

Иртә таңдан тороп, ҡыштыр - ҡыштыр килеп йөрөүенән иренең тағы балыҡҡа йыйыныуын аңланы Ҡәҙриә һәм ятҡан ерҙән уға шаяртып һүҙ ҡушты:
- Һайт, ҡараҡ, нимәләрҙе урлап өлгөрҙөң?
- Уяттыммы?. Иртә бит әле, ята бир.
- Һине сығарып ебәрәм дә.шунан ятырмын.
Эстән күңеле ҡырылһа ла йөҙөнә сығарманы ҡатын. Тағы бер үҙе буласаҡ икән был ял көнөндә лә. Хаҡлы ял хаҡлы яңғыҙлыҡ түгел дә бит....
- Хөббиямалыңды һағынып киттеңме?
Ҡәҙриә тороп ире янына килде.
Хобби һүҙен башҡортсалаштырып алған улар. Балыҡҡа йөрөй Тимерхан. Элекке кеүек алһыҙ - ялһыҙ эш юҡ бит хәҙер. Ярай, ихтыяры. Юлы уңһа, балыҡтарын үҙе таҙалап, ҡайтышлай ҡыҙҙарына, килененә индереп сыға. Бәрҙеләр иһә - тик Ҡәҙриәгә генә.әә
- Ҡайһы яҡтарға бараһығыҙ был юлы?
Иренә ярҙам итеп йөрөгән Ҡәҙриә ниңәлер һорай ҡуйҙы.
Һораны ла, ҡулы менән ауыҙын баҫты. Ниңә ҡапыл ысҡынды был һүҙҙәр? Тимерхан яратмай төпсөнгәнде.
- Ҡайҙа барғанды әйтеп йөрөһәң, юл уңмай. Һин һорама, мин әйтмәйем. Беҙ бер ерҙә генә булмайбыҙ бит, күсенеп йөрөйбөҙ.
Был юлы, бына ғәжәп, Тимерхан тыныс ҡына яуап бирҙе.
- Һинең ауылыңдың Үрге быуаһына. Әйҙә, бараһыңмы?
Ҡәҙриә үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы, ҡараштарын иренән алмайынса, ҡапыл хәле бөтөп, һыуытҡысҡа һөйәлде.
- Әллә бармайһыңмы? Ярай һуң, бармаһаң ни...
Ҡәҙриә иҫенә килде.
- Нисек инде бармаһаң ни? Улай тигән һүҙ буламы? Ә ниңә һин улай тыныс ҡына әйтәһең быны? Эшкә бараһыңмы, тигән кеүек итеп? Бындай хәбәрҙе кеше тыныс ҡына әйтәме!?
- Бармаһаң ни, ныҡышҡан юҡ.
Тимерхан мыйыҡ аҫтынан йылмайып, рюкзагына эйелгән кеше булды.
- Барам!!!
- Әйҙә, улайһа ашығайыҡ, хәҙер тегеләр килеп етер. Сәғәт дүрттә ҡуҙғалырға һөйләшкәйнек. Сәй әҙер, һемерә һал да.
- Эсмәйем!
Ҡәҙриә хатта ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Йыуынырға китеп барған ерҙән кире боролдо.
- Шаяртмайһыңмы? Ысынмы, Тимерхан? Алдамайһыңмы? Барам!
Ҡәҙриә осоп йөрөнө өй эсендә.
- Булдыңмы? Әҙерһеңме? Кейенеп алдыңмы матур итеп? Ҡара уны, кемдеке - шуныҡы, тиерлек булмаһын.
- Әҙермен, әҙермен, Тимерхан, тик юл ыңғайы магазиндарға...
- Мин күстәнәстәр алдым кистән үк. Сәй - мәй, кәнфит - мәнфит унда, башҡа нәмәләр.
- Тимерхан... Рәхмәт, ҡәҙерлем.
Ҡәҙриә иренә һыйынды, йәштәрен уның күлдәгенә һөрттө лә ынтылып ирендәренән үпте.
Тимерхан изем генә көткән икән - йәш саҡтағылай яуап бирҙе.
- Оһо әй, беҙ икәү! Онотмағанбыҙ, әй! Йә, йә, оялма, Ҡәҙер.
Ҡайһы саҡта, бик ҡәҙерле мәлдәрҙә генә, Тимерхан ҡатынына яратып йә Ҡәҙер, йә Ҡәҙер эйәм, тип өндәшә.
Юлда оҙаҡ тыныслана алманы Ҡәҙриә. Өнмө, төшмө был?
Көтмәгәндә, уйлмаған да ауылына
китеп бара бит. Ярай әле Тимерхан янында - рулгә Заһир (Захар, ти ҙә ҡуялар бахырҙы. Башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгәнгәлер, бәлки.) ултырҙы.
Кемдәргә туҡталыр икән? Төбәп барғандай туғандары ла ҡалмаған, тиерлек ауылда хәҙер. Йәштәр ҡайҙан белһен дә ҡайҙан таныһын? Үҙҙҙәре лә күптән ҡайта алғандары юҡ.
Бергә уҡығандар, уйнап үҫкәндәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ара - тирә ишетелеп тора хәбәрҙәр - шул юҡ, был вафат. Әллә инде...Ә Ҡәнзәфәр, парталашы, ауылда микән? Һигеҙ йыл буйы бергә ултырҙылар, башҡалар кеүек алыштырышманылар. Уҡыу башланһа, беренсе рәттең артҡы партаһына бер кем дә ултырып та ҡарамай ине.
Ҡәнзәфәрҙе яҡын күрҙе Ҡәҙриә. Яңғыҙ үҫкәнгәлер, туғаны һымаҡ күрҙе. Ағай һымаҡ. Хатта ағайҙан да яҡыныраҡ...
- Тимерхан, ә ниңә кисә әйтмәнең беҙҙең ауылға барырға йыйыныуығыҙ хаҡында? Мин, исмаһам, һәйбәтләп әҙерләнер инем.Бүләктәр алыр инем. Ҡәнзәфәргә лә...
- Ана шуға күрә лә әйтмәй торҙом да шул. Төн йоҡоһо бирмәҫ инең бит. Ярай, борсолма.
Тимерхан ҡатынын яурынынан ҡосаҡлап, үҙенә һыйындырҙы. Ҡәҙриә тынысланды. Ысынлап та, үҙ ауылы ла баһа, нимәгә көн элгәре ҡаңғырырға?
Йылынып йоҡлап китте.
- Килеп еттек, Ҡәҙер, уян. Бына ауылың.
Өс сәғәтлек юлды йоҡлап үткәргән Ҡәҙриә. Иртәнге ҡояш күҙҙе сағылйыта, салонға шаян нурҙар тулған. Тәнеңдә еңеллек, күңелендә һиллек.
- Хәмдиәләрҙә ҡалдыр мине, Тимерхан, Хәмдиәнән килеп алырһың.
Ҡапҡаһын асып, ҡаҙҙарын сығарып йөрөгән Хәмдиә, килеп туҡтаған машинанан Ҡәҙриәнең сығып килеүен күреп, шаҡ ҡатты.
- не-ей... Нисек тә... Таң менән күҙемә күренәһеңме, Ҡәҙриә? Тимерха-ан?
Сәй эсермәйенсә ебәрмәне Хәмдиә Тимерхандарҙы. Ай - вайҙарына ҡараманы.
Машина күҙҙән юғалғас, өйгә инделәр.
- Көн беҙҙеке, Ҡәҙриә! Мин ит һалып ебәрәйем, ҡыҙҙарҙы йыя һалып алайым. Эй, ҡалай яҡшы иттең килеп! Мин Мәғрифәне саҡырыусы итеп ебәреп киләйем!
Өйҙә бер үҙе ҡалғас, Ҡәҙриә асыҡ тәҙрә янына килде. Йылға яғынан килгән һалҡынса сафлыҡты күкрәк тултырып һуланы. Баҡсала сырҡылдашҡан, сутылдашҡан турғайҙарҙы тыңлап торҙо. Керпектәренә эленә башлаған йәштәрен бала саҡтағы һымаҡ йоҙроҡтары менән һөртөп алды.
Хәмдиә ҡайтып керҙе.
- Хә-әҙер килеп тулырҙар! Сәғәт унға әйттерҙем.
- Әҙерләнеп өлгөрәбеҙме һуң?
- Өлгөрмәй ни!
Ике әхирәт йүгереп йөрөп әҙерләнә башланы. Хәбәрҙең ҡайһыһын башлап, ҡайһыһын тыңлап бөтөргә белмәйҙәр. Туҡтап торалар, ултырып алалар, бер инәләр, бер сығалар.
- Булды шикелле. Сәй эсеп алайыҡмы әллә, Ҡәҙриә?
- Юҡ, ҡуй. Эсербеҙ әле ҡыҙҙар менән.
Хәмдиә тағы йүгереп сығып китте.
Асыҡ тәҙрә янында урам буйын бер аҙ байҡап торҙо Ҡәҙриә. Төҙөкләнгән ауыл, заманса матурайған. Ҡапҡа алдары, баҡса буйҙары таҙа, йыйнаҡ. Ҡәҙриәләр бала саҡта яланаяҡ йүгерешеп уйнаған, ямғырҙан һуң үлән араһында эркелеп ятҡан, йылы ғына күләүектәрҙе сәсрәтә - сәсрәтә баҫтырыш уйнаған, күпереп ятҡан йәп - йәшел сирәм генә юҡ икән тик. Малайҙар веләсәпиттәрендә еле-еп киләләр ҙә ҡапыл ялтарып, артҡы тәгәрмәстәре менән "фантан" аттыралар ине. Ҡыҙҙарҙы ла ҡойондороп өлгөрәләр, үҙҙәре лә сирәмгә тәгәрәп китәләр. Э-эй...
Ҡәҙриәгә Ҡәнзәфәр көн күрһәтмәй торғайны. Ҡыш булһа - көрт, йәй етһә - ямғыр һыуы. Әйткәндәй, уларҙың өйө ошо тирәлә бит әле. Хәмдиәләргә юл аша ҡыя күрше була торғайнылар. Ҡайҙа ул Ҡәнзәфәрҙәрҙең өйө? Бәй, юҡсы... Күсереп алып киткәндәрме, юғиһә?
Тимеран һинең ауылыңа барабыҙ, тигәндән алып, Ҡәнзәфәр хаҡында уйланы Ҡәҙриә, күрешәһе килгәйне. Ә бында Ҡәнзәфәр түгел, өйҙәре лә юҡ та баһа?
Ҡәҙриә тәҙрәнән ынтыла биреп, ҡарарға иткәйне, иғтибарын урам буйлап бер рәт булып атлап килгән биш ҡатынға йүнәлтте.
- Көтәһеңме, Ҡәҙриә?Сәғәт туғыҙға, тип саҡырмағанбыҙ икән. Ун ҡайҙа тора әле ул!
- Киләләр, Хәмдиә! Бишәүһе лә!
Ишектән инеп килгән Хәмдиә Ҡәҙриәгә юл биреп өлгөрҙө. Ҡәҙриә ҡапҡа тышына йүгерҙе.
Киләләр ҡыҙҙар! Иллене үткән "ҡыҙҙар" ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙан тилберерәк булып сыҡты - сәғәт саҡ туғыҙынсы ярты, ә улар - ана!. Көтөп кенә ултырғандар, тиерһең. Уларға ни биҙәнеп - төҙәнеп, ҡаш - күҙ һыҙаһы түгел. Былай ҙа сибәр Ҡәҙриәнең әхирәттәре.
Киләләр. Матур киләләр ҡыҙҙар.
Бер аҙ ҡалыная төшкән кәүҙәләренә килешеп - ятып ҡына торған затлы күлдәктәр, күлдәк өҫтөнән матур - матур итеп семәрләп бәйләнгән еңһеҙ күкрәксендәр кейгәндәр - ауылда иртәнсәк һалҡынса, ялан күлдәк йөрөп булмай. Баштарында - ҡупшы итеп сөйөп бәйләнгән яулыҡтар. Тәпәш үксәле туфлиҙәре ауыл урамдарынан үтеү өсөн уңайлы.
Ҡәҙриә йүгерә - атлай ҡаршы китте, тегеләре, ҡоластарын йөйеп, аҙымдарын шәбәтте. Килеп еткәс, һис бер һүҙһеҙ Ҡәҙриәне уртала ҡалдырып ҡосаҡтарына алдылар. Һүҙ кәрәкме ни бындай саҡта?
Һығып - һығып ҡосаҡлаштылар ғына...
.... Бәләкәй саҡта "Йоморо - йоморо йомғағым" тигән уйындары була торғайны.. Тәүҙә етәкләшәләр, шунан ҡулдарын ысҡындырмайынса ишелә башлайҙар. Ҡултыҡ аҫтарынан сығалар, ҡулдарын баш аша, бил аша алып, осон йәшерәләр, аяҡтарын да тотоношҡан ҡулдар араһына ҡыҫтырып бөтәләр. Э-эй...
- Йоморо - йоморо йомғағым! Тағата башлайыммы, ҡыҙҙар? - Хәмдиә лә әхирәттәре араһына барып керҙе.
.Артабан бер - береһенә һыйынышып, ҡараштарын ергә төбәп, бер тигеҙ генә атлап китте әхирәттәр.
-... Илдән сығып киткәнемдә
Оҙатып ҡалды ете ҡыҙ...
Уҡыған саҡта бейейҙәр ине ете ҡыҙ булып. Ҡабат - ҡабат сығара торғайнылар клуб сәхнәһенә. Э-эй...
Яҙмыштыр инде - ете ҡыҙҙың араһынан Ҡәҙриә генә ҡырҙа, ҡалғандары ауылда. Малайҙарҙан бер Нур ғына ситкә сығып китте. Бик һирәк ҡайталар икән. Осрашыуҙарҙа бөтөнләй булғаны юҡ.
-----------------------------------------------------------—
Тимерханға рәхмәттәр яуҙырҙы ҡыҙҙар. Көтөлмәгән осрашыу бөтәһенә лә танһыҡ ине. Ҡәҙриәне ҡайҙа ултыртырға, ни алып, ни бирергә белмәне ҡыҙҙар.
- Әйтәм ике көн буйы уңлы - һуллы күҙем тартты! Иларға булмаһын мнде, тип ҡурҡып бөттөм!
- Ә минең уң усым ҡысыны. Ҡулдан аҡса сығырға булмаһын инде, күрешергә генә булһын инде, тип юраным.
- Ә минең төшөмә керҙең!
Ҡәҙриә ҡыуанып көлә, биттәре алһыуланып киткән әхирәттәренең шау - гөр килеүҙәренә ҡушыла.
Сәғәт ун тигәндә инде ашап - эсеп, илашып - йырлашып, телефондарындағы балаларын, ейәндәрен, йрҙәрен бер - береһенә күрһәтешеп, иҫтәлеккә "кәртишкә" төшөп, бер аҙ тынысланғайны инде ете ҡыҙ, бергә үҫкән ете әхирәт.
- Тә-әк, Хәмдиә, ҡунағыңды күрҙек! Күрҙекме, Ҡыҙҙар?
- Күрҙек, күрҙек! Шәп икән ҡунағың, Хәмдиә, һылыу икән, ба-ай икән! Гаратской мадам икән!
Дәррәү элеп алды әхирәттәр Сәбиләнең һүҙҙәрен.
Сәбилә иҙән уртаһына сығып баҫты.
- Беҙ үҙебеҙ ҙә сегән арбаһынан төшөп ҡалмаған. Эйе бит, ҡыҙҙар? Тәүҙә миңә барабыҙ. Мин әҙерләп киттем өҫтәлемде. Мөндир картуф, сөсө икмәк, май ҙа ҡорот, бөтәүләй бешерелгән йомортҡа - вис бар! (Һимеҙ йылҡы ите, ҡаҙы - ял бешеп ултырған ҡаҙанды Сәбиләнең ҡәйнәһе ҡарауыллап ҡына тороуын бөтәһе лә белеп тора.)
Ҡунаҡ итәбеҙ Ҡәҙриәне! Башҡаса ҡайтмайым, тип әйтерлек итәбеҙ!
Шаян ул Сәбилә, ул һөйләй башлаһа, ауыҙ үҙенән - үҙе йырыла.
- Динә Әхәтовнаға инеп сығырбыҙ. Күстәнәс етерлек. Ҡәҙриә бүләк алып килгән. Мин бая йүгереп барып килгәйнем. Саҡырғайным, үҙегеҙ килегеҙ, көтәм, тине. Бергәләп фото төшөрбөҙ.
Хәмдиәнең был тәҡдимен барыһы ла хуп күрҙе.
--------------------------------------------------------------—
Башланғыс синыфтарҙа уҡытҡан Динә апайҙарын ныҡ яратты улар. Һәр береһенең күңеленә үтеп инә белде уҡытыусы. Оҙон тәнәфестәрҙә "ауыҙ гармуны" менән бейеткәнен һағынып һөйләйҙәр һаман.
- Һинең эргәңә Ҡәнзәфәр килә һалып баҫа ине, Ҡәҙриә. Һин дәрескә килмәй ҡалһаң, партанан да тормай ине. Ул булмаһа, һин телер - теләмәҫ кенә йөрөйһөң. Ә Гөләмзә янында - Самат. Улар, ана, һаман бергәләр. Утыҙ йыл булдымы әле, Гөләмзә? Ара - тирә инеп, хәл белеп сығалыр. Ҡәнзәфәр тик гел һалмыш була, хәйерҙеҙ. Ҡолаҡты бороп сығар әле, апай, тигән була.
- Гел һорайым, тием дә онотам - ниңә һеҙ туғыҙ йыл һайын осрашып торорға һөйләштегеҙ ул? Биш йыл да түгел, ун йыл да түгел, ә туғыҙ йыл?
Фәниәнең һөйләгәнен уҡытыусылары ғына түгел, әхирәттәр ҙә, тәүге тапҡыр ишеткәндәй, ҡыҙыҡһынып тыңланы.
- Һигеҙҙе бөткәс, нисә йылдан осрашабыҙ, ун йыл үткәсме, биш йылдан һуңмы, тиһәк, беребеҙ әйткәнгә беребеҙ ҡаршы төшә. Ҡәнзәфәр, туғыҙ йылдан һуң, тип аптыратты. Нишләп туғыҙ, тип һорайбыҙ тегенән
- Ун йыл оҙаҡ, ә туғыҙ саммай була, - тип тик тора көлөп. Шуға риза булдыҡ инде. Беҙ мәктәпте 89 - сы йыл тамамланыҡ, шул һандаррҙың урынын алыштырған да туғыҙҙы килтереп сығарған. Бер үк һандар бит, онотмаҫҡа яҡшы була, тине лә ҡуйҙы Ҡәнзәфәребеҙ.
- Тәүге осрашҡанда мине аптыратып ҡайтып китте ул. Ауырлы кәләше менән килгәйне, эйе бит? Оҙаҡ ултырманылар. Оҙата сыҡтым. Күргәндәй ҙә булманым һине, тигәйнем, ә минең һине күргем дә килмәй, тине...
Ҡәҙриәнең хәбәренә уҡытыусы ғына ғәжәпләнмәне.
- Һине ныҡ яратты бит ул. Ҡәҙриәне онота алмайым, мин однолюб бит ул, апай, ти. Кәләше менән йәшәй алмауының сәбәбе лә шулдыр, тием . Улы килгеләштереп йөрөй.
-----------------------------------------------------—
Динә Әхәтовна менән хушлашып сыҡҡас. тағы урам буйлап киттеләр. Тик иртәнсәкке кеүек бейеп түгел. Тағатылып бөтмәгән ниндәйҙер йомғаҡтың сеймәлгән төйөнө күңелдәрҙе өйкәй кеүек.
- Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, юлыңғай Ҡәнзәфәргә һуғылайыҡ. Өйҙәме ул? Мин бая ниңәлер өйөн тапманымсы.
Ҡәҙриәне`ни өсөндөр берәү ҙә ҡеүәтләмәне, һәр береһенең ҡапыл эше килеп сыҡты. Гөләмзәгә Сәбиләгә ярҙам итергә кәрәк, Мәғрифә, социаль хеҙмәткәр, Динә Әхәтовнаға бараһы булып китте. Ә Мөнирә иһә
күрше ауылдағы почтанан сәғәт бергә тиклем гәзит - журналдар барып алырғатейеш. Хәмдиәнең, магазин тотҡан кешенең, эше бөтмәҫе былай ҙа көн кеүек асыҡ.
Ҡәҙриә, әхирәттәрен аңлап етмәһә лә, Ҡәнзәфәрҙе күреп һөйләшеү теләгенән кире ҡайтманы: тәүге осрашыуға өс тапҡыр туғыҙ булды бит инде... Табыр әле өйҙө, ауылдаштарҙан һорашыр һис булмаһа.
- Һин атлай тор, мин медпунктҡа инеп кәрәк - яраҡ алам да һине ҡыуып етермен.
Фәниәнең был һүҙҙәренә Ҡәҙриә ҡыуанып китте.
- Һин мине аңла, Фәниә. Ҡәнзәфәрҙе бик күрәһем килә, һөйләшкем, тауышын ишеткем килә... Ул да миңә сит түгел ине бит, үҙең беләһең. Ә өйө?..
- Өй ни үҙ урынында, ҡайҙа булһын? Ана, Үлмәҫбикә инәйҙәрҙең тыҡрығынан һуң. Оноттоңмо ни?
- Ә үҙе?..
- Үҙе лә шунда.
-------------------------------------------------------------------------------------------—
...Ни өсөн иртәнсәк Ҡәнзәфәрҙәрҙең өйөн таба алмауының сәбәбен Ҡәҙриә яңы аңланы. Өй алдындағы элекке рәшәткәләре сағыу йәшелгә буялған матур баҡса юҡ ине. Яҙҙарын ап - аҡ муйыл сәскәһенә күмелгән баҡса юҡ.
Эре, тәмле, ауыҙҙа иреп тора ине Ҡәнзәфәр кеҫә тултырып тиреп алып килгән ҡап - ҡара муйыл... Көҙҙәрен бигерәк тәмләнә ине. Ҡыш та алып килә ине Ҡәнзәфәр кипкән муйылды.
Ҡәнзәфәр ус тултырып һала муйылды - әхирәттәре менән бергә һыйлана бит улар. Ҡәҙриә ирекһеҙҙән устарына ҡарап ҡуйҙы.
Баҡсаһы булмаған өй артҡараҡ сигенгәндәй, бер аҙ сүгә төшкәндәй тойола һәм тәҙрәләрен яртылаш ҡарағура үлән ҡаплағанғалыр, күрәһең, иртәнсәк был өй Хәмдиәләр яғынан күренмәгәндер. Бейек муйыл ағастары өй тирәһен күләгәләп, ышыҡлап ҡарағылатҡан.
Шикләнеп тә, ҡурҡыңҡырап та туҡтап ҡалдыҠәҙриә, кемдәндер ярҙам көткәндәй, тирә - яғына ҡаранды. Фәниә лә оҙаҡлай. Шулай ҙа ары атланы. Тик элекке матур ҡапҡа ла юҡ икән. Урыҫ ҡапҡаһы, ти торғайнылар ҡыйыҡлы ҙур ҡапҡаларҙы. Ауылда өс кешелә генә урыҫ ҡапҡаһы булды. Ҡыҙҙар тик Ҡәнзәфәрҙәрҙең янында йәйҙәрен "Ҡапҡа - туп" уйнай торғайнылар. Башҡалар рөхсәт итмәне. Кем яратһын ҡапҡаһының бер туҡтауһыҙ дөп тә дөп итеп тороуын?
Үҙҙәре уйлап сығарған бер уйын ине ул. Тупты ҡапҡаға ташлайһың. Ул, ҡаҡалығып, ерҙән күтәрелгәндә өлгәрәп усың менән күпме булдыра алаһың, шуныңса ҡаҡлыҡтыраһың, мәрәй йыяһың. Шунан билеңдән уратып, шунан уң тубыҡ аҫтынан шунан һул тубыҡ аҫтынан... Шунан артың менән тороп ташлайһың да тиҙ генә әйләнеп тотоп өлгөрәһең тупты... Ҡайтҡанда туптарын Ҡәнзәфәргә ҡалдыралар ине. Э-эй...
Бер кеше генә инеп - сығып йөрөмәле бәләкәй ҡапҡанан Ҡәҙриә эскә үтте. Ә бында бөтөнләй башҡа донъя! Йәп - йәшел сирәм өҫтөнә һибелгән һап - һары бәпембә тәңкәләре былай ҙа салт ҡояшлы көндө сыуағыраҡ итә. Ихатала сүп - сарҙың әҫәре лә юҡ. Кәртә - ҡура, утынлыҡ, бынау ыҡсым ғынаһы мунсалыр - тирәһе лә таҙа.
Беленер - беленмәҫ кенә һуҡмаҡ буйлап ишек алдына килеп баҫты. Солан ишеге шар асыҡ. Өй ишеге лә асыҡ икән. Инергәме, тора бирергәме? Ҡәҙриә өй алдын күҙҙән үткәрҙе.
Солан иҙәне лә, болдор таҡталары кеүек, ер менән типә - тиң. Өй ишеге лә ергә тейә яҙған. Өй эсе ҡараңғы ниңәлер. Ҡәҙриә тирә - яғына ҡаранып алды.
- Һы... Һу... - тигән ҡарлыҡҡан тауышты ишетеп, терт итеп ҡалды. Солан эсендә ятҡан ҡарт этте шәйләне
- Ҡотто алдың бит! Ҡайҙа хужаң? Эт сыйнаны ғына.
Ишек алдына ингәндән алып үҙендә ниндәйҙер ауыр ҡараш тоя ине Ҡәҙриә. Кемдер уның һәр хәрәкәтен күҙәтә. Әллә ҡасан онотолоп бөткән ниндәйҙер ят тормош йәшәй бында. Был бер кешелек тормошто һаҡлайҙар һәм теше - тырнағы менән йәбешкәндәр.
Ишек алды шау ҡояш, ә ергә һеңгән өй эсендә ҡатып ҡалған шом.
Ҡәҙриә башын күтәрҙе һәм бушҡа ашҡынғанын аңланы: Ҡәнзәфәр үҙе лә, һөйөүе лә иҫке өйөнөң сереп бөтөп барған тыранса ҡыйығынан ары ҡалҡына алмаған, ҡарт муйылдан ары күтәрелмәгән...
Ҡырт боролоп, Ҡәҙриә ҡапҡа тышына йүгерҙе.
Үҙен көтөп торған Фәниәне күреп, илап ебәрҙе.
- Тыныслан.Киттек, Сәбилә
Таңһылыу Ҡарасурина - Вәлиева.