Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Сентябрь 2022, 10:12

Һөйөүемә тоғро ҡалам. Хикәйә

Ғәзизәгә Рузельдең әсәһе Факиһа инәйҙең һүҙен дә алып килеп еткерҙеләр .— Күренекле, белгән кешеләрҙең балаһы. Күҙебеҙ алдында үҫкән ҡыҙ, ҡуш ҡуллап килен итәм Ғәзизәне.Ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге булманы. Рузельдең ҡустылары ла осрағанда, еңгәй, ҡулъяулыҡ бир, тип шаяртып үтә башланы.Ғәзизәнең әсәһе ауыҙынан да шундайыраҡ һүҙ сыҡҡайны әле бер.— Факиһа һәйбәт ул, ҡоҙағый булышһаҡ ҡалай арыу булыр ине. Малайы ла ипле генә күренә. Ваҡ-төйәкте төйнәштерә торор кәрәк әле, ҡапылғара туй-муй булып ҡуйһа.Ғәзизә оялышынан ҡып-ҡыҙыл булды. Эй, ошо әсәһе, атаһы алдында өндәшмәһә лә булыр ине .— Кем кейәүгә сыға әле, - тигән булды шым ғына .

Һөйөүемә тоғро ҡалам. ХикәйәҺөйөүемә тоғро ҡалам. Хикәйә
Һөйөүемә тоғро ҡалам. Хикәйә

Бибинур менән Ғәзизә бер урамда , күрше өйҙәрҙә тыуып үҫтеләр . Үҙҙәрен белгәндән алып улар гел бергә булдылар .
Күлдәк итәктәре мәтегә буЯлып , һыуланып , сәстәре Ялбырашып йылға буйында оҙон көн буйы уйнарҙар ине улар . Йәйге оҙон көндәрҙә был ике баланы иҫкә төшөрөүсе , эҙләүсе кеше лә булманымы икән , ашарға ла онотоп уйынға әүрәрҙәр ине .Эңер төшә башлағас ҡына , ҡыҙсыҡтар һәр кемеһе үҙ ҡапҡаһына ҡарай ыңғайлар ине .
Мәктәп йәшенә еткәс , сәстәренә ҙур аҡ бантик таҡҡан ҡыҙ осоҡтары етәкләшеп барҙылар мәктәпкә . Мәктәпте тамамлап сыҡҡансы бер партала ултырҙылар .
Бибинур тулған ай кеүек түңәрәк йөҙлө , ҙур ҡара күҙле , әҙерәк һинд ҡыҙҙарына тартымыраҡ сибәр генә ҡыҙ . Ҡаштары ҡыйылып тора , танау әҙерәк йәмшегерәк булһа ла , уның матурлығын һис кәметмәй . Сәстәре ҡап ҡара , тулҡынланып бөҙрәләнеп Яурындарына төшөп тора . Буйға ла оҙон ғына , кейгән кейемдәре кәүҙәһенә һылашып ҡына тора .
Ғәзизә ысын башҡорт ҡыҙҙарына хас рәүештә , ҡыҫығыраҡ күҙле , шаЯныраҡ серле ҡараштары менән арбаусы , аҡ ҡына йөҙлө , танау бәләкәс кенә , йоҡа иренле ҡыҙ . Кәүҙәгә бәләкәсерәк , һомғол буйлы . Ҡара оҙон сәстәре бөгәренән аҫҡа төшөп тора .
Әхирәттәрҙең тәбиғәт биргән тышҡы матурлығы ғына түгел , холоҡ фиғелдәре лә матур . Ауыл ҡыҙҙарына ғына хас әҙәплелек , тәрбиәлелек бөркөлөп тора уларҙан .
Бибинур саЯраҡ , шарылдағыраҡ булһа , Ғәзизә баҫалҡы һәм шымыраҡ ине .

Ауыл ҙур ғына . Мәктәп , клуб , силсәүит , бальнис , аптека , балалар баҡсаһы барыһы ла бар . Ҡыҙҙар икеһе лә ауылда ҡалды , уҡырға артыҡ теләктәре булманы икеһенең дә .Гөрләп торған совхоздың фермаһына һауынсы булып эшкә барҙылар .
Ауылда йәштәр күп ине . Фермалаларҙа , зернотокта гел йәш ҡыҙҙар , МТМ менән гаражда гел йәш егеттәр эшләне .
Ҡыҙҙар киске һауындан ҡайта ла , йыуынып сайынып , биҙәнеп төҙәнгәндән һуң , иң матур күлдәктәрен кейеп клубҡа йүгерә инеләр .
Йәшлек үҙенекен итә инде , таңғы биштән иртәнге һауынға барырға кәрәк булһа ла ,таңға тиклем бейерҙәр ине .

— Ғәзизәүүү , клубҡа һинд киноһы алып килгәндәр , барабыҙмыуууу ?
Бибинурҙың ферма Яңғыратып һөрәнләүенә һыйырҙар ҙа баштарын бороп ҡарап ҡуйҙы хатта .Берәүһе , барыыыығыыыҙ тигән һымаҡ мөңрәп тә ебәрҙе .
— Барайыҡ , барайыҡ , барайыҡ ! - башҡа саҡта баҫалҡы Ғәзизә , кино йәки дискотека тиһәң осоп төшә лә ҡуЯ ул .
Эштәрен шарт та шорт йәһәтләп бөткәс , өлкән һауынсылар ыңғайына Яйлап йөрөмәне ҡыҙҙар . Кемуҙарҙан йүгерә атлай ҡайтып киттеләр .
Фермаһы йүнле ерҙә урынлашҡанмы һуң әле ! Арыу ғына тәпәйләргә кәрәк . Унан тауҙы менергә кәрәк . Шунан шоссейка буйлап әллә бер , әллә ике км атларға кәрәк . Өлкәндәр был юлды зарлана зарлана үтһә лә , ҡыҙҙарҙың иҫе китмәй ине . Ен һымаҡ йүгереп ҡайта улар . Ай күрҙе , ҡоЯш алды .

Ә бөгөн клубта башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда йәнлерәк тә күңеллерәк тә һымаҡ тойолдо ҡыҙҙарға .
Бер Яҡ ситтә егеттәр өйкөлөшөп тора . Икенсе Яҡта ҡыҙҙар сырҡылдаша . Ғәҙәти булмаған йәнлелектең сере билдәле булды тиҙҙән .
Һалдат ҡайтҡан ауылға ! Һалдат ҡайтыуы инде ул , Ябай ғына хәл түгел бит инде . Ул ҙур ваҡиға . Ике йыл буйы ил сигендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдат иғтибарҙың иң үҙәгендә була һәр ваҡыт .
Оҙон ғына буйлы , һарғылтыраҡ сәсле , йәшел күҙле , аҡ ҡына йөҙлө егет күрше урамда үҫкән Рузель ине . Ауылдың ҡара ҡора егеттәренән бер башҡа айырыла ине ул .Үҙен тотошо ла аристократ ғаиләһендә үҫкән кешеләрҙекенә оҡшаш . Атаһы механизатор , әсәһе мәктәптә иҙән йыуҙы ғүмере буйы . Ғаиләлә биш малай үҫте . Бөтәһе лә Ябай ошо Рузельдәре генә үҙе бер башҡа ине .
Сибәр һалдатҡа күҙ атыусы ҡыҙҙар күп ине . Бибинур , ауылдың иң сибәр ҡыҙы бармаҡ Янаны
— Берегеҙҙә ! Ишетәһегеҙме , берегеҙҙә ! Рузельгә Яҡын бараһы булмағыҙ , ул минеке !

Бибинур егетте үҙенә ҡаратыу өсөн , төн йоҡоларын йоҡламай ниндәй хәйләләр ҡорҙо икән ?
Ә Рузель ҡыҙҙарға бөтөнләй иғтибар бирмәне . Һалдат кейемен ай буйы сисмәне . Кис клубҡа килде , егеттәр менән әҙерәк һөйләшеп торор ҙа ҡайтып китер ине .

Бына тағы клубҡа һинд киноһы килтерҙеләр . Бибинур менән Ғәзизә лә килде .
Ғәзизә илай илай киноға сумды баштан аЯҡ . Эй, Ярата ул һинд киноларын !
Бибинурҙа кино ҡайғыһы булманы , иң артта ултырыусы егеттәр араһынан таныш һынды эҙләне . Ике сериЯлы кино бөткәнсә , елкәһе өҙөлөп төшә Яҙҙы артҡа әйләнеп ҡарай ҡарай .Рузель киноға инмәгән ине . Бибинур күңелһеҙләнде .
Кино бөтөп тышҡа сыҡҡас , тышта тороусы егеттәр араһында Рузельдең дә булыуы Бибинурҙың күңелен күтәрҙе . Эргәһендәге әхирәттәренә ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп , ҡысҡырып көлә көлә үтте ул егеттең Янынан . Күҙ ҡыҫырға ла онотманы . Рузель дә уға ҡарап йылмайҙы .

Ғәзизәләр икенсе урамға өй һалып күскәйнеләр . Шуға ла клубтан ҡайтыр юлдары Бибинур әхирәте менән айырылыша ине . Бибинур урам буйлап аҫҡа атлай , Рузельдәрҙең өйө лә шул Яҡта . ӘҒәзизәләр оҙон тыҡрыҡты үтеп , тауға күтәрелә . Тау башында уларҙың өйө .
Ғәзизә йырлай йырлай тыҡрыҡҡа төштө . Дөм ҡараңғы тыҡрыҡтан үтеүе ҡурҡыныс һымаҡ булһа ла , ҡурҡмай ул . Көн дә тиерлек йөрөгәс өйрәнеп бөткән .Иң ҡыйыны шул , Яңғыҙы ғына ҡайта . Был урамда йәштәр юҡ .
Арттан шәп шәп атлаған аЯҡ тауыштары ҡыҙҙы боролоп ҡарарға мәжбүр итте .
Ғәзизәнең йөрәге саҡ Ярылманы , ҡыҙ ултыра төшә Яҙҙы .
— Ғәзизәкәй !!! Һине оҙатырға мөмкинме ?

Ҡулдарынан тотоп алған Рузельгә иҫе китеп текләгән ҡыҙ йылмайып тик торҙо .
Серле ҡараштарҙан айырылырлыҡ көс юҡ ине . Яғымлы , йомшаҡ тауыш ҡыҙҙың ҡолағын иркәләне . АЯҡ аҫтында ер Яйлап убылған һымаҡ ине .
Егет һаман әллә нимәләр һөйләне , ә ҡыҙ сихырланып тороуын дауам итте ...

Рузель менән Ғәзизәнең осрашыуын оҙаҡ бер кем дә белмәне . Бибинур егетте баҫтырып баҫтырып ҡараны ла , аҙаҡ ҡул һелтәне .
Ғәзизә менән Рузельдең үҙ доньЯлары үҙенә бер башҡа булды . Гүйә , был доньЯла икәүһенән башҡа кеше юҡ ине улар өсөн . Ҡырға сығып Ялан , ҡырҙар буйлап баҫтырышҡан ҡыҙ менән егеттең сәстәренән елдәр наҙлап һыйпағанда , ҡараңғы күктә йымылдашҡан йондоҙҙар күҙ ҡыҫҡанда , ике йөрәк бер береһе өсөн Ярһып типкәндә , был доньЯла улар икәү генә ине .
— Ғәзизәм !!!
Рузельдең өҙөлөп , наҙлап ҡына өндәшкән тауышынан , ҡыҙ үҙен томан араһына инеп ирегән һымаҡ хис итте .
-— Әүүү , ишетмәйем нимә тиһең ? - ҡыҙ күҙҙәрен шаЯн көлдөрөп хәйләкәр йылмаЯ .
-— Ғәзизәм , белһәң ине , нисек һине Яратыуымды ! Һине күрмәйенсә бер минут та , юҡ , бер секунд та йәшәй алмайым .
-— Ишетмәйем , ҡабатла !!!
-— Мин һине Яратам , Ғәзизәм !!! Яратааааам !
Рузельдең тауышына урман Яңғырап китте , шаңдау булып кире әйләнеп ҡайтты .
-— Яратааааааааммм ... ааа ммм .

Йылы йәйҙе , эс бошорғос Ямғырлы , һалҡын көҙ алмаштырҙы . Ғәзизә менән Рузель генә көҙҙөң эс бошорғос икәнен һиҙмәнеләр .
Улар өсөн һаман да йәй дауам итә ине . Туҡтауһыҙ Яуған Ямғырға , аЯҡ аҫтында батырлыҡ ҡойо бысҡылдап Ятыуына ла иғтибар бирмәнеләр . Кис етеү менән бер береһе менән осрашыуға атлығып торҙолар .
Ямғыр аҫтында көлөшә һөйләшә ауыл урамдарын арҡырыға буйға үтерҙәр ине . Йәшлектең иң матур , иң илаһи мәлдәренең береһе егет менән ҡыҙҙың етәкләшеп Ямғыр аҫтында йөрөүе .
Мәңге ҡабатланмаҫ мәлдәр . Ваҡыт үткәс һағынып хәтерләр сихри минуттар ...
Инде бер кемгә лә , сер түгел ине инде , уларҙың бер берен Яратып йөрөүе .
Ғәзизәгә Рузельдең әсәһе Факиһа инәйҙең һүҙен дә алып килеп еткерҙеләр .
-— Күренекле , белгән кешеләрҙең балаһы . Күҙебеҙ алдында үҫкән ҡыҙ , ҡуш ҡуллап килен итәм Ғәзизәне .
Ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге булманы . Рузельдең ҡустылары ла осрағанда , еңгәй , ҡулъЯулыҡ бир , тип шаЯртып үтә башланылар .
Ғәзизәнең әсәһе ауыҙынан да шундайыраҡ һүҙ сыҡҡайны әле бер .
-— Факиһа һәйбәт ул , ҡоҙағый булышһаҡ ҡалай арыу булыр ине . Малайы ла ипле генә күренә . Уаҡ төйәкте төйнәштерә торор кәрәк әле , ҡапыл ғара туй муй булып ҡуйһа .
Ғәзизә оЯлышынан ҡып ҡыҙыл булды .Эй, ошо әсәһе , атаһы алдында өндәшмәһә лә булыр ине .
-— Кем кейәүгә сыға әле , тигән булды шым ғына .
-— Аһ , аһ , осрашып йөрөгәс сығаһың инде . Ҡайҙа ҡарама , Ғәзизә менән Рузель йөрөй тиҙәр . Һыу буйындамы , ҡаЯ бшындамы һеҙҙән башҡа кеше юҡ . Йөрөмә тимәйем , матур йөрө , әсәһе бармағын Янаны ла үҙ эшенә әүрәне . Ғәзизәнең йөрәге дарҫлап тибергә тотондо . Йә , Хоҙай бөтәһе лә белә , бөтәһе лә риза . Ысынлап та шулай булырмы икән ни ?
Ғәзизә Рузельдең кәләше булып , ап аҡ туй күлдәктәре кейеп загсҡа барырҙармы икән ни ? Факиһа инәйҙең тупһаһына килен булып төшөргә насипмы икән уға ? Кем уға һыу башлар икән ? Ҡыҙ татлы хыЯлдарға сумыр булып китте .

Әхирәте Бибинурҙан әҙерәк әрләнеп алды Ғәзизә .
-— Аҫтыртын ! Ҡандай егетте бөтәбеҙҙән һалдырып алды ла , өндәшмәй ҙә бит әле .
Рузельдең шундай сибәр үҙенә ҡарамай , унан күпкә ҡайтыш Ғәзизәне һайлауына Бибинурҙың эсе бошто бошоуын .Тик этлек уйламаны , араларына ҡыҫылманы . Сибәр ҡыҙға ҡараусы егеттәр күп булды , тик ул Рузельдең үҙен һанламауына йәне көйҙө .Ваҡыт ваҡыты менән үҙенең көнләшеүен һиҙҙереп ҡуйһа ла зыЯн эшләмәне әхирәтенә .

Ғәзизә менән Рузель осрашыуҙарын дауам итте .
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла өшөмәҫлек ҡайнар ине уларҙың һөйөүе . Иң саф , иң таҙа һөйөү ине уларҙың араһында . Егет ныҡ ҡәҙерләне , ҡурсаланы һөйгәнен .
-— Ғәзизәм , һин шундай саф , шундай матурһың бит . Гәлсәр һауыт кеүек кенә күрәм һине . Һаҡһыҙ ҡағылып ватыуҙан ҡурҡам хатта .
-— Мин гәлсәр түгел , ватылмам , ҡыҙ ундай саҡтарҙа ҡысҡырып көлә ине .
-— Шул тиклем Яратам ! Күҙемдән осоп барған һымаҡһың , Рузельдең тауышында моңһоу ауаздар Яңғырап китә . Үҙен иҫе китеп Яратҡан егеттең наҙлы тауышынан башы әйләнгән ҡыҙҙың , күҙенә аҡ ҡара күренмәй ине . Бер туҡтауһыҙ көлә ине ул .
Ғәзизә лә Ярата Рузельде . Үҙенә әйтергә ҡыймай ине генә . Егет кешегә Яратам тип әйтер өсөн ҙур батырлыҡ кәрәктер ул . Ҡыҙ һалҡыныраҡ булып ҡыланды , һәр һүҙҙе шаЯртыуға борҙо , ишетмәгән кеше булып , ҡат ҡат ҡабатлатты . Ҡыҙ көнөнә мең тапҡыр һораһа ла , егет Ялҡманы . Йыванмай бер үк һүҙҙе ҡабатлай ине , Яратам , Яратам , Яратам ...

Ғәзизә эйелеп , услап ҡар алды ла Рузельдең елкәһенә һирпеп ебәрҙе . Үҙе ҡысҡырып көлә көлә йүгереп китте . Егет ҡыҙҙы ҡыуып етеп ҡосағына алды . Ғәзизә ысҡынырға тырышып тартҡылашһа ла , егеттең көслө ҡулдарынан ысҡына алманы .Рузель ҡыҙҙың ирендәренә үрелде .
Тәүге тапҡыр сихри һәм баш әйләндергес үбеү тәмен татыған ҡыҙ юғалып ҡалды . Әйтерһең дә , йәне күктәргә остомо ни ...

Бер береһен көрткә этә төртөп шаЯрыуҙар , баҫтырышыуҙар , айлы төндә үбешеүҙәрҙән Ғәзизәнең аңы томалана ине . Ул шул тиклем бәхетле , шаЯн һәм ғәмһеҙ ине .
Икәүләп көрткә салҡан йығылалар ҙа , күктә йондоҙ атылыуын һанайҙар . Имеш , йондоҙ атылған мәлдә теләк теләһәң , ҡабул була тип ишеткәне бар ине .
Рузель менән ниндәй генә хыЯлдар ҡорманы улар , шулай көрт өҫтөндә күккә ҡарап Ятҡан мәлдәрендә , ниндәй генә теләктәр теләмәнеләр .

Февраль айының сатлама һыуыҡтарында , Рузель Ғәзизәне үҙҙәренең усаҡлығына алып инде . Йылыла ултырайыҡ тип . Улар сәйҙе усаҡлыҡта эсәләр , ә өйҙәрендә йәшәйҙәр ине .Факиһа инәй егәрле , таҙа ҡатын . ДоньЯһы Ялтырап Ята , аш һыу урыны усаҡлыҡта булғас , өйҙәрендә тәртип иҫ китмәлелер инде , Ғәзизә уныһын белмәй .
Ҡосаҡлашып ҡына торғандарында Факиһа инәй килеп инде лә кире йүгереп сығып китте .
-— Ишегегеҙҙе бикләһәгеҙ ней була , һыу эсәйем тиһәм , тигән тауышы ғына алыҫтан ишетелде .
Һыуыҡ ваҡыттарҙа усаҡлыҡта ултырған йәштәрҙе әрләмәне ул . Йомошо булып сыҡҡан ваҡыттарында ишекте тартып ҡарай ҙа , һеҙ ултыраһығыҙмы ни , тип һөйләнә һөйләнә кире инеп китә ине .
Рузельдәрҙең патефондары бар ине . Патефон Ғәзизәләрҙә лә бар , тик юнле пластинкаһы юҡ . Ә Рузельдә пластинка күп ине . Йыр ҡуйып тыңлап , ҡуша йырлап , бейеп таң аттырҙылар улар .
Снег кружитьсЯ , летает летает ,
Заметает зима , заметает ...
Ошо йырҙы икеһе лә ныҡ Яратты .
Күпме таңдарҙы , ҡосаҡлашҡан килеш ошо көйгә өйөрөлөп ҡаршыланы икән , берен бере өҙөлөп һөйөүсе йәш йөрәктәр ?

Ғәзизәнең әсәһе ауырып китеп , Өфө больницаһына һалдылар . Оҙаҡ Ятып киткән әсәһенең хәлен белергә барырға йыйынды ул .Әҙерләнеп юлға сыҡты . Автобус менән Сибайға тиклем Рузель оҙата барҙы . Киске поездға ултыртып ебәрҙе .
Ҡыҙ башҡалала ике көн булып , әсәһенең хәле арыуланыуына ҡыуанып ҡайтырға сыҡты .
Ауылға ҡайтып етеүенә , өйҙәрендә уны әхирәте Бибинур көтә ине . Ғәзизәнең ҡайтыуын сыҙамай көткән Бибинурҙың Яңылығы бөтә доньЯның аҫтын өҫкә әйләндерҙе .

Дауамы бар.

 

Миңзифа Хамматова.

 

 

 

 

(Авторҙың орфография һәм пунктуацияһы һаҡланды)

Автор:
Читайте нас