

Нимә ул манипуляция? Был һүҙ, ябай ғына итеп әйткәндә, берәүҙең икенсенән аңлы йә аңһыҙ рәүештә һиҙҙермәй генә, үҙе теләгәнде эшләтеүе тигәнде аңлата. Нисек килеп сыға ул? Уны кеше тоймауы ла ихтимал.
Мәғлүмәт йоғонтоһо
Мәғлүмәт сығанаҡтары күбеһенсә негатив таратырға ярата. Яңылыҡтарға ышанһаң, донъяла бер яҡшы нәмә юҡ һымаҡ. Хатта һауа торошо менән дә нисектер кәйефте төшөрөп ҡуялар. Тормош ауыр, йәшәүе ҡурҡыныс кеүек булып китә. Ни хәл итәһең, һәйбәт яңылыҡтар бик уҡылмай, улар әллә ни таратылмай, һатылмай шул.
Ғәҙәти көн. 38 йәшлек ир уртаһы Илдар, ябай хеҙмәткәр, эшенә ашыға. Ул Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә ҡатыны, ике балаһы менән йәшәй. Юлда радионан яңылыҡтарҙы тыңлап өлгөрә. Доллар артыуы, инфляция, эксперттарҙың күңелһеҙ прогноздары, шомло хәбәрҙәре…
Тыңлай торғас, ысынлап та, Илдар киләсәге өсөн борсолоп китә. Ипотека түләргә кәрәк, ғаиләне ҡарауы ауыр, күптәр ҡыҫҡартыуға эләгә. Шул саҡ уның йөрәге лә сәнскеләп ала…
Эйе, мәғлүмәт сығанаҡтарына ышанһаң, шомло хәбәрҙәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Нисек йәшәргә тигән уй мейене быраулай башлай.
Бында бармы манипуляция? Бар. Ир радио тыңлаған арала ғына ошо алым ҡорбанына әйләнде, борсола, ҡурҡа башланы.
Шунан һуң ул яңы автомобиль рекламаһын күреп ҡала. Әлеге машинаһы иҫке, ә яңыны алһа, кредитҡа батырға кәрәк. Әммә ул үҙен текә кроссоверһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Хыялы тормошҡа ашһа, әҙәм алдында баһаһы артып китер ине. Башҡаларға ышаныслы, көслө булып тойолор ине… Шулай уйланды ир. Шәп реклама ла тик шул хаҡта тылҡый. Әлбиттә, яңы машина Илдарҙың борсолоу, хафаларын кәметмәҫ. Әммә элеге ваҡытта уға шул ғына ярҙам итер кеүек. Бына һиңә манипуляция ҡорбаны!
Эштә лә әллә күпме осраҡтар була. Коллегалары, етәксеһе тарафынан да.
Ҡайтышлай ҡатыны шылтыратып, диңгеҙгә путевка юлларға теләүе хаҡында әйтә. Был уның хыялын тағы бер нисә айға, йылға тотҡарлай инде. Асыуынан бисәһен әрләп ташлай. Эш хаҡын аҙ ала, күп тотона, бар донъя ире елкәһендә! Илдарҙың эше муйындан, етмәһә, йөрәге сәнскеләй. Ҡатын бынан ғәйеп тойғоһо кисереп, иренең һаулығы өсөн ҡурҡып, теләгенән баш тарта. Был осраҡта ҡатыны манипуляция ҡорбаны булды.
Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән шулай йәшәйбеҙ. Хис-тойғоларыбыҙ ҡайҙан килеп сыҡҡанын аңламағанға күрә был. Бар нәмәне лә үҙебеҙ хәл итәбеҙ тип уйлайбыҙ, әммә һис кенә лә улай түгел. Илдарҙың борсолоуы алама яңылыҡтар арҡаһында килеп тыуҙы. Сөнки ул был хәбәрҙәргә тулыһынса ышана һәм анализ яһамай. Эштәге хәлдәрендә лә күңелендәге кире хис-тойғолар көсәйә, уларҙан нисек ҡотолорға белмәй. Негативтың бер өлөшөн ҡатынына төшөрә, әммә был ғына ярҙам итмәй. Бына ни өсөн үҙенең хәлен яңы автомобиль ярҙамында еңеләйтергә теләй! Яңы тимер арғымаҡ күңел торошона ыңғай йоғонто яһар кеүек тойола. Ошо яһалма юл аша хәлен яҡшыртырға ынтыла башлай. Әммә төп мәсьәләһе барыбер хәл ителмәйәсәк. Һатып алған хәлдә лә, бер-ике айҙан киренән күңеле төшөр.
Бына ошолайыраҡ итеп беҙ анһат ҡына манипуляция ҡорбандарына әйләнәбеҙ. Үҙ хис-тойғоларыбыҙҙы аңламайбыҙ һәм ысынлап та нимә теләгәнебеҙҙе белмәйбеҙ икән – беҙҙең менән реклама, киң мәғлүмәт саралары, сәйәси пропаганда идара итә. Артабан стресс арҡаһында күп ашаныу, ташлама ваҡытында кәрәкмәгән әйберҙәр алыу, тынысландыра торған дарыуҙар эсеү, үҙеңә яуаплылыҡ алмаҫ өсөн башҡаларҙы ғәйепләүҙәр килеп сыға.
Уйһыҙ, моңһоҙ йәшәгән кеше манипуляция ҡорбаны була ла инде. Үҙе лә башҡалар менән “уйнай”.
Тарихтан күңелһеҙ миҫалдар
Кешенең ошо көсһөҙ яғы менән файҙаланыусылар һәр ваҡыттарҙа ла осрап торған.
Егерменсе быуат башында Зигмунд Фрейдтың ҡустыһы Эдвард Бернейс психоанализ теорияһын йәмәғәт фекерен тыуҙырыу өсөн ҡулланған. Ул кешеләрҙең аңы менән түгел, ә иң нескә тойғолары менән “уйнау”ға нигеҙ һалған. Йәғни ана шул рәүештә халыҡтан кәрәкмәгән нәмәне һатып алдырып була икән. Тауарҙы кешенең төпкөл аңында ятҡан теләк менән бәйләү юлы аша.
Егерменсе йылдарҙа Американың ҙур ғына тәмәке компанияһы Бернейсҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Улар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тарта башлауын теләй һәм бының менән килемде арттырыу иҫәптәре. Ул саҡта тәмәкенең зыяны хаҡында бик белмәйҙәр, әммә был шөғөл тик ирҙәр “эше” һанала.
Бернейс ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булырға теләүенә баҫым яһай. 1929 йылдың беренсе апрелендә “Нью-Йорк Таймс” гәзитендә “Ҡыҙҙар ирекле булыр өсөн тәмәке тарта” тигән баш аҫтында мәҡәлә сыға. Шул көндә үк Нью-Йоркта “ирек парады” ойоштора. Унда ҡатнашҡан ҡыҙҙар тоҡандырылған тәмәке формаһындағы факелдар тотоп йөрөй.
Билдәле журналист Рут Хейл үҙенең сығышында былай ти: “Ҡатын-ҡыҙҙар! Ирек факелын тоҡандырығыҙ! Сексист табуһы менән көрәшегеҙ!”
Артабан нимә булғанын барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Бернейс манипуляцияһы отошло булып сыға. Ҡатын-ҡыҙ ирек иллюзияһы кисерә, ә тәмәке компаниялары байый ғына. Хатта әлеге көндәрҙә лә тартыуҙы ирек символы итеп күреүсе һылыуҙар бар.
Бернейстың бер китабының тәржемәһе Йозеф Геббельс өҫтәлендә лә ятҡан. Уны Өсөнсө рейхтың мәғлүмәт министры, “алдаҡ һәм пиар атаһы” тип тә йөрөтәләр. Фашистик Германияның феноменаль уңышы, бәлки, ошо дөрөҫ итеп ойошторолған пиар арҡаһында ла килеп сыҡҡандыр, кем белә? Геббельс халыҡтың аңына йоғонто яһауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был манипуляция ниндәй трагедия менән бөткәне билдәле.
Бернейс идеяһына таянған манипуляция технологиялары бөгөн дә ҡулланыла һәм “сәскә ата”. НЛП, дини секталар, реклама — барыһы ла манипуляция төрҙәре.
Чипсы ашап бәхетле булып китмәйбеҙ
Оҫта PR-компаниялар беҙҙең аңда ҡайһы бер әйберҙәре социаль статус менән бәйләй. Уңышлы кешенең ҡиммәтле сәғәте, машинаһы, телефоны һ.б булырға тейеш. Рекламала бер ҙә ҡар көрәүсене ҡиммәтле парфюм һөртөнә тип күрһәтмәйҙәр. Йәнәһе, ошо әйберҙәрең бар икән, уңышлы булып китерһең. Халыҡҡа буш вәғәҙә биргән һымаҡ килеп сыға. Тырышырға, оҫталыҡты арттырырға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға кәрәкмәй, ә бары тик айфон һатып ал. Кеше хатта кредиттарға инергә лә риза.
Кроссовер алһаң, үҙеңә ышанысың артыр… Ошоно ашаһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң… Дарыу ғына эс — һауығырһың…
Ләкин кеше барыбер үҙенә ышана башламай, чипсы ашап бәхетле булып китмәй, дарыу эсеп һауыҡмай… Һаулыҡ — файҙалы ризыҡта, физик хәрәкәттә һәм психологик торошта тип һөйләп тормайҙар бит инде рекламаларҙа. Бер кем дә аптекаға йүгермәйәсәк.
Манипуляция бөтөнләй юҡ икән, ти. Радионан көн һайын ошолай тип һөйләйҙәр: “Яңы кроссовер — ул бары тик машина. Сифатлы, уңайлы. Барыһы ла һеҙгә көнләшеп ҡарар, ҡыҙҙар бай кейәүгә сығырға хыялланыр. Ләкин дөрөҫлөктән ҡасып булмай. Кемгәлер оҡшар өсөн кредит алаһың, ай һайын барлыҡ эш хаҡың китер…” Кем һатып аласаҡ?
Әйтәйек, сәйәсмән һайлаусылар алдында ошолай сығыш яһай: “Минең һеҙҙең тормошто яҡшырта алыуым икеле. Ни тиһәң дә, үҙем хаҡында нығыраҡ уйлайым. Миңә абруй, дан, дәрәжә мөһим, карьера баҫҡысы буйлап күтәрелергә һәм матур ғына итеп пенсияға китергә кәрәк. Балаларымды сит илдәрҙә уҡытҡым, һәр береһенә фатир алып биргем килә. Һеҙҙең мәсьәлә миңә төштән һуң”. Уны бер кем һайламаҫ шул.
Манипуляция сәбәптәре ниҙә?
Быны ябай кешеләр араһында ҡарайыҡ.
Беренсе һәм төп сәбәп — ҡурҡыу. Манипулятор ошо алымдарын ҡулланмайынса теләгәнемә ирешә алмаҫмын тип ҡурҡа. Тормош хәүефле, ә кешеләр — дошман тигән ышаныу һалынған күңеленә. Уға гарантия, һәр нәмәне теҙгендә тотоу кәрәк. Иң төптә ятҡан сәбәбе иһә – үҙ-үҙенә ышанысы самалы.
Шул уҡ ваҡытта үҙе лә ҡурҡытыу юлы аша теләгәненә ирешә. Ҡурҡытыу – кешеләр менән идара итер өсөн иң ҡулай ысул. Күп осраҡта берәй шомло хәл хаҡында һөйләү етә. Үҙеңде һаҡлап ҡалыу инстинкты – барлыҡ тереклек өсөн дә мөһим. Уның өсөн кеше уйһыҙ аҙымдарға барырға риза, әлегә тиклем һаҡланып килгән ҡиммәттәренән баш тарта ала. Тарихтан билдәле булыуынса, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып илен һатҡандар, репрессия ваҡыттарында бер-береһенә шикәйәт яҙғандар бар.
Ҡурҡытыу алымдары сәйәсәт өлкәһендә, диндә, фармацевтикала асыҡ сағылып ята. Мәҫәлән, берәй сирҙе кеше ғүмере өсөн үтә хәүефле тип тасуирлап күберәк дарыу һатырға мөмкин.
Ҡурҡытыу аша эшләнгән манипуляция нигеҙендә алдау бар. Бер ҡасан да булмаған үлемесле “диагноз”дар барлыҡҡа килә, маркетологтар тырышлығы менән яңынан-яңы ихтыяж килеп сыға.
Яһалма юл менән тыуҙырылған ажиотаж халыҡты магазиндарға йүгертә, хаҡ артыр, аҙыҡ, әйбер бөтөп ҡуйыр тип ҡурҡыта. Яңыраҡ шәкәр менән булған хәл иҫегеҙҙәме?
Шулай уҡ манипулятор башҡаларҙа ғәйеп тойғоһо уята. Кемдә алдан уҡ был тойғо ныҡ тамыр йәйгән, уның менән идара итеүе бик еңел. Ғәйеп тойғоһо кисереп йәшәгән кеше бер ҡасан да тулыһынса бәхетле түгел һәм үҙ фекере юҡ.
Манипулятор кешене оялтырға тырыша. Үҙенең хис-тойғоларын анализлап, ысынында оялырға сәбәп юҡ икәнлеген аңлағандар бик һирәк. Күптәр оялтыу аша тәрбиәләнгәнгә күрә бындай манипуляцияға тиҙ бирешә.
Манипуляцияһыҙ ҙа йәшәп була
Эйе, мөмкин ул. Бының өсөн кешеләр араһында сәләмәт мөнәсәбәттәр булдырыу мөһим.
Ниндәй сифаттар араларҙы матур итеп ҡорорға ярҙам итә? Психологтар фекеренсә, кешелә бер нисә төп төр холоҡ һыҙаттары ҙур роль уйнай. Бына улар:
Яңғыҙ, яҡлауһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡмау, үҙеңә ышаныу. Ир, бала, туғандар, дуҫтар менән аралар йылы булһын өсөн иң беренсе үҙ ҡәҙереңде, баһаңды белеү, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарың булыу, үҙең менән гармонияла йәшәү һәм башҡаларға өмөт бағламау, уларҙан ниҙер көтмәү ярҙам итә.
Бер-береңә ышаныу. Был беҙгә көс бирә, ҡыйыуыраҡ булабыҙ, нығыраҡ асылабыҙ. Ышаныс булғанда, бергәләп үҫәбеҙ, үҙгәрәбеҙ, хаталанып та алабыҙ, әммә аралар боҙолор тип ҡурҡмайбыҙ. Ышаныс юҡ икән, кешенән нимә көтөргә белмәйбеҙ, көсөргәнеш кисерәбеҙ. Билдәһеҙлек хәүефләндерә, шикләндерә, гел һиҙгер, уяу булырға мәжбүр итә. Йомолабыҙ.
Кешегә хөрмәт менән ҡарау, йәғни уның холоҡ сифаттарын, ҡаҙаныштарын, үҙенсәлектәрен ҡабул итеү. Хөрмәт юҡ икән, беҙ уны һанға һуҡмайбыҙ, күҙгә элмәйбеҙ, фекеренә төкөрөп ҡарайбыҙ. Шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуҙарға иғтибарлы булыу һәм конфликтты хәл итә белеү ҙә мөһим мөнәсәбәттәрҙә.
Ошо сифаттар бар икән, манипуляцияһыҙ ҙа йәшәргә мөмкин.
Тест
Һеҙ манипулятормы?
1. Яҡындарымдың, дуҫтарымдың иғтибарын йәлеп итергә теләһәм, ауырыған йә үпкәләгән булып ҡыланам.
2. Үпкәләһәм, кеше менән бер нисә көн һөйләшмәй йөрөйөм һәм бының менән уның ныҡ ғәйепле икәнлеген күрһәтәм.
3. Үҙемә кәрәккәнде һораған саҡта, йәлләтер өсөн, илап та ебәрә алам.
4. Көсһөҙ яҡтарымды һиҙеп ҡалмаһындар өсөн бер кемгә лә асылмайым.
5. Кәрәк саҡта үҙемде шул тиклем ярҙамға мохтаж итеп тә, шәп кеше итеп тә күрһәтә алам.
6. Файҙаһы тейә икән, оҡшамаған кеше менән дә эс-бауырына инеп һөйләшә алам.
7. Ғәйеп тойғоһо уятып, ҡурҡытып теләгемә ирешер өсөн, ҡайһы саҡ яһалма асыуланам, ҡыланып үпкәләйем.
8. Бәхәс ваҡытында нимә тип әйтергә белмәй башлаһам (аргумент юҡ), кешенең хис-тойғоларына баҫа башлайым.
9. Яңы танышлыҡтар булдырғанда кешенең ниндәй файҙаһы тейә алырын күҙ уңында тотам.
10. Кешенең көсһөҙ яҡтарын үтә күрәм тиергә мөмкин һәм үҙемә кәрәккәндә шунда баҫым яһайым.
Асҡыс
Һәр бер “эйе” тигән яуапҡа 1 балл өҫтәлә.
1–2 балл – һеҙ манипулятор түгел, асыҡ һәм ғәҙел мөнәсәбәттәр яҡлы.
3–5 балл – ҡайһы ваҡытта манипуляцияны ҡулланаһығыҙ, әммә йыш ҡына быны үҙегеҙ һиҙмәйһегеҙ, аңһыҙ рәүештә килеп сыға.
6 һәм унан күберәк балл – һеҙ тәжрибәле манипулятор һәм кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорғанда бының һис ғәйебе юҡ тип һанайһығыҙ.
Гөлсинә ЙОСОПОВА.