Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Май 2022, 15:08

Ирекле каторжан. Хикәйә

Кеҫәмдә бер тин аҡсам булмаһа ла, нисектер, йән аҫырайым. Хәйер, ил өҫтөндә сыпсыҡ үләме ни? Буфет өҫтәлдәрендә тороп ҡалған икмәк киҫәктәрен пакетыма тултыра һалам, буш шешәләр ҙә байтаҡ ҡына йыйыла. Ҡасанға тиклем һуҙылыр был мәғәнәһеҙ көнкүреш?

Ирекле каторжан. Хикәйә
Ирекле каторжан. Хикәйә

Кеҫәмдә бер тин аҡсам булмаһа ла, нисектер, йән аҫырайым. Хәйер, ил өҫтөндә сыпсыҡ үләме ни? Буфет өҫтәлдәрендә тороп ҡалған икмәк киҫәктәрен пакетыма тултыра һалам, буш шешәләр ҙә байтаҡ ҡына йыйыла. Ҡасанға тиклем һуҙылыр был мәғәнәһеҙ көнкүреш? Дальвосымдан аҡса килһә, ҡотолормон һымаҡ. Көн һайын почтаға барып әйләнәм. Улым пенсиямды йыйыштырып, үҙенән ҡушып, юллыҡ аҡса һалып ебәрә алһа, ярай ҙа. Эй, замана! Сахалинға ҡайтып етеү өсөн генә әллә күпме аҡса кәрәк. «Их, мин, ҡартлас, тауыҡ баш!» – тип эш үткәс үҙемде-үҙем әрләгән булам. Юрғаныма ҡарап аяғымды һонһам, тыуған тупрағыма үлмәҫ элек ҡайтып әйләнәйем әле, тип ике-өс йыл буйы һумлап йыйған аҡсам баралы-ҡайталыға етә ине лә бит. Йәштән уйламай, аҡса туҙҙырыу ғәҙәте ҡаныма һеңгәс, нимә эшләйем? Бала саҡтан уҡ аҡыл менән эш итә торған ғәҙәтем юҡ ине. Дембель мәле яҡынлашыр алдынан часыбыҙға килеп, шахтаға эшкә ҡалырға димләп йөрөгәстәр, риза булып, торҙом да ҡалдым. Хеҙмәттәштәрем Әхмәҙинур, Мөхтәр, Зиннур яңылышҡанымды аңлатырға тырышып ҡараны, тыңламаным. Аҡсаны меңәрләп эшләп алып, фыртым ғына ҡайтып төшһәм... Әтлек-һарына ашарға, әсе ҡатыҡ һемерергә ни бысағыма ҡайттым икән. Диңгеҙбай кеүек шахтер булып ҡына ҡалмай, тип үкенерһегеҙ әле, йәнәһе. Эйе, ысынлап та, ике-өс йылдан затлы кейемдәр кейеп, кеҫәлә ике «Волга»ға етерлек аҡса менән ҡайтып төштөм. Атай-әсәйгә лә, ҡусты-һеңлеләргә лә бүләктәрҙе мул ғына алдым. Әсәй башта балаһының иркен йәшәүен күреп ҡыуанһа ла, мин дуҫ-иштәрем менән аҡсаны уңлы-һуллы туҙҙырып, көн һайын иҫереп ҡайтҡылағас, көйәләнә башланы. «Ситтә йыйын әтрәгәләмдәр менән аралашып, аҙып-туҙып йәшәргә өйрәнгәнһең, ебәрмәйем бер ҡайҙа ла», – тип_ҡырт киҫте. Атайымды ла тыңламаным. Йәш саҡта үҙ һүҙлерәк инем шул. Атай менән әсәйгә Алыҫ Көнсығышта ҡатыным менән улым йәшәгәнлеген әйткәс, улар ҙа китергә тигән теләгемә ҡаршы төшмәне. Юлға еҙнәмдән аҡса алып биреп тороп, күстәнәстәр менән оҙаттылар...

Өйләнеп, ғаилә тормошо ҡороп алып китеүем уйламағанда ғына булды. Пян исемле кореец ҡарт менән дуҫлашып алдыҡ. Үҙе башҡортҡа ла оҡшап торғас, ҡан-ҡәрҙәштәрен һағынып-юҡһынып йөрөгән кешегә етә ҡалды шул. Ул ҡарауылсы булып эшләй ине. Бер көн эштән һуң бер яртыны бушатҡас, мунса инерһең, тип, өйөнә алып ҡайтты. Кеҫә ҡалын булғас, күстәнәсте етерлек алдым. Мунса инеп, парланып сығыуға, өҫтәлдә мул ғына табын әҙерләнгән. Спиртты бер стакан тултырып һуҡтым да, тотондом табалағы һимеҙ итте йыйырырға. Шулай аппетит менән ашап-эсеп ултырһам, аңғармай һөйләшеп эште боҙҙо Пян ҡарт. Ашаған ризығымды тасҡа ауҙарттырҙы. «Үҙегеҙҙә лә һимертеп һуяһығыҙҙыр, ахыры, эт итен бик яратаһың икән», – ти был. Вәт, ҡәһәр һуҡҡан кореец, башҡортто үҙ халҡына тиңләй. Минең бит ата-бабам йылҡы ите, ҡаҙы ашап, ҡымыҙ эсеп, ҡорт балы менән генә һыйланып көн күргән... Беҙ аслыҡ ваҡытында ла үлән ашаһаҡ ашаныҡ, мосолман өсөн харам ризыҡтарҙы ауыҙ итмәнек. Шуларҙы уйлағайным, тотондом уҡшып-уҡшып ҡоҫорға. Ауырып китте, тип уйланылар, күрәһең: хужабикә лә, Пян ҡарт та, ун алты йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙары ла ни алып, ни бирергә белмәй йүгереп йөрөйҙәр. Уҡшығанда йәш ҡыҙ маңлайымдан баҫып тотоп тора. Таҫтамалды һыуыҡ һыуға манып, маңлайыма бәйләй. Етмәһә: «Выздоравливай, Димка, ты мне нравишься», – тип тә ысҡындырҙы был. Тағы ла бер стакан эсеп, үҙемә оҡшаған ризыҡтан ауыҙ иткәйнем, төҙәлгән һымаҡ булдым. Эсеп ултыра торғас, Пян ҡарт тәнтерәкләй-тәнтерәкләй төпкө бүлмәгә сығып китте. Ә йәш ҡыҙ һаман да эргәмдә бөтөрөлә. Егерме дүрт йәшлек егеткә ҡапма-ҡаршы енестәр менән аралашырға ошоға тиклем форсат тейгәне булмағас, күңел уларға ҡарата май шәм кеүек ирергә генә тора. Үҙе лә һырлығып, ҡуйыныма инергә әҙер йөрөгән һымаҡ тойолғас, эскән баш менән күп уйлап торманым, ҡосаҡлап алдым да яттым. Шул көндән алып ирле-ҡатынлы булып йәшәй ҙә башланым. Бер йылдан һуң ир бала тыуғас, Алыҫ Көнсығышта йәшәүемде иҫәпкә алып, Дальвос тип исем ҡуштым. Ошо баланан башҡа бала төҫө күреү бәхете тәтемәне беҙгә. Икенсе бала ҡорһағында көйө үлгәс, операция яһап алдылар. Мин дә улар телен йүнләп белмәгәс, ул башҡортса аңламағас, Дальвосҡа урыҫ телен өйрәткән булдыҡ та булыуын, барыбер өс телдең береһендә рәтләп һөйләшә алмай. Уҡыу ғынаһының да рәте булмағас, яҙа-йоҙа ун беренсене бөттө лө үҙемдең яныма эшкә килде. Хәҙер бөтә ил эскелеккә бирелгән заманала ул да хәмер тигән нәмәне күрһә, күҙҙәре уйнап китә...

Телеграммамды алғас, пенсиямды туҙҙырмай ғына һалып ебәрһә ярай ҙа. Бөтә ышанысым берҙән-бер улымда. Аңлаһа, ул тип ҡайтырға ынтылдым да инде. Әсәһе бынан дүрт йыл элек, ашҡаҙанына операция яһатҡандан һуң, биш ай түшәктә ятты ла фани донъя менән хушлашып та ҡуйҙы. Үлер алдынан: «Их, Дальвосыма кәләш алып биреп, ейәндәремде һөйөп өлгөрә алманым бит», – тип уфтанғаны күҙ алдымда. Хәҙерге йәштәрҙе тиҙ генә өйләндереп буламы ни? Утыҙ туғыҙ йәше тулып килһә лә, үҙ мөрйәһенән төтөн сығармай, иҫәнгерәп тик йөрөй. Хәйер, миңә оҡшап, моңһоҙораҡ, мәйһеҙерәк булған шул. Үҙем дә бит йүнһеҙлегем арҡаһында ошо көнгә төшөп, вокзал тупһаһын тапайым. Юллыҡ аҡсамды әҙәм рәтле генә тотонорға була ине бит миңә.

Был юлы таяныр кешеләрем дә юҡлығын белеп торҙом. Ата-әсәм донъяла күптән юҡ, эсеп йөрөп, шул әруахтарҙың ҡәберен дә барып күрмәй китеп барам. Риза булып ятмайҙарҙыр улар. Ҡайтып, ҡәберҙәренә берәр ус тупраҡ та һала алманым бит, исмаһам.

Кемдер яурыныма ҡағылғандай булғанға күҙҙәремде асһам, ни күҙем менән күрәйем, Харрас ағайым йылмайып баҫып тора.

– Әле генә Төмәндән килеп төштөк тә, буш урын эҙләп, еңгәң менән тегеләй ҙә былай йөрөп ятһаҡ, һине сырамытҡандай иттем. Улмы, түгелме, тип, ҡағылырға баҙнат итмәй торҙом әле, – ти ағайым. – Йә, тыуған ергә ҡайтып барышмы, ҡустым?

– Юҡ, мин ауылда булып, китеп барам, – тинем. Харрас ағай мин ҡайтҡанда Төмәндәге улына ҡунаҡҡа киткәйне, шуға ла дуҫ-иштәрҙе һыйлап, юллыҡ аҡсамды туҙҙырып бөткәс, йәшәгән төйәгемә ҡайтып китә алмай аңҡы-тиңке килеп йөрөүемде белмәй. Ул – атайымдың бер туған ҡустыһы. Элек фыртым йәшәлгән саҡта аралашып бармаһам да, әле, башҡа күҙ терәр кешем булмағас, үҙ хәлемде белгертеп, барыһын да һөйләп бирергә тура килде.

Тыңлап бөткәс, ағайым оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы.

– Үҙебеҙ ҙә юлаусы кеше бит, – тине ул. Бында, Өфөлә, аҡса табып биреп ебәреп булмай инде. Берәй әмәлен табырбыҙ, кире ҡайтмай булмаҫ, – тип еңгәйгә ҡарап ҡуйҙы. Уныһы, ризалығын белгертеп, баш ҡаҡты. Урын-еренә еткереп, семәрләп эшләнгән тәҙрә-кәрнизле һап-һары ҡарағай йорттоң ихатаһында беҙҙе Харрас ағайымдарҙың төпсөк ҡыҙы Гөләмзә менән кейәүе ҡаршы алды. Өс бүлмәле өй ҡалалағыса затлы әйберҙәр менән урыны-еренә еткереп йыһазландырылған. Ихатала бәләкәй йорт, ул солан аша оло йорт менән тоташа, тимер башлы һарай, мунса, гараж, келәт. Ишек алдында йөрөгән ҡаҙҙарҙың ҡаңҡылдашыуы, тауыҡтарҙың ҡытҡылдашыуы, һыйырҙарҙың мөңрәүе – барыһы ла тәбиғи, күңелгә рәхәтлек, ҡәнәғәтлек тойғоһо өҫтәгән һымаҡ. Ағас йорттоң һауаһы ла үҙенсә, саф. Ә мин, ғүмерем буйы һуҡыр сысҡан шикелле ер соҡоһам да, ике бүлмәле еүеш кирбес йортта тонсоғам. Нисек тә шул шыҡһыҙ йортҡа ҡайтып тәгәрәргә кәрәк, ни тиһәң дә, үҙ мөйөшөң – үҙ мөйөшөң инде. Туғандарҙа һин өс көнгә генә ҡәҙерле, артабан – муйнаҡ. Уйланып ултырғанымда: «Диңгеҙбай ағай, мунсаға бар», – тинеләр. Мунса тигәс, ҡыуанып, һикереп торҙом, сөнки вокзалда йөрөгәндә йүнләп йыуынып та булмағас, еҫләнә лә башлағайным. Ике бүлмәле аҡ мунсала йүкә миндеге менән сабынып, таҙарынып сыҡҡас, тәнем еңеләйеп, бөтөнләйгә икенсе кешегә әйләнгән һымаҡ булдым. Мунсанан сығыуға, табын әҙерләгәндәр. Харрас ағайым менән үҙҙәре әҙерләгән зәм-зәм һыуынан берәр стаканды түңкәргәс, ағайҙың да, минең дә тел сиселде.

