңлеһылыу бигерәк оҙон, телгә лә ауырыраҡ. Миңһылыу ғына булып китер инде, – тине кемдер.
Мул әҙерләнгән һыйҙан бик ҡәнәғәт ҡалған мулла, бәләкәй таҫтамалдар
менән бит-ҡулын, ауыҙ-моронон һөртөп алғас:
– Йәгеҙ, йәмәғәт, ризыҡҡа хуш итәйек. Өсөнсө сабый ир затынан булып, уның
да исем туйында ошолай һыйланып ултырырға яҙһын һәммәбеҙгә лә. Амин, –
тип битен һыпырҙы. Ҡунаҡтар уның артынса ҡабатланы.
***
Ҡатын өсөнсөгә ауырлы. Ир был юлы ла зарығып малай көтә. Миңлебаныуҙың ауырға уҙыуы билдәле булғас та, алдан уҡ тыуыр малайының тояғын йыуып, төшөргөләп ҡайта башланы.
Өсөнсө сабый ҙа уң ҡулының ус төбөндә ҡыҙарып бешкән һутлы балан орлоғондай ғына миңле ҡыҙ ине. Фотоальбомдағы әҙер исемлектән Миңленур
исемен һайлап алып ҡуштылар. Сабый ҡыҙ баланың быныһы ла һуйып ҡаплаған кеүек атаһы ине.
– Үҙенән төшһә лә, ул тиклем дә оҡшамаҫ, хәйерһеҙ, – тип ҡуйҙы балаларҙы
бағыусы Гөлзифа әбей.
Миңлебаныуҙың дүртенсегә тапҡан балаһы ла ҡыҙ булды ла ҡуйҙы. Исем туйын ҙур табынһыҙ, муллаһыҙ ғына үткәрҙеләр. Исемен Миңлениса тип ҡуш тылар. Атайҙың күңеле бик үк күтәренке булмаһа, бер-береһенән ике илегә генә
ҡалҡыуыраҡ ҡыҙыҡайҙар өсөн оло шатлыҡ килде өйгә. Иң кесе туғандары ирмәк кенә тере ҡурсаҡ кеүек. Көноҙоно тигәндәй сәңгелдәк янынан китмәнеләр.Уянып мышылдай башлаһа, үҙҙәре лә орсоҡ буйы ҡыҙҙар шунда уҡ сәңгелдәкте һырып ала ла кемуҙарҙан бәүетә башлай.
Малайһыҙ тормош өй эсен һалҡын күләгә булып биләй барһа, фермала ла эш көйлөнән түгел ине. Күпме генә тырышмаһын, эш һөҙөмтәһе маҡтанырлыҡ булмағас, Миңлейыһангирҙың карьераһы ла үҫмәне, эш хаҡы ла түбән көйө ҡалды. Дүртенсе тиҫтәне тултырып килгәндә һаман да урта звено етәкселәре ки
мәлендә эшләп йөрөүе уға күңелһеҙ була башлағайны. Көнләп түгел, сәғәтләп
үҫкән ҡыҙыҡайҙарҙың да сығымдары торған һайын үҙҙәре менән ярышып үҫә
барҙы. Ике йыл һайын декретта ултырған ҡатындың да эшенән килеме түбән.
Күмәк балалы уҡытыусының сәғәттәре йылдың-йылы бер ставканан үтмәне.
Миңлейыһангирҙың механизатор, малсы булып эшләгән тиҫтерҙәре күптән
инде машиналы булып бөтөп бара. Районға ла, баҙарға ла, йәйҙәрен еләк- емешкә лә, яланға ял итергә лә үҙ «Москвич»тарында йә «Жигули»ҙарында елдерәләр. Ә Миңлейһангир менән Миңлебаныу, эреле-ваҡлы балаларын ҡаҙ бәпкәләре кеүек эйәртеп, гелән йәйәү йөрөй. Ғаилә башлығы оҙон аҡса артынан ситкә китеү уйы менән мауыға башланы.
Яҙға табан Гөлзифа әбей гүр эйәһе булды. Уны ҡәҙерләп, бөтә йолаларҙы еренә еткереп ерләнеләр. Балаларҙы бағыуҙа төп ярҙамсы булып баш бала Миңлебанат ҡалды.
...Донъя хәлдәре тураһында иркенләп һөйләшеп алырға икәүләшеп һап-һары итеп буялған тупһа күтәрмәһенә ултырып алдылар. Ҡыҙҙарҙың өсәүһе, күпереп үҫкән ҡаҙ үләнен кисеп, сыр-сыу һәпәләк уйыны ҡороп ебәргән. Дүртенсеһе,
яңы ғына аяҡлана башлағаны, апалары кеүек йөрөргә тырыша. Миңлебаныу кескәй ҡыҙын, апаларына ҡамасауламаһын өсөн, күтәреп алды:
– Үҙеңә оҡшап тыуған балаларыңды һин дә ҡарарға тейешһең... Миңлейыһангирҙың, ысынлап та, бөгөнгө көндәге шикелле ҡыҙыҡайҙары
янында ултырғаны юҡ ине. Исмаһам, береһенең малай булып тыумағанына «үпкә»һен онотоп, Миңленисаһын сәстәренән һыйпап иркәләне, түшенә ҡыҫып яратты.
– Ҡыҙ балалар ҙа бик татлы була икән дә, – тип кескәйенең маңлайынан үбеп алды. – Ошо балдан да татлы балаларҙың, исмаһам, береһе малай булһасы!
Атай кеше ҡыҙын ҙур устарына ултыртып һикертә башланы. Ҡыҙыҡай яр һалып көлөп, сәпәкәйләп кинәнде. Иренең ҡыҙ балаларҙы яратыуын тәүгә абайлап, Миңлебаныу ҙа сикһеҙ ҡыуанды.
– Шөйлә ҡарт та түгелбеҙ. Бәлки, малай тыуыр әле, – тине Миңлейыһангир.
Ир бала тураһында һүҙ тағы ла ҡуйырҙы.
– Әллә инде. Ҡыҙҙар табып, мәктәптә йүнләп эшләгән дә юҡ, – тине Миңлебаныу. – Булмаһа, ситкә барып йөрөп ҡара. Улың тыуһа, ситтән булһа ла ҡарарһың, етем итмәҫһең. Боронғо йола буйынса йәш ҡатын алып ҡарарға ла була. Ишек алды иркен. Бәләкәйерәк өй күтәреп ултыртырһың. Хәҙер бит күп ҡатынлылыҡ тураһында ла һүҙ сығара башланылар.
– Уныһы булмай. Үҙ-ара сөкөрҙәшеп, уртаҡ балаларҙы бергә-бергә тәр биәләүгә ни етә? Ике ҡатын менән йәшәр өсөн икегә ярылырға кәрәк инде.
– Детдомдан мәктәпкәсә йәштәге берәй малай алайыҡ, улайһа...
– Улай ҙа булмай. Үҙ ҡаныңдан ғына яралған баланы бала итеп һөйөп, үҫтереп
була, Миңлебаныу.
– Аптырағандан әйтәм, – тине ҡатыны, бәләкәсен үҙенең алдына күсереп.
– Үҙебеҙгә ынтылып ҡарарға кәрәк. Ҡырҡҡа етмәгәнбеҙ бит әле.
– Әллә инде. Кендек инәйем алты бөртөк миңде алты ҡыҙ балаға юраған. Хоҙайҙың «Амин» тигән һүҙенә тура килгән булһа юрауы...
– Сихырсы әбейҙәр заманы үткән бит инде. Беҙгә тигән малай үҙебеҙҙең
ҡандалыр әле. – Ир миңле ҡулы менән ҡатынының яурынынан ҡосаҡланы.
Һүҙ малай тирәһенән көнитмеш темаһына күсте.
– Тормош әкренләп ҡиммәтләнә бара. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү генә лә, ана, күпмегә төшә башланы. Һинең йәйге ялыңа тейгән аҡсаң үҙеңде яңы уҡыу йылына әҙерләргә лә етмәй. Миңә ярай инде. Фермаға әллә ни яһанып-кейенеп
бармаһам да була. Берәй аҡсалыраҡ эш яғын ҡарарға ла уйлана башланым.
– Ә үҙеңдең эшең? Башлағанды ташлап китергә биш йыл уҡыныңмы ни? Һине дипломлы белгес итеп сығарыу өсөн хөкүмәтебеҙ күпме аҡса түкте.
– Диплом хаҡын әлегә тиклем түгелгән көс менән ҡапланым инде мин. Һинең айлыҡ эш хаҡың да һикһән һумдан артмай. Тиҫтерҙәр машиналы булып бөттө. Ә беҙ – һаман йәйәүле Мәхмүт.
– Ҡайҙан тапмаҡ булаһың һуң ул аҡсалы эште?
– Көнбайыш Себерҙең төньяғын үҙләштерә башлағандар. Нефть тә, газ да бик
күп икән ул яҡтарҙа. Вахта ысулы менән ай ярым эшләргә лә ай ярым өйҙә
ятырға.
– Тундрала беҙҙәге шикелле фермалар юҡтыр бит. Нефтсе лә түгелһең.
– Баштараҡ төрлө эштәрҙә йөрөп торорға ла ризамын. Ғаиләне әҙәм рәтле
ҡарарлыҡ аҡсаһы ғына булһын. Ул яҡта эшләгәндәр кеҫә сығымдары тип аталған
бер услам өсәрлектәрҙе түш кеҫәләренә һалып ҡына йөрөйҙәр икән, тип һөйләйҙәр. Бында ундай аҡсаны ай буйына ла эшләп булмай.
– Ни тип әйтергә лә белмәйем шул. Балалар ишле бит. Эштә лә, өйҙә лә бер яңғыҙыма ауырға тура килмәҫме?
– Тағы ла берәй ярҙамсыһыҙ әбейҙе өйгә индерергә кәрәк булыр.
Был иркенләп ултырып әңгәмәләшеп алыу ғаилә тормошонда башланасаҡ үҙгәрештәрҙең башы ғына ине.
Ғаилә башлығы балаларға күҙ-ҡолаҡ булышырға күрше ауылдан үҙе лә ҡараусыға мохтаж Зарифа исемле әбейҙе алып килеп ҡалдырҙы ла эштән бушағандың өсөнсө көнөндә Уренгой тарафтарына юлланды. Зоотехник һөнәренән башҡа бер ниндәй шөғөлгә ҡағыҙҙары булмаған Миңлейыһангир яңы үҙләштерелә башлаған промыслала склад ҡарауылсыһы булып эшкә урынлашты. Үҙен ике-өс аҙна буйы тәртипле эшсе итеп күрһәтеп тә өлгөргәс, ваҡытлыса быраулаусы ярҙамсыһы итеп күсерҙеләр. Төньяҡтың һыуығына ла тиҙ күнекте, яңы эшенә лә бик тиҙ төшөндө. Бер ай тигәндә, һынау тотоп, өсөнсө разрядлы быраулаусы ярҙамсыһы таныҡлығы алды. Хәҙер арҡаны ныҡҡа терәп, баштан-аяҡ эшкә сумды Миңлейыһангир. Ай ярымдан һуң, совхоздағы эш хаҡы менән сағыштырғанда байтаҡ ҡына аҡса эшләп, оҙайлы ялға ҡайтып төштө.
Кәртә-ҡураһын, өй тирәһен ҡышҡа әҙерләп, йүнәтеп алды ир. Фермаға барып, үҙенән һуң ҡалған эш торошо, эшкә яңы килгән зоотехник менән та нышты. Ҡышҡылыҡҡа бесән, утын әҙерләп, уны турап-ярып йөрөй торғас, ай ярымлыҡ вахта ялы үтеп тә китте: аҙыҡ-түлек тултырылған рюкзагын артмаҡланы ла
Өфөгә юлланды. Унан инде Уренгойға осасаҡ. Вахтаға китер алдынан ҡатынының ауырға ҡалыуы билдәле булды. «Етер инде өйҙө ҡыҙ менән тултырырға, өйҙә малай тауышы ла булырға тейеш», – тигән күңелле уйҙар ҡайнашты уның башында.
Миңлейыһангир вахтаға дүртенсе тапҡыр киткәнендә, Миңлебаныу декрет
ҡа сығып ҡалғайны инде. Вахта аҙағына табан промысланан эштән ҡайтыуына
почтальон ҡыҙыҡай:
– Йыһангир ағай, һөйөнсө давай, – тип теплушка ишеге янында телеграмма
елберҙәтеп тора ине.
– Малаймы? – тип ашығып үрелде телеграммаға атай кеше.
– Һөйөнсөгә нимә?
– Бер кило «Ҡараҡом» кәнфите. Йә, малаймы? – тине шатлығы йөҙөнә сыҡҡан
нефтсе.
– Какой там малай. Минзифа что ли там, – тине башҡортса арлы-бирле
һупалаған почтальон ҡыҙ.
Миңлейыһангир телеграммаға күҙ йүгертте лә, йөҙөнә бер ниндәй ҙә тойғо сығармай, уны кеҫәһенә тыҡты.
– Не радуешься что ли, твой же, наверное, ребенок. А «Каракум»?
Миңлейыһангир почтальонға түш кеҫәһенән дүрт өслөк сығарып һуҙҙы. Иртәгәһенә үк ҡайтырға юлға сыҡты ул. Тупһаны ашатлап үтеүе менән:
– Иҫән-һау ҡотолоуың менән, – тине ҡатынына. – Миңә оҡшағанмы? Миңе
бармы?
– Эйе, апалары кеүек, һиңә оҡшаған, – тип ҡаршыланы ирен Миңлебаныу. Атай кеше сәңгелдәктәге сабыйының йөҙөнә ҡараны. Ике тамсы һыу кеүек
оҡшашлыҡ. Биләү эсендә булғас, усындағы миңен генә асып ҡарай алманы.
Малай табып ҡаршылап ҡыуандырмаһа ла, ҡатынының ауырынан иҫән-һау
ҡотолоуынан, донъяны матур итеп көтөп тороуынан риза ине Миңлейыһангир.
Атай менән әсәй малай затынан ваз кисмәгәндәр ине әле. Алтынсы бәпестәре
тыуыуға вахтанан район үҙәгенә килеп төшкән Миңлейыһангир туп-тура
больницаға юлланды. Уның баҙлап торған сәскәләр тотоп килгәнен тәҙрәнән
күреп ҡалып, Миңлебаныу өсөнсө ҡаттың подъезд майҙансығына сығып торған.
– Иҫән-һау ҡотолоуың менән ҡотлайым, – тине ире, ҡатынының болоҡһоуыраҡ тороуынан үҙе күңелһеҙләнеп. – Малаймы?
Миңлебаныу һүлпән генә итеп баш сайҡаны.
– Миңә оҡшағанмы?
Ҡатыны бармағын өнһөҙ генә үҙенә төбәне.
– Миңе бармы һуң?
– Юҡ. – Миңлебаныу шым ғына илап ебәрҙе. Эре күҙ йәштәре үрҙән георгин
сәскәләренең эре таж япраҡтарына тып-тып тамды.
Миңлейыһангир башҡаса бер ни ҙә өндәшмәне. Килтергән сәскәләрен тәҙрә
төбөнә таратып ебәрҙе лә ҡырт боролоп ҡайтып китте.
Өйөнә ҡыҙмаса булып ҡайтҡан Миңлейыһангир, Зарифа әбей тирәләй аптырашып ҡарап торған биш ҡыҙының береһенә лә бер һүҙ ҙә өндәшмәй, үҙ бүлмәһенә үтте һәм сыҡмаҫ булды. Ҡайтҡанының өсөнсө көнөндә Миңлейыһангир,иртә менән тороп, мал-тыуарын ҡараны, Зарифа әбейгә балаларҙы тәрбиәләшеп, мәктәпкә ебәрергә ярҙам итте.
– Улым, ни булды һиңә? Килендең хәле нисек? Барғаның булдымы янына? Ниңә бөгөн барманың? – тип сурытты Зарифа инәй.
– Эй, инәй, һин һорама, мин әйтмәйем... – Миңлейыһангир башын эйҙе.
– Әллә килен менән берәй хәл булдымы? – тип төпсөнөүен дауам итте Зарифа
әбей.
– Бер ни ҙә булмаған. Иҫән-һауҙар.
Алтынсы ҡыҙы тыуып, бер аҙна үтеүгә, Миңлебаныу «Тиҙ ярҙам» менән үҙе ҡайтып төштө. Ире ҡурала мал ҡарау менән мәшғүл ине. Ҡаршыламаны ла, һаулыҡ та һорашманы, хәлен дә белешмәне. Сабыйҙы һорашыу түгел, уның яғына әйләнеп тә ҡараманы.
Ул кисте Миңлейыһангир, мал-тыуарын ҡарап бөткәс, тура өйөнә инмәне, йоҡларға ла ҡайтманы. Иртәгәһен тыштағы донъяһын ҡарарға ғына ҡайтты. Эшен бөтөргәс, өйгә инде. Ҡатыны менән сабыйы ятҡан йоҡо бүлмәһенә яҡын да барманы. Зарифа әбейгә лә бер өнө лә булманы. Түрбашҡа уҙып, бер стакан һалҡын сәй һемерҙе лә тағы ҡайҙалыр олаҡты.
Миңлейыһангирҙың ялы бер төрлөрәк ҡалыпҡа әйләнеп китте: көн һайын иртән Зарифа инәй менән ҡатыны кейендергән өс ҡыҙын балалар баҡсаһына алып бара, унан ҡайтҡас, мал-тыуарын тәрбиәләп, ихата тирәһен тәртипкә килтерә; уҡырға йөрөгән ике ҡыҙына дәрес әҙерләшеп, мәктәпкә оҙата. Кисен кескәйҙәрен балалар баҡсаһынан алып ҡайта, мал ҡарай. Ғаиләһе кискелекте
ашағас, аш бүлмәһендәге раскладушкаһына һуҙылып ятып ала ла китап йә гәзит-журнал уҡыштыра. Ашарға көнөнә өс тапҡыр совхоз бүлексәһе ашханаһына йөрөй.
Элек Миңлейыһангир тыуған бер ҡыҙына, роддомдан ҡайтҡас та ауыл Советына барып, «Тыуған йылы тураһында таныҡлыҡ»ҡа ҡатыны әйтеп ебәр гән
«миң»ле исемде яҙҙырып алып ҡайта торғайны. Төпсөк ҡыҙына метрика алып ҡайтырға аяғы ла тартманы, күңеле лә төшмәне. Һаулығы бер аҙ урынына
ултырғас, Миңлебаныу үҙе барып алып ҡайтты.
– Бәпестең исеме Миңлебикә булған, – тине балалар баҡсаһына йөрөгән
ҡыҙҙарҙың олорағы.
– Миңһеҙбикә булһа, ысынға тура килер ине, – тине атай кеше һәм башҡаса
һүҙ ҡатманы.
– Ә мин Аҡбикә тип яҙҙырыр инем. Әсәй шикелле ап-аҡ ҡына бит ул, – тине
ҡыҙыҡай, үҙҙәре яратып өлгөргән һылыуҙары тураһында оҙағыраҡ һөйләшеп
барырға теләп.
– Уныһы ла дөрөҫ булыр ине, ҡыҙым, – тиеү менән сикләнде атаһы.
Өйгә бәпес ҡайтҡанға ун көнләп ваҡыт үтеп тә бара. Атай менән әсәй араһында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Өй эсендә ҡапма-ҡаршы осрашһалар, ир ҡатыны янынан күҙҙәренән зәһәр ут сәсеп, терһәк терһәккә тейеп ҡалыуҙан сирҡанып,
ситләтеңкерәп үтеп китә. Вахта ялының һәр көнө ике яҡ өсөн дә самаһыҙ ҙур  ғазаптар эсендә үтә торҙо. Сабыйы йоҡлаған арала әсәй кешенең керпектәре йомолманы – төндәр буйы тоҙло күҙ йәштәре мендәрен сылатып сыҡты.
Өйҙәге ауыр тынлыҡтан Зарифа әбей ҙә екһенә башлағайны. Хужа өйҙә саҡта Күрше-күләнгә ултырмаға йөрөштөрөр булып китте. Шундай аулаҡ ҡалған көндәрҙең береһендә Миңлебаныу үҙен ситләтеп үтеп барған иренең еңенән матҡып тотоп туҡтатты:
– Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле. Ауыҙға йөҙөк йәшереп, өндәшмәйенсә күпме
йә шәргә мөмкин? Тырнаҡ ҡараһындай ғына ғәйебем булһа ла, шартлатып тураһын әйт тә, сәстәремдән урап тотоп, иҙән буйлатып һөйрәп, типкеләп туҡма.
Үсең ҡанып ҡалыр. – Миңлебаныу иренең күҙҙәренә ялбарып ҡараны. – Түҙермен. Бер өн дә сығармам. «Ыһ» та итмәм, исмаһам.
– Тел һөйәкһеҙ ул, Миңлебаныу. Матур һайрайһың, әй. – Ир мыҫҡыллы көлөп ҡуйҙы. – Әммә ҡылған гонаһыңды тел менән генә йыуып төшөрөп булырмы икән? Үҙе юҡтың күҙе юҡ, тиҙәрме әле...
– Нисек телең бара, Йыһангир! Мине әҙәм ҡарағыһыҙ бысраҡҡа ҡойондорор өсөн артымдан күләгә шикелле йөрөнөңмө ни? – Диванға лыпын ултырған  Миңлебаныу түгелеп иларға кереште.
– Ике рәхәт бергә бергә килмәй шул, бер рәхәттең бер михнәте лә була. Гонаһтарың өсөн тамуҡ ғазабын донъялыҡта кисер әйҙә... – тип үсәне уны ире.
– Йыһангир! Нисек телең бара бер гонаһһыҙ Хоҙай бәндәһен ләғнәтләргә? Бәндәләрҙән оялмаһаң, Алланы һанла, исмаһам. Мине гонаһлыға иҫәпләһәң,
гонаһһыҙ сабыйыбыҙҙың яҙмышын уйла...
– Бер тинлек тә гонаһың булмағас, нишләп һуң бала бер тамсы ла миңә тартмаған? – тип ҡыҙып китте Миңлейыһангир. – Тимәк, минең ҡатнашлығым булмаған!
– Алты баланың береһе әсәйгә оҡшаһа, ғәйепме ни?
– Ә миңе һуң, миңе? Ус төбөндәге миңе ҡайҙа булған? Ете быуын буйына ырыуыбыҙҙың ҡотон билдәләп килгән тамға бит ул. Нишләп ул, Минһеҙбикәгә килеп терәлгәс, ҡапыл өҙөлгән?
– Малай булған булһа, миңле булып та тыуған булыр ине. Ошо көнгә төшөп ултырырға яҙғандыр инде. – Әсә илауҙан йәнә һығылып төштө.
– Өйҙә тыныс тормош кисергең килһә, метрикаһынан минең исемде һыҙып ташлап, ысын атаһының исемен яҙҙырып яңынан ал. Уға көсөң етмәһә, атаһы урынына һыҙыҡ ҡуйҙыр.
– Йыһангир, ни һөйләйһең? Аҡылдан тайпылдыңмы әллә? Имер ваҡыты етеп, сабый тынысһыҙлана башланы. Әсәй сәңгелдәктән сабыйын күтәреп алды.
– Беҙҙең арала һүҙ шуның менән ғүмерлеккә өҙөлдө, – тип ишекте шарт ябып сығып китте үҙ һүҙенең дөрөҫлөгө өсөн ҡанталашып ярһыған Миңлейыһангир.
Ултырманан ҡайтып ингән Зарифа әбей, балаһын имеҙеп ултырған әсәнең йөҙөндә күҙ йәштәре юлаҡтарын күреп, хужа менән хужабикә араһында бик даулы аңлашыу булып алғанын һиҙенеп алды.
– Булмаһа, мин үҙ ауылыма ҡайтайым, ҡыҙым. Үҙ өйөм, үҙ көйөм, тигәндәй...
Ҡыштың ауырлығын һеҙҙә үткәреп киләм. Артыҡ бүрәнә башы булып ятыу ярамаҫ артабан бында.
– Ҡуй, Зарифа инәй, бер ҙә генә артыҡлығың юҡ. Ул оҙаҡламай эшенә китеп
барһа, бынау тиклем балалар менән яңғыҙ үҙем нишләрмен? Рәхмәт инде һиңә!
– Миңлебаныу әбейҙе ҡайтыу ниәтенән, ай-вайына ҡуймай, кире дүндерҙе.
***
Миңлейыһангир ҡатыны менән даулы аңлашҡандан һуң аҙна-ун көн үткәс, вахта ялы тулмаған булһа ла, үҙенә оҡшап тыуған миңле ҡыҙҙарын ҡыҫып- ҡыҫып һөйөп яратты ла Зарифа инәйгә:
– Минең балаларға күҙ-ҡолаҡ бул инде, – тип хушлашып, ҡатыны менән
Миңһеҙбикә яғына әйләнеп тә ҡарамай, эшенә юлланды.
Миңлейыһангир, вахта эше бөткәс, ҡайтырға ашыҡманы. Сирләп киткән иптәше урынына икенсе сиратҡа эшләргә ҡалды. Уны үткәргәс, үҙенең сираты етте.
Өйҙәге мәхшәр хәлдәрҙе ни тиклем генә ете йоҙаҡ аҫтында тоторға тырышмаһын дар, яман хәбәр үҙенекен итте – тиҙ арала бөтә ауылға ғына түгел, ҙур совхоз күләмендә, унан инде районға таралды. Башҡорт ауылында елдән тыуған бала хурлығын күтәреү ни дәрәжәлә булыуын яҡшы белгән Миңлебаныу декрет ялын да, уның дауамы итеп бирелгән сираттағы йәйге ялын да өйҙән сыҡмай тиерлек үткәреп бөтөп бара. Кеше күҙенә күренеү түгел, хатта урамда осраған мал-тыуар ҡарашын да күтәрә алмағандай хис итте үҙен. Ул тиклем ҡабарған хәбәрҙәрҙән һуң Атбағар мәктәбендә артабан ҡала алмай ине ул. Йәйге ялының һуңғы көнөндә мәктәпкә барҙы. Ремонт мәшәҡәттәренән арынып ялға китә алмаған директорҙы ҡатын кабинетында тап итте.
– Һаумыһығыҙ, Миңлебаныу Миңлемырҙағоловна! Эште лә танһыҡлағанһығыҙ ҙыр инде. Бик ваҡытлы сығаһығыҙ. – Ул ялда булыусы уҡытыусыларҙың исемлегенә күҙ һирпеп алды. – Эш муйындан. Бик ваҡытлы килеп сыҡтығыҙ.
– Эшкә түгел, Вәлиулла Сөнәғәтуллович, мәктәптән бөтөнләй китергә тура килә инде миңә. Хәлем ауыл хәбәрҙәре буйынса үҙегеҙгә лә мәғлүмдер инде.
– Шулай уҡмы ни? Ҡиблаң ҡайһы яҡта, әгәр сер булмаһа? – Директор күҙлеген сисеп, урынынан тороп уҡ китте. – Иртәрәк хәбәр итергә кәрәк ине.
Уҡыу башланыр алдынан юғары белемле уҡытыусыны ҡайҙан тапмаҡ кәрәк?
Миңлебаныу илтифатһыҙ ғына ҡул һелтәне.
– Рәте килеп сығыр әле. Тотмағыҙ ҙа мине. Төйнәнеп тә бөткәнбеҙ...
Директор ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһынмаҡсы итте лә, кире уйланы, ахыры.
– Ҡайһы яҡтарға юлланырға иҫәп, әйтмәнегеҙ бит әле, – тине шулай ҙа кабинет хужаһы.
– Баш һуҡҡан яҡҡа, – тип өҙөп кенә әйтте Миңлебаныу.
Йәш кенә көйө итәк тулы бала табып, декреттан башы сыҡмаған уҡытыу сыны артыҡ тотҡоһо килмәй ине директорҙың. Өҫтәүенә, Миңлебаныу үҙ теләге
менән китергә булғас, артыҡ өгөтләп тә торманы.
– Ярай, Миңлебаныу Миңлемырҙағоловна. Үҙегеҙ ғариза тотоп килгәс, ҡаршы тора алмайым, мәйелегеҙ. Тик беҙгә үпкәләп китмәгеҙ, – тине директор, хеҙмәт кенәгәһен ҡулына тоттороп. – Яңы урында уңышлы эшләп китеүегеҙҙе теләйем.
Хәбәрләшеп тороғоҙ.
– Үтенесемде шулай мәшәҡәтһеҙ генә ҡәнәғәтләндергәнегеҙ өсөн бик ҙур рәхмәт һеҙгә. Артабан да иҫән-һау эшләгеҙ. Хушығыҙ.
Миңлейыһангир өс вахта сменаһын алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндән һуң Атбағарға ҡайтып ингәндә, ғаиләһе көс етерлек мөлкәттәрен төйөнсөктәргә төйнәп, юлға сығып китергә генә тора ине.
– Сиған булдығыҙмы әллә? Ҡайҙа йыйындығыҙ былай? – Йорт хужаһы аптырап китте.
– Беҙ бик алыҫҡа китәбеҙ, атай. Әсәй шулай ти, – тине баш бала Миңлебанат.
– Эйе, әсәй менән китәбеҙ, – тиеште ҡалған эреле-ваҡлы ҡыҙҙар ҙа.
Бер Миңһеҙбикә генә тауыш бирмәне. Ул биләүле көйө сәңгелдәктә мыш- мыш йоҡлай ине.
– Ҡайҙа китәһегеҙ? Ҡырым сиреүеләй ҡыҙҙар менән ҡайҙа барып һыйынырға уйлайһың?
– Баш һуҡҡан яҡҡа. Донъя иркен. Мәрхәмәтле кешеләр ҙә табылыр,
һыйындырырҙар әле, – тине Миңлебаныу, иренә әйләнеп ҡарамай ғына.
Миңлейыһангир ишеккә арҡыры торҙо.
– Өйҙәштәр кеүек булһа ла, йәшәрбеҙ әле бер ҡыйыҡ аҫтында, ә, Миңлебаныу? Уртаҡ балаларыбыҙ бишәү бит.
– Урамға сығыр әмәл ҡалманы. Тырнаҡ ҡараһындай ғына ла ғәйебем булмаһа
ла, урамда осраған бөтә күҙҙәр ҙә, бөтә тәҙрәләр ҙә миңә шикләнеп, көлөп ҡарай төҫлө. Минең хәлдәге уҡытыусы коллегалары янында ла, балалар алдында ла күҙгә төшкән дегәнәк булып ҡала алмай. Икәүләп йыйған донъя бер үҙеңә ҡала. Йәшә әйҙә. Мораҙыңа ирештең...
– Балаларҙы уйланыңмы һуң аҙыраҡ? Яңы урында улар кемгә һыйыныр?
Ауылығыҙҙа башланғыс мәктәп тә юҡ бит...
– Рәте табылыр. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң. Ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ.
– Балаларҙы бер яңғыҙың нисек ҡарарһың?
– Ҡарармын. Ҡурҡма. Алиментың да, донъяң да кәрәкмәй. Бөтәһе лә үҙеңә
генә булһын. Илдә сәпсек үлмәҫ, тиҙәр. Хәләлдән тапҡан балаларымды бер үҙем дә кәм-хур итмәм.
Миңлейыһангирҙың башына ҡапыл ғына бер уй килде.
– Улай булмай. Улай булғас, давай, уртаҡ балаларҙы бүлешәбеҙ! Һиңә төп сөгөң менән өсәү, миңә лә шул саҡлы. Йәгеҙ...
– Теймә балаларға! – Минлебаныу иренә йәшле йөҙө менән әйләнде. –
Бүлешергә улар һиңә мал түгел! Балалар әсәй ҡанаты аҫтында үҫергә тейеш.
Закон минең яҡлы. Береһен дә үгәй ҡулына ҡалдырғым килмәй.
Ҡатын бер ҡулына сәңгелдәктәге сабыйын, икенсе ҡулы менән төргәктәрҙең иң ҙурыһын күтәрҙе лә өйҙән сыҡты. Төйөнсөктәрҙең ҡалғандары бәләкәй
ҡыҙҙарҙың көсөнә самалап ҡына төрөлгәйне. Һәр бала үҙенең йыйнаҡ ҡына итеп төрөлгән кейемдәрен тотто. Иң кескәйҙәре Миңлезифа ҡурсаҡтары һалынған моҡсайҙы ҡулына алды.
– Һис юғында оло юлға тиклем оҙатып ҡуяйым һуң?
Шаңҡып ҡалған Миңлейыһангир балалар ҡулындағы төйөнсөктәргә үрелде.
– Теймә! – тип асырғанып ҡысҡырҙы әсәләре. – Ҡапҡаға тиклем дә оҙатып
ҡуйыуың кәрәкмәй.
Ҡатыны шулай тиһә лә, Миңлейыһангир ғаиләһе йортон ташлап сығып киткәндә хуш күңел менән ултырып ҡала алманы. Балаларының артынса ҡапҡаға
йүнәлде. Уларға эйәреп урамға сыҡты. Иң алдан, Миңһеҙбикәһен түшенә
ҡыҫып, ауыр төйөнсөк күтәргән Миңлебаныу бара. Уға, ҡаҙ бәпкәләре кеүек теҙелешеп, балалары эйәргән. Күп тә барманылар, эҫе көндә әллә бышлығыуҙан, әллә им геһе килеп, Миңһеҙбикә ҡысҡырып илай башланы. Ауыр ине бөтәһенә лә. Аталары ла ғаиләһе менән өнһөҙ генә хушлашҡанда айырылыу ғазабын ҡатыны менән ҡыҙҙарынан кәм кисермәне.
***
Ғаиләһе ташлап сығып киткәс, өйө шул тиклем шыҡһыҙ, ҡотһоҙ тойолдо Миңлейыһангирға. Үҙ өйөндә толҡа тапманы ир. Нимәгә генә тотонһа ла,
ҡулына бер эш барманы, хатта сәй ҡайнатып эсергә лә күңеле төшмәне. Ҡатыны
менән бергәләп йыйған донъя бер үҙенә тороп ҡалды. Байтаҡ уйланғандан һуң
мал-тыуарын һатып, аҡсаһын балаларына ебәрергә уйланы Миңлейыһангир.
Тик ҡайҙа ебәрергә? Ҡайҙа урынлашҡандары ҡасан да булһа билдәле булыр әле, тип йыуатты ул үҙен. Төшкән ерҙәрендә юғалырға энә түгелдәр ҙә инде.
Мал-тыуарын ғаиләһе киткәндең икенсе көнөндә үк совхозға тапшырҙы.
Кәртә-ҡураһын һүтеп һатты. Ҡош-ҡортон һуйып, һыуытҡысҡа тултырҙы – уны ир алдағы ялында баҙарға алып барып һатырға ниәтләгәйне. Себештәрен бер йәшниккә тултырып, Зарифа инәйгә бушлай ҡалдырып ҡайтты. Ҡалған ваҡ-төйәген утынға тураны. Ҡайнап торған киң ихатала алты мөйөшлө өй генә һерәйеп тороп ҡалды.
Ялы бөтөүгә табан барғанда, йүкә телефон аша ғаиләһенең ҡайҙалығы
яҡынса билдәле булды. Ҡаҙағстандың Турғай далаһында көн итеүсе бик алыҫ
сыбыҡ осо туғаны янына һыйынған икән Миңлебаныу балалары менән.
Юллай торғас, аныҡ ҡына адресын да тапты, һатылған донъяның аҡсаһына
үҙенең эш хаҡын да ҡушып, байтаҡ аҡса ебәрҙе. «Яңы урында морон төртөп
йәшәп китергә етергә тейеш», – тип уйланы ул. Аҡса артынса хат та ебәрҙе. Ҡыҙҙарының бөтәһенә лә исемләп сәләм яҙҙы. Тыуған яҡтарҙан килгән сәләмдәрҙән Миңһеҙбикә генә мәхрүм ине. Эшләгән аҡсаһының үҙенә сығымдарынан артҡанын биш ҡыҙына тигеҙ итеп бүлеп һалып торасағын да хәбәр итте. Миңһеҙбикәгә өлөш юҡ ине.
Мәңге туң Ямал ярымутрауы яғында аҡсаны арыу ғына эшләне Миңлейыһангир. Эшләгән аҡсаһын машинаға ла йыйманы, кассаға ла күсермәне, ә устарының уртаһында ырыу тамғалары булған биш ҡыҙына инселәп ебәреп
торҙо. Биш ҡыҙы ла уҡып сығып, тормоштарын ҡороп ебәргәнгә тиклем шунда эшләне.
Бишенсе балаһы Миңзифа башлы-күҙле булғас, Миңлейыһангир, тундраһын ташлап, киң ихатала әле һаман яңғыҙ һерәйеп торған йортона бөтөнләйгә ҡайтып төпләнде.
Ғүмеренең алтынсы тиҫтәһен тултырғанда, Миңлебаныуының вафаты тураһында хәбәр килде. Ике уйлап тормай, Миңлейыһангир Турғай далаһына юлланды. Кирбестән йә таштан эшләнгән бейек манзаралар менән тулы ҡаҙаҡ ҡәберҙәре араһында ҡыҙғылт тупрағы әле үлән менән дә ҡапланып өлгөрмәгәне Миңлебаныуҙыҡы ине.
***
Ҡатынының вафатына ике йыл тирәһе үтеүгә, ауылға Миңлебикә исемле йәш уҡытыусы ҡыҙ эшкә килгән, тигән хәбәр таралды. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, ул ҡыҙ тыумышы яғынан ошо ауылдыҡы икән. Фамилияһын белеште Миңлейыһангир. Атбағарова, имеш. Аҙаш фамилияны ишеткәс, ҡартлас һағая төштө. «Мәктәптә эшләгәс, атаһының исеме менән өндәшәләрҙер», – тип күршелә йәшәгән уҡыусы малайҙан барып һорашып килде. «Миңлебикә Миңлейыһангировна уның исеме. Уңайлыраҡ булһын өсөн, атаһының исемен Йыһангировна тип әйттерә», – тип тәтелдәне малай. «Бер-береһе өсөн йән атҡан ҙур татыу ғаиләне селпәрәмә килтергән Миңһеҙбикәлер ул йәш уҡытыусы», – тигән шөб һәле уй көнө-төнө тынғылыҡ бирмәне инде ҡартлыҡ мөһөрө үҙен көндән-көн нығыраҡ һиҙҙерә башлаған пенсионерға.
Миңлебикә Миңлейыһангировна тураһындағы хәбәрҙәр далалағы ҡоро ҡамғаҡ йомғағы ише ҡабара барҙы. Хәбәрҙең күбеһе ҡасандыр был мәктәптә эшләп киткән күп балалы уҡытыусы Миңлебаныу менән зоотехник Миңлейыһангирҙың ғаиләһендә ҙур ғауғаға сәбәпсе булған Миңһеҙбикәгә барып терәлә ине.
Миңлейыһангир кистәрҙең береһендә йотлоғоп китап уҡып ултыра ине, ишек шаҡынылар. Ишекте асыуға тулҡын-тулҡын сәстәрен яурынына һалған түңәрәк йөҙлө ҡыҙ баҫып тора ине. Етенсе тиҫтәне тирә башлаған ҡарттың:
“Әйҙәгеҙ, үтегеҙ!” – тип әйтергә асҡан ауыҙы йомолмай ҡатып ҡалды. Алдында бынан ҡырҡ йылдар элек баҫҡан эҙҙәрен үберҙәй булып, күләгәһе шикелле бер аҙым да ҡалмай артынан йөрөгән Миңлебаныуы баҫып тора ине! Билен ҡыҫып
ҡына торған пальтоһы ғына икенсерәк төҫтә.
– Үтергә мөмкинме? – тип өндәшеүгә иҫенә килде ҡарт.
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, рәхим итегеҙ, түргә уҙығыҙ.
Залға үттеләр. Ҡыҙ стеналағы рам эсендәге ҙурайтылған ике фото алдында туҡтап торҙо ла уң яҡтағы ҡыҙ фотоһын наҙлы ғына һыйпаны:
– Был бит минең әсәйем…
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, ике һыу тамсыһы кеүек оҡшағанһығыҙ бит, – тиеү менән генә сикләнде шымтайып ҡалған ҡарт.
– Ә быныһы – атайым. – Ҡыҙ егеттең фотоһын да һыйпап алды ла ҡарт яғына ялп итеп боролоп ҡараны.
Миңлейыһангир ҡарт өндәшмәне.
– Минең исемем Миңлебикә. Биология уҡытыусыһымын. Документтарым буйынса Миңлебикә Миңлейыһангировна тип йөрөтәләр. Тимәк, атай бар. Ә халыҡтағы имеш-мимеш хәбәрҙәр буйынса, мин атайһыҙ тыуған бала бул ғанмын. Ул оятты күтәрә алмаған әсәйем балаларын үҙе менән алып, ауылдан сығып китергә мәжбүр булған. Ул хурлыҡлы ваҡиғала һеҙҙең дә ҡатнашлығығыҙ
бул ғандыр, әлбиттә. Ә минең һәр ваҡыт атайлы булып йәшәгем килде. Күҙгә төшкән дегәнәк ише күпме йәшәргә мөмкин? Әсәйем һеҙҙең атайым икәнлегегеҙҙе иҫбатлай алмағас, үҙем килдем бына. Ризаһығыҙмы?
Миңлейыһангир ҡапыл ғына ни тип өндәшергә лә белмәй ыуаланды.
– Әсәйеңдең... Миңлебаныуҙың «Ҡанды тикшертәйек» тип йәш аралаш ял барып өндәшкәнен хәтерләйем. Шул булмаһа... Мин ишетергә лә теләмәгәйнем.
Нәфрәт күҙҙе лә, аңды ла томалағайны шул.
– Эйе, һеҙ ишетергә лә теләмәгәнһегеҙ. Турғай далаһында беҙ барыбыҙ ҙа ата лары ташлап киткән балалар булып үҫтек. Әсәйемә килгәндә, күҙ йәштәренә һығылып ятҡан төндәре аҙ булманы.
– Нисек көн иттегеҙ һуң сит-ят ерҙәрҙә? – Ҡартлас ҡыҙ алдында сетерекле
хәленән нисек ҡотолорға белмәй аптыраны.
Ҡыҙ диванға барып йәтешләп ултырып алды.
– Тормошобоҙ матди яҡтан ауыр булманы, һеҙ үҙегеҙҙеке тип иҫәпләгән миңле балаларығыҙға аҡсаны мул ебәреп торҙоғоҙ. Мине, атаһы тарафынан өлөшһөҙ ҡалдырылған баланы, әсәйем үҙ аҡсаһына тәрбиәләне. Һеҙҙән килгән аҡсаның бер тинен дә үҙе өсөн дә, минең өсөн дә тотонманы.
– Апайҙарыңдың яҙмышы нисек?
– Миңлебанат апайым Камчаткала, Миңленур Төркмәнстандың Ҡушҡа ҡалаһында... Һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе бар, тормоштары матур. Етеш тормошта үҫһәләр ҙә, әсәйебеҙҙе ҡара ҡайғыларға батырғанығыҙ өсөн һеҙгә үпкәләре ҙур ине. Әсәйемә ике һыу тамсыһылай оҡшаған булғас, йәшлегендә ул баҫып йөрөгән баҫҡыстарҙан йөрөгөм, ул уҡыған университетта белем алғым килде.
Яҙмыштыр инде, ошо ауылдың мәктәбенә юллама алдым.
...Анализға ҡан тапшырған көндән ай самаһы уҙғас, Миңлейыһангирҙың
ишеген йәнә ҡаҡтылар. Күтәрмәлә Миңлебикә баҫып тора ине. Йөҙө көләс.
– Һаумы, атай! – тип ҡосаҡлап алды ҡыҙ Миңлейыһангирҙы.
– Атай тип әйтерлек һәйбәтме әллә анализдары? – Күҙҙәре йәшкәҙәгән ҡарт
Миңһеҙбикә-Миңлебикәһенең арҡаһынан һөйҙө.
– Эйе, атай, бына. – Ҡыҙ ыҡсым ғына сумкаһынан мисәтле ҡағыҙҙарҙы аҡ тарып сығарҙы ла атаһына күрһәтергә тотондо. – Өҫтәүенә, бына тағы бер шаһит.
Миңлебикә усын асып күрһәтте. Унда бер тин аҡса ҙурлығындағы тоноҡ ҡына
миң төҫмөрләнә ине.
Миңлейыһангир аһ итте.
– Ҡасан килеп сыҡты ул ғәләмәт? Ниңә тәүге килгәнеңдә үк әйтмәнең? – Ҡарт тотлоҡто. – Ҡанды анализға ебәреп тә тормаған булыр инек...
– Теге ваҡытта әйтергә онотҡанмын шул. Фатирға ҡайтып ингәс кенә иҫкә төшкәйне лә, тағы ла килеп йөрөп, борсоғом килмәне. Ә районға барғанда анализдың ниндәй һөҙөмтә биреүе ҡыҙыҡһындыра ине. – Миңлебикә атаһының ҡосағына һыйынды.
– Бына хәҙер мине үҙеңдең ҡыҙың түгел тип әйтеп ҡара инде! Атай, хәҙер мин кем инде? – тип усын юғары күтәреп бер әйләнеп алды ҡыҙ.
– Миңлебикәһең, ҡыҙым. Үҙ ҡаным булғанһың да баһа! – Ҡыҙын яурындарынан оҙаҡ ҡына ҡосаҡлап торған Миңлейыһангир күҙҙәренә эркелгән йәшен күрһәтмәҫкә тырышты.
Атайлы-ҡыҙлы, яйлап ултырып, сәй эсеп алдылар.
– Беҙгә барыбыҙға ла бергә йыйылышып ултырып алырға кәрәк ине, ҡыҙым,
– тине атай, һуңғы уртлам сәйен йотоп, сынаяғын түңкәреп ҡуйғас.
– Ул көн дә етер, атай, сабыр итәйек, – тине Миңлебикә.
– Әсәйең генә беҙҙең яныбыҙҙа булмаҫ инде, – тине Миңлейыһангир.
Аталы-ҡыҙлы моңайышып ҡалдылар.
***
Миңлебикә менән бер ваҡытта мәктәпкә Дамир исемле йәш математика уҡытыусыһы ла эшкә килгәйне. Ике йәш йөрәк араһында тәүҙә дуҫлыҡ ептәре тартылды. Был хис оло мөхәббәткә әйләнеп киткәс, ҡышҡы каникул алдынан, мәк тәп ашханаһында гөрләтеп йәштәр туйы үткәреп ебәрҙеләр. Миңлейыһангир менән Абдразаҡ ҡоҙа туйҙың иң түрендә булды. Мәктәп йәштәргә әлегә йәшәп торорға мөйөш табып бирҙе. Китапхана менән йәнәш кенә булған иҫке-моҫҡо ҡағыҙҙар һаҡлай торған бүлмә ине ул. Миңлебикә менән Дамир уны бушатып, йыуып-йышып, һипләп, әлегә йәшәп торорлоҡ хәлгә килтерҙе.
Миңлейыһангир бер көндө йәштәрҙең хәлен белергә килеп ултырҙы. Сәй эскән арала бүлмә эсен күҙ йүгертеп ҡарап сыҡты ла:
– Үҙемдең өйгә алып ҡайтырға килдем мин һеҙҙе. Бындай ғына сыйырсыҡ ояһында йәшәп ятыу тормошмо инде ул? Үҙемдең мөйөшөм бар. Телевизор менән торшер булһа, миңә башҡаһы кәрәкмәй. Ҡалған бөтә бүлмәләр ҙә һеҙҙең ҡарамаҡта.
Аҙна-ун көндән йәштәр атай йортона күсенеп килде. Мәктәпкә йөрөү алыҫыраҡ булһа ла, йәшәү шарттары ҡаланыҡына тартымыраҡ: ут, газ бар, һыу өйҙә, колонка ла ҡуйылған. Йыуынты һыуҙы ла сығарып түгеп йөрөргә түгел.
– Ҡыш үтеп, ҡараға сыҡҡас, кәртә-ҡураны тергеҙеп алырбыҙ. Мал-тыуар, Ҡош-ҡортто ишле итеп үрсетербеҙ. Ҡортсолоҡто ла рәткә һалып алырбыҙ. Баҡса ҙур, иркен. Емеш-еләк, йәшелсә лә үҙебеҙҙеке булыр. – Алдағы көндәргә ҡорған пландарын теҙҙе йәшәүгә ҡомары күтәрелеп киткән ҡарт.
Сентябрь аҙағындараҡ, әбейҙәр сыуағы көндәренең береһендә, роддомдан өйгә бәпес алып ҡайттылар. Ишектән килеп ингәс тә:
– Малаймы? – тип ҡаршыланы ҡартатай.
– Малай, ҡайным, малай, – тине ауыҙы ҡолағына еткән кейәү.
– Исеме кем булыр икән? Уйлашҡанһығыҙҙыр бит? – тип түҙемһеҙләнде ҡартатай.
– Исеме ни, үҙемдекенә иш була инде – Илмир. Дамир – Илмир. Ҡайһылай йәтеш, – тип йылмайҙы йәш атай, ҡыуанысын йәшерә алмайынса.
– Усында миңе бармы һуң? – тине ҡартатай.
– Бар, бар! – Миңлебикә баланың бармаҡтарын яҙып ебәреп, усының ҡап уртаһында балан орлоғо ҙурлығындағы ғына миңде күрһәтте.
– Ир баланың исеме ауыҙ тултырып әйтерлек олпатлы ла, күркәм дә булһын ул. Баш баланыҡы бигерәк тә. – Ҡартлас бынан өс тиҫтә йылдар элек үҙенең баш балаһына әҙерләп ҡуйған исемде әйтте:
– Миңлетаһир. Шулай яҙҙырабыҙ. Үҙем дә барырмын.
Йәштәр, бер-береһе менән ҡарашып, шуҡ йылмайышып алды:
– Ярай, шулай булыр!
Күҙ ҡараштары менән генә «һөйләшеп» алыуҙарынан «Һинеңсә Миңлетаһир, беҙҙеңсә Илмир» тигәнде төҫмөрләп була ине.
Миңлебикә баланан бушанғандан һуң бер аҙ арыуланып алғас, мулла саҡырып, исем ҡуштылар. Мулла биләүҙә ятҡан сабыйҙы ҡулына алып, ике ҡолағына ла өсәр тапҡыр “Миңлетаһир” тип ҡысҡырҙы.
...Байрам көндәренә самалап, бөтә туғандарҙы йыйып, бәпес туйы үткәреп
алдылар. Ҡунаҡтар араһында Миңлейыһангирҙың устарында миңдәре булған
алты ҡыҙы ла бар ине.
 
Исмәғил Аҡъюлов.
Автор:
Читайте нас: