Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Май 2022, 15:29

Ҡабынды ла һүнде йондоҙ

Шиғри күңелле егет әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ була. “Аманат” республика балалар журналында уның шиғырҙары, хикәйәләре, нәҫерҙәре йыш донъя күрә. Үкенескә ҡаршы, 2019 йылда үҫмерҙең ғүмере аяныслы өҙөлә.

Ҡабынды ла һүнде йондоҙҠабынды ла һүнде йондоҙ
Ҡабынды ла һүнде йондоҙ

Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү үҙәгендә йәш шағир Йәмил Сәйҙәлиевтың (2002-2019) «Баймағымда алһыу таң атты…» китабының презентацияһы үтте.
Йәмил Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫә. Шиғри күңелле егет әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ була. “Аманат” республика балалар журналында уның шиғырҙары, хикәйәләре, нәҫерҙәре йыш донъя күрә. Үкенескә ҡаршы, 2019 йылда үҫмерҙең ғүмере аяныслы өҙөлә. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул үҙен талантлы шәхес итеп өлгөрә.
Презентацияла йәш шағирҙың әсәһе, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, «Аманат», «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарының баш мөхәррирҙәре Сәлмән Яруллин, Мөнир Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, әҙәбиәтселәр һәм журналистар, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ҡатнашты.
Ҡәҙим Аралбай егеттең ижадына тулы анализ яһаны.

Автор:
Читайте нас