Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Май 2022, 09:17

Ишморат Илбәковҡа – юғары награда

Ишморат Илбәковты ҡотлайбыҙ һәм артабан ижади уңыштар теләйбеҙ!

Ишморат Илбәковҡа – юғары награда
Ишморат Илбәковҡа – юғары награда

Хәйбулланың көмөштәй аҡ ҡылғанлы сал далаһының күҙ иңләмәҫ киңлектәрен дә, тыуған ауылы Ғәлиәхмәттең таш-ҡаялы тауҙары, урмандары мөһабәтлеген дә, Һаҡмар һәм Йылайырҙың сылтырап аҡҡан моңон да күкрәгенә һыйҙырып, ижад донъяһында йәшәүсе данлыҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковты тағы ла бер бөйөк ҡaҙанышы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ошо арала уға "«Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы тапшырылды. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Ишморат ағайға һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

"Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ" төрөкөмөнән.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: