Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Август 2022, 13:45

Беренсе уҡытыусы Повесть (һуңғы өлөш) Сыңғыҙ АЙТМАТОВ

– Һуң, һин ниңә ҡотораһың, иҫәр. Ә кейәү сыҡмай ултырыуыңды уйлап та ҡарамайһың. Йүнле кешеләрҙең һинең кеүек ҡыҙҙары күптән инде кейәүгә сығып бөттөләр, өйҙәрендә туған-тыумасалары артты. Ә һин... Берәү мәктәпкә йөрөү уйыны тапҡан икән. Туҡта әле, үҙеңде шыҡырлатып, тотмаһаммы...

Беренсе уҡытыусы  Повесть  (һуңғы өлөш) Сыңғыҙ АЙТМАТОВБеренсе уҡытыусы  Повесть  (һуңғы өлөш) Сыңғыҙ АЙТМАТОВ
Беренсе уҡытыусы Повесть (һуңғы өлөш) Сыңғыҙ АЙТМАТОВ

 ***

Ҡыш тауҙар артылышы аръяғына сигенде. Зәңгәр ташҡынлы яҙ килде. Ҡояш нурҙарына йылынып иҙрәгән уйһыулыҡтарҙан тауҙарға ҡарай йылы һауа ағымы иҫте. Ул үҙе менән бергә яҙғы ер тынын, ҡайнаған һөт еҫен килтерҙе. Көрттәр ҙә иреп йоҡарҙы, тауҙарҙағы боҙҙар ҡуҙғалды, йырғанаҡтар барлыҡҡа килде, шунан улар, бергә ҡушылып, юлындағы бөтә нәмәне емерерлек көслө ташҡын булып аҡтылар, йыуылған соҡорҙарға тулдылар.

Бәлки, был минең йәшлегемдең тәүге яҙы булғандыр. Нисек кенә булмаһын, был яҙ миңә элеккеләренә ҡарағанда йәмлерәк тойолдо. Беҙҙең мәктәп ултырған түң өҫтөнән күҙ алдыбыҙға гүзәл яҙ донъяһы асылды. Яҙһылыу, әйтерһең, ҡоласын йәйеп, тауҙарҙан йүгереп төшә лә, туҡтай алмайынса, ҡояш нурҙарына, аҡһыл томанға төрөнгән, көмөштәй емелдәп күренгән алыҫ дала киңлектәренә ашыға. Ҡайҙалыр йыраҡ-йыраҡта ҡар һыуынан барлыҡҡа килгән бәләкай генә күлдәр йылтырап күренә, ҡайҙалыр икенсе бер ерҙә аттар кешнәгән тауыштар ишетелә, ҡайҙалыр өсөнсө бер ерҙә күктән, ҡанаттарына аҡ болоттар эйәртеп, торналар осоп үтә. Был торналар ҡайҙарҙан осоп килгәндәрҙер ҙә үҙҙәренең шундай бойоҡторғос, һорнайҙан сыҡҡан кеүек тауыштары менән күңелде ҡайҙа елкендергәңдәрҙер.

Яҙ килгәс, беҙ күңеллерәк, йәшәй башланыҡ. Төрлө уйындар уйнайбыҙ, сәбәпһеҙ-ниһеҙ көләбеҙ, ә дәрестән һуң мәктәптән ауылға еткәнсе бөтә юл буйынса шаулаша-шаулаша йүгерешеп ҡайтабыҙ. Еңгәмә быларҙың береһе лә оҡшамай. Ул мине әрләү өсөн уңайлы мәлде көтөп кенә йөрөй.

– Һуң, һин ниңә ҡотораһың, иҫәр. Ә кейәү сыҡмай ултырыуыңды уйлап та ҡарамайһың. Йүнле кешеләрҙең һинең кеүек ҡыҙҙары күптән инде кейәүгә сығып бөттөләр, өйҙәрендә туған-тыумасалары артты. Ә һин... Берәү мәктәпкә йөрөү уйыны тапҡан икән. Туҡта әле, үҙеңде шыҡырлатып, тотмаһаммы...

Дөрөҫөн әйткандә, мин еңгәмдең янауҙарын әллә ни иғтибарға алмай торғайным. Уның өҙлөкһөҙ тиргәшеп йәшәүе бер бөгөн түгел бит, бөтмәҫ ҡылығы шул. Ә минең турала кейәү сыҡмай ултырыусы ҡыҙ тип әйтеүе нахаҡ һүҙ. Мин быйыл яҙ ҡапыл буйға үҫеп киттем. Тик шул ғына.

– Һин әле яшыҡ ҡыҙыҡайһың, – тип көлә ине Дүйшөн. – Өҫтәүенә, ерән сәслеһең шикелле!

Мин уның был һүҙҙәренә бер ҙә үпкәләмәйем. Әлбиттә, үҙемдең турала, мин яшыҡмын шул, бөтөнләй үк ерән дә түгелмен, тип уйлайым. Ә бына үҫеп еткәс, ысын кәләш булғас, мин ошолай булырмын тиһеңме? Шул саҡ еңгәм дә күрер әле минең матурлығымды. Дүйшөн миңә, һинең күҙҙәрең йондоҙҙар һымаҡ емелдәй, йөҙөң дә асыҡ, һөйкөмлө, ти бит.

Шулай бер ваҡыт мәктәптән йүгереп ҡайтып инһәм, ишек алдында ике ят ат тора. Эйәр-өпсөндәренә ҡарағанда, уларҙың хужалары тауҙар яғынан килгән булырға оҡшай. Элек тә улар беҙгә баҙарҙан ҡайтышлай йәки тирмәнгә килешләй төшөп китә торғайнылар.

Еңгәмдең: “Һин, ҡәрҙәшкәйем, ул тиклем һаранланма әле, ярлыланып китмәҫһең. Уның урынына аҙаҡтан, аҫыл ҡошто ҡулыңа төшөргәс, мине хөрмәтләп иҫкә алырһың!” – тигән һүҙҙәре, нисектер серле итеп көлөүе тупһаға аяҡ баҫҡас та уҡ күңелемде һағайта төштө. Еңгәмдең һүҙҙәренә яуап итеп хуплау, көлөү тауыштары ишетелде. Мин инеү менән, бөтәһе лә бер юлы шым булдылар. Кейеҙ өҫтөнә йәйелгән ашъяулыҡ янында бүкән кеүек, ҡыҙыл йөҙлө һөмһөҙ кеше ултыра. Ул тирләгән маңлайынан юғарыраҡ күтәреп ҡуйған төлкө малахайы аҫтынан һөҙөп ҡараны ла тамаҡ ҡырҙы, шунан күҙ ҡабаҡтарын түбән төшөрҙө.

– Ә, һылыуҡайым, ҡайттыңмы, ин, һөйөклөм! – тип яҡшатланып ҡаршы алды мине еңгәм.

Ағайым кейеҙ ситендә, икенсе бер ят кеше эргәһендә ултыра ине. Улар кәрт уйнайҙар, араҡы әсәләр, бишбармаҡ ашайҙар. Икеһе лә иҫерек. Кәрт һуҡҡан саҡтарында баштары нисектер сәйер рәүештә сайҡала.

Һоро бесәйебеҙ ашъяулыҡ янына барып ултырырға иткәйне, теге ҡыҙыл йөҙлө кеше уның башына бармағы менән шул тиклем ныҡ итеп сиртте, хатта ул ҡырағай тауыш сығарып ситкә ырғыны, тиҙерәк мөйөшкә ҡасты. Башы ныҡ ауыртҡандыр инде, бахырҡайҙың. Мин нисек тә булһа бынан ысҡынырға теләйем, тик сәбәбен генә таба алмайым. Шул саҡ бәләнән мине еңгәм үҙе ҡотҡарҙы.

– Һылыуҡайым, – тине ул, – унда, ҡаҙанда, аш бар, һыуынмаҫ борон ашаһаңсы.

Мин сыға һалдым. Әле еңгәмдең былай юхаланыуы миңә бер ҙә оҡшаманы. Күңелдә борсолоу тыуҙы. Мин ирекһеҙҙән һағая төштөм.

Бер-ике сәғәттән һуң теге кешеләр аттарына атландылар ҙа үҙҙәренең тауҙары яғына ҡайтып киттеләр. Еңгәм шунда уҡ мине ғәҙәттәгесә әрләргә тотондо. Был минең күңелемде тынысландырҙы. “Иҫерек булғаны өсөн генә шулай яғымлы ҡыланғандыр”, – тип уйланым мин.

Ошо хәлдән һуң, оҙаҡ та үтмәй, беҙгә нисектер Сайҡал әбей килеп сыҡты. Мин ишек алдында инем, шулай ҙа уның әйткән һүҙҙәрен ишетеп ҡалдым:

– Кит әле, Аллам һаҡлаһын! Һәләк итәһең бит баланы.

Еңгәм менән Сайҡал әбей, бер-береһен бүлеп, нимә тураһындалыр ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләштеләр. Шунан ҡарсыҡ өйҙән асыуы ҡабарып килеп сыҡты.

Ул миңә борсоулы, шул уҡ ваҡытта йәлләүсән ҡараш ташланы ла өндәшмәй китеп барҙы. Мин үҙемә үҙем урын таба алманым. Ни өсөн Сайҡал әбей миңә улай ҡараны икән, нием менән яраманым икән?

Икенсе көнө мәктәпкә килгәс үк, мин Дүйшөндөң, беҙгә белдермәҫкә тырышһа ла, бик күңелһеҙ, борсоу йөҙлө булыуын күрҙем. Ул ниңәлер минең яғыма ла ҡарамай. Дәрестән һуң эркелешеп мәктәптән сыҡҡас, Дүйшөн мине исемемде әйтеп туҡтатты. Уҡытыусы эргәмә килеп, күҙемә текәп ҡараны ла, яурыныма ҡулын һалып: “Һин өйгә ҡайтма. Аңланыңмы мине, Алтынай”, – тине.

Минең ҡурҡышымдан ҡотом осто. Еңгәмдең мине ни эшләтергә йыйыныуын мин яңы аңланым.

– Мин һинең өсөн үҙем яуап бирермен, – тине Дүйшөн. – Ә хәҙергә беҙҙә йәшәп тор. Минән башҡа әллә ҡайҙа сығып йөрөмә.

Моғайын, минең ҡобарам осоп, ап-аҡ булғанмындыр. Дүйшөн эйәгемде юғары күтәрә бирҙе лә, һәр ваҡыттағыса, күҙемә ҡарап йылмайып ҡуйҙы.

– Һин ҡурҡма, Алтынай! – тине ул. – Эргәңдә мин бар саҡта, берәүҙән дә ҡурҡма. Ғәҙәттәгесә уҡы, әйҙә, мәктәпкә йөрө, әллә нимәләр уйлап, башыңды ҡаңғыртма... Юғиһә мин һинең ҡурҡаҡ ҡыҙыҡай икәнлегеңде беләм бит... Әйткәндәй, һиңә күптән һөйләргә йыйынып йөрөй инем. – Ул ниндәйҙер бер ҡыҙыҡ нәмә хаҡында иҫләне булһа кәрәк, йәнә көлөп ебәрҙе. – Хәтереңдәме, теге ваҡытта Ҡартанбай бабай таң һарыһынан торҙо ла ҡайҙалыр китеп юҡ булды. Бер аҙҙан һуң ҡараһам, кемде тип уйлайһың, имсе Йәнәк әбейҙе килтергән. “Ниңә килтерҙең?” – тип һорайым. “Әйҙә, бер аҙ им-том итһен, Алтынайҙың ҡурҡышынан йөрәге урынынан ҡуҙғалған бит”, – ти. Ә мин әйтәм: “Ҡыуып сығарығыҙ һеҙ уны, юҡһа бер һарыҡһыҙ ҡотола алмаҫһығыҙ. Былай ҙа бай түгелбеҙ. Атты хәйер итер инек, уны бүреләргә бирҙек...” Ул ваҡытта һин йоҡлай инең әле. Барыбер сығарып ебәрҙем мин уны. Ҡартанбай олатай шунан Һуң, бер аҙна буйы минең менән һөйләшмәй, асыуланып йөрөнө. “Һин мине, ҡарт кешене, хур иттең”, —ти. Шулай ҙа бик һәйбәттәр улар, һирәк осрай торған яҡшы кешеләр. Йә, хәҙер ҡайтайыҡ инде, әйҙә, Алтынай...

Юҡҡа уҡытыусының кәйефен ҡырмаҫ өҫөн, мин үҙемде төрлөсә ҡулға алырға тырышһам да, барыбер борсоулы уйҙарҙан ҡотола алманым, сөнки теләгән бер ваҡыт эсендә бында еңгәм килеп, мине көслөк менән алып китеүе ихтимал. Ә унда уларҙың мине нимә эшләтһәләр ҙә ҡулдарынан килә. Ауылдағы берәү ҙә уларҙы тыймаясаҡ. Мин, ҡурҡып, төнө буйы йоҡламай сыҡтым.

Дүйшөн, әлбиттә, минең хәлемде аңлай. Бәлки, шуғалыр ҙа мине нисек тә күңелһеҙ уйҙарҙан арындырыу өсөндөр индә, ул иртәгеһенә мәктәпкә ике тирәк үҫентеһе алып килгән ине. Дәрестән һуң мине етәкләне лә ситкә алып китте.

– Хәҙер беҙ һинең менән, Алтынай, бер эш эшләйбеҙ, – тине ул, серле йылмайып. – Бына был тирәктәрҙе мин һинең өсөн килтерҙем. Беҙ уларҙы икәүләп ултыртырбыҙ. Улар ҙурайып, көс йыйғансы, һин дә үҫеп етеп, яҡшы кеше булырһың. Һинең күңелең киң, зирәк аҡыллыһың. Мин һине гел ғалим кеше булырһың һымаҡ тоям. Мин быға ышанам, бына күрерһең әле, һиңә тыумыштан шулай яҙылған. Һин әле, ошо тирәктәр кеүек, йәш, сибек кенәһең. Әйҙә, Алтынай, уларҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән ултыртайыҡ. Бәхетең уҡыуҙа булһын, аҡыллым.

Был үҫентеләр йәш кенә, күгелйем олонло тирәктәр ине. Беҙ уларҙы мәктәптән алыҫ булмаған урынға ултыртҡас, тау итәгенән йомшаҡ ел иҫте, уларҙың әле яңы ғына асылып килгән кескәй япраҡтарын әҙ генә ҡуҙғатып ҡуйҙы, гүйә, ел япраҡтарға йәшәү өрҙө.

– Ҡара әле, ниндәй һәйбәт! – тип көлдө Дүйшөн, артҡараҡ сигә биреп. – Ә хәҙер анауы шишмәнән арыҡ үткәрәйек. Һуңынан күрерһең әле, шундай матур тирәктәр булып үҫерҙәр! Улар бында, түң өҫтөндә, ике туған кеүек, бергә шаулап ултырырҙар. Уларҙы һәр кем күрер, яҡшы кешеләр быға һөйөнөр. Ул ваҡытта Алтынай, тормош та икенсе булыр. Бөтә рәхәтлек алда әле.

Дуйшөндөң шундай изге күңелле булыуы мине бик ныҡ әҫәрләндерҙе. Мин үҙемдең был эске торошомдо, исмаһам, бер аҙ ғына булһа ла аңлатып биреү өсөн хәҙер ҙә һүҙ таба алмайым. Мин ул саҡта Дүйшөнгә һоҡланып, таң ҡалып ҡарап торҙом. Гүйә, мин уны беренсе тапҡыр күрәм, йөҙөндә – күпме алсаҡ матурлыҡ, һөйкөмлөлөк, күҙҙәрендә – күпме наҙ, кешелеклелек. Уның эшсән, көслө ҡулдарын да, шундай асыҡ, саф, йөрәкте йылытырлыҡ йылмайыуын да, гүйә, беренсе тапҡыр күрәм! Шул саҡ күкрәгемдә ҡайнар тулҡын булып әле минең өсөн ят донъяның таныш түгел яңы тойғоһо уянды һәм мин Дүйшөнгә: “Мөғәллим, ошондай яҡшы кеше булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Мин һеҙҙе ҡосаҡлап үбергә теләйем!” – тигән һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн уға талпындым. Ләкин ҡыйманым, был һүҙҙәрҙе әйтергә оялдым. Ә, бәлки, кәрәк булғандыр…

Беҙ түң өҫтөндә, һәр кем үҙ хыялына сумып, тик торҙоҡ. Күк йөҙө шундай аяҙ, саф, тирә-яҡ яҙғы йәшеллеккә күмелгән. Был мәлдә мин үҙемә ябырылған ҡайғы, ҡурҡыныс хаҡында бөтөнләй онотҡайным. Иртәгә нимә булырын да, ни өсөн бына ике көн инде еңгәм мине эҙләгәнлеген дә уйламайым. Бәлки, улар мине онотҡандарҙыр, бәлки, мине бирмәҫкә булғандарҙыр? Дүйшөн, баҡһаң, был турала ла уйлаған икән.

– Һин бик ҡайғырма, Алтынай, юлын табырбыҙ, – тине ул, ауылға ҡайтып килешләй. – Унда һинең хаҡында һөйләшәсәкмен. Бәлки, һине, юллап, ҡалаға уҡырға ла ебәртермен әле. Барырға теләйһеңме?

– Һеҙ нисек ҡушһағыҙ, шулай эшләрмен, – тинем мин,

Ҡаланың нисек икәнлеген күҙ алдына килтерә алмаһам да, миңә ҡала тормошо хаҡында хыялланыу өсөн Дүйшөндөң әйткәндәре лә етте. Берсә мин үҙемде ят ерҙәрҙә көткән билдәһеҙлектәрҙән ҡурҡам, берсә тағы юлға сығырға ҡарар итәм: ҡыҫҡаһы, хәҙер минең башымда – тик ҡала ғына.

Икенсе көндә мәктәптә лә шул турала ғына уйланып тик ултырҙым. Унда нисек кемдә йәшәрмен икән, тип уйлайым. Әгәр кем дә булһа үҙенә индерһә, утынын да ярырмын, һыуын да килтерермен, керен дә йыуырмын, нимә генә ҡушмаһындар, бөтәһен дә эшләрмен. Дәрестә шулай уйланып ултыра торғас, ҡапыл мәктәптең серек стенаһы аша тояҡ тауыштары ишетелеүгә тертләп киттем. Был шундай тиҙ булды, аттар шундай шәп сабып килделәр, әйтерһең, мәктәпте хәҙер тапайҙар тип торорһоң. Беҙ һәммәбеҙ ҙә һағайып, тынып ҡалдыҡ.

– Иғтибарығыҙҙы бүлмәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән булыҒыҙ, – тине Дүйшөн. Тик шул саҡ ишек шар асылып китте, тупһала еңгәм күренде. Ул йөҙөнә тантаналы яуызлыҡ төҫө сығарып, мыҫҡыллы йылмайып ҡарап тора. Дүйшөн уның янына барып:

– Ниндәй эш менән килдегеҙ? – тип һораны.

– Һин ҡыҫыла торған эш түгел был! – Еңгәм миңә ташланды, ләкин Дуйшөн уның юлын быуҙы.

– Бында бары уҡыусы балалар ғына, кейәүгә бирерлек бер кем дә юҡ! – тине Дүйшөн ҡаты итеп, тыныс рәүештә.

– Уныһын ҡарап ҡарарбыҙ. Эй ирҙәр, тотоғоҙ үҙен, сәсенән һөйрәп алып сығығыҙ албаҫтының!

Еңгәм һыбай кешеләрҙең береһенә ымланы. Ул теге ҡыҙы йөҙлө, төлкө малахайлы кеше ине. Ҡулдарына йыуан-йыуан бәйҙәр тотҡан ике кеше лә, аттарынан төшөп, уның артынан ашыҡтылар.

Уҡытыусы урынынан да ҡуҙғалманы.

– Һин нимә, эйәһеҙ эт, кеше ҡыҙҙары менән үҙ бисәләреңдән эш итәһең? Юл бир!

Теге ҡыҙыл йөҙлө кеше Дүйшөнгә айыуҙай ажарланып яҡынлаша башланы.

– Һеҙҙең бында инергә хаҡығыҙ юҡ, был мәктәп! – тине Дүйшөн, ишек яҡтарына ныҡ итеп тотонған хәлдә.

– Әйттем бит! – тип сыйылданы еңгәм. – Ул уны күптән үҙе ҡосаҡлағандыр әле. Күрәләтә кәнтәйҙе үҙенә ҡаратып алды!

– Төкөрҙөм мин һинең мәктәбеңә! – тип ярһыны ҡыҙыл йөҙлө, ҡамсыһын болғай-болғай.

Әммә Дүйшөн унан йылғырыраҡ булып сыҡты. Ул бөтә көсөнә аяғы менән уның ҡорһағына типте. Тегеһе ахылдап барып йығылды. Шул мәл бау тотҡан баяғы ике әҙәм мөғәллимгә ташланды. Балалар илаша-илаша мине ҡапланылар. Талаша-тартыша торғас, ишек ватылып, селпәрәмә килде. Мин, үҙемә йәбешкән балаларҙы һөйрәй-һөйрәй, һуғышыусыларға табан ташландым.

– Ебәрегеҙ мөғәллимде! Туҡмамағыҙ! Бына мин, алығыҙ мине, мөғәллимгә теймәгеҙ!

Дүйшөн боролоп ҡараны. Ул баштан-аяҡ ҡанға батҡан, ҡурҡыныс та, ярһыу ҙа ине. Ул ерҙә ятҡан бер таҡтаны эләктереп алды ла, шуның менән һелтәнә-һелтәнә, беҙгә: – Ҡасығыҙ балалар, ауылға йүгерегеҙ! Ҡас, Алтынай! – тип ҡысҡырҙы. Шунан көтмәгәндә тынып ҡалды.

Уның ҡулын һындыра һуҡтылар. Дүйшөн, ҡулын күкрәгенә ҡыҫып, артҡа сигенде, ә тегеләр, ҡоторған эттәр кеүек, уға ташландылар, хәҙер инде һаҡлана алмаған Дүйшөндө иркенләп туҡмай башланылар.

– Шулай, шулай, башына ултырт! Иҫенән яҙҙырғансы туҡма!

Ярһыған еңгәм менән икәүләп теге ҡыҙыл йөҙлө бәндә миңә ташланды. Улар мине, сәс толомомдан эләктереп, һөйрәп алып сыҡтылар. Мин йән көсөмдө һалып ҡысҡырырға тырыштым. Ҡапыл күҙемә ҡоттары осоп, урындарында ҡатҡан балалар, стена ҡырындағы ҡара ҡанға батҡан Дүйшөн сағылып ҡалды.

– Мөғәллим!

Ләкин Дүйшөн миңә бер нисек тә ярҙам итә алмай ине инде. Ҡанһыҙҙар уны хәлдән тайҙырғансы туҡманылар, тик ул һаман йығылмаған әле. Дүйшөн һалынып, төшкән башын күтәрергә теләгәйне, тегеләр уны тағы туҡмарға керештеләр. Мине ергә йығып һалдылар ҙа ҡулымды шаҡарып бәйләнеләр. Шул саҡ Дүйшөн миңә яҡынлашып килә ине инде.

– Мөғәллим!

Әммә минең ауыҙыма сепрәк тыҡтылар, эйәргә күтәреп арҡыры һалдылар.

Ҡыҙыл йөҙлөһө атҡа атланып ултырырға ла өлгөрҙө, ул мине ҡулдары, күкрәге менән эйәргә ҡуша ҡыҫты. Теге Дүйшөндө туҡмаған ике кеше лә эйәрҙәренә атландылар, ә еңгәм, башымды төйә-төйә, эргәнән йүгереп килә:

– Ә кәрәгеңде алдыңмы, кәрәгеңде алдыңмы! Бына нисек, бына нисек оҙатам мин һине! Мөғәллимең дә бөттө шуның менән...

Ләки был бөтөү түгел ине әле. Шул саҡ ҡапыл артта йән өҙгөс тауыш ишетелде.

– Алты-на-а-ай!

Мин һалынып килгән башымды көскә күтәреп, артҡа ҡайырылып ҡараным. Дүйшөн артыбыҙҙан йүгереп килә ине.

Үлә яҙғанса туҡмалған, ҡанға батҡан хәлдә лә, ул, ҡулына йомро таш тотоп, беҙҙең арттан йүгерә. Ә уның артынан, сыр-сыу килеп илаша-илаша, бөтә балалар эйәргән.

– Туҡтағыҙ, йыртҡыстар! Туҡтағыҙ! Ебәрегеҙ уны, ебәрегеҙ! Алтынай! – тип һөрәнләй ул, беҙҙе ҡыуа-ҡыуа.

Кеше талаусылар яйланылар. Теге икәүһе, боролоп, Дүйшөнгә яҡынланылар. Дүйшөн, һынған ҡулы ҡамасауламаһын өсөн, еңенән йәтешләп тешләне лә, ташын тоҫҡап, тегеләргә бәрҙе, ләкин тейҙерә алманы. Шул саҡ улары уны ҡолата һуҡтылар. Минең күҙ алдарым ҡараңғыланды, бары тик балаларҙың, ҡурҡышып, нисек мөғәллим янна йүгерешеп килеүҙәрен, уның өҫтөнә эйелгәндәрен генә күреп ҡалдым.

 

Хәтерләмәйем, нисек, ҡайҙа килтергәндәрҙер мине. Аңыма килгәндә, бер тирмә эсендә ята инем. Уның асыҡ түбәһенән таңғы йондоҙҙар емелдәп күренә. Улар шундай тыныстар, уларҙы бер кем дә борсомай. Ҡайҙалыр яҡында шаулап йылға аға, әтәс тауыштары ишетелә. Һүнгән усаҡ алдында кибеп бөткән, ҡайғылы йөҙлө өлкән ҡатын ултыра. Уның йөҙө ер шикелле ҡап-ҡара ине. Мин ирекһеҙҙән икенсе яҡҡа ҡараным. Әгәр ҡулымдан килһә, мин уны ҡарашым менән сәнсеп үлтерер инем!

– Ҡараҡай, ҡалҡытып ултырт үҙен, – тип бойорҙо ҡыҙыл йөҙлө кеше.

Ҡара ҡатын минең эргәмә килде лә шырау кеүек ҡаты, һалҡын ҡулы менән яурынымдан һелкетте.

– Тынысландыр көндәшеңде, өгөтлә. Әгәр булмай икән, барыбер: уның менән һүҙ ҡыҫҡа булыр.

Ул тирмәнән сығып китте. Ә ҡара ҡатын хатта урынынан да ҡуҙғалманы, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бәлки, ул телһеҙҙер? Уның көл кеүек төҫһөҙ, эскә батҡан күҙҙәре мәғәнәһеҙ ҡарайҙар. Көсөк сағынан уҡ ҡоттары алынып бөткән эттәр була. Яуыз кешеләр уларҙы ни туры килһә, шуның менән туҡмайҙар, тегеләре иһә быға әкренләп күнегеп бөтә. Ләкин уларҙың ҡарашына йән әсеткес төҫһөҙ бер бушлыҡ, мәғәнәһеҙлек һеңеп ҡала. Мин ҡара ҡатындың үле күҙҙәренә ҡарайым да үҙемде лә тере түгелмен һымаҡ, ҡәберҙәмен һымаҡ тоям. Әгәр йылға шауы ишетелмәгәндә, мин быға ышанырға ла әҙер булыр инем. Һыу шарлауыҡтар аша кәйпелә-кәйпелә йырлап аға – ул иректә...

Таш бәғерле бисә, мәңге ҡарғышлы бул! Минең күҙ йәштәремә, ҡаныма тонсоҡ... Ошо төндә ун биш йәшемдә мин ҡатынға әйләндем. Мин был кеше талаусының балаларынан да йәш инем.

Өсөнсө төндә мин бер нәмәгә ҡарамай ҡасырға булдым. Юлда һәләк тә булайым ти, ҡыуып та етһендәр ти, ләкин, уҡытыусым Дүйшөн кеүек, һуңғы һулышыма тиклем көрәшәсәкмен.

Төндә тауыш-тынһыҙ ғына ишек янына килдем, уны һәрмәп таптым, ләкин ул арҡан менән ныҡ итеп бәйләп ҡуйылған булып сыҡты. Төрлөсә төйнәп бәйләнгән арҡанды ҡараңғыла сисеү мөмкин түгел ине. Шул саҡ мин, тирмәнең тағанын күтәреп, аҫтан шыуып сыҡмаҡсы булдым. Әммә, нисек кенә көсәнһәм дә, бер ни ҙә эшләй алманым; тирмә тыштан да арҡандар менән ергә ныҡ беркетеп бәйләнгән икән.

Ниндәйҙер үткер нәмә табып, ишекте нығытып бәйләгән арҡанды ҡырҡыу сараһы ғына ҡалды. Тирә-йүнде һәрмәп, эҙләнә башланым, тик бәләкәйерәк кенә ҡаҙыҡтан башҡа бер нәмә лә таба алманым. Ярһып, шуның менән тирмә ҡырын соҡой башланым. Юлым, әлбиттә, өмөтһөҙ ине, шулай ҙа мин был турала уйлап та ҡараманым. Башымда тик берҙән-бер генә фекер: йә бынан ҡотолорға йәки үлергә! Тик уның мышнауын, өҙлөкһөҙ хырылдауын ғына ишетмәҫкә, бары тик бында ғына ҡалмаҫҡа, үлергә икән, иректә, алышта үлергә, бары буйһонмаҫҡа ғына кәрәк!

Тоҡол – икенсе ҡатын тигән һүҙ. Аһ, нисек күрә алмайым мин был һүҙҙе! Ниндәй боҙоҡ быуатта кем уйлап сығарғандыр уны! Кәүҙәһе менән дә, күңеле менән дә ҡол булған икенсе ҡатындың ирекһеҙ яҙмышынан да мәсхәрәле хәлдең булыуы мөмкинме? Бәхетһеҙлеккә дусар ителгән, харап ителгән, мәсхәрәләнгән, кешелек дәрәжәһенән мәхрүм ҡалдырылған бөтә ҡатын-ҡыҙҙар, тороғоҙ, тороғоҙ ҡәберҙәрегеҙҙән! Тороғоҙ, яфа сигеүселәр, һеҙҙең алда шул замандарҙың яуыз ҡараңғылығы ҡалтыранһын! Был һүҙҙәрҙе мин һеҙҙең кеүектәрҙең иң һуңғыһы, был ҡәһәрле яҙмышты аша атлаусы мин әйтәм!

 

Ул төндә миңә шул һүҙҙәрҙе әйтергә яҙғанлығын белмәгәйнем шул. Үҙем ярһып-ярһып тирмә ҡырын соҡойом. Тупраҡ ҡаты, ҡашлы булып сыҡты, бер ҙә ыратып булмай. Ҡул менән тырнап ҡаҙа торғас, бармаҡтарым шау ҡанға туҙҙы. Ә инде ҡул тығырлыҡ тишек яһауға таң Да беленде. Эттәр өргән тауыштар ишетелде, күршеләр уянды. Тыпырлашып йылҡылар кисеүгә төшөп китте, бышҡырышып ҡуй көтөүе үтте. Шунан һуң кемдер тирмә янына килде лә тыштан уны бәйләп ҡуйған арҡандарҙы систе, кейеҙ ябыуҙарҙы йыя башланы. Был – теге өндәшмәҫ ҡара ҡатын ине.

Тимәк, йәйләү күсергә әҙерләнә. Шул саҡ мин кисә иртә менән үк бынан ҡуҙғалырға, тәүҙә һыртҡа, яңы урынға барып, һуңынан бөтә йәй буйына һырт аръяғына, тауҙар араһына китергә кәрәклеге хаҡында һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғанымды хәтерләнем. Күңелемә тағы ла ауыр булып китте – унан ҡасыу мең мәртәбә ҡыйын буласаҡ.

Ерҙе соҡоған урынымда нисек ултырған булһам, шул килеш ҡатҡан да ҡалғанмын. Ниңә йәшерергә, миңә, ни өсөн... Ҡара ҡатын тирмә ҡырының ҡаҙылған булыуын барыбер күрҙе инде. Ләкин ул бер нәмә лә өндәшмәне, тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эшен башҡарыуын дауам итте. Ул үҙен һәр саҡ шундай сәйер тота, әйтерһең, уға бер нәмә лә ҡағылмай, әйтерһең, тормошта бер нәмә лә уның күңелендә яуап тойғоһо тыуҙырмай. Хатта ул ирен дә уятманы, юлға йыйынырға ярҙам итеүен һорарға ла батырсылыҡ итмәне. Уныһы иһә юрған, тундар аҫтында ғырылдап йоҡлауын ғына белде.

Бөтә кейеҙ ябыуҙар ҙа алынып бөткәс, тирмә яланғас тороп ҡалды. Мин унда ситлек эсендәге кеүек ултырам, алыҫ түгел йылға аръяғыңда кешеләрҙең үгеҙҙәрҙе, йылҡыны өйөрөүҙәрен күрәм. Шунан һуң мин ҡайҙандыр был кешеләр янына өс һыбайлының килеп сығыуын, ниҙер һорашҡас, тура беҙгә табан йүнәлеүҙәрен абайланым. Мин тәүҙә былар халыҡты юлға сығырға йыяларҙыр, тип уйланым, ә аҙаҡ – күрҙем дә шаҡ ҡаттым. Уларҙың береһе – Дүйшөн, ә икеһе милиция фуражкаһы менән ҡыҙыл петлицалы шинель кейгән кешеләр ине.

Мин бының өнмө, төшмө икәнлеген дә белмәйем, хатта тауыш та сығара алмайым. Мине шатлыҡ солғап алды: мөғәллим тере! Шул уҡ ваҡытта күңел дә – бушлыҡ: мин һәләк ителгән, яманаты сыҡҡан ҡатынмын.

Дүйшөндөң башы бинт менән бәйләнгән, ҡулы яурынына артып бәиләнгән. Ул атынан ырғып төштө лә аяғы менән ишекте ҡуптара типте, тирмәгә атлығып килеп инде һәм ҡыҙыл йөҙлө кеше өҫтөнән юрғанын һыпыра тартып алды.

– Тор! – тип ҡысҡырҙы ул нәфрәт менән.

Уныһы, башын ҡалҡыта биреп, күҙҙәрен ыуғыланы, шунан Дүйшөнгә ташланырға теләгәйне, үҙенә төбәлгән милиционер нагандарын күргәс, кинәт ҡойолдо ла төштө. Дүйшөн уны яғаһынан алып һелкетте лә, үҙенә яҡын тартып:

– Ҡәбәхәт! – тине, ағарған ирендәрен ҡаты ҡыҫып. – Хәҙер эҙләгәнеңде таптың инде! Киттек!

Тегеһе йыуаш ҡына урынынан ҡуҙғалды, ләкин шул саҡ Дүйшөн уны тағы яғаһынан тотоп һелкетте, тишә яҙырҙай итеп ҡараны, шунан ҡарлыҡҡан тауыш менән былай тине:

– Һин үҙеңсә уны үләнде иҙгән кеүек иҙҙем, бөтөрҙөм, тип уйлайһың инде?.. Юҡ, алдашма, һинең заманың үтте инде, хәҙер уның заманы... Ә һиңә ошоноң менән тамам.

Уға итек алып биреп кейҙерҙеләр ҙә, ҡулын бәйләп, эйәргә күтәреп һалдылар. Милиционерҙарҙың береһе – аттың теҙгененән тотоп алдан, ә икенсеһе арттан китте. Мин Дүйшөндөң атын мендем. Ул иһә йәнәш атлап килде.

Ҡуҙғалып китеүебеҙ ҙә булды, артта ҡырағай, әҙәмдекенә оҡшамаған сәйер тауыш ишетелде. Баҡһаң, артыбыҙҙан теге ҡара ҡатын йүгереп килә икән. Ул – нәҡ аҡылдан яҙған кеше кеүек. Ирен ҡыуып етте лә таш менән уның төлкө малахайын бәреп төшөрҙө.

– Минең ҡанымды эскәнең өсөн, йән алғыс! – тип үкерҙе ул йәмһеҙ тауыш менән. – Минең ҡара ҡайғы менән ҡапланған көндәрем өсөн, йән алғыс! Тереләй ысҡындырмаясаҡмын мин һине!

Моғайын, уның ҡырҡ йыл буйы башын да ҡалҡытып ҡарағаны булмағандыр. Ә хәҙер шул ваҡыт эсендә йыйылған, ҡайнап торған бөтә асыуы тышҡа бәреп сыҡты. Уның ҡолаҡты ярырҙай тауышы шарлауыҡтағы ҡая таштарға бәрелеп яңғырай. Ул йә бер яҡтан, йә икенсе яҡтан ҡыуып етеп, ҡурҡышынан бөршәйгән ирен тиҙәк, таш, балсыҡ киҫәктәре, ҡулына эләккән бер нәмә менән туҡмай, уны ҡарғай:

– Һинең аяғың баҫҡан ерҙә үлән дә үҫмәһен. Һөйәгең яланда ятып ҡалғыры күҙеңде ҡарға соҡоһон! Аллам һине бүтән күрергә яҙмаһын. Минең күҙем алдында сере, сере аждаһа, – тип ҡысҡырҙы ул, шунан тынып ҡалды, шунан инде, ярһып илай-илай, ситкә ташланды. Әйтерһең, ул үҙенең елгә туҙған сәстәренән ҡаса ине.

Быны күреп ҡалған күршеләренең ҡайһы берҙәре уны һыбай ҡыуа сыҡтылар.

Минең башым ҡот осҡос төш күргәндән һуң булған кеүек ауырта. Бик йонсоп киткән Дүйшөн теҙгенде тотоп аҙ ғына алдан бара. Ул бинт менән бәйләгән башын түбән һалындырған да өндәшмәй генә атлай.

Ҡотһоҙ тарлауыҡты уҙып, уны артта ҡалдырғансы, байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Милиционерҙар хәтһеҙ алда баралар. Дүйшөн атты туҡтатты ла миңә яфа сигеп арыған күҙҙәре менән беренсе тапҡыр ҡалҡып ҡараны.

– Алтынай, мин һине һаҡлай алманым инде, ғәфү ит мине, – тине ул. Шунан ул ҡулымдан тотто ла уны эйәгенә яҡын килтерҙе. – Әгәр һин мине ғәфү иткән хәлдә лә, бының өсөн мин үҙемде бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкмен.

Мин, ат ялына ятып, үкһеп илап ебәрҙем. Ә Дүйшөн, сәсемдән һыйпап, эргәмдә баҫып торҙо, минең тымыуымды көттө.

– Тыныслан, Алтынай, киттек, – тине ул, ахырҙа. – Тыңла әле, бына мин һиңә нимә һөйләйәсәкмен. Бынан өс көн элек кенә волоста булдым, һин ҡалаға уҡырға бараһың! Ишетәһеңме?

Шылтырап аҡҡан көмөш һыулы йылға эргәһендә туҡталғас, Дүйшөн миңә:

– Алтынай, атыңдан төш тә йыуынып ал, – тине. Ул кеҫәһенән бер киҫәк һабын сығарҙы. – Мә, Алтынай, йәлләмәй йыуын. Теләйһең икән, мин ҡырғараҡ китеп торам, атты ашата торормон, ә һин сисенеп, һыу инеп ал. Булғандың бөтәһен дә оноторға, уларҙы бер ваҡытта ла хәтерләмәҫкә тырыш. Һыу инеп ал, Алтынай, үҙеңә еңел булып ҡалыр. Йәме?

Мин баш ҡаҡтым. Дүйшөн ситкә киткәс, сисендем дә сикәнә-сикәнә генә һыуға төштөм. Һыу төбөндә аҡ, күк, йәшел, ҡыҙыл таштар йымылдап күренә. Зәңгәр ағым, тубыҡтарыма бәрелеп, ҡайнап үтеп китә. Һыуҙы услап алдым да күкрәгемә ҡойҙом. Тәнем буйлап һалҡын һыу тамсылары йүгерҙе. Мин ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем. Был минең шул көндәр эсендәге беренсе тапҡыр көлөүем булды. Көлөүҙәре рәхәт тә ине шул! Һыу менән уйнай-уйнай, ҡат-ҡат ҡойондом, шунан тәрән ағымға кереп киттем. Ағын һыу мине йәһәт кенә һай урынға килтереп сығара, мин торам да яңынан шаулап, ҡайнап ятҡан ағынға ташланам.

– Эй һыу, был көндәрҙең бөтә бысрағын, бөтә әшәкеһен йыу! – тип өндәшәм, үҙем нимәгә икәнен дә белмәйенсә туҡтауһыҙ көләм.

Ниңә һуң кешенең эҙе уның иң ҡәҙерле, иҫтәлекле урындарында мәңгегә ҡалмай икән? Әгәр ҙә мин Дүйшөн менән икәүләп ҡайтҡан шул һуҡмаҡты тапһам, ергә теҙләнеп, уҡытыусымдың эҙҙәрен үбер инем. Ул һуҡмаҡ минең өсөн оло юлдарҙың да олоһо. Шул көнгә, шул һуҡмаҡҡа, мине тормошҡа, үҙемдең үҙемә ҡарата яңы ышанысыма, яңы өмөттәргә, яҡтылыҡҡа алып ҡайтҡан шул юлға рәхмәт... Шул көндәге- ҡояшҡа, шул ваҡыттағы ергә рәхмәт...

Ә ике көндән һуң Дүйшөн мине станцияға алып китте.

Күрелгән шул хәлдәрҙән һуң мин ауылда ҡалырға теләмәнем. Яңы тормошто яңы ерҙә башлау кәрәк ине. Кешеләр ҙә минең был уйымды хупланылар. Мине Сайҡал әбей менән Ҡартанбай бабай ҙа оҙата килделәр. Минең өсөн шундай бөтөрөнәләр, балалар кеүек илашалар, юлға тип күстәнәстәр бирәләр. Хушлашып ҡалырға бүтән күршеләр ҙә, хатта бәхәссе Сатымғол да килде.

– Йә, ярай, хәйерле булһын, ҡыҙым, – тине ул. – Аҡ юл теләйем. Йыуашланып йөрөмә, мөғәллим Дүйшөндөң өйрәтеүенсә, йәшә, хур булмаҫһың. Тағы нимә тиһең инде, беҙ ҙә аҙ-маҙ аңлай башланыҡ хәҙер.

Бергә уҡыған иптәштәрем беҙ ултырып киткән арба артынан оҙаҡ йүгереп килделәр, оҙаҡ-оҙаҡ ҡул болғап тороп ҡалдылар...

Мин бер нисә малай менән бергә киттем. Уларҙы ла Ташкент балалар йортона алып баралар ине. Станцияла беҙҙе күн куртка кейгән рус ҡатыны ҡаршы алды.

Һуңынан мин тауҙар араһында тирәктәргә күмелеп ултырған шул бәләкәй станция аша күпме үтеп йөрөнам. Миңә үҙ йөрәгемдең яртыһы мәңгелеккә шунда ҡалған кеүек тойола.

Яҙғы кистең сирень төҫлө тоноҡ яҡтылығында ниндәйҙер ҡайғылы, әрнеүле нәмә бар һымаҡ, әйтерһең, киске мәҙе лә беҙҙең айырылышыуҙы белмәне. Дүйшөн үҙенә бик ауыр икәнлеген һиҙҙермәҫкә тырыша. Ләкин мин быны беләм, шундай уҡ әрнеү минең дә тамағыма таш булып тығыла. Дүйшөн күҙҙәремә тура текләп ҡарай, ҡулдары менән сәсемде, битемде, хатта күлдәгемдәге төймәләремде лә һыйпай.

– Мин һине, Алтынай, бер ваҡытта ла үҙемдән бер аҙым да ҡырға ебәрмәҫ инем, – тине ул. – Ләкин һиңә ҡамасауларға хаҡым юҡ. Һин уҡырға тейешһең. Ә мин әллә ни белемле кеше түгелмен. Бар, шулай яҡшыраҡ булыр... Бәлки, һин ысын мөғәллимә булып сығырһың, бәлки, был көндәрҙе хәтерләп, хатта көлөп тә алырһың... Әйҙә, шулай булһын, шулай булһын...

Станция ултырған тарлауыҡты яңғыратып, алыҫта паровоз гудок бирҙе, поезд уттары йымылдап күренде. Станциялағы халыҡ ҡуҙғалыша башланы.

– Бына, хәҙер һинең китер ваҡытың да етте, – тине Дүйшөн ҡалтыранған тауыш менән, ҡулымды усына ҡыҫып. – Бәхетле бул, Алтынай. Иң мөһиме – уҡы, тырышып уҡы...

Мин бер ни тип тә өндәшә алманым: күҙ йәштәре быуа ине мине.

– Илама, Алтынай. – Дүйшөн күҙҙәремде һөрттө. Шунан ҡапыл ниҙер иҫенә төшкәндәй: – Ә теге икәүләп ултыртҡан тирәктәрҙе мин үҙем ҡарап үҫтерермен. Ҙур кеше булып ҡайтҡас, һин уларҙың ниндәй матур булып үҫеп киткәндәрен күрерһең әле, – тине.

Шул ваҡыт поезд килеп тә етте. Вагондар шығырлашып туҡтанылар.

– Йә, ярай, хушлашайыҡ! – Дүйшөн мине ҡосаҡланы ла маңлайымдан ныҡ итеп үпте. – Һау бул, хәйерле юл, хуш, ҡәҙерлекәйем. Ҡурҡма, алға ҡыйыу атла…

Мин вагон баҫҡысына мендем дә әйләнеп баҫтым. Шул саҡ Дүйшөндөң ҡулын бәйләгән хәлдә нисек баҫып торғанын, тоноҡланған күҙҙәре менән текләп ҡарауын, шунан уның миңә аҙ ғына булһа ла ҡағылырға теләгәндәй ынтылып ҡуйыуын, шул мәл поездың ҡуҙғалып китеүен бер ваҡытта ла онота алмайым.

– Хуш, Алтынай! Хуш, йондоҙом минең! – тип ҡысҡырҙы ул.

– Хуш булығыҙ, мөғәллим! Хуш булығыҙ, минең ҡәҙерле мөғәллимем!

Дүйшөн йәнәшә йүгереп килде-килде лә, артта ҡалғас, ҡапыл алға ынтылып:

– Алты-на-а-ай! – тип ҡысҡырҙы.

Ул миңә шундай итеп ҡысҡырҙы, әйтерһең, бик мөһим һүҙен онотҡан, әйтерһең, үҙе белһә лә, хәҙер генә һуң икәнлеген иҫенә төшөргән. Йөрәктең иң түренән, күңелдең иң тәрән урынынан сыҡҡан был тауыш әле булһа ҡолаҡтарым төбөндә яңғырап тора...

Поезд туннелде үтеп, тураға сыҡты ла, тиҙлекте һаман арттыра барып, мине ҡаҙаҡ далалары буйлап яңы тормошҡа елдереп алып китте...

Хуш бул, мөғәллимем, хуш бул, минең беренсе мәктәбем, хуш, бала саҡ, хуш, минең тәүге, бер кемгә лә әйтмәгән мөхәббәтем...

Эйе, мин Дүйшөн хыялланған ҙур ҡалала, ул һөйләгән ҙур-ҙур тәҙрәле оло мәктәптәрҙә уҡыным. Шунан, рабфак тамамлағас, мине Мәскәүгә, институтҡа ебәрҙеләр.

Оҙаҡ уҡыу йылдары эсендә күпме ауырлыҡтар кисерергә тура килде миңә, нисә тапҡыр өмөтһөҙлөктәргә лә бирелдем, нисектер булдырып булмаҫ төҫлө, фән аҡылына эйә була алмам һымаҡ тойолдо. Ундай иң ауыр минуттарҙа һәр саҡ мин уйым менән үҙемдең беренсе уҡытыусым алдында яуап тоттом, сигенергә батырсылыҡ итмәнем. Башҡалар еңел генә эйә булғанды мин сикһеҙ ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ аша ғына үҙләштерҙем, сөнки миңә барыһын да өр-яңынан башларға тура килде.

Рабфакта уҡыған сағымда уҡытыусыға хат яҙҙым, уны яратыуымды әйттем, көтәм, тинем. Ул яуап яҙманы. Шуның менән хат алышыу ҙа өҙөлдө. Үҙемдең уйымса, ул миңә уҡырға ҡамасауламаҫ өсөн шулай эшләгәндер. Бәлки, ул хаҡлы ла булғандыр... Ә бәлки, кем белә, ниндәйҙер бүтән сәбәбе лә булғандыр? Шул саҡтарҙа күпме көйәләнергә, яфаланып, күпме уйланырға тура килде...

Тәүге диссертациямды Мәскәүҙә яҡланым. Был хәл минең өсөн ҙур еңеү булды. Бөтә был йылдар эсендә мин ауылға ҡайтып әйләнә алманым. Күп тә үтмәй, һуғыш сыҡты. Көҙ аҙағында поезд менән Мәскәүҙән Фрунзеға эвакуацияланып килгәндә, беренсе уҡытыусым үҙемде оҙатып ҡуйған станцияла төшөп ҡалдым. Миңә уңай килеп торҙо: шунда уҡ арбалы юлсыһы ла табылды. Ул беҙҙең, ауыл аша совхозға бара икән.

Эй тыуған ер! Беҙгә ҙур ауырлыҡтар килтергән һуғыш ваҡытында ҡайтып күрергә тура килде һине. Еребеҙҙең нисек үҙгәргәнлеген, яңы ауылдарҙың үҫеп сыҡҡанлығын, күпме яландарҙын, һөрөлгәнлеген, яңы юлдар, күперҙәр төҙөлгәнлеген күреп нисек кенә шатланһам да, һуғыш был осрашыуға ҡайғы табы төшөрҙө,. Ауылға яҡынлашҡан һайын, мин һаман нығыраҡ тулҡынландым. Алыҫтан уҡ яңы, таныш түгел урамдарға, яңы йорттарға, баҡсаларға һоҡланып ҡарап киләм. Ә һуңынан беҙҙең мәктәбебеҙ ултырған түңгә текәләм. Кинәт һулыш алыуым туҡталғандай булды – унда йәнәшә ике ҙур тирәк үҫеп ултыра. Быға ҡәҙәр гел “мөғәллим” тип йөрөткән кешемде тәү тапҡыр исеме менән әйттем.

– Дүйшөн! – тип бышылданым мин. – Рәхмәт һиңә, Дүйшөн, миңә ҡарата эшләгән бөтә изгелектәрең өсөн рәхмәт! Тимәк, онотмағанһың, тимәк, хәтереңдә һаҡлағанһың... Ул тирәк ниндәй һиңә оҡшаған!

Битемдә йәш бөрсөктәрен күреп, күсер малай борсола төштө:

– Һеҙгә ни булды?

– Былай ғына. Һин был колхоздан кемде лә булһа берәйһен беләһеңме?

– Беләм, әлбиттә. Бында һәммәһе лә үҙебеҙҙекеләр.

– Ә Дүйшөндө, теге уҡытыусы булған кешене, беләһеңме?

– Дүйшөндө? Ул бит армияға китте. Мин уны үҙем ошо арбаға ултыртып военкоматҡа алып барҙым.

Ауылға етер алдынан малайҙы туҡтаттым да төшөп ҡалдым. Аптырап баҫып торам. Ошондай борсоулы ваҡытта өй һайын инеп, һорашып, таныштарҙы эҙләргә, хәтерләйһегеҙме мине, мин һеҙҙең яҡташығыҙ, тип йөрөргә ҡыйманым. Ә Дүйшөн армияла бит инде. Йәнә шул: еңгәм менән ағайым йәшәгән урында бер ваҡытта ла булмаҫҡа ант иткәйнем. Кешеләрҙе күп енәйәттәре өсөн ғәфү итеп була, тик, минең уйымса, бындай яуызлыҡты, мәкерҙе бер кем дә ғәфү итмәҫ ине. Мин хатта үҙемдең ауылға килеүемде уларҙың бөтөнләй белмәүен теләнем. Юлдан ҡайырылып, түң өҫтөндә үҫкән тирәктәр янына атланым.

Эй тирәктәр, тирәктәр! Һеҙ йәп-йәш кенә күгелйем олонло үҫентеләр булғандан бирле күпме ваҡыт үтте, күпме һыу аҡты! Һеҙҙе ултыртҡан, ҡарап үҫтергән кешенең нимә хаҡында хыялланыуы, алдан әйтеүҙәре – бөтәһе лә тормошҡа ашты. Ни өсөн һуң һеҙ былай моңһоу шаулайһығыҙ, нимәгә ҡайғыраһығыҙ? Әллә ҡыш яҡынлаша, әсе елдәр япраҡтарыбыҙҙы өҙгөләйҙәр тип өҙәләнәһегеҙме? Әллә һеҙҙең тамырҙарығыҙ, олондарығыҙ буйлап халыҡ ҡайғыһы, халыҡ хәсрәте ағамы?

Эйе, йәнә ҡыш киләсәк, сатлама һыуыҡтар ҙа, күҙ асҡыһыҙ бурандар ҙа буласаҡ, тик барыбер яҙ ҙа килмәй ҡалмаясаҡ...

Мин, көҙгө япраҡтар шауын тыңлап, оҙаҡ торҙом. Тирәктәр төбөнән аҡҡан арыҡты күптән түгел кемдер таҙартҡан: унда әле иҫкереп тә өлгөрмәгән тәрән кәтмән эҙҙәре бар. Арыҡ тулып тоноҡ таҙа һыу ҙа әҙ генә семәрләнеп аға, һары тирәк япраҡтары ла сайҡалып үтеп китәләр.

Был түңдән миңә яңы мәктәптең буялған түбәһе күренә, ә беҙҙең мәктәптең эҙе лә ҡалмаған.

Шунан мин кире юлға сыҡтым, бер арбалы юлаусыға тап булып, станцияға киттем.

Һуғыш дауам итте. Аҙаҡ еңеү килде. Халыҡ күҙ йәштәре ҡатыш күпме әсе шатлыҡ кисерҙе: бала-сағалар, ҡыуанышып, мәктәпкә атайҙарының хәрби сумкаларын тотоп йүгерәләр, эшкә ирҙәр ҡулы ҡайтты, етем ҡатындар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ күҙ йәштәрен түккәс, өндәшмәй генә үҙҙәренең тол яҙмыштары менән риза булдылар. Шулай ҙа үҙҙәренең яҡындарын өмөт өҙмәй көтөүселәр күп булды, сөнки һауҙары ла йәһәт кенә өйгә ҡайтып етә алманылар бит.

Мин дә Дүйшөндөң ни хәлдә икәнлеген белмәнем. Ҡалаға килеп йөрөгән яҡташтарым: ул хәбәрһеҙ юғалды, ауыл Советына шундай ҡағыҙ килгән, тип һөйләнеләр.

– Бәлки, үлеп тә ҡалғандыр, – тип юранылар улар. – Ваҡыт үтә, ә уның хаҡында һүҙ ҙә, хәбәр ҙә юҡ.

“Былай булғас, уҡытыусым ҡайтмаҫ инде, – тип уйлай торғайным ҡайһы саҡта. – Станцияла хушлашҡандан һуң, башҡаса бер нисек тә күрешергә тура килмәне...»

Ҡайһы ваҡыт үткәндәрҙе хәтерләйем дә күңелемдә күпме ҡайғы йыйылып киткәнлеген асыҡ тоям.

Ҡырҡ алтынсы йылдың көҙ аҙағында Томск университетына ғилми командировкаға китеп барам. Себер буйлап тәү тапҡыр үтеүем. Ул саҡта Себер нисектер, ҡырыҫ та, яманһыу ҙа ине. Быуаттар буйынса шаулап ултырған урмандар тәҙрә үтә ҡараңғы бер стена булып күренеп ҡалалар. Аҡландар аша үткәндә ҡара ҡыйыҡтарҙағы мөрйәләрҙән сыҡҡан аҡ төтөнлө ауылдар күҙгә салынып ҡала. Туң баҫыуҙарға беренсе ҡар ятҡан, унда бүрекле ҡарғалар осоп йөрөй. Күк йөҙөнөң барған һайын ҡобараһы оса.

Шулай ҙа миңә поезда күңелле ине. Купела бергә килгән юлдашым – элекке фронтовик, инвалид кеше, ҡултыҡ таяғы менән йөрөй. Ул беҙҙе хәрби тормошта була торған төрлө-төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғалар, мәҙәктәр һөйләп көлдөрә.

Мин уның телгә оҫта булыуына хайран ҡалып киләм. Был бер ҡатлы алсаҡ, хәйләһеҙ көлөүҙә һәр ваҡыт ысын дөрөҫлөк аңҡып тора кеүек. Ул вагондағыларҙың бөтәһенә лә оҡшаны. Бына шулай килә торғас, ҡайҙалыр Новосибирскиҙан ары, беҙҙең поезд бәләкәй генә разъезда бер нисә минутҡа ғына туҡтаны. Мин тәҙрә эргәһенә баҫып, теге юлдашыма текләгәнмен дә уның сираттағы мәҙәгенән эсем ҡатып көләм.

Поезд ҡуҙғалды, тиҙлеген һаман арттыра барҙы. Тәҙрә үтә станция будкаһы күренеп ҡалды. Шул саҡ мин, ҡурҡҡан кеүек, тәҙрәнән артҡа сигендем, тағы тәҙрәгә ташландым. Анауы ул, Дүйшөн, бит! Будка эргәһендә ҡулына кескәй генә тимер юл флагы тотҡан Дүйшөн баҫып тора. Белмәйем, миңә ни булғандыр.

– Туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырҙым мин бөтә вагонды яңғыратып, һәм, ни эшләргә белмәй, сығыу яғына ташландым, унда туҡтатыу кранын күреп ҡалдым да уның пломбаһын йән көскә аҡтара тарттым. Вагондар бер-береһенә бәрелешеп ҡуйҙылар, поезд кинәт туҡтаны ла ҡапыл артҡа сайҡалып ҡуйҙы. Кәштәләрҙәге әйберҙәр шатыр-шотор иҙәнгә тәгәрәп төштө, һауыт-һабалар тәгәрәшеп йөрөй, бала-сағалар, ҡатын-ҡыҙҙар ығы-зығы килә. Кемдер ҡарлыҡҡан тауыш менән:

– Берәү поезға тапалған! – тип ҡысҡырҙы,

Ә мин баҫҡыста инем инде, аяғым аҫтында ни барын да күрмәйенсә, упҡынға һикергән кеүек һикерҙем, шул уҡ хәлдә, аҡты-ҡараны күрмәйенсә, стрелочник будкаһына, Дүйшөнгә, ҡарай йүгерҙем. Артта кондукторҙарҙың һыбыҙғы тауыштары ишетелә. Пассажирҙар, вагондарҙан төшөп, минең арттан йүгерәләр.

Состав буйын минут эсендә йүгереп үттем, ә Дүйшөн ҡаршы йүгереп килә ине инде.

– Дүйшөн, уҡытыусым! – тип ҡысҡырҙым мин, уға табан атлығып.

Стрелочник, миңә аптыраулы ҡараш ташлап, туҡтап ҡалды. Был – Дүйшөн ине, уның йөҙө, уның күҙҙәре, тик ул элек былай мыйыҡ ҡына йөрөтмәй торғайны. Аҙыраҡ ҡартая ла төшкән.

– Ни булды һеҙгә, һеңлем, ни булды? – тине ул ихлас күңелдән ҡаҙаҡса. – Һеҙ, бәлки, яңылыша торғанһығыҙҙыр, мин – стрелочник Йәнғазин, исемем – Бейнеу.

Бейнеу? .

Үлтергес ҡайғынан, һыҙланыуҙан, ояттан ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн, нисек ауыҙымды ҡаплап өлгөргәнемде лә хәтерләмәйем. Ни эшләнем мин? Йөҙөмдө усым менән ҡапланым да башымды түбән эйҙем... Ниңә мине баҫҡан урынымда ер упмай? Миңә стрелочниктан ғәфү үтенергә, кешеләрҙең дә ғәфү итеүҙәрен һорарға кәрәк ине, ә мин таш кеүек ҡатҡан да ҡалғанмын. Йүгерешеп килеп еткән бер төркөм пассажирҙар ҙа өндәшмәй. Былар хәҙер мине әрләй башларҙар, тип уйлайым. Ләкин бөтәһе лә тын ҡалғандар. Был йән әсеткес тынлыҡты ниндәйҙер бер ҡатын боҙҙо:

– Бахырҡай, ирем йәки ағайым тип уйлағандыр ҙа яңылышҡандыр.

Кешеләр ҡуҙғалышып ҡуйҙы.

– Ошо хәл генә етмәгәйне, – тине ҡалын тауышлы берәү.

– Ниҙәр генә күрмәнек тә ниҙәр генә кисермәнек беҙ был һуғышта... – тип яуап бирҙе әрнеүле ҡатын-ҡыҙ тауышы.

Стрелочник ҡулдарымды битемдән алды ла:

– Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе вагонға тиклем оҙатып ҡуям, юғиһә бында һыуыҡ, – тине.

Ул мине ҡултыҡланы. Икенсе яғымдан ниндәйҙер офицер ҡултыҡлап алды.

– Әйҙәгеҙ, гражданка, беҙ бөтәһен дә аңлайбыҙ, – тине ул.

Кешеләр юл бирҙе, улар мине тын ғына, күмергә алып барғандағы кеүек, алып киттеләр. Беҙ әкрен генә алдан киләбеҙ, ә бөтә ҡалған кешеләр – арттан. Яңы килә ятыусы пассажирҙар ҙа өндәшмәй генә кире боролалар. Кемдер яурыныма дебет шәл япты. Купела бергә килгән юлдашым ҡултыҡ таяғында сайҡала-сайҡала атлай ине. Бына ул әҙ генә алға үтте лә йөҙөмә күҙ йүгертте. Был күңелсәк, шаян, изгелекле, ир йөрәкле кеше илай ине, ахрыһы. Мин дә илайым, быулығып илайым. Состав буйлап ошолай күмәкләп атлап үтеүҙә, телеграф сымдарының һыҙғырып геүләүендә, әйтерһең, үлем маршы тауыштары ишетелә ине. “Юҡ, мин уны башҡаса бер ҡасан да күрә алмаясаҡмын”.

Вагон янында беҙҙе поезд начальнигы туҡтатты. Ул, бармаҡ янап, ниҙер екеренде, хөкөм яуаплылығына, штрафҡа тарттырыу менән ҡурҡытты.Ә мин бер ни тип тә өндәшмәнем. Минең өсөн барыбер ине. Ул миңә протокол һондо, ҡул ҡуйыуымды талап итте, ләкин минең ҡулыма ҡәләм алырлыҡ та көсөм ҡалмағайны инде.

Шул саҡ купела бергә килгән юлдашым уның ҡулынан ҡағыҙын тартып алды ла, ҡултыҡ таяғында торған килеш, уға ынтыла биреп, тегенең йөҙөнә бәреп әйтте:

 

– Ниңә бәйләнәһең әле уға! Мин ҡуям ҡултамғаны, туҡтатҡыс кранды мин тарттым, мин үҙем яуап бирәсәкмен!..

Бер аҙ һуңлаған поезд боронғо Себер ере буйлап алға ашыҡты. Күршемдең гитараһы кис буйы моңһоу яңғыраны. Инде тымып өлгөргән дәһшәтле һуғыш менән осрашыу минең йөрәгемдә тол рус ҡатындарының моңло оҙон йырҙары кеүек иңрәткес тәьҫир ҡалдырҙы.

Йылдар үтә торҙо. Кисерелгәндәр артта ҡала торҙо, ә төрлө хәстәрлектәре, мәшәҡәттәре менән тулы киләсәк һаман алға саҡырҙы. Иргә һуң ғына сыҡтым. Яҡшы кеше тура килде. Балаларыбыҙ бар, татыу йәшәйбеҙ. Хәҙер философия фәндәре докторымын. Йыш сығып йөрөргә, тура килә. Күп илдәрҙә булдым... Ә бына ауылға башҡаса ҡайтҡаным булманы. Әлбиттә, бының сәбәптәре лә бар, тик мин шул рәүешле аҡланырға ла теләмәйем. Әгәр мин яҡташтарым менән элемтәне өҙгәнмен икән – был насар, ғәфү итмәҫлек хәл, әлбиттә. Ләкин ни эшләйһең инде, яҙмыш шулай булды бит. Мин үткәндәрҙе онотмайым, юҡ, уларҙы онотоу һис тә мөмкин түгел, мин тик уларҙан алыҫлаштым ғына.

Тауҙа шундай шишмәләр була: яңы һуҡмаҡ һалыныу менән, уға илтә торған иҫке һуҡмаҡ онотола, юлсылар уның буйлап һыу эсергә һаман һирәгерәк төшә башлайҙар. Тора-килә шишмә бөтнөк үләндәре, ҡара бөрлөгән ҡыуаҡтары менән ҡаплана. Шунан инде уның барлығын ситтән шәйләп тә булмай. Аяуһыҙ эҫе көндәрҙә лә был шишмә тураһында берәү ҙә хәтеренә алмай, сарсаһалар ҙа, төшөп, һыуһын ҡанғансы һыу ҙа эсмәйҙәр. Ниндәйҙер бер кеше килеп, үлән баҫҡан шишмәне таба ла хайран ҡала: күптән бирле бер кем дә бысратмаған, сикһеҙ саф һалҡын һыу үҙенең тыныс ҡына, тәрән булып ағып ятыуы менән һоҡландыра. Был шишмәлә ул үҙен дә, күк йөҙөн дә, ҡояшты ла, тауҙарҙы ла күрә... Ул кеше, бындай урынды белмәү гонаһ ул, был хаҡта иптәштәргә лә әйтергә кәрәк, тип уйлай. Ул шулай уйлай ҙа икенсе көнгә онота.

Ҡайһы саҡтарҙа тормошта ла шулай була. Шуға күрә лә уны, тормош, тиҙәр ҙә инде.

Мин бындай шишмәләр хаҡында күптән түгел ауылда булғандан һуң хәтерләнем.

Һеҙ, әлбиттә, ул саҡта минең ни өсөн Күркүреүҙән һис уйламағанда китеп барыуымдың сәбәптәрен белеп етмәгәнһегеҙҙер. Әле һеҙгә һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә шунда кешеләргә һөйләп биреү мөмкин түгел инеме һуң? Юҡ, мөмкин түгел ине. Мин шул тиклем борсолғайным, шул тиклем оялғайным. Үҙемдән үҙем оялдым. Шуға күрә лә шунда уҡ китергә булдым. Мин Дүйшөн менән осраша, уның күҙҙәренә тура ҡарай алмаясағымды аңланым. Миңә тынысланырға, фекер тупларға, үҙебеҙҙең яҡташтарға ғына түгел, башҡа бик күп кешеләргә лә әйтергә теләгәндәремдең бөтәһе тураһында ла ныҡлап уйларға кәрәк ине.

Мин үҙемде тағы шуның өсөн ғәйепле һананым: яңы мәктәпте асҡанда һәр төрлө хөрмәт, ихтирам бер миңә генә күрһәтелергә тейеш түгел ине, иң түрҙә мин ултырырға тейеш түгел инем. Был хөрмәткә иң элек беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ, ауылыбыҙҙың беренсе коммунисы Дүйшөн лайыҡлы ине. Ләкин киреһенсә килеп сыҡты. Беҙ байрам өҫтәле янында ултырҙыҡ, ә был аҫыл кеше почта таратырға ашығып, үҙенең элекке уҡыусылары ебәргән ҡотлау телеграммаларын мәктәп асыу кисәһенә килтереп өлгөртөргә ашығып йөрөп ҡалды.

Бит был берҙән-бер генә хәл түгел. Бындай хәлде тәү тапҡыр ғына осратмайым. Шуның өсөн дә үҙ-үҙемдән: “Ҡасан һуң беҙ ябай кешене Ленин хөрмәт иткән кеүек ысын ихтирам итеү һәләтлегебеҙҙе юғалттыҡ икән?” – тип һорайым... Хоҙайға шөкөр, хәҙер беҙ бындай күренештәр хаҡында тураһын әйтеп, ике йөҙлөләнеүһеҙ һөйләйбеҙ. Бик һәйбәт әле, был йәһәттән беҙ Ленинға тағы ла яҡыныраҡ килдек. Дүйшөндөң үҙ заманында ниндәй уҡытыусы булыуын йәштәр белмәй. Ә өлкәндәр араһынан күптәр юҡ инде. Дүйшөндөң күп кенә уҡыусылары һуғышта ятып ҡалды. Улар ысын совет яугирҙәре булды. Мин йәштәргә үҙемдең уҡытыусым Дүйшөн хаҡында һөйләп бирергә бурыслы инем. Минең урында булған һәр кем шулай эшләргә тейеш булыр ине. Ләкин минең ауылға ҡайтҡаным булманы, Дүйшөн тураһында бер нәмә лә белмәнем. Ваҡыт үтеү менән, уның иҫтәлеге минең өсөн музей тынлығында һаҡланған ҡәҙерле, изге әйбер һымаҡ нәмәгә әүерелде.

Мин әле үҙемдең уҡытыусыма киләсәкмен, уның алдында яуап тотасаҡмын. Ғәфү үтенәсәкмен.

Мәскәүҙән ҡайтҡас та, Күркүреүгә барырға, ундағы яңы интернат-мәктәпте кешеләргә “Дүйшөн мәктәбе” тип атарға тәҡдим итергә теләйем. Эйе, уны хәҙер почтальон булып эшләүсе ябай колхозсының исеме менән йөрөтөргә. Һеҙ ҙә, ауылдаш, минең тәҡдимемде яҡларһығыҙ, тип ышанам. Мин һеҙҙән быны үтенеп һорайым.

Мәскәүҙә хәҙер төнгө сәғәт икенсе. Гостиница балконында торам. Баш ҡалабыҙҙың балҡып янған иҫәпһеҙ-һанһыҙ уттарына һоҡланып ҡарайым да нисек ауылға ҡайтып төшәсәгем, уҡытыусым менән осрашасағым, уны сал һаҡалынан үбәсәгем тураһында уйлайым.

 

***

Тәҙрәләрҙе шар асып ҡуям. Бүлмәгә саф һауа ағымы инеп тула. Тарала барған күкһел ҡараңғылыҡ үтә буласаҡ картинамдың айырым күренештәренә, өлөштәренә текәлеп ҡарайым. Улар бер өйөм, сөнки бөтәһен дә өр-яңынан ҡат-ҡат эшләргә тура килде. Ләкин хәҙергә тулы бер картина хаҡында фекер йөрөтөү иртәрәктер тием. Мин хәҙергә иң мөһимен тапмағанмын... Уйҙарға сумып, таңғы тынлыҡта йөрөйөм. Гел шулай ҡабатлана һәм мин картинамдың хәҙергә тик күңелдә тыуған бер уй, хыял ғына икәнлегенә һаман нығыраҡ төшөнә барам.

Шулай ҙа мин һеҙгә әле эшләнеп бөтмәгән әйберем хаҡында һөйләргә теләйем. Кәңәшләшкем килә. Һеҙ, әлбиттә, белеп тораһығыҙҙыр: минең картинам ауылыбыҙҙың беренсе уҡытыусыһы, беренсе коммунисы Дүйшөн ҡартҡа бағышлана.

Ләкин мин күҙ алдына килтерә алмайым әле: көрәш менән тулы был ҡатмарлы тормошто, был бай яҙмышты, кешелекле ынтылышты буяуҙар, аша һөйләп бирә алырмынмы икән? Хазиналай тулы был табаҡты сайпылтып түкмәйенсә һеҙгә еткереү өсөн, уйҙарымды һеҙҙеке генә түгел, ә дөйөм ижад ҡомартҡыһы итеп әүерелдереү өсөн нисегерәк эшләргә кәрәк икән, замандаштарым?

Мин был картинаны яҙмайынса ҡалдыра алмайым, ләкин мине икеләнеүҙәр, борсолоуҙар солғап алған саҡтар ҙа була. Ҡайһы ваҡытта бер нәмә лә булдыра алмам кеүек тойола. Шул саҡ былай тип уйлайым: ни өсөн яҙмыш минең ҡулдарыма рәссам бумалаһы тотторҙо икән? Ниндәй яфаланып йәшәү! Ә ҡайһы саҡта үҙемдә шундай көс, ҡеүәт тоям, хатта тауҙар аҡтарырға әҙермен. Ундай ваҡытта инде былай тип уйлайым: күр, өйрән тормошто, иң кәрәклеләрен һайлап ал! Дүйшөн менән Алтынайҙың тирәктәрен, теге, тарихын белмәгән булһаң да, һиңә бала сағыңда күпме шатлыҡлы көндәр бүләк иткән тирәктәрҙе һүрәтлә. Ҡояшҡа ҡап-ҡара булып янған теге ялан аяҡ малайҙы һүрәтлә! Ул иң юғарыға менгән дә тирәк ботағында ултыра, ғәжәпләнеүҙән шар асылған күҙҙәре менән күкһел алыҫлыҡҡа ҡарай.

Йәки картинаңды шундайыраҡ итеп яҙ ҙа уны “Беренсе уҡытыусы” тип ата. Бәлки, был Дүйшөндөң балаларҙы йөкмәп йылға аша ташыған, ә эргәнән ҡырағай, туҡ аттарға атланған, ҡыҙыл төлкө тиреһенән тегелгән малахайҙар кейгән тупаҫ кешеләрҙең уларҙан мыҫҡыллы көлөп үтеп барған ваҡыты булыуы мөмкин...

Бик тә булмаһа, уҡытыусының Алтынайҙы ҡалаға оҙатыуын һүрәтлә. Хәтереңдәме, һуңғы тапҡыр ул нисек өҙәләнеп ҡысҡырғайны! Шундай картина яҙ, ул, һаман да Алтынайҙың ҡолағында яңғырап торған Дүйшөн тауышы булып, һәр кешенең йөрәгенә үтеп инһен.

Мин быны былай ғына, үҙ алдыма ғына әйтәм. Мин үҙем менән шулай йыш ҡына кәңәшләшеп алам, тик һәр ваҡытта ла эш яйлы ғына килеп сыҡмай. Хәҙер ҙә ниндәй картина яҙырымды асыҡ ҡына белмәйем әле. Шулай ҙа бер нәмәне асыҡ беләм: мин туҡтауһыҙ эҙләнәсәкмен.

 

Аҙағы. 

Автор:
Читайте нас