Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Июль 2022, 09:42

Балкон гарнитуры

Сират ми­нең эш бүлмәһенә лә етте. Бисәкәй, һуңғы аҡсаны һалып, ер тишегенән табып, миңә «кабинетный гарнитур» алып ҡайтты — мине бәхетле итте. Ике стенаны түшәменә тик­лем тултырып, китап шкафтары баҫты — «стенка» тип ата­ла. Миңә буяуҙарым менән буялып ултырырға, аҡса һуғырға — ҙур өҫтәл. Иҫке карауат торған урынға — тағы бер кейем шкафы. Иҫке карауатты балконға сығарып ҡуйҙыҡ.

Балкон гарнитурыБалкон гарнитуры
Балкон гарнитуры

Еңгәгеҙ менән нисәмә йылдар бер лампочка аҫтында ҡыҙынып, бер түшәкте йылытып, уны һаман да аңлап бөтмәгәнмен икән әле. Өс бүлмәле бынамын тигән квартир алғас асыла башланы уның характеры. 

Беҙ яңы квартирға күсендек, булған нәмәләребеҙҙе бүл­мәләргә ҡуйып сыҡтыҡ.

— Их, ниндәй иркенлек, ниндәй киңлек! — тип, хатта киң иҙәнгә ятып бер тәгәрәп алдым. — Артыҡ әйбер алма­йынса, шулай иркен генә итеп торорбоҙ инде. һауаһы ла таҙараҡ булыр, физзарядка-маҙар яһарға ла.

Еңгәйегеҙ миңә күҙенең ағы менән ҡарап алды.

— Тинтәк тиһәм, асыуланырһың, — тине ул. — Алйот! Килгән ҡунаҡтар, кешеләр алдында оятыңа көс төшмәҫме?! «Тапҡанын эсеп бөтөрөп торған», тиерҙәр бит. Ғүмер буйы эшләп, ул аҡсаны нимәгә йыйҙың?

— Курорттарға йөрөрбөҙ, илдәр күрербеҙ.

— Ауыҙыңды ла асма. Төрлө гарнитурҙарға яҙылған­мын, сираттарым етеп килә, әйбер күтәрергә көс йыя — физзарядка яһай тор, — тип шап ҡапланы еңгәгеҙ минең ауыҙҙы.

Оҙаҡ та үтмәне, беҙҙең залды «жилая комната» тигән, ун ете әйберҙән торған импортный гарнитур тултырҙы. Бө­тәһе лә: ултырғыстары, дивандары, тахталары, креслола­ры — ҡып-ҡыҙыл, зиннәтле, ҡалын туҡыманан.

— Хәҙер физзарядканы ҡайҙа яһайым инде? — тим би­сәкәйгә.— Бында бит боролорға ла урын ҡалманы.

— Саң һурғыс менән аҙнаға ике тапҡыр таҙартһаң, бы на булыр һиңә физзарядка, — тине бисәкәй.

Аҙнаға ике тапҡыр саң һурҙырыу миңә алда торған ҡот осҡос яза булып күренде. Мин тиҙ генә башты эшкә ектем.

— Әтәс тиреһенән ҡаптар тегеп, һәр береһенә кейҙереп ҡуяйыҡ — саңдың әҫәре лә инмәҫ.

Бисәкәй сут иттереп битемдән үбеп алды.

Мин ай буйына шатлана-шатлана пленканан ҡаптар йәбештерҙем, һуңғы ҡапты тинлек кәрәге булмаған ҡәһәрле ике креслоның береһенә кейҙереп торғанда, ах-вахҡа төшөп, еңгәгеҙ ҡайтып инде:

— Әйҙә, спальный гарнитур алырға!

Ул көндө туғыҙ нәмәнән торған гарнитур беҙҙең йоҡо бүлмәһен шып тултырҙы ла ҡуйҙы. Ҙур бүлмәгә иҫәп тотоп яһалған икән яуызың, хатта ике тумбочкаһы һыйманы — минең бәләкәс кенә эш бүлмәмә килеп инде.

Бисәкәй менән ғәләмәт ҙур карауаттарҙы, кейем шкафын, трельяж һымаҡ һәм тағы исемдәрен дә белмәгән әллә нәмәләрҙе тегеләй ҙә былай ҡуйып ҡарайбыҙ, күсерәбеҙ, этәрәбеҙ — һыймай ҙа ҡуя. Йә иһә килешмәй. Ахырҙа тап­тыҡ яйын. Ул да булһа, ике карауатты йоҡо бүлмәһенең иң түренә, иң уртаһына йәнәшә ҡуйырға кәрәк икән. һәр кем сит илдәгесә үҙенең сит ил карауатында ята һәм мәхәппәт килгәс кенә бер-береһенең ҡабырғаһына төртә...

Бер һүҙ менән әйткәндә, еңгәгеҙ ике карауатты әллә ниндәй атлас мендәрҙәр, мамыҡ юрғандар менән күпертеп ҡуйҙы — ятырға ҡурҡыныс, ҡарап торорлоҡ ҡына.

— Быларына ла ҡап кейҙерәбеҙме? — тим бисәкәйгә.

— Ҡап кейҙермәйбеҙ, әммә бында ятып та тормабыҙ инде, — ти ул. — һин әллә ниндәй буяуҙарға буялып ҡай­таһың, ипләп йыуынмайһың, һинең бүлмәгә иҫке карауат­ты ҡуяйыҡ. Шунда йоҡларһың.

Бына һиңә мә! Ә мин сит илдәгесә сит ил карауатында ғына ятырға хыял иткән булам.

Ҡыҫҡаһы, йоҡо бүлмәһе лә, зал да ябылды инеп-сығып йөрөр өсөн.

Үҙемдең эш бүлмәһе менән кухня араһында йөрөп ятҡан көндәрҙең береһендә тағы күҙе тоноп бисәкәй ҡайтып инде.

— Әйҙә, кухня гарнитуры алырға!

Кухняны ла шыплап тултырҙыҡ. Шатлыҡтан бисәкәй ҡысҡырып илай:

— Илаһым, бындай бәхетте лә күрер көнөм бар икән!

Унан һуң ҡотолғоһоҙ яҙмыш үҙенекен итте. Сират ми­нең эш бүлмәһенә лә етте. Бисәкәй, һуңғы аҡсаны һалып, ер тишегенән табып, миңә «кабинетный гарнитур» алып ҡайтты — мине бәхетле итте. Ике стенаны түшәменә тик­лем тултырып, китап шкафтары баҫты — «стенка» тип ата­ла. Миңә буяуҙарым менән буялып ултырырға, аҡса һуғырға — ҙур өҫтәл. Иҫке карауат торған урынға — тағы бер кейем шкафы. Иҫке карауатты балконға сығарып ҡуйҙыҡ.

— Барыһы ла һоҡланғыс! Иҫ киткес! — тим һөйөклө бисәкәйгә. — Әммә ләкин мин ҡайҙа йоҡлайым?

— Хәҙергә балконда иҫке карауатта йоҡларһың. Йылы бит.

— Август айы, төндәрен һалҡын төшә, бәлки, коридорҙа йоҡлармын?

— Булмай, ҡартыҡайым, иртәгә коридорный гарнитур алып ҡайтам.

Тиҙҙән коридорҙы ла шып тултырҙыҡ.

— Булды, моратыма ирештем, — ти еңгәгеҙ. — Хәҙер кеше алдында меҫкенлектән ҡотолдоҡ. Ҡунаҡ саҡырабыҙ — белһендәр Әхләмовтарҙың кем икәнен. Күҙҙәре аҡайһын ағай-эне, дуҫ-иштең, көнсөллөктән эске күлдәктәре еүешләнһен... Ә һиңә ике аҙна ваҡыт — бөтә блат-сватыңды эшкә ек, китап шкафтарыңды записной изданиелар менән тултыр. Китапханаларҙан бурысҡа алып тор. Ҡулың оҫта — ҡайһы бер бик һирәк, бик ҡиммәтле изданиеларҙы ҡатырғананмы, фанерҙанмы яһап, буяп ҡуй. Ғәйфулла дуҫыңдың китаптары күп. Ҡунаҡ үткәнсе алып тор.

һәммәһе еңгәгеҙ теләгәнсә булды. Китап шкафтарын да тултырҙым. Ҡунаҡ та саҡырҙыҡ, һайлап, алты пар, кәрәк кешеләрҙе, гарнитурлыларҙы ғына. Элекке йөрөшкән, гар­нитурһыҙ унлап пар дуҫ-иштәребеҙ беҙҙең шыплап тул­тырылған бүлмәләргә һыйманы.

Бүлмәләргә «аяҡ баҫырлыҡ урын юҡ» тип зарланһам да, бар ине ундай урындар. Элеккесә, әҙәмсә ятып йоҡлай, ултырып ашай алмаһаҡ та, бүлмәләрҙә һис юғында йөрөп була ине. һалҡын октябрь айы етеүгә, мңн, балкондағы иҫке карауатты ташлап, коридорға күскәс, төндәрен еңгәгеҙ, раскладушкаға абынып, аяғын ауырттырҙы. Бығаса бәхет күгенең етенсе ҡатында йөрөгән бисәкәйҙең ошо көндән башлап төҫө үҙгәрҙе, ҡылыҡтары ҡырыҫайҙы. Бер көн эштән ҡайтып ингәндә, күрәм, хәләл ефетем залдағы карауат-диванда тормошҡа зарланып ята.

— Йәшәүме ни был?! — ти. — Аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ.

— Ана бит, аяҡ баҫырлыҡ урын! — тип, залда ике аяҡ баҫырлыҡ буш ҡалған урынды күрһәтәм.

— Иртәгә уныһы ла булмаясаҡ.

Ысынлап та, икенсе көндө эштән ҡайтһам, ул урын да юҡ. Еңгәйегеҙ гарнитурҙарҙы шулай күсереп ҡуйған, әйберҙәр араһынан үтеп тә булмай. Коридорҙағы раскладушканы балконға сығарып ырғытҡан.

— Былай йәшәргә мөмкин түгел! — тип, иларға етешеп, бисәкәй минең күҙҙәргә ҡарай.

— Мөмкин түгел шул!

— Шулай булғас, әҙерәк уйлап ҡара! Ни эшләргә кәрәк һуң?

— Балкон гарнитуры һатып алырға кәрәк! — тинем мин, күңелле итеп.

— Алйот тиһәм, асыуланырһың, — тине еңгәгеҙ. — Тин­тәк! Дүрт бүлмәле квартир һорап ғариза яҙ! Бына нәмә кәрәк!

Шунда ғына аңланым мин бисәкәйҙең ай буйы пыр туҙҙырып гарнитурҙарҙы тегеләй ҙә былай күсереп йөрөтөүенең, минең раскладушканы балконға сығарып ырғытыуының серен.

— Ҡағыҙ ал да яҙ! — тип карауатта хәлһеҙләнеп ятҡан килеш һөйләй бирҙе ул. — Мин әйтеп торам.

Мин ҡағыҙ алырға һәм яҙырға уйламай ҙа инем, еңгәгеҙ, мейеһенә һеңдерә торһон типтер инде, әйтә лә баш­ ланы:

— «Беҙ ифрат тығыҙ шарттарҙа йәшәйбеҙ. Квартирыбыҙҙа аяҡ баҫырға ла урын юҡ. Мин, ижад кешеһе, бығаса коридорҙа раскладушкала йоҡлай инем. Инде уға ла урын ҡалманы. Раскладушка, етемһерәп, көҙгө ямғыр аҫтында балконда тутығып ята...» Аңланыңмы?

— Тамам аңланым һинең кем икәнеңде! — тинем мин һәм күптән ташлаған тәмәкемде тарта башларға балконға сығып киттем. Унан аяҡ аҫтын байҡаным. Бәй, ысынлап та, ундағы сүп-сарҙы быраҡтырырға ла балкон гарнитуры һатып алырға кәрәк. Былай нисек ғариза яҙырға ултырмаҡ кәрәк?! Әйтерҙәр — «балконығыҙ буш әле», тиерҙәр.

 

Агиш Ғирфанов.

 

 

Автор:
Читайте нас