Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Мая 2022, 11:11

Хыял тулы төш. Хикәйә

Бәхет тигән төшөнсәне төшөндә лә күрә алманы инде ул, ғүмере буйы. Бәләкәс туғандары йығылһа ла, бысранһа ла, ғаиләлә баш бала булғас, “таяҡтың осо” уға төштө. Мәктәптән һуң сығып китәм, уҡыйым тип, матур маҡсаттар ҡороп йөрөгәндә, уҡырға керә алмай, бар ғына аҡсаһын урлатып, бер тинһеҙ ике-өс көн ҡала гиҙгәс, асыҡҡан, хәлһеҙләнгән ҡыҙҙы күрше ағай осраҡлы тап итеп алып ҡайтты. Бер ауыҙы бешкәс, башҡа уҡыу тураһында ауыҙ асманы, тарҡалып, бөтөп барған тыуған колхозына һауынсы булып эшкә төштө. Шунда беренсе мөхәббәтенән дә тороп ҡалды.

Хыял тулы төш. ХикәйәХыял тулы төш. Хикәйә
Хыял тулы төш. Хикәйә

Күктең аяҙлығына иҫе китте Сәмәрәнең! Ҡайһы арала ҡәйнәһенең ҡараштарындай ауыр, ҡара болоттар таралып өлгөргән тиһең. Июль уртаһымы ни: ҡояшы нисек ҡыҙҙыра һуң!.. Диңгеҙ шаулай, һыу инәләр, ана-а-а Миҙхәте май ҡояшылай балҡып һут килтерә. Рәхәтлектәре-е-е!!! Иҫең китерлек. Ғүмер буйы бил бөгөп, иренең, балаларының өҫтөн йыуыуҙан, мал-тыуарҙан, бәрәңге баҡсаһы менән аш-һыу бүлмәһенән башҡаны күреп өйрәнмәгән биш балалы герой әсә өсөн был ожмахтың үҙе ине. 

Тик ҡасан килеп өлгөргәндәр? Диңгеҙ буйындағы бындай ял-тормош хаҡында хатта хыялланырға ла ҡурҡа ине лә һуң. Ә аҡсаһы ҡайҙан? Ҡәйнәһенең пенсия, балаларының ай һайын өс икмәклек бирелгән пособиеһына сығып китмәгәндәрҙер бит. Ай-һай, бында ниндәйҙер шик бар, тиккә түгелдер, тиккә түгелдер... Әллә лотореяға миллион оттолармы икән? Буласаҡ миллионерҙы эҙләп йонсойҙар ти ине бит.

Тотторҙолар, ти. Бәхет тигән төшөнсәне төшөндә лә күрә алманы инде ул, ғүмере буйы. Бәләкәс туғандары йығылһа ла, бысранһа ла, ғаиләлә баш бала булғас, “таяҡтың осо” уға төштө. Мәктәптән һуң сығып китәм, уҡыйым тип, матур маҡсаттар ҡороп йөрөгәндә, уҡырға керә алмай, бар ғына аҡсаһын урлатып, бер тинһеҙ ике-өс көн ҡала гиҙгәс, асыҡҡан, хәлһеҙләнгән ҡыҙҙы күрше ағай осраҡлы тап итеп алып ҡайтты. Бер ауыҙы бешкәс, башҡа уҡыу тураһында ауыҙ асманы, тарҡалып, бөтөп барған тыуған колхозына һауынсы булып эшкә төштө. Шунда беренсе мөхәббәтенән дә тороп ҡалды.

– Беҙгә һыйыр тиҙәгенә батҡан “бетле күҙ” килен кәрәкмәй, – тип, һөйгәнен туғандары мәктәп директорының ҡалала әллә уҡып, әллә суҡып йөрөгән ҡыҙына өйләндерҙе.

Биш йыллыҡ уҡыу йортон ун йылдан артыҡ уҡыны егете. Сессия һайын ауылдан күстәнәстәр ташып, көскә диплом алдырҙылар үҙенән. Хәҙер, ана, әллә кем булып, үҙенә етмәгән аҡылды кеше балаларына өйрәтеп маташа. Эйе, эйе, кеше балаларына. Хәҙер бит ауылдарҙағы күп уҡытыусылар балаларын үҙе уҡытмай, район үҙәктәренә, йә ҡалаға урта мәктәпкә оҙата.

“Өлөшөмә төшкән – көмөшөм, …әллә алюмин киҫәгемме?” – тип (хәйер, алюмин да ҡиммәтле хәҙер) класташы Миҙхәткә кейәүгә сыҡты. Йәшерәк сағында тормош былай уҡ артына типмәгәйне уның. Колхоз таралып, ҡойолоп төшөп барған тракторынан да яҙғас, бигерәк биреште, эскегә һабышты.

Сәмәрәнең үҙенә лә эш бөттө. Бөттө тип ни, эш күп инде ул. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡса ҡарау, йыл әйләнәһенә мал араһында буталыу – үҙе генә, ай-һай, ни тора! Тик аҡса, килем генә юҡ. Ерен һөрөп, сәсеп, тырматып, тәпкеләп-утап саҡсаҡ үҫтергән бәрәңгеңде юҡ хаҡҡа һатып ебәрәһең, хатта һипкән ағыу хаҡын да ҡапламай. Һөткә килгәндә инде, үҙе бер тормош әтнәкәһе. Йәйен биш-алты һум менән тапшыраһың да, ҡышын биш-алты тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алаһың.

Ә мал-тыуарҙы, ҡайһы саҡ, әрмән, әзербайжандар өсөн генә аҫраған кеүек булаһың. Улар әйткән хаҡҡа тоттороп ебәрмәһәң, күҙҙәренән: “Йә һатып бир, килешмәһәң, барыбер урлап алып китәбеҙ”, – тигән мут йылмайыуҙы уҡыйһың да биреп сығараһың. Эҙләп, бар тип йыуанғансы, тағы бер ҡара халыҡты байыттым, тип йыуанаһың да ҡалаһың. Бына шулай ул ауыл тормошо!

...Табандарын ипләп кенә бер нәмә ҡытыҡлағанға йәһәт уянды ҡатын. Диңгеҙ буйы тигәнең – эҫе мунса, емерелеп төшөп барған ләүкә икән. Ә ҡытыҡлаған нәмә һыуыҡтан ҡасып, үҙе менән эйәреп кергән бесәй балаһы ҡоро һауаға сыҙамай тирләп-һыуланған аяҡтарҙы ялай...

Көнө-төнө иҫерек ир, сей утын яғып, көйәнтәләп әллә ҡайҙан һыу ташып арыған ауыл ҡатындарына бындай хыял тулы төштәр, исмаһам, йышыраҡ керһен ине...

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:
Читайте нас