– Йәш сағыңда бик фыртым булдың, ҡустым, – ти ағайым. Ҡайтһаң, дуҫ-иштәрең, еҙнәң менән фарсит итеп эсә-эсә лә, беҙгә инеп һөйләшеп тә ултырмайынса, китә лә бара торғайның. Шул саҡта уйлап ҡуя торғайным, бер саҡ был малайҙың иҫенә төшөр төшөүен, ну һуң булыр, тип. Уйым раҫҡа тура килә булһа кәрәк.

– Йә-йә, – тип араға ҡыҫыла еңгәм, – әллә ниҙә бер ҡайтҡан ҡустыңды улай битәрләп ултырма инде. Әллә ҡабат аралаша алаһығыҙ, әллә юҡ, тигәндәй, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлай башланың да инде.

– Битәрләү түгел, ҡустының яҙмышы өсөн ҡаҡшаныу был. Төптән уйлаһаң, ул бит ирекле каторжан. Элек ул яҡҡа тотҡондарҙы һөргөнгә ебәрә торғайнылар, ә хәҙерге йәштәр үҙҙәре теләп шунда китә. «Эт – туйған ерендә, ир – тыуған илендә» тигән мәҡәлде хәтерҙән сығарып ебәрергә ярамай ҙа бит. Мине былай яҙмыш ҡайҙарға ғына ташлаһа ла, тыуған еремде хәтеремдән сығарманым. Үҙең беләһең дә инде, – тип әбейенә ҡарап ҡуйҙы Харрас ағай. – Утыҙ етенсе йылда нахаҡҡа төрмәгә ултыртҡастар, һин һәм тыуған төйәк тип, ике мәртәбә ҡасып ҡайттым. Үҙем йылғыр ҙа, сос та була торғайным шул. Һаҡсыларҙың ауыҙын астырып ҡаса ла китә инем. Тотолған һайын, срокты өҫтәп торалар. Һуғыш башланып китмәһә, йә аталар, йә мәңгегә башты төрмәлә серетәләр ине. Үҙем теләп киттем һуғышҡа һәм шунда күрһәткән батырлыҡтар ғына ҡотҡарып алып ҡалды ағаңды, – тип күкрәген тултырып орден-миҙалдар тағып төшкән фотоһына ҡарап алды. Тағы ла бер стакан төшөргәс, мин батырсылыҡ итеп, нисегерәк һаҡсыларын алдатып ҡасҡаны тураһында һөйләүен һораным.

– Башыңа төшһә, төлкөнән хәйләкәрерәк, һайыҫҡандан һағыраҡ эш итәһең. Бесән ваҡыты етеп килә. Ә беҙ көслө һаҡ аҫтында Ишембайҙан Өфөгә нефть торбаһы һуҙабыҙ. Көндө төнгә ялғап эшләтәләр. Эңер төшөп килә, зонаға алып ҡайтыр саҡтары ла яҡынлаша бер саҡ. Һаҡсы тәмәке тоҡандырырға эйелгән саҡта, мин торба эсенә ин дә кит. Йыуан торба эсенән шыуышам, имгәкләйем. Ә үҙем икенсе башына тиклем күпме шыуышырға кәрәк икәнлеген дә белмәйем. Торба эсендә тынсыу, тын алыуы ауыр. Кейгән генә кейемем тимер тутына һап-һары булды. Хәлһеҙләнеп, ҡара тиргә баттым. Егерме-утыҙ метр шыуышам да хәл алырға туҡтайым. Шулай ярты сәғәт тирәһе торба эсенән барғандан һуң, икенсе осона сығып еттем. Ҡомһоҙлашып, саф һауа һуларға тотонғас, бер аҙ хәл ингәндәй булды. Тирә-яҡ ҡараңғы. Иғтибарлап ҡараным да, шикләнерлек нәмә булмағас, торбанан сығып, ҡағынып-һуғынып алдым һәм яҡында ғына йымылдашҡан уттарға ҡарап атланым. Ҡайтып, еңгәңә бесән эшләшеп, кәбән ҡойоп йөрөгәндә тотоп, кире алып киттеләр. Икенсе мәртәбә эш былайыраҡ килеп сыҡты. Ул заманда машина кеүек нәмә һирәк булғас, конвоирҙар начальнигы ат менеп йөрөй торғайны. Уны тегендә-бында йөрөтөүгә мине тәғәйенләнеләр. Электән ат араһында мәж килеп үҫкән кеше, был эшкә ихлас тотондом. Аттарҙы йыуып, таҙартып торам, холоҡтарын өйрәнәм. Төпкә еккән туры аттың сәйер ғәҙәте бар: тау түбәненә таба башын бер тартып, бер бушатып барһаң, тиҙлеген арттырғандан-арттыра. Бер саҡ шулай оҙон ғына тауҙы төшөп барабыҙ, миндә ҡасырға тигән уй тыуҙы бит. Тегеләр – был юлы икәү үҙ-ара ғәмһеҙ генә һөйләшеп баралар. Алға иғтибарлап ҡарайым. Бына боролма. Ҡыуаҡлыҡ. Дилбегәне аттарҙың һырты өҫтөнә ташланым да һикерҙем һәм йылт итеп ҡыуаҡлыҡҡа инеп киттем. Артымдан ата башланылар. Ләкин ул миңә ҡурҡыныс түгел: исем өсөн генә атҡандары күренеп тора. Имен-аман ҡайтып, егерме көн тирәһе еңгәң эргәһендә йәшәп ҡалдым, тағы ла тотоп алып киттеләр. Тотҡонда йәшәһәм дә, нәҫел арттырырға тырыштым инде, – тип Харрас ағай еңгәйгә ҡарап көлөмһөрәп ҡуйҙы. Тик шул осорҙа тыуған Ғәббәсебеҙ аҙманыраҡ булып сыҡты. Һинең кеүек оҙон аҡса эҙләп, тыуған төйәген ташлап, әллә ҡайҙа, Төмән яғында нефть эҙләп тик йөрөй...

Шулай ҙа ағайым ярҙам итте миңә. Юл хәрезенә тип, өс һыйырының береһен һатты. Мин уға рәхмәттәр әйтә-әйтә юлға ҡуҙғалдым. Бер ауыҙ бешкәс, самалап тотоноп, йәшәгән төйәгемә ҡайтып етермен, тип уйлайым.

Мине оҙатырға ишек алдына Харрас ағайымдың бөтә ғаиләһе сыҡты. Уларҙың киң күңелле булыуы хистәрҙе нескәртеп ебәрҙе. Һуңғы мәртәбә (үҙемә шулай тойола) бала саҡтан таныш тауҙар-ҡаяларға, бормаланып уйһыҙ ғына аҡҡан Ағиҙелгә ҡарайым. Ирекһеҙҙән, күҙҙән йәштәр сыға. Ә йәш саҡта бер нәмә лә уйламай китә лә бара торғайным. Был юлы ауыр миңә тыуған төйәгемдән айырылыуы. Ҡартлыҡта үлем йыш иҫкә төшә. Ә минең башымды бер уй телгеләй. Поезға ултырғас та күңел тынысланманы. Тәгәрмәс тауыштары: «Һин – ирекле каторжан», – тип таҡылдаған кеүек. Пароходҡа ултырғас та, бортҡа килеп бәрелгән тулҡындар ҙа ошо һүҙҙе ҡабатлағандай булды. Эйе, мин ирекле каторжан. Мине берәү ҙә Сахалинда бәйләп тотмай. Әммә, иреклемен, тип, ҡайҙа бара алам һуң мин хәҙер?! Тыуған төйәгемә ҡайтһам да, һөрһөп бөткән, етмешкә етеп барған ҡарттың кемгә кәрәге бар? Һайлап алған яҙмышыма буйһоноп, тереклек итергә генә ҡала. Хатта «Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән дә ат башы», тигән йырҙы йырлап зарлана ла алмайым, сөнки мине тыуған еремдән берәү ҙә көслөк менән китергә мәжбүр итмәгән.

Зөфәр Толомғужин.

Автор:
Читайте нас: