

Мәктәбебеҙҙең ишек алдын бер итеп шау – гөр килеп автобус көтөп торабыҙ. Беребеҙең нимә һөйләгәнен икенсебеҙ ишетмәй сыр – сыу киләбеҙ инде. Беҙҙе оҙатырға кемебеҙҙең әсәһе, ҡайһыбыҙҙың апаһы, ағаһы килгән, хатта атайҙар ҙа бар. Мине ҡартәсәйем һығып ҡосаҡлап алған да ебәрмәй, әйтерһең дә мин бик оҙаҡҡа, йә булмаһа һуғышҡа китергә йөрөйөм. Ә мин сабый бала һымаҡ иркәләп бөтә алмайым уға. Ҡайтып ингәнсе һағынырмын инде ҡәҙерле, ғәзиз кешемде... Ныҡ, ныҡ яратам шул мин ҡартәсәйемде. Минең ҡартәсәйем һымыҡ башҡа ҡартәсәй юҡтыр ул донъяла! Минең үҙемә шулай тойола, шулай тип уйлайым... Әммә бөтә өләсәйҙәр ҙә, ҡартәсәйҙәр ҙә изге күңелле булаларҙыр, ейән - ейәнсәрҙәре өсөн йәнен бирергә әҙерҙер инде улар. Минең ҡартәсәйем дә, өләсәйем дә шундайҙар.
Беҙҙең мәктәптән яҡшы уҡыған балаларҙы, йыл һайын йәйге каникулда Рәсәйҙең ҡалалары буйлап сәйәхәткә ебәрәләр. Ҡайҙа ғына булманыҡ инде беҙ! Бына бөгөн дә беҙ бер төркөм 7се, 8се, 9сы синыф уҡыусылары Прибалтика Республикалары буйлап сәйәхәткә сығырға йөрөйбөҙ. Автобус беҙҙе Магнит ҡалаһының тимер юл вокзалына алып барып ҡалдыра. Унан инде, Мәскәү ҡалаһы, Украина һәм Прибалтика көтә беҙҙе! Мин эстән генә ошоларҙың бөтәһен дә уйлайым, ҡартәсәйемдең нотоғон, миңә хәйерле юл теләп уҡыған доғаларын тыңлайым. Ә ике күҙем урамда, мин көтәм... Әсәйемде көтәм мин... Ул һаман юҡ...
Йәнемдән дә артыҡ күрһәм дә, һәр ваҡыт атай тип йән атып торһам да, атайымды көтмәйем. Таң менән алыҫ юлға, рейсҡа сығып китте, оҙатырға ул килә алмай. Иртә менән мине иркәләп, һөйөп, хәйерле юл теләп, үҙемде матур, тәртипле тоторға өндәп юлға сығып китте һөйөклө кешем. Имен – һау, хәйерле юлдарҙа ғына йөрөһөн инде атайым! Ә әсәйем килергә тейеш ине бит, эштән тура килермен балам тигәйне лә инде. Ҡайҙа һуң ул? Нишләп юҡ? Бер нимә булдымы икән әллә? Ҡайҙа ул?
Бына автобус да килеп туҡтаны инде, уҡыусылар тупырҙашып автобусҡа инеп урынлаша ла башланылар. Ә әсәйем юҡ... Нисек? Нисек сығып китәм инде мин хәҙер юлға? Әсәйем менән хушлашмай китәмме? Нимә булды икән һиңә әсәйем, әсәкәйем ҡайҙаһың һин? Һаман автобусҡа инмәй, ерҙә тапанған миңә, бергә юлға сығырға йөрөгән иптәштәрем, ҡул болғап, саҡырып ҡысҡыра ла башланылар инде. Беҙҙең төркөмдө етәкләгән уҡытыусыбыҙ Флорида Батыр ҡыҙы яныма килеп: ”Нимә булды Зилдә? Нимәгә һаман тышта тораһың? Хәҙер ҡуҙғалабыҙ бит?”- тип һораны. “Әсәйем юҡ бит һаман, бер нимә булдымы икән, мин бара алмайым инде”... – тип яуаплайым, күҙ йәштәремде саҡ тыйып тигәндәй.
Әсәйемде күрмәйенсә, хушлашмайынса, юлға сығып китә алмаҫымды ла, бик бик барғым килгәнен дә, әсәйем килеп өлгөрмәһә һис шикһеҙ бармаҫымды ла шунда уҡ аңлап алды уҡытыусым. Мине арҡамдан һөйөп, тыныс булырға өндәне лә ул, автобус шоферына саҡ ҡына көтөргә ҡушып, уҡыусыларҙы сабыр итергә өндәп, улар янына китте. Ә мин ҡартәсәйемде ҡосаҡлап алдым, башымды уның яуырынына йәшереп, инде күҙ йәштәремә ирек ҡуйҙым. Ҡартәсәйем мине ҡосаҡлап, өнһөҙ генә йыуата...
“Зилдә, балам нимә булды?”- тигән тауыш ишетеп башымды күтәрһәм, алдымда әсәйем тора. ” Әсәй, әсәй нишләп оҙаҡланың? Һиңә бер нимә булғандыр тип, мин бармаҫҡа уйлап тора инем инде”... – бер бер артлы әсәйемә ғәзиземә хәбәремде яуҙырам. Үҙем уны ҡосаҡлап, ҡәҙерле йөҙөнә бағам. Әсәйем аҙыраҡ талсыҡҡан кеүек йыш – йыш тын ала, йүгереп килгәндер күрәһең, йөҙҙәре ҡыҙарып, сәстәре аҙыраҡ боларып, яулығынан сығып, битенә төшкән. Бик ашығып килгәне күренеп тора. Ипләп кенә һөйөп мине нисек тә тынысландырырға тырыша ул,
“ Һай, иҫәркәйем! Килмәй буламмы һуң инде... Һиңә юлға ҡаймаҡ алып киләйем тигәйнем, инәйеңден сепаратҡа һөт һалғанын көтөргә тура килде. Өлгөрҙөм бит бына балам, тыныслан инде. Имен – һау, рәхәтләнеп йөрөп ҡайт” – тип ул минең күҙ йәштәремде һөртә, ҡосаҡлап иркәләп, һөйөп хәйерле юл теләп фатихаһын бирә. Ҡулыма бер банка, яңы ғына айыртылған, ҡаймаҡ тоттора. Мин бер һүҙ ҙә өндәшә алмайым, ҡулымдағы ҡаймаҡлы банка устарымды өтөп алып барғандай тойола, үҙәгем өҙөлөп әсәйемде йәлләйем, күҙҙәремдән үҙҙәренән үҙҙәре йәштәр урғылып сыға.
Хәҙер инде минең йәштәремде тыйырға көсөм юҡ, илай – илай әсәйем, ҡартәсәйем менән хушлашам да, күҙ йәштәрен сәсрәтә – сәсрәтә автобусҡа атылып инеп ултырам. Шуны ғына көткән шофер автобусын ҡабыҙа ла, ҙур тиҙлектә урынынан ҡуҙғалып китә. Беҙҙе поездға өлгөртөргә кәрәк бит, ул ҡабалана. Мин артыма әйләнеп ҡарайым, унда доғаларын уҡый – уҡый, таяғына таянып ҡартәсәйем, йүгереп тигәндәй, автобусҡа эйәрә биреп әсәйем, тороп ҡалдылар. Улар алыҫлашҡан һайын минең йәнем әрней ине.
Ә мин туҡтауһыҙ илап, юлды ла, бергә китеп барған иптәштәремде лә, уҡытыусымды ла күрмәй, ишетмәй килеп еттем Магнит ҡалаһына. Шундай алама холҡом бар минең, бер илай башлаһам туҡтай алмайым. Күҙ алдымдан әсәйем китмәй. Миңә ҡаймаҡ биреп ебәрәм тип, анауынсама ҙур ауылыбыҙҙың икенсе осонда йәшәгән инәйебеҙгә барып, ҡаймаҡ айырттырып алып килгән әсәйемде бөтә йөрәгем, бөтә йәнем менән йәлләй инем мин. Һуң ҡаймаҡ булмағанда нимә булған? Был бер банка ҡаймаҡ булған ғына ғүмеремде түңкәрә һуҡты ла, минең күңелемдәге, йөрәгемдәге яман ҡылыҡтарымды аҡтарып килтереп сығарҙы алдыма. Ни тиклем холҡһоҙ, ҡылыҡһыҙ икәнлегемде ярып һалды. Быны аңлауы һәм төҙәтеп булмаҫлығы бигерәк тә йәнемде ҡыя, үҙәгемде өҙә, ярһып, ярһып иларға мәжбүр итә ине.
Нимәгә шул бер банка ҡаймаҡ өсөн ҡабаланып, ҡарһаланып йүгерҙе икән әсәйем? Юлға нимә генә бешереп һалманы бит инде былай ҙа... Бөтөнләй тәмле – татлыны яратмаған, ашамаған, шәкәрле сәй эсмәгән миңә, сәй эсергә тәмлекәстәр булһын юлда тип, Ҡош теленә тиклем бешереп һалды ул. Әсәйемдең Ҡош телдәре, Моҡомдары шул тиклем татлы, тәмле телеңде йоторлоҡ була. Мәгәзиндең әллә ниндәй шәкәрле, повидлолы, шәрбәтле ризыҡтары, кәнфит, печенйәләре, торттары, пирожныйҙары, ары торһон, әсәйемдең үҙ ҡулдары менән бешергән тәмлекәстәр бар саҡта. Эй әсәйемдең ҡулдары! Мөғжизәле, шифалы, иҫ киткес наҙлы ҡулдары...
Һыйырҙарыбыҙҙың һөтө безәүкәйҙәренән артмай, шуға һөт һала алмай әсәйем. Ә миңә ҡаймаҡ биреп ебәрәм тип эҙләүенең ғилләһе лә минән. Иртәнге сәй эскән ваҡытта, әсәйем өҫтәлгә яңы ғына мейестән сығарған икмәген телеп ултыртҡас, “Их әсәй, ошо эҫе генә икмәк менән ашарға ҡаймаҡ булһа ине, ”- тигәйнем мин. “Булыр, булыр бәпәйем, ҡаймаҡ та, май ҙа булыр. Аҙыраҡ ҡына сабыр итегеҙ инде, быҙауҙар айыртылған һөт эсерлек ҙурайһын да, ҡаймаҡ, майҙан өҙмәҫмен үҙегеҙҙе”- тип йыуатҡан булды шунда әсәйем бөтәбеҙҙе лә. Ә үҙе миңә ҡаймаҡ эҙләп, йәнтәслимгә йүгереп ауылдың икенсе осона барып йөрөгән. Эй әсәкәйем нисек кенә рәнйетһәм дә, үпкәләтһәм дә мине ғафү итә бит әле. Эй әсәй, әсәй генәм...
Мин берәүҙең дә һорауына яуап бирмәйем, һөйләшә алмайым. Сөнки минең бар булмышымды үкенес өтөп алып бара. Был әсе үкенес мине эстән яндырып, ҡаралай көйөрлөк хәлгә еткерҙе. Шуға ла өнөм тығылып, үҙемдән бер һүҙ ҙә һығып сығара алмайым. “Әсәй, әсәйем, әсәкәйем ғәфү итә күр мине, алйот ҡыҙыңды! Зинһар ғәфү ит, ғәфү ит”... Ошо һүҙҙәрҙе әсәйемдең үҙенә хәҙер генә үҙенә әйтә алмауым, мине тағы ла нығыраҡ хәсрәткә батырып китә лә, күҙ йәштәре булып туҡтауһыҙ аға ла аға.
Оло ғаиләбеҙҙә ете бала, ҡартәсәйем, өләсәйем, атайым, барлығы ун бер кешебеҙ. Әсәйем бөтәбеҙҙе лә тәрбиәләй, баға, бешерә, йыуа, кейем тегеп, бәйләп кейҙерә, атайым менән бергә быйма баҫа, ниндәй генә эштәр эшләмәй ул минең әсәйем. Бөтәһен дә белә, бөтәһенә лә өлгөрә һәм еренә еткереп үтәй. Анан – бынан, яҙа – йоҙа эш эшләргә яратмай әсәкәйем. Ул кейем текһә йәки бәйләһә, ысын яһау була, аш – һыу әҙерләһә, телеңде йоторлоҡ, ҡашығаяҡ йыуһа, көҙгөләй ялтырап тора, мейес сығарһа бер ғүмергә етерлек ныҡ була. Етмәһә ул эшкә лә йөрөй, эшендә лә, өйҙә лә һәр ваҡытта өлгөрә. Әсәйем бер ваҡытта ла арығанын һиҙҙермәй, һуҡранмай, ризаһыҙлыҡ белдермәй, ауырыһа ла ҡауғаламай, ыңранмай. Үтә сыҙамлы, үтә тыныс, үтә сабырлы шул минең әсәйем, әсәкәйем ғәзизем...
Ә беҙ, ете балаһы, ете төрлө, ете холҡло. Шуларҙың араһында иң яманы, иң аламаһы, иң холҡһоҙо, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙлеһе мин. Эйе, эйе мин! Мин әсәйемде, һөйөклөмдө ныҡ, бик ныҡ рәнйеттем, ә ул миңә юҡ ҡаймаҡты эҙләп табып, алып килеп йөрөй. Эй әсәй генәм, әсәкәйем... Әлбиттә бик яратам мин әсәйемде, уны тыңлайым, ҡушҡан йомоштарын тулыһынса үтәйем, кәрәк саҡта ярҙам итергә тырышам. Әммә, нисек үтәйем һуң мин әсәйемдең ҡушҡан йомоштарын? Ҡырҡ
әйттереп, ынйытып, көйҙөрөп саҡ үтәйем. Ҡайһы саҡта ул миңә әйтеп арый ҙа, үҙе эшләп ҡуя ҡушҡан эшен.
Ә мин китаптарымдан айырыла алмайым, бигерәк тә әҙәби китаптар яратам. “ Был донъяға ҡулына китап тотоп тыуған минең Зилдәм, китаптарҙы һыу һымаҡ эсә ”- тип көлә минән ҡартәсәйем. Тағы ла бер бик яратҡан шөғөлөм бар – был спорт, бигерәк тә боҙҙа фигуралы шыуыу. Шул ярыштарҙы күрһәтә башлаһалар, телевизорҙан айырыла алмайым. Тап шундай ваҡытта, йә иҫем китеп ярыштар ҡарағанда, йә уҡыған китабымдың иң ҡыҙыҡ ерендә әсәйемдең йомошо килеп сыға. Шунан мин енләнеп, һөйләнеп, уның бер һүҙенә ҡырҡ һүҙ менән яуап биреп, йүгерә – йүгерә, анан - бынан башҡарам ул ҡушҡан эште. Ә ундай еренә еткереп эшләнмәгән эште яратмаған әсәйем, ҡабул итмәй минең этеп – төртөп эшләгән эшемде. Һис тә әрләмәй мине, тауышын да күтәрмәй ул, ә тыныс ҡына ҡабаттан эшләргә ҡуша. Был инде бирле мине сығырымдан сығара. Даһыр – шотор ҡабаттан эшләйем дә, әсәйемә: ”Бөгөнгә булды, эш ҡушма миңә бүтән, мин иртәгә тиклем юҡ! Минән башҡа балаң юҡмы әллә? Ҡуш, ана тегеләреңде эшләт! Нишләп был өйҙә миңә бөтөнләй тыныслыҡ юҡ?” – тип ҡысҡырам да, ишекте шарт ябып өйгә инеп китәм.
Өйгә инәм дә йә китабыма, йә телевизорға йәбешәм. Инде мине берәү ҙә урынымдан ҡуҙғата алмаясаҡ. Башҡа ҡамасаулап та тормайҙар мине. Әйткән һүҙемдән бер мыҫҡал да тайпылмаҫымды бөтәһе лә беләләр бит инде. Мин үҙем килеп сыҡҡансы берәү ҙә яҡын килмәй яныма. Бәләкәй ҡустым менән һеңлем дә көндәге һымаҡ бимазаламай хатта. Аҙ ғына шашынҡырһалар, тос ҡына йоҙроҡло апайҙарының береһен дә аяп тормаҫын бик яҡшы белә бит инде икәүһе лә... Шулай гел генә дау менән эшләйем мин ҡушылған эште.
Минең әсәйем алдындағы ғәйебем ошолар менән генә бөтһә ҡайҙа ла һуң! Юҡ шул, юҡ! Ундай минең ваҡ – төйәк ҡылыҡтарыма үпкәләп тә тормай ул әсәй генәм. Ә минең ғәйебем башҡа һәм бигерәк ҙур ине. Мин был ғәйебемде үҙемә ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫмын инде, ғүмерҙә лә! Кешене ғүмере буйына үкендерерлек, шундай хаталар булмаһа ине ул...
Йыл ярым элек әсәйем менән атайым бөтәбеҙҙе лә йыйып алып, беҙгә яңылыҡ әйттеләр. Тиҙҙән беҙҙең ғаилә тағы ла бер кешегә арта, әсәйем менән атайым сабый көтә. “Тыуыр бала үҙ ырыҫы, үҙ ризығы менән тыуа. Имен һау тыуһын, бәхетле булһын АЛЛАҺЫ бирһә! – тип ризалығын белдерә, доғаларын уҡый ҡартәсәйем менән өләсәйем...
Ҡустыларым, һеңлеләремде белмәйем, әммә мин ҡабул итмәйем был хәбәрҙе. Бар булмышым менән ҡаршымын быға. Һәм тура һүҙле, уйлағанымды йәшерә белмәгән мин, атайым менән әсәйемдең йөҙҙәренә тура бәреп әйтәм: ”Һеҙ алйып бараһығыҙмы әллә? Һеҙгә ете балағыҙ етмәгәнме? Тағы бала нимәгә ул? Юҡ кәрәкмәй! Минең һүҙем шул һәм мин был турала ишетергә лә теләмәйем башҡа! Белдегеҙме?”
Атайым менән әсәйем бер һүҙ ҙә әйтә алмай торған ерҙәрендә ҡатып ҡалалар. Улар икеһе лә, терәк булыр иң ҙур ҡыҙҙырынан, бирле икәнемде белһәләр ҙә, бындай уҡ ҡылыҡты һис тә көтмәгәндәрҙер инде. Шунан һуң мин енләнеп, атылып урамға килеп сығам. Бер аҙҙан инде йән фарманға йүгереп кәртә артандағы тауға менеп китәм...
Минең был ҡылығым өсөн өлкәндәрҙең береһе лә мине әрләмәне лә, асыуланманы ла, ауыр һүҙ ҙә әйтмәне лә, хатта ҡырын күҙ менән дә ҡараманылар. Улар мине шул тиклем яраталар, мин бирленән үҙемде лә ҡурсыйҙар ине шул. Мине генә түгел бөтәбеҙҙе лә, беҙҙең етәүебеҙҙе лә шулай ҡәҙерләп, иркәләп, һөйөп кенә торалар ине улар.
Ҡартәсәйем генә: ”Эй балаҡайым, әсәйең менән атайыңа улай ҡаты булма. Атай менән Әсәй бит улар! Шуны бер ваҡытта ла онотма. Һин ҡолонсағым хәҙер барыһын да аңлап етмәйһең. Бигерәк ҡыҙыуһың, үҙ һүҙлеһең, алабарманһың. Ваҡыты еткәс аңларһың балам, аңларһың, тик шул ваҡытта үкенерлек булмаһын. Нимәлер эшләр, һөйләр алдынан тәүҙә ныҡлап уйла балам, һин аҡылһыҙ түгелһең бит” – тине миңә.
Бер аҙ ваҡыттан һуң әсәйемде, баланы юғалтыу ҡурҡынысы бар тип, дауаханаға һалдылар. Унда оҙаҡ ҡына ятты ул. Мин бер тапҡыр ҙа дауаханаға барып әйләнмәнем, әсәйемдең хәлен белергә лә теләмәнем. Ә дауахана беҙҙең урамға күрше урам, өйҙән сыҡһаң туп тура тыҡырыҡ дауаханаға барып инә, бары биш минутлыҡ ҡына юл. Ә мин... ә мин... Атайым ипләп кенә, минең яйымды ҡарап ҡына әйтеп ҡараны: ” Ҡыҙым, балам һин беҙҙең беренсе, иң ҙур балабыҙ. Һин әсәйеңдең терәге, таянысы, ышанысы бит. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ үҙең дә беләһең. Ошондай ваҡытта һин кәрәк әсәйеңә балам, бик кәрәкһең. Барып ҡына әйлән инде ҡыҙым. Ул һине көтә бит, һеңлеләрең, ҡустыларың көнөнә әллә нисә барып әйләнә, ә һин бер ҙә барғаның юҡ. Бар инде...” – тине миңә. Әммә йөрәгем дә, күңелем дә ябыҡ ине минең. Хатта ишетмәнем дә шикелле мин уны.
Донъяла иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешемдең, атайымдың һүҙҙәренә яуап биреүҙе лә күп күрҙем мин. Уға тишерҙәй итеп ҡараным да, бер һүҙ ҙә өндәшмәй сығып киттем. Әсәйем янына барманым да, теләмәнем дә. Ваҡыты еткәс әсәйемдең улы тыуҙы, ул бәпәйе менән ятҡанда ла барманым, дауаханан сыҡҡанда ла ҡаршы алманым. Бәпәйгә бер тапҡыр ҙа күҙ һалманым. Ә өйҙәге ҡалғандар өҙөлөп торалар инде шул бәләкәй генә сей йомғаҡ өсөн. Ҡартәсәйем менән өләсәйем доғаларын уҡып бөтә алмайҙар, өшкөрөп кенә торалар инде шул йомғаҡтай ғына малайҙы. Ҡыҫҡаһы өйөбөҙҙәге тормош шул сабый тирәһендә генә әйләнә башланы. Иртәнән кискә тиклем һөйләшеү ҙә тик шул турала. Әйтерһең донъя үҙәге ошо бәпәй...
Ә атайым менән әсәйемдең бәхетен күрһәгеҙ! Улар йәшәреп киттеләр. Йөҙҙәренән бәхетле йылмайыу китмәй. Әйтерһең дә беҙҙең өйгә ошо бәләкәй генә “Шпиндик” түгел, ә бар донъяның байлығы килеп ингән. Малайға Ҡәдим тип исем ҡуштылар. Иртәнсәктән кискә тиклем: “Ҡәдим уянды, Ҡәдим илай, Ҡәдим көлә, Ҡәдим асыҡҡан, Ҡәдим йоҡлай”... өйҙә хәбәр тик шул бәпәй тураһында, әйтерһең дә башҡа һөйләр хәбәр юҡ! Атайымсы!
Атайым, ниндәй генә алыҫ юлдан, нисек кенә арып, талып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, өҫтөн алыштырып, ҡулын йыуа ла, иң беренсе Ҡәдимде ала ҡулына. Бер килке ҡулдарында һикертә, наҙлап ҡына, ипләп еҫкәп кенә иркәләй, һөйә, уйната, сәпәкәй иттерә, өҫтәл артында алып ултыра. Шундай ваҡытта уның йөҙөндә ниндәҙер иҫ киткес нур уйнай, сикһеҙ бәхетле ул...
Мин, аңлай алмайым быны, балаға бөтөнләй яҡынламайым. Уға инде дүрт ай ҙа булып китте, ә мин уның эргәһенә лә барғаным юҡ. Әсәйем миңә бер тапҡыр ҙа, бәпәйен бирергә ынтылманы, әүерәт, бәүет тип мөрәжәғәт итмәне. Һеңлеләрем әсәйҙең дә бәпәйҙең дә эргәһенән китмәйҙәр, ана бәүетһен шулар, ә миңә кәрәкмәй тип уйлайым мин. Атайым да мине ҡустыма ылыҡтырырға тырышманы. Улар минең яҡтан тағы яман һүҙҙәр ишеткеһе, уҫал ҡараштар күргеһе килмәгәндер инде. Тик ҡартәсәйем менән өләсәйем генә ипләп кенә, яйлап ҡына мине бәпесте ҡабул итергә, уға өйрәнергә, “Шпиндик” тип түгел, ә бер туған ҡустым итеп ҡарарға, уны яратырға ойрәтергә, уға ылыҡтырырға тырыштылар. Хәйләкәр ике әбейем, бер бер артлы әүерәтеп, үҙҙәренсә юлдарын да таптылар.
Ҡартәсәйем бәпәйҙе алып ултырғанында һәр ваҡыт мине янына саҡырып ала ла:” Ҡара әле ниндәй матур ул һинең ҡустың, йылмайыуы үҙе ни тора, ҡулдары, аяҡтары бәләкәй генә, матур ғына. Уйынсыҡ шикелле генә булһа ла, сабыйҙың ҡулдары ныҡ көслө була, эләктереп алһа йыланды ла һығып үлтерер көскә эйә ул йәш бала. Бармағыңды биреп ҡара әле, ҡана, ҡана апайыңдын бармағын тотоп күрһәт әле,” - тип бармағымды бәпәйгә тоттора. Ғәжәп, шул бәләкәс кенә йән эйәһе ысынлап та ныҡ тота, ул минең бармағымды матҡып тотоп ала. Шунан ул бармаҡты ҡапмаҡ булып ауыҙына һөйрәй, миңә уға яҡын уҡ эйелергә тура килә. Ә уның еҫе шундай татлы, тәмле, иҫ киткес сихри еҫ! Мөғжизә инде бына! Был еҫте ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел һымаҡ тойола миңә, иҫ киткес татлы еҫ...
Мин бәпәйгә бармағымды ҡабырға ирек бирмәй тартам, ул ебәрмәй, көс менән тартып алырға тура килә, сабый ауыҙы йәмшәйеп илай. “Йә, йә бәләкәсем, һәтес, һәтес, һәтестә беҙҙә матур бәпес бар. Илауы ла йыр кеүек бит минең ҡолонсағымдың!”- тип әүерәтә ҡартәсәйем баланы. Һай ҡартәсәйем дә алйыған, ҡайҙан йыр һымаҡ булһын инде, бушты...
Ә күҙҙәре насар, аяҡ – юллыҡ ҡына күргән өләсәйем, мине балаға яҡынайтыуҙың үҙенсә юлын тапты. Баланың бишеге янына килеп ултыра ла ул, китап уҡып ултырған миңә өндәшә: “Зилдә балам, миңә бәпәйҙе алып ҡына бир әле, илай бит. Бишеге бигерәк бейек мин йә күтәрә алмаҫмын, йә бишегенә төкөтөп бер ерен ауырттырып ҡуйырмын. Ҡана, ҡана алып бир инде!”- тип мине саҡыра. Мин китабымдан айырылғым килмәһә лә тороп китергә мәжбүрмен. Сөнки өйҙә берәү ҙә юҡ. Бәпәй илай, өләсәйем борсола, тыңламайынса булмай бит инде. Ризаһыҙ ғына бишек янына киләм.
Мин бәләкәсте алырға ынтылам, ҡыуанып, ҡулдары менән миңә талпына ул, аяҡтары менән тыпырсына, тибенә, үҙе ҡояш кеүек йылмая. Бер нисә минутҡа туҡап ҡалам, бәпәйҙе күҙәтәм. Ысынлап та ныҡ матур икәндә был бәләкәс малай, ап - аҡ йөҙлө, ҡап - ҡара күҙле, ҡаштары ла, сәстәре лә ҡап-ҡара. Үҙе тумалаҡ ҡына, көләгәс кенә. Ә еҫе һуң, еҫе һушты алырлыҡ. Мин уны ҡулыма алам, батарейкалы уйынсыҡ һымаҡ минең ҡулымда тыпырсынып, һикереп, уйнап тора ул, үҙе туҡтауһыҙ йылмая, ике ҡулы менән ҡолаҡтарыма йәбешә, битемде, танауымды тотоп ҡарай. Миңә был бик ҡыҙыҡ тойола, өй яңғыратып көлөп ебәрәм, бәпәйҙең күҙҙәре ҙурайып китә, ҡурҡыттым шикелле мин уны ҡапыл ҡысҡырып көлөп. Тиҙ генә, иламаҫ борон, бәләкәсте өләсәйемә бирәм дә китабыма йәбешәм. Бер аҙҙан өләсәйем тағы миңә өндәшә: ”Зилдә балам мә, бәпәйҙе кире урынына һал, арып йоҡлап китте.”- тип саҡыра ул мине. Мин йәнем көйөп тештәремде шытырҙатам, ләкин торам. Етмеш йәшкә етеп барған, етмәһә күҙе күрмәгән өләсәйемде нисек тыңламайһың инде. Бәпесте ипләп кенә бишегенә һалам, ул мышнап ҡына йоҡлай, ә мин унан күҙҙәремде ала алмайым. Шундай матур була икән дә йәш бала, һәм ул һине сихырлай, арбай, үҙенә тарта, алдаштыра.
Хатта мине лә яйлап, яйлап үҙенә ҡаратып ҡуйҙы был бәләкәс кенә йән эйәһе. Минең таш шикелле ҡатып ҡалған күңелем йомшарып, йөрәгемдәге боҙ иреп, йәнемә яҡты, йылы нур ингәндәй булды. Мин инде хәҙер был бәләкәс кенә
йән эйәһен күргем, тотҡом, еҫкәп кенә һөйгөм, иркәләгем генә килеп тора башланы. Дәрестәрҙән һуң нисек тә оҙағыраҡ өйгә ҡайтмаҫҡа тырышып, спортзалдан сыҡмай, то волейбол, то баскетбол уйнап, йә булмаһа тирҙа атып көн үткәрә торғайным. Хәҙер инде мин дәрестәр бөткәнен саҡ көтөп алам да, атылып, осоп өйгә ҡайтып инәм. Бер минутта мәктәп формаһын сисеп ырғытып, икенсе кейем кейеп алып, ҡулдарымды йыуам да бәләкәс ҡустымды ала һалам. Шул минуттарҙа минән дә бәхетле кеше юҡ!
Мине күреү менән ҡыуанып ҡысҡырып ебәрә ул, күгәрсен һымаҡ гөрөлдәп, геүләп үҙенсә хәбәр һөйләй. Туҡтауһыҙ йылмая, талпынып миңә ынтыла. Ҡәдим минең танауымды тешләмәк була, бармаҡтарымды ауыҙына һөйрәй, теш бөркә ул, шуға күрә булған нимәне ауыҙына тыға, сәйнәй. Мин уны ҡосаҡлайым, иркәләйем, күтәреп йөрөйөм, һауаға һикертеп уйнатам, бәүетеп йоҡлатам, эргәһенән китмәй мәж киләм. “Ана шулай, әллә ниндәй туң йөрәкте лә иретә ул йәш бала. Аллаһыға шөкөр Зилдә балам, был һинең ҡаның, бер туған ҡустың. Афарин, аңланың ҡыҙым! Үҙеңдән үҙең яратып китерһең әле ҡустыңды, үҙ ҡаның яраттыра ул, бигерәк тә йәш бала тигәйнем бит.”- тине миңә ҡартәсәйем. Ике әбейем, ҡартәсәйем менән өләсәйем ҡыуанып бөтә алмай миндәге был үҙгәрешкә. Иң ныҡ ҡыуанғаны атайым менән әсәйем инде, әммә улар миңә һиҙҙермәй генә ҡыуана. Мин уларҙың бер - берһенә йылмайып ҡараш ташлап алыуҙарынан, бәхетле йөҙҙәренән һиҙәм хис – тойғоларын. Беҙҙең өйҙә шулай итеп бәхет, шатлыҡ урынлашты.
Әммә оҙаҡҡа түгел шул, их оҙаҡҡа түгел... Ҡәдимебеҙгә алты ай тулғанда ауылыбыҙҙа ҡаты грипп сығып китте. Был киҙеү ныҡ ауыр, ҡаты
булды бөтә халыҡты ауырытты, бигерәк тә йәш балаларға яу булды ул.
Ҡәдимебеҙҙе лә урап үтмәне был әфәт, уны әсәйем менән дауаханаға һалдылар. Мин иртән дә, төш тә, кис тә дауахана юлын тапаным. Ҡустым өсөн борсолам, уны минут һайын күргем генә килеп тора. Бөтә ауыр хәлдәге сабыйҙарҙы Сибай ҡалаһы дауаханаһына ебәрҙеләр, ә беҙҙең Ҡәдимде шәбәйеп килә, бирешмәй тип ебәрмәнеләр. Иртәгә сығарабыҙ тигән кисте мин йүгереп кенә инеп ҡустымды һөйөп, иркәләп, уйнатып сыҡтым. Мин сығып киткәндә карауатта уйнап ятып ҡалды ул. Әсәйем: “Балам иртәгә сығабыҙ Аллаһы бирһә. Сабыр итегеҙ йәме.”- тип ҡалды. Мин ҡайтып өйҙәгеләрҙе ҡыуандырҙым: “ Иртәгә беҙҙең ҡояшыбыҙ өйгә ҡайта, иртәгә Ҡәдим менән әсәйҙе сығаралар.”- тип һөйөнсөләнем, бөтәһе лә был хәбәргә ихлас шатландылар. Иртәгәбеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөп йоҡларға яттыҡ...
Таңға ҡарай ҡурҡыныс төш күреп ятам: Ҙур, ныҡ ҙур, үҙемдән дә ҙур йылҡылдап торған ҡап - ҡара бесәй тотоп алғанмын да, башынан һыйпап түгелеп, ярһып – ярһып илайым икән тип. Ҡурҡышымдан ҡапыл уянып китәм һәм ҡысҡырып тороп ултырам. Аҙыраҡ йоҡонан айнығас, алғы яҡта илаған тауыш ишетәм дә атылып килеп сығам. Унда атайым менән әсәйем ҡосаҡлашып илай ине... Мин өйөбөҙгә оло бәлә килгәнен аңлап ҡатып ҡалам, нимә булды тип һорарға тауышым сыҡмай. Ипләп кенә әсәйем эргәһенә киләм дә һаҡ ҡына уға ҡағылам. Әйтеп биргеһеҙ хәсрәтле, йәш тулы күҙҙәрен миңә күтәрә лә ул илай – илай: ”Зилдә ҡыҙым, Ҡәдим ҡустың беҙҙе ташлап китте, яңы ғына үлеп ҡалды” – тине...
Әсәйемдең өҫтөндә кейеме юҡ, аяҡтарындағы носкиҙәре бәкәленән лыҡма һыу ине. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғынан ул дауаханала йөрөгән халаттан ғына, аяғына быймаларын кейергә лә онотоп, бынау ҡаты февраль селләһендә ҡарға бата – сума, ойоҡсан ғына йүгереп ҡайтҡан. Атайымды Ҡәдим янына алып килергә тип йүгергән бахырсыҡ ҡына әсәйем... Улар тиҙ генә икәүләшеп, дауаханаға барырға ҡуҙғалдылар, һаман да һыу ойоҡсан көйө, аяҡ кейеме лә, өҫ кейеме лә кейергә уйламай сығып барған әсәйемде мин туҡтатам. Тиҙ генә йүгереп йөрөп носкиҙәрен алыштырып аяҡтарына быймалар, өҫтөнә бәлтә кейҙерәм. Улар сығып китә, мин үкереп илап ултырып ҡалам. Нисек инде үлде? Кистән генә һап - һау, шәп ине бит. Нимә булды икән бәләкәскенәбеҙгә? Был һорауҙарға яуап юҡ ине, атайым менән әсәйем ҡайтмайынса. Ябырылып килеп инде ҡара ҡайғы нурлы, бәхетле өйөбәҙгә. Ҡояшыбыҙҙы тартып алып бар булған яҡты донъябыҙҙы һүндерҙе.
Атайым түгелеп илай – илай, дауахананан Ҡәдимебеҙҙең үле кәүҙәһен күтәреп, алып ҡайтты. Аҡылына зыян килгән кеше хәлендә ине ул. Сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫып, берәүҙе лә яҡын ебәрмәй, бөтә кәүҙәһе менә бәүетеп бер нөктәгә төбәлеп ултырҙы ла, ултырҙы, ә күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәштәр аҡты. Бер ваҡытта ла ҡартәсәйемә ҡаршы һүҙ өндәшмәгән атайым, уны ла яҡын ебәрмәне, ҡустымдың кәүҙәһен дә бирмәне. Әсәйем иһә төнө буйы ҡайғырып, ҡулында йән биргән сабыйының хәсрәтен күтәрә алмай йөрәк ойәнәгенән иҫен юйып йығылған. Уға тиҙ ярҙам күрһәтеп, хәл кергәнсе тип дауаханала алып ҡалғандар ине. Эй бахырсыҡ әсәйем, эй бахырсыҡ атайым...
Бер аҙ ваҡыттан, йән әҫәре ҡалмаған йөҙө, ап - аҡ ҡағыҙ төҫөнә ингән, күҙҙәренең нуры һүнгән әсәйем аһылдап ҡайтып инде. Берәүгә лә иғтибар итмәй, ул тура атайым янына үтеп, уны ҡустым менән бергә ҡосаҡлап ултырҙы. Әсәйем иламай, күрәһең күп илап йәштәре ҡороғандыр, күҙҙәрендә шундай тәрән, аңлатып бирә алмаҫлыҡ ҡайғы, ғазаб. Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдең ошо хәлдә, ғәзиз сабыйҙарының үле кәүҙәһен ҡосаҡлап, ҡатып ҡалғандарын күреү минең өсөн мәңге онота алмаҫлыҡ тетрәнеү булып аңымда ҡалды. Ошо әжәлдә минең дә ғәйебем бар икәне, йөрәгемде бысаҡһыҙ телгеләй ине. Ғәйеплемен, мин бит ул ҡустымдың донъяға тыуыуын теләмәнем.
Тешем - тырнағым менән ҡаршы булдым. Хоҙай олатай: күп күрһәң әле тинеме икән, бына бит тартып алды беҙҙең ҡояшыбыҙҙы, ҡәҙерлебеҙҙе, ғәзиз ҡустыбыҙҙы... Нисек кенә сыҙарға һуң был ҡайғыға?
Инде шәбәйҙе, дауахананан сығарабыҙ тигәндә генә, кистән һап – һау күренгән, геүләп уйнап ятҡан сабый төндә тын ала алмай башлай, эстән әҫпеһе (внутренний диатез) ҡалҡып уны быуа. Был әҫпе шул тиклем ҡапыл һәм көслө була, бер нисек тә ярҙам итә алмай табиптар. Ғәзиз, ҡәҙерле сабый ғынаһы әсәйемдең ҡулында йән бирә. Ниндәй ҡот осҡос ҙур ҡайғы, бахырсыҡ ҡына әсәйем, бахырсыҡ ҡына атайым...
Өй эсебеҙ менән сыр – сыу килеп илашҡан беҙҙе йыуатырлыҡ көс юҡ ине... Өйөбөҙ эсендәге ун бер кеше бөтәһе лә туҡтай алмай түгелеп илап, беребеҙ ҙә йоҡларға ятмай, ҡустыбыҙҙың янында төн үткәрҙек. Беҙҙең ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашырға, төндә көтөргә килгән бар кешенең дә күҙҙәрендә йәш ине. Атайым, дауаханан алып ҡайтҡандан алып, таң атҡансы бер минутҡа ла улын ҡулынан ысҡындырманы, тышҡа ла сығып әйләнмәне. Бына ул минең илағанымды күреп ҡалды ла, әрнеп, рәнйеп : “ Ә һин ҡыҙым нишләп илайһың? Һин илама! Ҡыуан! Һин ҡыуан! Ҡәдимдең тыуғанын теләмәнең бит һин, хәҙер ҡыуан, ҡыуан! Ҡотолдоң балам!”... - тине миңә. Уның был ҡот осорғос, тетрәндергес һүҙҙәре минең бар булмышымды ялҡынлы ут булып өтөп алды һәм йөрәгемдә утлы яра булып мәңгелеккә уйылып ҡалды. Атайымдың күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыһынан әйткәнен аңлайым мин, әммә быны аңлауҙан бер ҙә еңеллек килмәй ине шул. Ҡайғырыуым, үкенеүем йөҙләтә артып китте генә. Ғәйебем бер нисек тә йуя алмаҫлыҡ...
Ҡәдим ҡустым мәрхүмде ерләп ҡайтҡас, атайымдың бергә эшләгән иптәштәре, шоферҙар, ҡайғы уртаҡлашып, бөтәбеҙҙе лә йәлләп, ҡартәсәйемә: “Инәй Ҡотдос ағайҙы сабыйының ҡәберенән саҡ сығарып алдыҡ. Ҡәбергә төшөп, бәпәйен ләхеткә һалды ла, йомарланып ҡәбер төбөнә йығылды ла ҡуйҙы. Ҡалайтһа итеп иҫенә килтереп, күмәкләп саҡ сығарып алдыҡ. Иҫенә килгәс, нишләп мине иҫемә килтерҙегеҙ, улым менән ҡуша ерләргә кәрәк ине, тип ҡотто осорҙо. Инәй ағайҙы ҡарағыҙ, байҡағыҙ инде, йөрәге насар бит.”- тип әрнеп һөйләнеләр. Ныҡ бала йәнле атайым менән әсәйем бик ауыр кисерҙеләр был ҡайғыны. Икәүһе лә ҡапыл ғына ныҡ ҡартайып, сүгеп киткән һымаҡ тойолдо миңә.
Сабыйын юғалтыу уларҙы бөтөнләй аяҡтан йыҡты.
Ҡап - ҡараңғы Ҡәҙер төнөндә атайым алдында яп – яҡты булып күк асылып киткәндә лә, ул күп бала һораған бит Аллаһы Тәғәләнән. Байлыҡ та, башҡа бер нәмә лә һорамаған. Шуға күрә лә атайым тормош мәғәнәһен тик беҙҙә, һигеҙ балаһында күрә ине бит. Ә бына бәләкәй генә сабыйын юғалтыу атайым өсөн, әйтеп, һөйләп бирерлек түгел ҡайғы ине. Өйөбөҙҙә ҡояш һүнде, яҡты, бер ҡайғыһыҙ, ҡыуаныслы көндәр юҡҡа сыҡты. Ун бер кеше йәшәгән өй тип әйтерлек тә түгел, буп – буш, ҡараңғы, һалҡын. Һәр береһе үҙ мөйөшөнә боҫоп, тауыш – тын сығармай көн күреүгә әйләнде был йорттағы тормош. Өйөбөҙҙөң йәмен, йәнен, бәхетен, бар шатлығын Ҡәдим ҡустым үҙе менән алып китте. Инде нисек шул сабыйһыҙ йәшәргә? Ҡайҙан көс алырға?
Тормош дауам итте, атайым менән әсәйемә эшләргә, беҙгә уҡырға кәрәк ине, ә ҡәртәсәйем менән өләсәйемә өйгә күҙ ҡолаҡ булырға... Тормошобоҙ сағыу төҫтөрен юғалтһа ла, өйөбөҙҙә яҡты нурҙар башҡа уйнамаһа ла йәшәргә кәрәк ине. Атайым менән дә әсәйем менән дә минең аралашыуым элеккесә ҡалды, улар миңә үпкәләмәгән һымаҡ ине. Бер йыл тирәһе үткәс кенә, ҡустыбыҙҙың йылын уҡытҡандан һуң, атайым минән ғафү үтенде. Ҡустымды юғалтҡан көндө ҡайғыһынан әрнеп, әсенеп әйткән ҡот осҡос һүҙҙәре өсөн. Мин дә ғәфү үтендем атайымдан да, әсәйемдән дә, алама холҡом арҡаһында уларҙы рәнйеткәнем өсөн.
Әммә атайымдың күңелендә, йөрәгенең иң – иң төбөндә иремәй ҡалған боҙ барын һәр ваҡыт тойоп йәшәйем мин ошо көндә. Ә әсәйем бахырсығым мине ғүмер буйы аңланы һәм нимә генә булһа ла ғафү итте. Ана бит әле өйҙә юҡ ҡаймаҡты табып алып килеп миңә тоттороп ебәрҙе. Эй әсәй, әсәйем, әсәкәйем нисек кенә һинең алдыңда ғәйебемде йуайым икән? Нисек үҙемде үҙем ғафү итәйем икән? Нисек? Был һорауҙар алыҫ юлыбыҙҙың һәр минутында минең мейемде сүкей ине. Күңелемдәге выждан ғазабы йәнемә тынғы бирмәй, сәйәхәтемдән дә йәм тапмайым.
Һәр туҡтаған станциябыҙҙа башҡа балалар туңдырма, тәмле – татлы, бәлеш һатып алырға сыҡһа, мин почта ящигы эҙләп йүгерҙем. Һәр станциянан әсәйемә ғәзиземә хаттар осто, ул хаттарҙа өс кенә юл ине. “Әсәйем һөйөклөм ғафү ит мине! Зинһар ғафү итә күр! Мин башҡа бер ваҡытта ла, ғүмерҙә лә һиңә ҡаршы һүҙ әйтмәйәсәкмен, һүҙ бирәм!..”
P.S. Һәм ошо биргән һүҙемде мин ғүмерем буйы тотасаҡмын. Ниндәй генә сетерекле хәлдәр килеп сыҡһа ла мин әсәйемә башҡа бер ваҡытта ла ҡаршы һүҙ әйтмйәсәкмен. Атайым да, әсәйем дә минең
яҡтан башҡа яман ҡараштар күрмәйәсәк, ауыр, ҡаты һүҙҙәр ишетмәйәсәк. Ауыр һүҙҙәр генә түгел бер ваҡытта ла мин уларға ҡаршы һүҙ әйтмәйәсәкмен.
Әсәйемдең быға бик риза икәнен мин үҙем ишеттем. Радигым теге донъяларға китеп барғас, әсәйем минең янымда булды, балаларыма күҙ ҡолаҡ булырға, миңә ярҙам итергә тырышты. Атайым ул ваҡытта инде күп йылдар, мәрхүм ине. Шул беҙҙә булған ваҡытында, әсәйем уртансы ҡыҙымдың мине менән телләшкәнен ишетеп: “Динара балам нишләп әсәйең менән телләшһең? Ул бит әсәй! Былай ҙа атайығыҙҙы юғалтыу ҡайғыһынан алйыр хәлгә еткән әсәйеңә ҡаршы һөйләп йәнен үртәмә. Хәбәреңде үлсәп, самалап, уйлап һөйлә ҡыҙым, һин бит ныҡ аҡыллы балаһың. Ана әсәйең ҡырҡ йәшкә етһә лә миңә бер ваҡытта ла ҡаршы һөйләмәй, күреп, ишетеп йөрөйһөгөҙ бит. Сөнки мин уға әсәй!” - тип әйткәнен ишетеп, әсәйемдең минән риза булғанын аңлап, бик ҡыуандым.
Атайым мәрхүмдең йөрәк төбөндә ятҡан боҙ оҙаҡ йылдар иремәйәсәк әле. Мин кейәүгә сыҡҡас атайым кейәүенән бик риза буласаҡ. Улар әсәйем менән икәүләп үҙ балаһы һымаҡ күрҙеләр кейәүҙәрен. Ә шулай ҙа мин тоя инем атайымдың миңә ҡарата үпкәһен. Тик минең өсөнсө балам, улым тыуып уны күрергә килгәндә генә мин атайымды нисектер асылып киткән кеүек тойҙом. Ә инде ул малайым алты айлыҡ булғас, беҙ уны ауылға атайымдарға алып барҙыҡ. Ике ҡыҙым былай ҙа әсәйемдәрҙә ине. Беҙ килгәндә атайым эштән ҡайтмаған ине әле. Бына ул ҡайтып инде лә, өҫ кейемен алыштыра һалып, һәләт кенә ҡулдарын йыуҙы ла минең улымды алды.
Быға тиклем ике ейәнсәр бүләк иткәйнек инде беҙ атайым менән әсәйемә. Ә улыбыҙ уларҙың беренсе ейәне. Атайым ейәнен һикертеп уйната, сәпәкәй иттерә, алдына ултыртып ипләп кенә, еҫкәп кенә улымды һөйә, ә үҙенең күҙҙәренән эре – эре йәштәр аға ине. Ул да, беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо миуттарҙа ҡустым Ҡәдим мәрхүмде уйлай инек. Минең улым һымаҡ алты ай ине бит ғәзизебеҙгә, беҙҙе ташлап киткәнендә. Шуға ла атайым менән әсәйемдең ҡайғылары яңырғандыр, бөтәбеҙҙең дә инде, бөтәбеҙҙең дә... Ап – аҡ йөҙлө, ҡап – ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, тумалаҡ ҡына, тыпылдап торған минең улым ныҡ оҡшаған ине ҡустым мәрхүмгә. Беҙ нисә көн булдыҡ атайымдарҙа, ул шунысама көн ейәнен ҡулынан төшөрмәне, хатта эшенән көн һорап ҡайтты... Ә балаларыбыҙҙың бөтәһен дә алып, ҡайтырға йыйынғас, атайым Радигым менән икебеҙҙе бергә ҡосаҡлап:
”Зур рәхмәт балалар әсәйең менән миңә ейәнсәрҙәр, ейән бүләк итеп ныҡ ҡыуандырҙығыҙ. Бәхетле булығыҙ Аллаһы бирһә!”- тине. Был уның мине тулыһынса ғафү итеүе һәм бөтәбеҙгә лә биргән фатихаһы ине.
ЗИЛДӘ ХӘМИҘУЛЛИНА