Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Июнь 2022, 06:39

“Шоңҡар”ҙың июнь һаны сыҡты!

Әйткәндәй, "Шоңҡар"ға яҙылыуҙың һуңғы көндәре бара. Яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, ашығығыҙ! Был юлы ла яҙылыусылар араһында иҫтәлекле бүләктәр уйнатылыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Квитанцияларығыҙҙы почта йәки вацапҡа (89279443170) ебәрә алаһығыҙ.

“Шоңҡар”ҙың июнь һаны сыҡты!“Шоңҡар”ҙың июнь һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың июнь һаны сыҡты!

Ғәжәп был яҙмыш тигәнең! Берәүҙәр бәләкәйҙән маҡсат ҡуйып, хыялына төрлө ҡаршылыҡтар аша өлгәшһә, икенселәр үҙе лә күҙ алдына килтермәгән һөнәргә эйә була. Учалы районы Бөйҙө ҡасабаһында тыуып үҫкән Әлим Ҡәйүмовтың да сәнғәт юлын һайлауы осраҡлы килеп сыға. Был хаҡта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Абдуллажан улы хаҡында “Был – яҙмышым бүләге... “ тигән әңгәмәлә таныша алаһығыҙ.
Яҙыусы Дилбәр Булатованың “Һуң түгел!” тигән повесы ла журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын. Ә инде шағирә Гүзәл Ситдиҡованың “Текеткетең диңгеҙгә сәйәхәте” диңгеҙ йәнлектәре хаҡында, “Бәхет килтергән гөлдәр”, “Һин дә, мин дә манипуляция ҡорбаны” тигән яҙмалар бик күп файҙалы мәғлүмәт бирәсәк.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы студенттарының ижад емештәре менән дә танышырға мөмкин.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас