Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Май 2022, 10:16

Килен. Повесть

Аяҡ аҫтында ғына ятҡан түмәрҙе торғоҙоп ултыртам тигәндә, ҡулым алдынан шарт итеп сыбыртҡы үтеп китте. Тертләп, әйләнеп ҡараһам, Фуат ағай атынан һикереп төшкән. — Тәким сығарып ебәргәндәр! Ну, Булат! Ну, Фәридә апай! Бар өйгә ин! — Ҡаштары төйөлөп китеп,  ҡапҡаға төртөп күрһәтте. — Юҡ, Фуат ағай! Ҡуйығыҙ! Күп ҡалманы бит! Булат яңы эштән ҡайтты... Ҡәйнәм... — Әйтеп бөтмәнем тағы сыбыртҡы сыйылып китте, ҡурҡыштан артҡа атланым. — Ин, тинем, килен! — Фуат ағай тағы сыбыртҡы шартлатты. Мин урынымдан ҡыбырламаҫҡа булдым. Ул мине ҡулымдан тотоп ишек алдына һөйрәп тигәндәй индереп китте. Тупһала тәмәке тартып ултырған Булат һикереп торҙо.

Килен. ПовестьКилен. Повесть
Килен. Повесть

Бөгөн ял алдым. Көн ҡыҙҙырмаҫ алдан тип иртә менән тышҡа сыҡтым. Биҙрәлә һыуҙа торған балтаны алдым да   һарай артына юлландым. Унда мине былтырҙан ҡалған бер арба утын көтә.

Тышта тыныс. Ҡоштар һайрағаны ла  һыйырҙар мөңрәшкәне ишетелә. Иртәнге  һалҡын һауаны үпкәмә тултырҙым да эшкә тотондом. Эш ауыр булыр тип уйлағайным. Әле еңел бара. Иң башта, ҡул өйрәнгәнсе тип, нәҙегерәк түмәрҙәрҙе ярҙым. Улары ике-өс һуғыуҙан уртаға онталып ҡына торҙолар. Күбәйеп барған утын өйөмө лә ҡыуандыра.

— Һаумы, килен!

Арттағы тауышҡа терт итеп ҡалдым. Әйләнһәм, күрше Фуат ағай атта һыбай тора. Әсмә апайҙың ире. Көтөү көтөргә китеп бара.

— Һаубыҙ! — тинем, эшемдән туҡтап.

— Ул нимә ҡарап таң менән утын ярып йөрөйһөң?

— Эй, — тигән булам, уңайһыҙланып. — Мунса яғырлыҡ ҡына ярып алайым тигәйнем, — тип ниңәлер алданым.

— Булат ҡайҙа?

— Уға эшкә.

— Ну, ҡара килен! Үлтереп кенә ҡуйырҙар инде һине. Йә картуфлыҡтарына һыу ташыталар, йә мунсаһына... Хәҙер ирҙәр эшенә егеп ҡуйғандар... Булат нимәһен ҡарап ята ул?

— Мин бит мунсаға ғына ярам, Фуат ағай...

Шул саҡ һыйырҙы көтөүгә ҡыуып Булат килеп сыҡты. Фуат ағайҙы күреп ҡулын биреп һаулыҡ һорашам тигәйне, Фуат ағай ныҡ итеп тотоп алды ла ебәрмәне:

— Булат, нимәңде ҡарап кәләшең утын ярғанда өйҙә ятаң?!

— Һуң, мин яңы эшкә китеп барам бит.  — Булат бәләкәй балалай ебеп төштө лә ҡуйҙы, хатта ҡулын алып та маташманы.

— Һин кәләш алдыңмы, әллә ҡолмо? Ишетһен ҡолағың, тағы берҙе утын ярғанын күрһәм, үҙеңә үпкәлә! — Ҡулын этеп ебәреп ысҡындырҙы ла көтөү артынан сабып китте. Булаттың нимә әйтерен тын алмай көтөп торҙом. Ул һыбай киткән аттың артынан ҡарап торҙо ла бер төкөрөп өй яғына атланы. Артҡа ҡарамай ғына:

— Бар сәй ҡуй! — тине.

Мин үҙебеҙҙең усаҡлыҡҡа йүнәлдем. Майҙа көндәр йылынғас та, шунда йоҡлап йөрөй башланыҡ. Булат ҡәйнәмә инеп китте.

— Ах, һин, эт бисә! — Ҡәйнәмдең ишек алдында тауышы ишетелде. Яҡшыға түгел. Тауышы артынан үҙе лә килеп инде.

— Оялмай күршеләргә ошаҡлашып йөрөйһөңмө?! Бахыр! Өс бөртөк утын ярам тип, ҡулың өҙөлөп ҡуймаһын!

Булат! Барып ҡәйнәмә әйтеп тә килгән!

— Нимә, улай булғас, мин һеҙгә был өйҙө бушлай биргәнде һөйләмәйһең? Ҡәйнә насар инде шунан! Бахыр киленен эшләтә!  Бар, вис күршеләргә һөйләп сыҡ...

— Ошаҡламаным бит! Фуат ағай көтөүгә китеп бара ине...

— Нимәңде ҡарап кеше күренгән ерҙә эшләйһең?! — Ҡәйнәмдең ауыҙынан төкөрөктәр сәсрәп китте.

— Һуң утын урам буйында бит...

— Һин ҡара уға! Һин ҡара! Мин уға бер һүҙ әйтәм, ул ҡырҡҡа етә! Ашағанда бер ҙә күп ашайым тимәй. — Хәҙер мин өҫтәл ултыртып йөрөгәнемде күреп ҡалды. — Эш икән, тәк күп, эшләй алмай!.. Марш утынды ярырға! Мин  үҙемдең аҡсаға һатып алырға ла, үҙем ярырға тейешмен инде? Ҡалай рәхәт йәшәмәксеһең! Бар! Ярып бөтмәйенсә ишек алдына ла инеп йөрөмә!

Ҡәйнәм мине әрләгән саҡта Булат тупһала тыныс ҡына тәмәке көйрәтте.

— Булат! — тип ҡәйнәм ҡысҡыра башлағас ҡына ул килеп инде.

— Әү, әсәй.

— Ана, бисәңде бөтөнләй тәрбиәләмәйһеңме? Минең елкәгә менеп ултырмаҡсы! Мин ул утынды һатып та алырға, аҙаҡ ярып та бирергә тейешмен...

— Ярмайым тимәйем бит,  — тип сығып китеү яғын ҡараным. Ул ҡәйнәнең һүҙҙәрен тыңлағансы эш менән булайым. Был утынды минән башҡа бер кем ярмаҫы билдәле. Эх, Фуат ағай, һин дә ваҡытһыҙ йөрөйһөң...

Ҡояш ҡыҙҙыра башлағансы эш рәхәт барҙы. Утындар осоп ҡына торҙо. Төш етә барған һайын иртәнсәк еңел күренгән эш ауырлашты ғына. Бөтә тән буйлап тир аға, балта ике тапҡыр ауырайғандай тойола.  Төшкө ашҡа туҡталдым да дауам иттем. Баш әйләнә башлағандай булһа, күләгәгә барып ултырып алам. Ҡоҙоҡтоң һалҡын һыуын эсәм дә, башымдағы яулыҡты һыулайым да, кире эшкә тотонам. Арый башлаһам, ҡәйнәнең һөйләнгәнен иҫкә төшөрәм, эш еңеләйгәндәй тойола.

Кис етеүгә ҙур ғына түмәрҙәр ҡалды. Башта бәләкәстәрен ярып яңылышҡанмын. Арығас, уларға тотонһам, яҡшыраҡ та булыр ине. Аяҡ аҫтында ғына ятҡан түмәрҙе торғоҙоп ултыртам тигәндә, ҡулым алдынан шарт итеп сыбыртҡы үтеп китте. Тертләп, әйләнеп ҡараһам, Фуат ағай атынан һикереп төшкән.

— Тәким сығарып ебәргәндәр! Ну, Булат! Ну, Фәридә апай! Бар өйгә ин! — Ҡаштары төйөлөп китеп,  ҡапҡаға төртөп күрһәтте.

— Юҡ, Фуат ағай! Ҡуйығыҙ! Күп ҡалманы бит! Булат яңы эштән ҡайтты... Ҡәйнәм... — Әйтеп бөтмәнем тағы сыбыртҡы сыйылып китте, ҡурҡыштан артҡа атланым.

— Ин, тинем, килен! — Фуат ағай тағы сыбыртҡы шартлатты. Мин урынымдан ҡыбырламаҫҡа булдым. Ул мине ҡулымдан тотоп ишек алдына һөйрәп тигәндәй индереп китте. Тупһала тәмәке тартып ултырған Булат һикереп торҙо.

— Фуат ағай!

Ул тағы сыбыртҡы шартлатты...

— Булат, мин һиңә бая уҡ нимә тигәйнем?! Үҙеңә үпкәлә, тинем! — Янына ташланды. Булат ишек алды буйлап ҡасырға тотондо. Тауышҡа ҡәйнәм килеп сыҡты.

— Ул ниндәй тауыш! — Күршеһен күргәс тә тынып ҡалды. Фуат ағай инде уның эргәһенә атланы.

— Фәридә апай! Үлтерәһегеҙ ул ҡыҙҙы! Үлтерәһегеҙ! Үҙегеҙгә ҡол алдығыҙмы, әллә киленме?! Уҫлаптай Булат өйҙә бот күтәреп ята! Ә Аҡйондоҙ утын яра! — тип ҡаршыһына сыбыртҡы менән һуғып ебәрҙе. Ҡәйнәм бер аҙым артҡа атланы:

— Килен үҙем эшләйем ти. Эштән бер кем үлмәй...

— Бер ҙә утын ярам тип торған ҡатынды күргән юҡ! Ярай ул ҡыҙығыҙ менән кейәүегеҙҙең ҡосаҡ-ҡосаҡ керен йыуҙырыуығыҙ, картуфлыҡ, баҡсағыҙға һыу ташытыуығыҙ!.. Утын сығып ярыуы бигерәк! Яҡлаусыһы табылыр! Ишетһен, инде күрһәм, Булатты ошо сыбыртҡы менән ярам. Һеҙ тәрбиә бирмәһәгеҙ, мин аҡылын уҡытырмын! Ишеттеңме, Булат!

Булат, килә башлаһа, ҡасып китер өсөн тип, бөтөнләй кәртә ишегенә тотоноп тора ине инде. Ҡәйнәм Фуат ағайҙы өндәшмәй генә тыңланы, ул сығып киткәнсе урынынан ҡыбырламаны. Артынан ҡапҡа шарт ябылғас та ҡәйнәм йөрәгенә тотондо:

— Ой, бөтөрәһегеҙ мине. Ой, йөрәгем! Үлтерәһегеҙ инде... — Солан ишегенә йәбеште.

— Ҡәйнәм, — тип уны тотоп ҡалырға ынтылдым.

— Кит, күргем дә килмәй һине. Кит, — тип теш араһынан ҡысҡырҙы.  Булат та килеп етте.

— Әсәй! Нимә булды, әсәй?

— Әсәңә сыбыртҡы менән һуғам тип торғанда, яҡлашманың да! Шунан һуң үҙеңде ир тип атайһыңмы? Ояты ни тора! Ошонда һалып туҡмаһалар ҙа килмәҫ инеңме ярҙамға?! — Ҡәйнәм йөрәген онотоп, әрләргә кереште.

— Һуң әсәй, уның сыбыртҡыһы бар ине бит...

— Тфү! Иҫәр! Бар күҙемдән юғалығыҙ!

— Әсәй..

— Бар нимә тексәйеп тораһың! Утын яр. Киленгә бит эш эшләргә ярамай!

Ағыуын сәсеп өйөнә инеп юғалды.

— Ну, бисә! — тип теш араһынан һүгенеп Булат утын ярырға сығып китте. Хатта аҙаҡ утынлыҡҡа ла теҙеп һалды. Ҡәйнәм Булат менән өс көндәй, минең менән бер аҙналай һөйләшмәй йөрөнө. Бергә йәшәүебеҙҙәге тәүге йылдың иң яҡшы аҙнаһы!

Ҡыҙыҡ бит тормош тигәндәре лә, кеше тигәндәре лә. Ҡасандыр мине бер туған ҡәртәсәйем, ҡапҡаһына ла индермәй, кире бороп ебәрҙе. Ә бөгөн бер туғанлығы ла булмаған кеше, күрше ир, йәлләп, сыбыртҡы менән өйөмә ҡыуып индерҙе, мине үҙ ирем менән ҡәйнәмдән яҡланы...

 

ӘҪӘРҘЕ ТУЛЫҺЫНСА "ШОҢҠАР"ҘЫҢ МАЙ (05/2022) ҺАНЫНДА УҠЫРҒА БУЛА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас