Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Июль 2022, 14:15

Айгиз Баймөхәмәтов "Эльбрус"ты яуланы

Ошо көндәрҙә яҙыусыға Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан серле хат та килгән. 

Айгиз Баймөхәмәтов "Эльбрус"ты яуланыАйгиз Баймөхәмәтов "Эльбрус"ты яуланы
Айгиз Баймөхәмәтов "Эльбрус"ты яуланы

Был хаҡта Айгиз Ғиззәт улы шәхси сәхифәһендә яҙған. "Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан хат килеп төштө әле. Уларҙың "Менги-Тау" (Эльбрус) исемле төп әҙәби журналында повесым балҡар телендә сыҡҡан икән. Тәржемәсеһе - шағир Исмаил Бейтунанов. Рәхмәт уларға! Нальчикка күптән ҡунаҡҡа саҡыралар ине, хәҙер барырға сәбәп тыуҙы", - тигә яҙыусы. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә "Ҡалдырма, әсәй!" повесы 15 телдә донъя күргән.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас